Эстәлеккә күсергә

Ағиҙел (хоккей клубы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ағиҙел
Ил: Башҡортостан Башҡортостан
Ҡала: Өфө Өфө
Нигеҙләнгән: 2010
Өй аренаһы: Салауат Юлаев спорт һарайы (3 501 урын)
Төҫтәр:               
Хоккей лигаһы: ҠҠХЛ
Баш тренеры: Рәсәй флагы Валерий Дәүләтшин
Капитан: Рәсәй флагы Мария Печникова
Трофейҙар: ҠҠХЛ чемпионы (2017/18, 2018/19, 2020/21, 2022/23, 2024/25)
Даими миҙгелдә еңеүҙәр: 6 (2017/18, 2018/19, 2019/20, 2022/23, 2023/24, 2024/25)
Рәсми сайт: hcsalavat.ru
Аффилир КМС: БЮТ

«Ағиҙел» ҡатын-ҡыҙҙар хоккей клубы — Өфө ҡалаһының шайбалы хоккей командаһы. Клуб Башҡортостандың төп йылғаһы булған Ағиҙел исеме менән аталған. Ул 2010 йылда ойошторола. Биш тапҡыр ҠҠХЛ кубогын еңә һәм алты тапҡыр Рәсәй чемпионы була. Рәсәй чемпионатының биш бронза миҙалын һәм Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының өс көмөш миҙалын еңеүсе.

2018 йылға тиклем логотибы

Команда 2010 йылда «Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар араһында хоккейҙы үҫтереү» программаһы сиктәрендә барлыҡҡа килә. Башҡортостан республикаһының төп һыу артерияһы — Ағиҙел йылғаһы исеме менән аталған. Мортаза Рәхимов һәм Рәсәй хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк араһында һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә 2010 Йылдың 31 авгусында команда булдырыу тураһында приказ ҡабул ителә, ә шул йылдың сентябрь айында команда йыйыла. 23 сентябрҙә «Ағиҙел» командаһы Рәсәй чемпионатында ҡатнаша башлай.

Тәүге состав тулыһынса элек туп менән хоккей уйнаған спортсмендар менән йыйылған була. Тәүге миҙгелдә «Ағиҙел» бөтә уйындарында еңелә, бер мәрәй ҙә йыймай һәм Рәсәй чемпионатында һуңғы урынға төшә. 2011/2012 йылдар миҙгеле алдынан составтың яртыһы яңыртыла. Шул миҙгелдә «Ағиҙел» бронза миҙалдарын еңә. Артабан команда 2012/2013, 2013/2014 һәм 2014/2015 йылдар миҙгелдәрендә бронза миҙалын тағы ла еңә.

«Ағиҙел» Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһына 2015 йылда күскән ете командаларҙың береһе була. Яңы лигала сығыш яһауын «Ағиҙел» яҡшы башлай. 22 декабрҙә команданың баш тренеры Владимир Малмыгин эшенән китергә була. 2016 йылдың 11 ғинуарына тиклем Сергей Трудаков команданың ваҡытлыса баш тренеры була. 11 ғинуарҙа «Салауат Юлаев» хоккей клубының элекке хоккейсыһы Денис Афиногенов команданы етәкләй[1]. Шул миҙгелдә команда үҙ тарихында дүрт миҙгел дауамында бронза отҡас, тәүгегә көмөш миҙалдарын еңә. Киләһе йылда команда шул уҡ күрһәткесте яңынан ҡабатлай.

2017/2018 йылдар миҙгеленең тәүге уйынында «Ағиҙел» Салауат Юлаев исемендәге спорт һарайында 3 350 тамашасы йыя һәм лиганың был күрһәткесе буйынса үткән рекордын ике меңгә уҙа[2]. Өфө хоккейсылары тәүге тапҡыр даими миҙгелде беренсе урында тамамлай. Артабан плей-оффтың ярымфиналында «СКИФ» (2-0) һәм финалда «Торнадо» (3-0) хоккей клубтарын ота һәм беренсегә ҠҠХЛ чемпионы исемен яулай.

