Милли йәштәр хоккей лигаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Милли йәштәр хоккей лигаһы
МЙХЛ 2018/2019 йылдар миҙгелендә
МЙХЛ.jpg
Нигеҙләнгән:

2016 йыл 15 август

Илдәр:

Рәсәй флагы Рәсәй

Регион:

Евразия

Ваҡыт:

һәр йыл

Командалар һаны:

13

Ғәмәлдәге еңеүсе:

«Дизелист» Пенза

Титулдарҙың иң ҙур һаны:

«Дизелист» Пенза, «Горняк» Учалы (берешәр титул)

Рәсми сайт:

http://www.nmhl.fhr.ru/

Милли йәштәр хоккей лигаһы (МЙХЛ, рус. Национальная молодёжная хоккейная лига) — йәштәр командалары араһында Рәсәй хоккей федерацияһы 2016 йылда ойошторған Рәсәй чемпионаты[1]. МЙХЛ 2011—2016 йылдарҙа үткәрелелеп килгән Йәштәр хоккей лигаһы беренселегенә алмашҡа килә.

МЙХЛ-дың тәүге миҙгелендә Рәсәйҙән 19 команда ҡатнаша. Шуларҙың ун етеһе ЙХЛ беренселегенән килә, ә ҡалған икәүһе — Краснодар крайының яңы ойошторолған клубтары. Икенсе миҙгелдә Ҡаҙағстандан «Мунайши» хоккей клубы лига составын тулыландыра[2][3].

2018/2019 йылдар миҙгелендә Лигала Рәсәйҙән 13 команда ҡатнаша. Командалар МЙХЛ-дың төп трофейы Региондар кубогы өсөн көрәшә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2011 йылда КХЛ, ЮХЛ һәм РХФ ҡатнашлығында Йәштәр хоккей лигаһы беренселеге нигеҙләнә. Бында ЙХЛ чемпионатында ҡатнашмаған йәштәр клубтары уйнай. Беренселек биш миҙгел уҙғарыла, биш төрлө чемпион билдәләнә. 2016 йылда беренселекте үткәреү хоҡуҡтарын Йәштәр хоккей лигаһы Рәсәй хоккей федерацияһына тапшыра. РХФ шул йылда Милли йәштәр хоккей лигаһын төҙөй, унда ЙХЛ беренселегенең һуңғы миҙгелендә ҡатнашҡан 17 команда һәм яңы төҙөлгән ике клуб керә. Улар бөтәһе лә Рәсәйҙән. Тағы берәү («Дмитров») ЙХЛ беренселегендә уйнағаны бар, тик үткән миҙгелдә бер ҡайҙа ла сығыш яһамай. 2016 йылдың 1 сентябрендә ҡатнашыусылар составынан МЙХЛ «Зеленоград» хоккей клубын сығара, сөнки быны Зеленоград хоккей федерацияһы ойошма эсендә булған ҡыйынлыҡтар арҡаһында һорай[4]. Шуға күрә тәүге миҙгелдә 19 команда ҡатнаша.

Миҙгел барышында «Крылья Кубани» хоккей клубы еткән финанслау булмағанға МЙХЛ ҡатнашыусылары составынан сығарыла[5]. Учалынан «Горняк» хоккей клубы МЙХЛ-дың тәүге чемпионы була[6].

Икенсе миҙгел алдынан лига составына Ҡаҙағстандан «Мунайши» һәм Рыбинск ҡалаһынан «Полет» хоккей клубтары керә[3][7]. Ә лига составынан «Горняк» (ЮХЛ чемпионатына), «Юниор» (ЮХЛ беренселегенә), «Дмитров», «Драгуны», «Мечел» һәм «Крылья Кубани» хоккей клубтары сыға. «СКА-Карелия» Карелия республикаһынан Ленинград өлкәһенә күсә һәм исемен «СКА-Варяги» тигәнгә алмаштыра.

