Пругова Анна Александровна
Анна Пругова | ||||||||||||||||
Позиция |
Ҡапҡасы | |||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Буйы |
174 см | |||||||||||||||
Ауырлығы |
64 кг | |||||||||||||||
Ҡулсыр |
һул | |||||||||||||||
Гражданлығы | ||||||||||||||||
Тыуған көнө | ||||||||||||||||
Карьера | ||||||||||||||||
2004—ә.в.
| ||||||||||||||||
Хоккейсы карьераһы | ||||||||||||||||
| ||||||||||||||||
Халыҡ-ара миҙалдары | ||||||||||||||||
| ||||||||||||||||
Дәүләт наградалары | ||||||||||||||||
Пругова Анна Александровна (20 ноябрь 1993 йыл, Хабаровск, Рәсәй) — Рәсәй хоккейсыһы, ҡапҡасы. Рәсәй йыйылма командаһы составында ике тапҡыр донъя чемпионатының бронза миҙалын яулаусы. Әлеге ваҡытта Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында сығыш яһаусы «Ағиҙел» командаһы уйынсыһы. 2018 һәм 2019 йылдарҙа ҠҠХЛ кубогына эйә була.
Карьера
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Анна Пругованың үҙенең әйтеүе буйынса, ул хоккей менән «Амур» хоккей клубының уйынында мауыға башлай, ә атаһы 8 мартҡа ҡапҡасы формаһын бүләк итә. Анна «Самородок» ҡатын-ҡыҙҙар хоккей клубында уйнай башлай.
1,5 йылдан уны «Амур-1993» малайҙар командаһы өсөн сығыш яһай[1], үҫмерҙәр араһында Владислав Третьяк кубогында ла ҡатнашып өлгөрә.
Шунан ул Дмитровтан «Торнадо» хоккей клубына күсә. Был клуб менән Анна Рәсәй чемпионатын һәм Европа чемпиондары кубогын дүртешәр тапҡыр яулай.
Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2015 йылда Рәсәй чемпионаты урынына Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы нигеҙләнә. Яңы лиганың тәүге миҙгеле алдынан Анна Санкт-Петербургтан «Динамо» хоккей клубына күсә.
2015/2016 йылдар миҙгелендә Анна 11 осрашыуҙың дүртәүһен еңә һәм бер тапҡыр ҡапҡаһын «ҡоро» ҡалдыра, ә «Динамо» бронза миҙалдарҙы еңә.
ҠҠХЛ тәүге миҙгеле тамамланғас, Анна Пругова үткән чемпионаттың көмөш миҙалсыһы Өфөнән «Ағиҙел» хоккей клубына күсә[2].
Анна командала Юлия Лескина менән алмашып уйнай, 19 осрашыуҙың ун бишендә еңә һәм 4 тапҡыр бер гол да үткәрмәй.
«Ағиҙел» икенсе тапҡыр ҠҠХЛ чемпионатының көмөш миҙалдарын яулай.
Миҙгел тамамланғас, Юлия Лескина команданан китә, ә уның урынына ике йәш ҡапҡасы килә. Шуға күрә Анна команданың төп ҡапҡасы ролен үҙенә ала.
Даими чемпионаттың тәүге яртыһында күрһәткән һөҙөмтәләр өсөн Анна Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының бөтә йондоҙҙар уйынына саҡырыу ала[3]. Шунда ул Көнсығыш командаһы менән еңеү яулай. Даими миҙгелде «Ағиҙел» тәүгегә беренсе урында тамалай. Плей-оффта Өфө хоккейсылары тәүҙә «СКИФ» (2-0), ә аҙаҡтан ғәмәлдәге чемпионы — «Торнадо» клубын (3-0 серияла иҫәп) еңеп тәүгегә ҠҠХЛ чемпиондары исемен яулай. Анна миҙгелдә барыһы 25 уйында ҡатнаша һәм икәүһендә генә еңеү яуламай, алты тапҡыр ҡапҡаһын «ҡоро» ҡалдыра. Шулай уҡ Пругова Лиганың миҙгелдә иң яҡшы уйынсы исеменә номинантлана.