2018/2019 йылдар миҙгелендә «Ағиҙел» тағы ла даими миҙгелдә беренсе була. ҠҠХЛ ярымфиналында «СКИФ» командаһын ота (2-1), ә финалда Санкт-Петербургтан «Динамо» клубынан көслөрәк була (3-0). Шулай итеп, Өфө ҡыҙҙары икенсе йыл рәттән ҠҠХЛ чемпиондары була. 2019/2020 йылдар миҙгелендә «Ағиҙел» өсөнчө йыл рәттән даими миҙгелдә беренсе урынды яулай. ҠҠХЛ плей-офф ярымфиналында Красноярскиҙан «Бирюса» хоккей клубын серияла 2-0 иҫәбе менән ота. Финалда иһә Ҡытайҙан «КРС Ванке Рэйз» хоккей клубына отола, өсөнсөгә ҠҠХЛ көмөш һәм Рәсәй чемпионатының алтын миҙалдарын яулай. 2020/21 йылдар миҙгеленең даими чемпионатында «Ағиҙел» икенсе урын яулай, ярымфиналда «СКИФ» командаһын ота (2-1), ә финал серияһы 2021 йылдың сентябрендә үтә. Шунда Өфө ҡыҙҙары «КРС Ванке Рэйз» клубын серияла 2-1 иҫәбе менән отоп өсөнсө тапҡыр ҠҠХЛ чемпионы исемен яулай.

2021/22 йылдар миҙгелендә Өфө клубы даими чемпионатты өсөнсө урында тамамлай. «Ағиҙел» ҠҠХЛ кубогының сирекфиналында Санкт-Петербургтан «Динамо-Нева» командаһына серияла 1-2 иҫәбе менән еңелә һәм 2011 йылдан тәүгегә миҙалдарһыҙ ҡала. Шул һөҙөмтә өсөн команданың баш тренеры Денис Афиногенов һәм спорт директоры Александр Семак менән хушлашалар. Яңы тренер итеп Валерий Дәүләтшин тәғәйенләнә. 2022/23 йылдар миҙгелендә «Ағиҙел» дүртенсе тапҡыр даими чемпионатта беренсе урынды яулай, плей-оффта бер-бер артлы «7.62» (2-0), «Торпедо» (2-1) һәм «Динамо-Нева» (3-2) командаларын отоп дүртенсегә ҠҠХЛ чемпионы исемен яулай. 2023/24 йылдар миҙгеленең даими беренселегендә Өфө ҡыҙҙары тағы ла беренсе урынға менәләр, ҠҠХЛ тарихында 100 артыҡ мәрәй йыйған тәүге клуб була. Плей-оффтың сирекфиналында СӨЙК командаһын үтәләр (3-0), ә ярымфиналда буласаҡ чемпионға «Динамо-Нева» хоккейсыларына еңеләләр һәм беренсегә ҠҠХЛ бронза миҙалдарын яулайҙар.

2024/25 йылдар миҙгелендә «Ағиҙел» алтынсы тапҡыр даими чемпионатта беренсе урынды яулай, регламент буйынса Өфө хоккейсылары ҠҠХЛ кубогының ярымфиналына тура үтәләр. Бер-бер артлы «Бирюса» (4-3) һәм «Динамо-Нева» (4-0) клубтарын еңә һәм бишенсе тапҡыр ҠҠХЛ чемпионы титулын яулай.

«Салауат Юлаев» спорт һарайы

«Салауат Юлаев» спорт һарайы Өфө ҡалаһында, Зорге урамында 41 адресы буйынса урынлашкан. «Салауат Юлаев» спорт һарайы беренсе тамашасыларҙы 1967 йылдың 28 ноябрҙә аренаны асыу матчы Салауат Юлаев менән Торпедо-Усть-Каменогорск командалары осрошҡанда ҡабул итә. (3 501 урын)

