Вәлеева Венера Фәрит ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вәлеева Венера Фәрит ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 11 март 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (55 йәш)
Тыуған урыны Иҫке Собханғол, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы

Вәлеева Венера Фәрит ҡыҙы (11 март 1969 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре, Бөрйән районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы. Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вәлеева Венера Фәрит ҡыҙы 1969 йылдың 11 мартында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуа.

1985 йылдан алып 1990 йылға тиклем Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын «рус теле һәм әҙәбиәте», «башҡорт теле һәм әҙәбиәте» белгеслеге буйынса тамамлай.

2005 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында менеджмент белгеслеге буйынса икенсе юғары белем ала[1].

1990 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағандан һуң күп йылдар Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй башлай[2].

1995—1998 йылдарҙа — Иҫке Собханғол урта мәктәбенең кластан тыш һәм мәктәптән тыш эштәрҙе ойоштороусыһы.

1999 йылда — район халыҡ мәғарифы идаралығының район методика кабинеты мөдире.

1999—2006 йылдарҙа — район мәғариф бүлегенең 1-се категориялы инспекторы.

2006—2011 йылдарҙа Бөрйән районы муниципаль районы хакимиәтендә мәғлүмәт-аналитика эше буйынса баш белгес, хакимиәттең мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар эше секторы мөдире, муниципаль район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе һәм Бөрйән районы муниципаль районы хакимиәте башлығының социаль-гуманитар мәсьәләләр буйынса урынбаҫары булып эшләй.

2012 йылдан алып 2017 йылға тиклем — Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры урынбаҫары[3].

Әлеге көндә Бөрйән районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы.

Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]