2018/2019 йылдар миҙгелендә Анна «Ағиҙел» өсөн бөтә 42 осрашыуҙа ла ҡатнаша, даими миҙгелдә 27 еңеү яулай һәм шуларҙың туғыҙ уйынында бер гол да үткәрмәй — лиганың яңы рекордтары. Шулай уҡ ҡапҡасы икенсе йыл рәттән ҠҠХЛ йондоҙҙар уйынында ҡатнаша[4]. «Ағиҙел» даими миҙгелдә беренсе урынды яулай, плей-оффтың ярымфиналында «СКИФ» (2-1 серияла иҫәп) һәм финалында «Динамо» (3-0) хоккей клубтарын отоп, икенсе йыл рәттән Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының чемпионы исемен яулай[5]. Анна Пругова миҙгелдең иң яҡшы уйынсыһы һәм ҡапҡасыһы тип таныла[6].
Рәсәй йыйылма командаһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2009 йылда Анна 15 йәшендә юниорҙар араһында донъя чемпионатына бара, шунда бөтә биш уйында ла ҡатнаша. Ҡапҡасылар араһында иң яҡшы статистика күрһәткәндәрҙең береһе була, ә Рәсәй командаһы турнирҙы етенсе урында тамамлай.
2010 йылдағы юниорҙар донъя чемпионаты Рәсәй өсөн бик насар була — Анна Пругова командаһы менән һуңғы һигеҙенсе урынды яулай һәм киләһе йылда бер дивизионға түбәнәйә.
2010 йылғы Канаданың Ванкувер ҡалаһында Ҡышҡы Олимпия уйындарында шайбалы хоккей турнирында Рәсәй төп йыйылма командаһына Анна Пругова 16 йәшендә саҡырыла. Шунда ул бер уйында ғына ҡатнаша, ә Рәсәй турнирҙы алтынсы урында тамамлай .
2011 йылдың башында юниорҙар донъя чемпионатының беренсе дивизионы Рәсәйҙә үтә. Шунда хужа команда бар биш уйында ла ҙур иҫәп менән еңә һәм кире ТОП дивизионға ҡайтырға хоҡуҡты яулай. Анна бөтә биш уйында ла ҡатнаша.
Шул уҡ йылда ул Рәсәй төп йыйылма командаһы менән тәү тапҡыр донъя чемпионатына барып ҡайта. Унда команда бронза миҙалдары өсөн уйынға тиклем барып етә, Әммә Финляндия файҙаһына отола. Анна Пругова команданың был турнирында төп ҡапҡасы була.
Киләһе йылда Америкала үткән донъя чемпионатында Рәсәй йыйылма командаһы турнирҙы алтынсы урында ғына тамамлай. Ә Анна был чемпионаттың 4 уйынында ҡатнаша.
2013 йылғы Канадала үткән донъя чемпионатында Рәсәй йыйылма командаһы үҙ тарихында икенсе тапҡыр бронза миҙалдарҙы яулай. Ә Пругова уға бирелгән өс уйындың берәүһендә еңеүгә өлгәшә.
2013 йылда Ҡышҡы Универсиадала Рәсәй студенттар командаһы составында Анна Пругова тағы бронза миҙалдарын яулай.
2014 йылдың февралендә Ҡышҡы Олимпия уйындары Рәсәйҙә Сочи ҡалаһында үтә. Рәсәй командаһы «Б» төркөмөндә беренсе урынды яулай. Әммә сирекфиналда Швейцарияға отола. Өҫтәүенә, бишенсе урын өсөн уйында Финляндияға ла отола.
Өйөндәге Олимпия уйындарын Рәсәй хоккей командаһы алтынсы урында тамамлай, ә Анна турнирҙың иң яҡшы биш ҡапҡасылар исемлегенә керә.