Команданың ҡаҙаныштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының чемпионы (2017/18, 2018/19, 2020/21, 2022/23, 2024/25).
  • Шайбалы хоккей буйынса Рәсәй чемпионы (2017/18, 2018/19, 2019/20, 2020/21, 2022/23, 2024/25).
  • ҠҠХЛ даими чемпионатының еңеүсеһе (2017/18, 2018/19, 2019/20, 2022/23, 2023/24, 2024/25).
  • «EURO WOMEN'S HOCKEY CHALLENGE - 2017» турнирында беренсе урын (2017)
  • «Ағиҙел» кубогы (2015, 2016)
  • Ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата көсләтеүҙе бөтөрөү өсөн көрәшеү халыҡ-ара көнөнә бағышланған турнирҙа беренсе урын (2011)
  • ҠҠХЛ асыҡ кубогын еңеүсе (2019)
  • Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы көмөш миҙалсыһы (2015/16, 2016/17, 2019/20)
  • Шайбалы хоккей буйынса Рәсәй ҡатын-ҡыҙ чемпионатының көмөш миҙалһысы – 2015/16, 2016/17
  • Czech Womens Cup турнирында икенсе урын (2011, 2013)
  • Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы бронза миҙалсыһы (2023/24)
  • Шайбалы хоккей буйынса Рәсәй ҡатын-ҡыҙ чемпионатының бронза миҙалын алыусы (2011/2012, 2012/2013, 2013/2014, 2014/2015, 2023/24).
  • Ҡытайҙа миҙгел алдынан үткән турнирҙа бронза миҙалын алыусы (2019)
«Ағиҙел» шайбалы хоккей буйынса Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар чемпионатында
Миҙгел Урын У Е ЕО ЕБ БО ОО О ШИ ШҮ М
2010/116300000030222880
2011/12130130200159511443
2012/131483010011618210793
2013/14140322000621575100
2014/1513218220191179563
Бөтәһе18093540276631679299
«Ағиҙел» Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында
Миҙгел Урын У Е ЕО ЕБ БО ОО О ШИ ШҮ М
2015/1622416111141176154
2016/1723624221161848082
2017/1812418301021053961
2018/1913626110261646184
2019/201282210005953368
2020/2122819010171274760
2021/2213624211261716081
2022/2313224212121365481
2023/24142330030618468102
2024/2514231012171556767
2025/263322200271406050
Бөтәһе 361 259 14 8 11 11 58 1578 630 790

Иҫкәрмә: У — уйындар, Е — төп ваҡытта еңеү, ЕО — овертаймда еңеү, ЕБ —буллитта еңеү, ОО — овертаймда отолош, БО — буллитта отолош, О — төп ваҡытта отолош, ШИ — шайба индергән, ШҮ — шайба үткәргән, М — мәрәйҙәр.

  • 2017/2018
Ярымфинал: «Ағиҙел»«СКИФ» 2-0 (6:4, 6:1)
Финал: «Ағиҙел»«Торнадо» 3-0 (2:0, 3:2, 4:1)
  • 2018/2019
Ярымфинал: «Ағиҙел» — «СКИФ» 2-1 (1:2, 4:2, 4:3 ө.в.)
Финал: «Ағиҙел»«Динамо» 3-0 (4:1, 2:1, 4:1)
  • 2019/2020
Ярымфинал: «Ағиҙел»«Бирюса» 2-0 (4:1, 3:0)
Финал: «Ағиҙел» — «КРС Ванке Рэйз» 0-3 (1:3, 2:3, 2:4)
  • 2020/2021
Ярымфинал: «Ағиҙел» — «СКИФ» 2-1 (2:3 Б, 2:1 Б, 3:2 Б)
Финал: «Ағиҙел» — «КРС Ванке Рэйз» 2-1 (5:2, 1:4, 3:2 Б)
  • 2021/2022
Сирекфинал: «Ағиҙел» — «Динамо-Нева» 1-2 (3:0, 0:2, 3:4 Б)
  • 2022/2023
Сирекфинал: «Ағиҙел»«МСМО 7.62» 2-0 (2:0, 4:2)
Ярымфинал: «Ағиҙел»«Торпедо» 2-1 (3:2, 0:1, 1:0)
Финал: «Ағиҙел» — «Динамо-Нева» 3-2 (4:0, 1:2 ө.в., 3:2, 2:3 Б, 3:2)
  • 2023/2024
Сирекфинал: «Ағиҙел»СӨЙК 3-0 (5:1, 10:0, 10:1)
Ярымфинал: «Ағиҙел» — «Динамо-Нева» 1-3 (3:4, 3:4 Б, 4:2, 2:3 Б)
  • 2024/2025
Ярымфинал: «Ағиҙел» — «Бирюса» 4-3 (1:2, 4:3, 2:3, 2:1, 1:2, 2:1 ө.в., 4:1)
Финал: «Ағиҙел» — «Динамо-Нева» 4-0 (5:0, 7:5, 7:4, 5:2)
  • 2025/2026
Ярымфинал:

