Юғары хоккей лигаһы беренселеге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Юғары хоккей лигаһы беренселеге
2018/19
ВХЛ яңы лого.png
Нигеҙләнгән:

2015 йыл 23 июль

Регион:

Рәсәй флагы Рәсәй

Ваҡыт:

һәр йыл

Командалар һаны:

10

Ғәмәлдәге еңеүсе:

«Ростов»

Титулдарҙың иң ҙур һаны:

«Тамбов» һәм «Ростов» (2-шәр титул)

Рәсми сайт:

http://www.vhl.su/

Юғары хоккей лигаһы беренселеге (ЮХЛ-Б, рус. Первенство Высшей хоккейной лиги) — Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең хоккей лигаһы. 2015 йылдың 23 июлендә Рәсәй хоккей федерацияһы көсө буйынса өсөнсө килгән Рәсәй чемпионатын үткәреү хоҡуҡтарын өс йылға Юғары хоккей лигаһына тапшыра, һәм шул ваҡытта беренселек барлыҡҡа килә[1]. Элек был ярыштар Рәсәй хоккей лигаһы тип атала ине. Тәүге миҙгелдә 9 команда ҡатнаша, бөтәһе лә Рәсәйҙән. Әлеге ваҡытта лига составында 9 команда. «Ростов» — ЮХЛ беренселегенең ғәмәлдәге чемпионы. «Ростов» һәм «Тамбов» ике тапҡыр ЮХЛ беренселегенең чемпионы исемен яулай.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй хоккей лигаһына үҙгәрештәр кәрәк ине, шуға күрә 2015 йылдың 23 июлендә ЮХЛ Рәсәй хоккей федерацияһынан был ярыштарҙы 2015/2016, 2016/2017 һәм 2017/2018 йылдар миҙгелендә үткәреү хоҡуғын һорап ала. Тәүге миҙгелдә 9 команда ҡатнаша[2], шуларҙың етәүе РХЛ-да ҡатнашалар ине, ә ҡалған икәүе Йәштәр хоккей лигаһы беренселегенән киләләр.

Икенсе миҙгел алдынан ЮХЛ беренселеген үткәреү хоҡуҡтарын РХФ үҙенә кире ҡайтара. Командалар һаны туғыҙҙан унға тиклем күбәйә: «Челны» хоккей клубы өҫтәлә, ә «Сокол» командаһын «Чебоксар» хоккей клубы алмаштыра. Өсөнсө миҙгел алдынан лига составынан «Славутич» һәм ЦСК ВВС хоккей клубтары сыға, Ҡурғандан «Юниор» хоккей клубы лигала ҡатнашыусыларға ҡушыла, ә Һарытауҙан был миҙгелдә «Кристалл» ҡатнаша.

2018/2019 йылдар миҙгеле алдынан ғәмәлдәге чемпион «Тамбов» хоккей клубы ЮХЛ чемпионатына күсә, Түбәнге Тагилдан «Юниор-Спутник» финанс ауырлыҡтары булғанға күрә эшен тамамларға мәжбүр була. Уларҙың урынына Милли йәштәр хоккей лигаһынан «Красноярские Рыси» һәм «Южный Урал-Металлург» хоккей клубтары ЮХЛ беренселегендә ҡатнашасаҡ.

2019/20 йылдар миҙгелендә ЮХЛ беренселеген «Ырымбур» хоккей клубы тулыландыра[3], ә Барнаулдан «Алтай» командаһы «Динамо-Алтай» тигән яңы исем ала[4].

Миҙгел форматы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дөйөм алғанда, ЮХЛ беренселегенең бер миҙгеле даими беренселектән һәм плей-офф уйындарынан тора. Ә даими беренселек ике этаптан тора. Тәүге этапта һәр команда беренселектең башҡа командалары менән дүртешәр осрашыу үткәрә. Тимәк, беренсе этапа һәр ҡатнашыусы команда 32 уйын үткәрә. 2015/16 йылдар миҙгелендә икенсе этап алдынан тәүге биш команда «А» төркөмөнә, ә ҡалған дүрт клуб «Б» төркөмөнә берләшәләр ине. Төркөмдәр эсендә һәр команда үҙ дәғүәселәре менән тағы дүртешәр осраша. Ә 2016/17 йылдар миҙгеленән башлап икенсе этапта командалар төркөмдәргә бүленмәйҙәр. Һәр клуб башҡа коллективтар менән беренсе этап һөҙөмтәләре буйынса икешәр осрашыу үткәрә. Тимәк, һәр команда даими миҙгелдә 48 уйын үткәрәсәк.

2018/2019 йылдар миҙгеленән алып бар еңеү өсөн ике мәрәй бирәләр, өҫтәмә ваҡытта һәм булиттар серияһында еңелгән өсөн бер мәрәй бирелә һәм төп ваҡытта отолған өсөн бер мәрәй ҙә бирелмәй.