2016 йылда Канадалағы донъя чемпионатында Рәсәй йыйылма командаһы тағы ла бронза миҙалдарын яулай. Киләһе тапҡыр Анна Рәсәй йыйылма командаһына тик 2019 йылда Финляндияла үткән донъя чемпионатында ҡатнашыр өсөн саҡырыла[7]. Шунда ул 5 уйында ҡатнаша, ә Рәсәй командаһы бронза миҙалы өсөн уйында Канадаға отола.
Статистика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Легенда | |||||
---|---|---|---|---|---|
У | Уҙғарған уйындар һаны | Мин | Уҙғарған минуттар һаны | ҮШ | Үткәргән шайбалар |
Е | Еңеүҙәр | О | Төп ваҡытта отолоуҙар | Т/ӨВО | Тигеҙ иҫәп/Өҫтәмә ваҡытта отолоуҙар |
ЫК | Ышаныслыҡ коэффициенты | %КҠШ | Кире ҡағылған шайбалар | «0» | «Ҡоро уйындар» |
- | Статистика билдәле түгел | — | Статистика һаналмаған | Һ | Ҡапҡалар буйынса һуғыуҙар |
- Һуңғы яңыртыу: 1 август 2018
Клубта карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бында статистика Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында ғына күрһәтелгән
Даими миҙгел | Плей-офф | |||||||||||||||||||
Миҙгел | Команда | Лига | У | Е | О | Мин | ҮШ | «0» | ЫК | %КҠШ | У | Е | О | Мин | ҮШ | «0» | ЫК | %КҠШ | ||
2015/16 | Динамо СПб | ҠҠХЛ | 11 | 4 | 5 | 635 | 29 | 1 | 2.7 | 90.91 | Лигала плей-офф үткәрелмәй | |||||||||
2016/17 | Ағиҙел | ҠҠХЛ | 19 | 15 | 1 | 1085 | 37 | 4 | 2 | 92.01 | ||||||||||
2017/18 | Ағиҙел | ҠҠХЛ | 20 | 18 | 1 | 1155 | 25 | 5 | 1.3 | 94.23 | 5 | 5 | 0 | 299 | 8 | 1 | 1.6 | 93.6 | ||
2018/19 | Ағиҙел | ҠҠХЛ | 36 | 27 | 8 | 2128 | 61 | 9 | 1.72 | 93.08 | 6 | 5 | 1 | 368 | 10 | 0 | 1.63 | 91.4 | ||
2019/20 | Ағиҙел | ҠҠХЛ | ||||||||||||||||||
Бөтәһе ҠҠХЛ-да | 86 | 64 | 15 | 5004 | 152 | 19 | 1.77 | 92.83 | 11 | 10 | 1 | 668 | 18 | 1 | 1.64 | 92.5 |
Халыҡ-ара карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыл | Команда | Турнир | Урын | У | Е | О | Мин | ҮШ | «0» | КН | %КҠШ | |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
2009 | Рәсәй U18 | ЮДЧ | 7 | 5 | 2 | 3 | 255 | 17 | 0 | 3.99 | 92.41 | |
2010 | Рәсәй U18 | ЮДЧ | 8 | 5 | 0 | 5 | 277 | 20 | 0 | 4.32 | 90.65 | |
2010 | Рәсәй | ОУ | 6 | 1 | 0 | 1 | 31 | 10 | 0 | 19.35 | 61.54 | |
2011 | Рәсәй U18 | ЮДЧ-1 | 5 | 5 | 0 | 209 | 2 | 0 | 0.57 | 96.15 | ||
2011 | Рәсәй | ДЧ | 4 | 5 | 2 | 3 | 291 | 19 | 0 | 3.91 | 91.0 | |
2012 | Рәсәй | ДЧ | 6 | 4 | 0 | 4 | 219 | 16 | 0 | 4.36 | 86.67 | |
2013 | Рәсәй | Универсиада | 7 | 3 | 3 | 365 | 19 | 0 | 3.12 | 90.16 | ||
2013 | Рәсәй | ДЧ | 3 | 1 | 1 | 130 | 7 | 0 | 3.22 | 89.39 | ||
2014 | Рәсәй | ОУ | 6 | 5 | 2 | 2 | 265 | 9 | 0 | 2.03 | 91.43 | |
2016 | Рәсәй | ДЧ | 2 | 0 | 2 | 38 | 7 | 0 | 3.22 | 76.67 | ||
2019 | Рәсәй | ДЧ | 4 | 5 | 0 | 2 | 105 | 13 | 0 | 7.43 | 84 | |
Бөтәһе (юниор) | 15 | 7 | 8 | 741 | 39 | 0 | 2.96 | 93.07 | ||||
Бөтәһе (төп команда) | 32 | 8 | 18 | 1444 | 100 | 0 | 3.12 | 83.9 |
Ҡаҙаныштар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй чемпионы — 2010/11, 2011/12, 2012/13, 2014/15, 2017/18, 2018/19.
