Эстәлеккә күсергә

Власов Александр Васильевич (төҙөүсе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Власов Александр Васильевич (төҙөүсе)
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 6 ноябрь 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Казеевка[d], Петровский уезд[d], Һарытау губернаһы[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 28 февраль 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (90 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Уҡыу йорто Пенза дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Октябрь Революцияһы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены «Хеҙмәт ветераны» миҙалы премия Совета Министров СССР

Власов Александр Васильевич (6 ноябрь 1926 йыл — 28 февраль 2017 йыл) — төҙөлөш производствоһын ойоштороусы. 1968—1978 йылдарҙа Өфөләге 21-се төҙөлөш тресы идарасы. Башҡортостанда бер нисә эре сәнәғәт объекттарын төҙөү менән етәкселек итә. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты.

Власов Александр Васильевич 1926 йылдың 6 ноябрендә Казеевка ауылында (хәҙер Пенза өлкәһе Пенза районы). Уның атаһы Власов Василий Иванович (1905—1973) — Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды. Александр Васильевичтың әсәһе, Власова Мария Кирилловна (1907—1976), хужабикә була.

1944 йылда Александр Пенза ҡалаһының 7-се урта мәктәбен тамамлай.

Профессиональ эшмәкәрлеге йылъяҙмаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 19441949: Пенза индустриаль институтында уҡый. Институтты «инженер-төҙөүсе» һөнәре буйынса тамамлай;[1]
  • 1949—1953: 21-се төҙөлөш тресының 6-сы төҙөлөш идаралығы прорабы, Өфө ҡалаһы;
  • 1953—1955: 21-се трестың 6-сы төҙөлөш участкаһының өлкән прорабы;
  • 1955—1957: 6-сы төҙөлөш участкаһының производство бүлеге начальнигы;
  • 1957—1958: 6-сы төҙөлөш участкаһының баш инженеры;
  • 1958—1961: 6-сы төҙөлөш участкаһының начальнигы;
  • 1961—1968: 21-се трестың баш инженеры;
  • 1968—1978: 21-се төҙөлөш тресының идарасыһы;
  • 1978—1988: Главбашстрой начальнигы урынбаҫары.[2]

Эшмәкәрлек һөҙөмтәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

А. В. Власов етәкселегендә 21-се трест тарафынан төҙөлгәндәр:

  • Өфө синетик спирт заводында (хәҙер — «Өфөоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте) полиэтилен (1967) һәм фенол (1976) етештереү өсөн ҡулайламалар;
  • Яңы-Өфө нефть эшкәртеү заводында каталитик риформингтың һәм дизель яғыулыҡты гидротаҙартыуҙың ҡатнаш ҡулайламаһы (1970);
  • (1973) Өфө КПСС-тың 22-сы съезы исемендәге нефть эшкәртеү заводында («Башнефть-Өфөнефтехим») гидрокрекинг урынлаштырыу (1973) ;
  • Өфө моторҙар төҙөү заводына төп етештереү корпустары (ОАО «УМПО»; 40.000 м²);
  • Өфө моторҙар төҙөү заводының 3-сө майҙансығында бер рәт ҡоролмалар;
  • Өфө моторҙар төҙөү заводының «Москвич-412» двигателдәрен сығарыу буйынса етештереүҙең бөтә корпустары;
  • ВАЗ автоүҙәге;
  • беренсе сиратта Башҡорт биохимкомбинаты;[3]
  • Өфө ҡалаһының ТЭЦ-3 һәм ТЭЦ-4;
  • Өфө ҡалаһының 3 һыу алыу ҡоролмаһы;
  • Өфө ҡалаһының 11, 17, 18 һәм 21-се дауаханалары;
  • бер нисә мәктәп, балалар баҡсаһы, торлаҡ йорттар һ. б. объекттар

Власов Александр Васильевич Главбашстрой начальнигы урынбаҫары вазифаһында Байкал- Амур магистраленең Верхнезейск ҡасабаһында төҙөлгән ҡасабалар өсөн яуаплы була, унда башҡорт төҙөүселәре тарафынан торлаҡ секторы һәм инфрастурктура объекттары төҙөлә.

Хеҙмәтте ғилми ойоштороу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

А. В. Власов эре производство комплекстарының төҙөлөшө буйынса етәкселектең яңы системаһын эшләй һәм практикаға индерә; уның нигеҙендә график селтәрҙәр ысулы һалына. Улар бөтә производство циклын тулыһынса контролдә тотоуҙы тәьмин итә һәм төҙөлөш барышын күҙалларға мөмкинлек бирә Етәкселек итеүҙә новаторлыҡ алымдарын ҡулланып, 21-се һанлы трест коллективы тармаҡта эш һәм сафҡа индерелгән объекттарҙың күләме буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәшә

Шәхси ҡаҙаныштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Трест ҡаҙаныштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1976: 21-се Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә — етештереү һөҙөмтәлелеген арттырғаны өсөн, микробиология, химия һәм нефть эшкәртеү сәнәғәттәренең ҡеүәттәрен ваҡытынан алда ғәмәлгә индергәне өсөн, юғары сифатлы төҙөлөш-монтаж эштәре өсөн.[4]

Ғаиләһе, буш ваҡыты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатыны Власова Валентина Васильевна (тыумыштан фамилияһы — Сергеева; 1933 йылда тыуған), инженер — төҙөүсе, ире менән күп йылдар Өфөнөң 21-се тресында бергә эшләй. Ике ҡыҙы ла Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған. Власова Наталья Александровна (1956 йылда тыуған) — терапевт, медицина фәндәре докторы, БДМУ профессоры. Власова Татьяна Александровна (1960) — табип-юғары категориялы кардиолог. Ейәнсәре — Иванова Мария Евгеньевна (1980), ӨДНТУ-ны тамамлаған һәм ошо университетта уҡыта. Йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса белгес, социология фәндәре кандидаты, доцент. Ейәндәре — Ступалов Александр Дмитриевич (1986), шулай уҡ ӨДНТУ тамамлаған, инженер-нефтсе.

Александр Васильевич йәш сағында конькиҙа уҙыш спорты менән мауыҡҡан. Инженер-төҙөүсе. В. Власов ял сәғәттәрендә классик музыка һәм совет композиторҙарының йырҙарын тыңларға ярата. Өлгөрөү йылдарында Александр Васильевичтың төп шөғөлө — тарихи әҙәбиәт уҡыу.

  1. Поздравляем с юбилеем выпускника ПГУ А. В. Власова! 2016 йыл 8 ноябрь архивланған. Публикация на официальном сайте Пензенского государственного университета, 6.11.2016;
  2. Власов Александр Васильевич в Энциклопедии «Башкортостан»;
  3. Ордена Трудового Красного Знамени Трест № 21 / В сборнике: Строители Башкортостана; под общей редакцией М. М. Усманова. — Уфа, ООО «Агентство РЕКА», 2001. — 252 с. — С. 42—44. — 1200 экз. — ISBN 5-93102-007-1;
  4. История компании 2015 йыл 31 октябрь архивланған. на официальном сайте ОАО «Строительная компания Трест № 21».