«Ағиҙел» командаһының бөтә тренерҙары:

Ҡапҡасылар
# Ил Уйынсы Тыуған йыл Тыуған урыны
1 Рәсәй Федерацияһы Валерия Тараканова 20 июнь 1998 Заволжье, Рәсәй
30 Рәсәй флагы Ева Губарева 30 апрель 2002 Һамар, Рәсәй
50 Рәсәй флагы Әминә Васильева 5 сентябрь 2010 Стәрлетамаҡ, Рәсәй
Һаҡсылар
# Ил Уйынсы Тыуған йыл Тыуған урыны
2 Рәсәй флагы Мария Баталова 3 май 1996 Междуречье, Рәсәй
12 Рәсәй флагы Мария Печникова Капитан спорт 8 июнь 1992 Ижевск, Рәсәй
15 Рәсәй флагы Ангелина Махмутова 2 август 2004 Силәбе, Рәсәй
19 Рәсәй флагы Анна Свиридова 20 октябрь 2004 Воскресенск, Рәсәй
70 Рәсәй флагы Анна Шибанова 10 ноябрь 1994 Омск, Рәсәй
91 Рәсәй флагы Анна Чазова 12 февраль 2009 Ижевск, Рәсәй
96 Рәсәй флагы Александра Козырь 9 октябрь 2007 Белгород, Рәсәй
Һөжүмселәр
# Ил Уйынсы Тыуған йыл Тыуған урыны
10 Рәсәй флагы Камилла Ғәлиханова 22 ноябрь 2006 Өфө, Рәсәй
13 Рәсәй флагы Ксения Тюрина 28 декабрь 2004 Серов, Рәсәй
16 Рәсәй флагы Әминә Хизбуллина 28 июнь 2009 Өфө, Рәсәй
18 Рәсәй флагы Ольга Сосина 19 декабрь 1972 Әлмәт, Рәсәй
24 Рәсәй флагы Екатерина Әбделмәнова 25 ноябрь 2008 Салауат, Рәсәй
27 Рәсәй флагы Вероника Коржакова 9 июнь 2003 Силәбе, Рәсәй
45 Рәсәй флагы Кристина Банникова 31 ғинуар 2005 Түбәнге Новгород, Рәсәй
71 Рәсәй флагы Елизавета Дубей 11 февраль 2007 Красновишерск, Рәсәй
87 Рәсәй флагы Полина Лучникова 30 ғинуар 2002 Серов, Рәсәй
93 Рәсәй флагы Елизавета Роднова 12 июль 1999 Силәбе, Рәсәй
97 Рәсәй флагы Александра Нестерова 28 июль 2005 Благовещен, Рәсәй

«Ағиҙел» командаһының ҠҠХЛ-да бөтә капитандары:

  • Бер гол да үткәрмәйенсә иң ҙур айырма менән еңеү: 15:0 «Ледяные Крылья» Ярославль (2021/22).
  • Иң ҙур айырма менән еңеү: 18:1 «Ледяные Крылья» Ярославль (2021/22).
  • Еңеү килтергән иң һөҙөмтәле уйын: 18:1 «Ледяные Крылья» Ярославль (2021/22).
  • Еңелеү килтергән иң һөҙөмтәле уйын: 0:26 «СКИФ» Түбәнге Новгород (2010/11).
  • Иң ҙур айырма менән еңелеү: 0:26 «СКИФ» Түбәнге Новгород (2010/11).
  • Бер гол да керетмәйенсә иң ҙур айырма менән еңелеү: 0:26 «СКИФ» Түбәнге Новгород (2010/11).
  • Иң оҙон еңеүҙәр серияһы: 17. Иң оҙон еңелеүҙәр серияһы: 33

Уйынсылар рекордтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
2026 йылдың 1 февраленә ҡарата