Федерация кубогы өсөн плей-офф уйындарына даими миҙгел һөҙөмтәләре буйынса тәүге һигеҙ команда эләгәсәк. Комадалар урындарына тап булған «сәсеү» номерҙарын ала. Иң ҙур номерлы командаға ҡаршы иң бәләкәй номерлы команда сыға. Мәҫьәлән, тәүге раундта парҙар ошолай билдәләнә: 1 — 8, 2 — 7, 3 — 6 һәм 4 — 5. Сирекфиналдар өс еңеүгә тиклем булһа, ярымфиналдар һәм Федерация кубогы финалы бер команданың дүртенсе еңеүенән һуң ғына тамамлана. Ярымфиналдарҙа еңелгән ике команда бронза миҙалы өсөн ике осрашыу үткәрә.

Командалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2019/2020 йылдар миҙгеле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Команда Ҡала Арена Нигеҙләнгән Лигала Федерация кубогы Партнёрлыҡ командаһы
Динамо-Алтай Рәсәй флагы Барнаул Тамашалар һәм спорт һарайы 2006 2015 «Себер» Новосибирск (КХЛ)
Красноярские Рыси Рәсәй флагы Красноярск Арена-Север, Платинум Арена 2011 2018 «Сокол» Красноярск (ЮХЛ)
Кристалл Рәсәй флагы Һарытау «Кристалл» СҺ 1946 2017
Мордовия Рәсәй флагы Саранск Боҙ һарайы 2011 2015
Ырымбур Рәсәй флагы Ырымбур «Звёздный» БҺ 2019 2019
Ростов Рәсәй флагы Дондағы Ростов Айс Арена 2004 2015 2017, 2019 «Буран» Воронеж (ЮХЛ)
Юниор Рәсәй флагы Ҡурған Н. В. Парышев ис. БСҺ 2012 2017 «Зауралье» Ҡурған (ЮХЛ)
Чебоксар Рәсәй флагы Чебоксар Чебоксар-Арена 1975 2016 «Лада» Тольятти (ЮХЛ)
Челны Рәсәй флагы Яр Саллы Боҙло спорт һарайы 2004 2016 «Рязань» (ЮХЛ)
Южный Урал-Металлург Рәсәй флагы Орск «Юбилейный» СҺ 1956 2018 «Южный Урал» Орск (ЮХЛ)

Командаларҙың лигала һөҙөмтәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2015 йылда Лига барлыҡҡа килгәндән бирле ЮХЛ беренселегендә бөтәһе 15 команда ҡатнаша. 6 команда миҙгелдәрҙең береһендә булһа ла плей-офф ярыштарында ҡатнаша. 3 команда даими миҙгелдән һуң килгән уйындарҙа бер ҙә ҡатнашмай.

Таблицала ЮХЛ беренселегенең даими өлөштәре һөҙөмтәләре буйынса командаларҙың урындары һәм ЮХЛ-Б һәр миҙгеленең еткән плей-офф раунды күрһәтелгән (төҫ менән билдәләнгән). Командалар ЮХЛ беренселегендә һөҙөмтәләр әҙәйә барыу менән урынлашҡан.

Команда 2016 2017 2018 2019
Ростов 1 1 1 1
Мордовия 2 2 2 2
Чебоксар 7 4 3
Юниор 6 5
Кристалл 7 4
Челны 5 5 6
Алтай 6 9 8 7
Красноярские Рыси 8
Южный Урал-М 9
Тамбов 3 4 3
Юниор-Спутник 8 8 9
Славутич 4 3
ЦСК ВВС 5 6
Кристалл-Юниор 9 10
Сокол 7
Төҫ Аңлатмаһы
Ҡыҙыл Федерация кубогы яулаусы
Һары Вице-чемпион
Йәшел Ярымфиналсылар
Зәңгәр Плей-офф ҡатнашыусыһы
Яҡты һоро Плей-оффҡа эләкмәгән команда
Һоро Миҙгелдә ҡатнашмаған команда

Миҙалсылар таблицаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Миҙгел Gold medal icon.svg Федерация кубогын яулаусы Silver medal icon.svg Финалсы Bronze medal icon.svg Бронза миҙалсы 4-се урын Даими беренселек еңеүсеһе
2015/16 Тамбовская область «Тамбов» Ростов өлкәһе «Ростов» Мордовия «Мордовия» Смоленская область «Славутич» Ростов өлкәһе «Ростов»
2016/17 Ростов өлкәһе «Ростов» Смоленская область «Славутич» Мордовия «Мордовия» Тамбовская область «Тамбов» Ростов өлкәһе «Ростов»
2017/18 Тамбовская область «Тамбов» Сыуашстан «Чебоксар» Мордовия «Мордовия» Ростов өлкәһе «Ростов» Ростов өлкәһе «Ростов»
2018/19 Ростов өлкәһе «Ростов» Мордовия «Мордовия» Сыуашстан «Чебоксар» Ҡурған өлкәһе «Юниор» Ростов өлкәһе «Ростов»

Бүләктәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Беренселектең иң яҡшы уйынсыһы.
  • Символик состав: ҡапҡасы, ике һаҡсы һәм өс һөжүмсе.
  • Беренселектең иң яҡшы баш тренеры.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үткән:
Рәсәй хоккей лигаһы
Рәсәйҙә өсөнсө дивизион
ЮХЛ беренселеге
Киләһе: