Эстәлеккә күсергә

Вәлиева Альда Әкрәм ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вәлиева Альда Әкрәм ҡыҙы
Тыуған көнө 11 март 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (84 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР

Вәлиева Альда Әкрәм ҡыҙы (11 март 1940 йыл) — журналист, кинорежиссёр. 1967 йылдан СССР Журналистар союзы, 1995 йылдан —Рәсәйҙең Кинематографсылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), СССР-ҙың телевидение һәм радио отличнигы (1984).

Альда Әкрәм ҡыҙы Вәлиева 1940 йылдың 11 мартында Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған. Яҙыусы Әкрәм Вәлиҙең ҡыҙы.

1962 йылда Свердловск ҡалаһында Урал дәүләт университетын тамамлағандан һуң «Башҡортостан» ДТРК-һында эшләй: редактор, 1993 йылдан алып «Кино» ижади берекмәһе етәксеһе. 1999 йылдан башлап Башҡортостан Республикаһының рус драма театрында бүлек мөдире, 2004 йылдан — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында бүлек начальнигы.

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

А. Д. Бурзянцев, Р. А. Гәрәев, Л. С. Ҡыуатова, Р. М. Нурмөхәмәтов, Ә. Х. Ситдиҡова һәм башҡа мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре тураһында китап һәм мәҡәләләр авторы. Үҙенең сценарийҙары буйынса 50‑нән ашыу фильм ҡуйған: «Башҡорт еренең рус йырҙары» («Русские песни башкирской земли», 1994; Халыҡ‑ара фольклор фестивале лауреаты, Архангельск ҡалаһы, 1997), «Ҡыҙыл ҡәнәфер» («Красная гвоздика»; 1997), «Үҙ өйөңдә бәләкәй байрамдар» («Маленькие праздники в собственном доме», 1997; «Рәсәй» («Россия») уйынһыҙ кино асыҡ фестивале дипломанты, Екатеринбург ҡалаһы, 1997], «Хәтер һәм өмөттәр саҡырыуы буйынса» («По зову памяти и надежд»; 1997) һәм башҡалар. Бер нисә фильмы сит илдә төшөрөлә:

  • Францияла — «Мөхәббәт ярындағы байрам» («Праздник на берегу любви», 1995; Нуриев Р. исемендәге халыҡ‑ара балет сәнғәте фестивале тураһында),
  • Италияла — «Башҡорт балетының Милан кисәләре» («Миланские вечера башкирского балета»; 2003),
  • Португалияла — «Португалия, алыҫ һәм яҡын» («Португалия, далёкая и близкая»; 2006).

Альда Әкрәм ҡыҙы биш китап авторы. Уларҙың береһе һоҡланғыс рәссам Әҙиә Ситдиҡова, икенсеһе билдәле йырсы Радик Гәрәев тураһында.

  • Мир тепла и радости. Өфө, 1992;
  • Печаль моя светла… Радик Гареев в воспоминаниях. Өфө, 1997;
  • Телевидение — жизнь моя. Өфө, 2008.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрере (1990)
  • ТВ һәм радио отличнигы (1984)