Лиганың өсөнсө миҙгеле алдынан «Красноярские Рыси» һәм Медногорскиҙан «Южный Урал-Металлург» хоккей клубтары ЮХЛ беренселегенә күсә, ә Ленинград өлкәһенән «СКА-Варяги» командаһы Йәштәр хоккей лигаһының составын тулыландыра. Ә Тула өлкәһенән НХК командаһы МЙХЛ беренселегенә ҡабул ителә[8]. Шулай уҡ Дмитров ҡалаһынан «Голден Догс», Дондағы Ростовтан «Ростов-Юниор» һәм Вологда өлкәһенән «Металлург» хоккей клубтары лига составын тулыландыра, ә «Северские Волки», Нефтекаманан «Батыр» һәм Ҡаҙағстандан «Мунайши» командалары был миҙгелдә ҡатнашмай[9].

Миҙгел форматы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2017/2018 йылдар миҙгелендә чемпионатта ике конференцияға бүленгән 15 команда ҡатнаша. Тик конференцияларға командалар тигеҙ бүленмәй. Көнсығышта — 5 клуб, көнбайышта ҡатнашыусылар һаны 10-ға тиң. Көнсығыш конференцияһында һәр бер команда башҡа клуб менән һигеҙ уйын (дүрт — өйҙә, дүрт — ҡунаҡта) уҙғарасаҡ. Ә көнбайышта иһә һәр клуб башҡалар менән даими миҙгелдә дүрт осрашыу (ике — өйҙә, ике — ҡунаҡта) үткәрәсәк. Тимәк, МЙХЛ-дың Көнсығыш конференцияһы клубтары даими миҙгелдә 32 уйын уҙғарасаҡ, ә Көнбайыш конференцияһы командаларына 36 уйын тура килә ине.

2018/2019 йылдар миҙгелендә конференциялар бөтөрөлә һәм 13 команда бер-береһе менән даими чемпионатта дүртешәр осрашыу үткәрә. Тимәк һәр клуб 48 уйын уҙғарасаҡ. Ошо миҙгелдән алып даими беренселектә бар еңеү өсөн ике мәрәй бирелә башлай, өҫтәмә ваҡытта йә булиттар серияһында еңелгән өсөн бер мәрәй өҫтәлә[10].

МЙХЛ плей-офф уйындарына даими чемпионат һөҙөмтәләре буйынса 8 команда сыға. Плей-оффта парҙар ошолай билдәләнә: иң көслө командаға ҡаршы иң көсһөҙө. Мәҫьәлән, сирекфиналда 1—8, 2—7, 3—6 һәм 4—5. Ярымфиналдарҙа еңелгән командалар бронза миҙалы өсөн уйнайсаҡтар. Бронза миҙалы өсөн сериянан башҡа бөтә раундтарҙа ла сериялар өс еңеүгә тиклем дауам итә. Финал серияһында ярымфиналда еңгән командалар Региондар кубогы һәм МЙХЛ чемпионы исеме өсөн көрәшәләр.

Командалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2018/2019 йылдар миҙгеле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Команда Ҡала Арена Нигеҙләнгән МЙХЛ-да Партнёрлыҡ командаһы
Белгород Рәсәй флагы Белгород «Оранжевый лёд» БА 1994 2016
Брянск Рәсәй флагы Брянск Боҙ һарайы 1963 2016
Голден Догс Рәсәй флагы Дмитров «Дмитров» СК 2018 2018
Дизелист Рәсәй флагы Пенза Дизель-Арена 2011 2016 «Дизель» Пенза (ЮХЛ)
Липецк Рәсәй флагы Липецк «Звездный» СК 1979 2016
Локо-Юниор Рәсәй флагы Ярославль «Локомотив» КФСК 2013 2016 «Локо» Ярославль (ЙХЛ)
Металлург Рәсәй флагы Череповец «Алмаз» СКЗ 2018 2018 «Алмаз» Череповец (ЙХЛ)
НХК Рәсәй флагы Новомосковск «Юбилейный» БҺ 2018 2018
Полет Рәсәй флагы Рыбинск «Полет» СК 2017 2017
Прогресс Рәсәй флагы Глазов Глазов-Арена 2011 2016 «Ижсталь» Ижевск (ЮХЛ)
Россошь Рәсәй флагы Россошь «Россошь» БҺ 2012 2016 «Буран» Воронеж (ЮХЛ)
Ростов-Юниор Рәсәй флагы Дондағы Ростов Айс Арена 2018 2018 «Ростов» Дондағы Ростов (ЮХЛ-Б)
Тверичи Рәсәй флагы Тверь «Юбилейный» СҺ 2012 2016