- Донъя чемпионатының бронза миҙалсыһы — 2013, 2013.
- Европа чемпиондары кубогының эйәһе — 2009/10, 2011/12, 2012/13, 2013/14.
- ҠҠХЛ чемпионатының көмөш миҙалсыһы — 2016/17.
- ҠҠХЛ йондоҙҙар уйыны ҡатнашыусыһы — 2018, 2019.
- ҠҠХЛ чемпионы — 2017/18, 2018/19.
- ҠҠХЛ миҙгеленең иң яҡшы уйынсыһы — 2018/19.
- ҠҠХЛ миҙгеленең иң яҡшы ҡапҡасыһы — 2018/19.
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2017 йылдың июнь айында Анна Пругова ҡапҡасы Павел Шегалоға кейәүгә сыға[8].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Анна Пругова профиле ҠҠХЛ сайтында 2018 йыл 2 ғинуар архивланған.
- ↑ Анна Пругова подписала контракт с башкирским клубом на два года
- ↑ Составы команд на Матч Звезд ЖХЛ 2018 2018 йыл 1 ғинуар архивланған.
- ↑ Обнародован состав сборной Востока на Матч звезд ЖХЛ
- ↑ «Ағиҙел» икенсе йыл рәттән чемпион була
- ↑ Анна Пругова — миҙгелдең иң яҡшы уйынсыһы
- ↑ СОСТАВ ЖЕНСКОЙ НАЦИОНАЛЬНОЙ СБОРНОЙ РОССИИ ДЛЯ УЧАСТИЯ В ЧЕМПИОНАТЕ МИРА
- ↑ Анна Пругова кейәүгә сыҡты
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Анна Пругова — Eliteprospects.com сайтында статистикаһы (инг.)
- Анна Пругова профиле ҠҠХЛ сайтында 2018 йыл 2 ғинуар архивланған.
- 20 ноябрҙә тыуғандар
- 1993 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Хабаровскиҙа тыуғандар
- Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастерҙары
- Алфавит буйынса спортсылар
- Алфавит буйынса хоккейсылар
- «Ағиҙел» хоккейсылары
- «Торнадо» хоккейсылары
- «Динамо» СПб ҡатын-ҡыҙҙар хоккейсылары
- Шайбалы хоккей буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй чемпиондары
- ҠҠХЛ хоккейсылары
- ҠҠХЛ чемпиондары
- ҠҠХЛ йондоҙҙар уйынында ҡатнашыусылар
- Рәсәй ҡатын-ҡыҙ хоккейсылар
- Хоккейҙа ҡатын-ҡыҙ ҡапҡасылар
- Рәсәй хоккей ҡатын-ҡыҙ ҡапҡасылары
- Шайбалы хоккейҙа универсиада миҙалсылары
- Шайбалы хоккей буйынса Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһының уйынсылары
- 2010 йылдағы ҡышҡы Олимпия уйындарында хоккейсылар
- 2014 йылдағы ҡышҡы Олимпия уйындарында хоккейсылар
- Хоккей буйынса Европа чемпиондары кубогын еңеүселәр