Миҙалсылар таблицаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Миҙгел Gold medal icon.svg Чемпион Silver medal icon.svg Финалсы Bronze medal icon.svg Бронза миҙалсы 4-се урын
2016/17 Башҡортостан «Горняк» Пенза өлкәһе «Дизелист» Ярославль өлкәһе «Локо-Юниор» Ҡурған өлкәһе «Юниор»
2017/18 Пенза өлкәһе «Дизелист» Башҡортостан «Батыр» Ярославль өлкәһе «Локо-Юниор» Красноярск крайы «Красноярские Рыси»
2018/19 Ярославль өлкәһе «Локо-Юниор» Тула өлкәһе НХК

Командаларҙың лигала һөҙөмтәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2016 йылда барлыҡҡа килгәндән бирле МЙХЛ-да бөтәһе 26 команда ҡатнаша. Таблицала МЙХЛ чемпионаттарында һәр миҙгелендә чемпионаттың даими өлөшөндә (һан — турнир таблицаһында урыны) һәм плей-оффта (төҫ менән күрһәтелгән) командаларҙың сығыш яһауҙарының һөҙөмтәләре күрһәтелгән. Тик төрлө конференциялар командалары төрлө уйындар һанын үткәргәнгә күрә, бындағы мәғлүмәт проценттар менән һаналған.

Биш команда бар миҙгелдәрҙә лә плей-оффта ҡатнаша.

Команда 2017 2018 2019
Россошь 10 7 1
Дизелист 2 2 2
Локо-Юниор 4 5 4
НХК 6
Липецк 15 4 3
Белгород 13 6 5
Тверичи 6 8 7
Металлург 8
Прогресс 8 1 9
Брянск 16 13 10
Голден Догс 11
Полет 14 12
Ростов-Юниор 13
Батыр 11 9
Красноярские Рыси 12 11
СКА-Варяги 3
Южный Урал-Металлург 14 10
Мунайши 12
Северские Волки 9 15
Горняк 1
Юниор 7
Дмитров 3
СКА-Карелия 5
Мечел 17
Драгуны 18
Крылья Кубани 19
Төҫ Мәғәнәһе
Ҡыҙыл Чемпион
Һары Вице-чемпион
Йәшел Ярымфиналсы
Күк Сирекфиналсы
Зәңгәр Плей-офф ҡатнашыусыһы
Һоро-күк Плей-оффҡа эләкмәгән команда
Һоро Миҙгелдә ҡатнашмай

Быуындар кубогы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Быуындар кубогында МЙХЛ чемпионатының иң яҡшы уйынсылары ҡатнаша. Был ЙХЛ чемпионатының Саҡырыу кубогына һәм ҠҠХЛ йондоҙҙар уйынына оҡшаш. Быуындар кубогы ЙХЛ беренселегендә лә бар ине. 2019 йылда конференциялар берләшкәнгә күрә Быуындар кубогының форматы үҙгәрә — МЙХЛ йыйылма командаһы Студенттар хоккей лигаһының йыйылма командаһы менән был кубок өсөн уйнай[11].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үткән:
Йәштәр хоккей лигаһы беренселеге
Рәсәйҙә йәштәр лигаларының икенсе дивизионы:
МЙХЛ
Киләһе: