Йәштәр хоккей лигаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Йәштәр хоккей лигаһы чемпионаты
ЙХЛ 2017/2018 йылдар миҙгелендә
MHL logo.png
Нигеҙләнгән:

2009 йыл 26 март

Илдәр:

Рәсәй флагы Рәсәй (29)
Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан (2)
Латвия флагы Латвия (1)
Ҡытай Халыҡ Республикаһы Ҡытай (1)

Регион:

Евразия

Башлыҡ:

Алексей Морозов

Ваҡыт:

һәр йыл

Командалар һаны:

33

Халыҡ-ара турнирҙар:

Донъя Кубогы

Ғәмәлдәге еңеүсе:

«Красная Армия» (Мәскәү)

Титулдарҙың иң ҙур һаны:

«Омские Ястребы» (Омск)
«Красная Армия» (Мәскәү) (2-шәр титул)

Рәсми сайт:

http://www.mhl.khl.ru/

Йәштәр хоккей лигаһы чемпионаты (ЙХЛ йә ЙХЛ-А, рус. Молодёжная хоккейная лига) — йәштәр хоккей клубтарының КХЛ клубтары, Рәсәй хоккей федерацияһы һәм КХЛ етәкселегенең 2009 йылдың 26 мартындағы йыйылыш ҡарары менән ойошторолған чемпионаты[1].

ЙХЛ чемпионатында 4 илдән 33 команда ҡатнаша.

ЙХЛ чемпионатының ғәмәлдәге чемпионы — «Красная Армия» хоккей клубы. Ул һәм «Омские Ястребы» командалары чемпионатта иң күп тапҡыр еңә, улар Харламов кубогын ике тапҡыр яулай.

Тарихы һәм ҙурайыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2009/2010 йылдар миҙгеле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2009 йылдың 26 мартында КХЛ клубтары, Рәсәй хоккей федерацияһы һәм КХЛ етәкселегенең берлектәге йыйылышында «Йәштәр хоккей лигаһы»н ойоштороу тураһында ҡара ҡабул ителә[1].

2009/2010 йылдар миҙгелендә лигала 22 команда ҡатнаша. Тәүге чемпионат 2009 йылдың 4 сентябрендә МВД һәм «Красная Армия» хоккей клубтары уйындары менән башлана[2].

2010/2011 йылдар миҙгеле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юғары хоккей лигаһында сығыш яһаған «Крылья Советов» хоккей клубынан айырым булған һәм Мәскәүҙә урынлашҡан «Крылья Советов» командаһы үткән миҙгелдә ҡатнаша. 2010 йылдың йәй ваҡытында был командалар бер-береһенә ҡушыла. Ҙурҙар командаһы Юғары хоккей лигаһында уйнай, ә йәштәр командаһы Дмитров ҡалаһына күсә һәм Йәштәр хоккей лигаһында ҡатнаша.

Үткән миҙгелдә «Динамо» (Мәскәү) һәм «Шериф» (Балашиха) йәштәр командалаы сығыш яһай. Континенталь хоккей лигаһында уйнаған «Динамо» һәм ХК МВД командалары бер-береһенә ҡушылғас, ошо команданың бер генә йәштәр командаһы була һәм ул «Шериф» исеме аҫтында Тверь ҡалаһына күсә.

ЙХЛ составына яңы командалар инә: «Минские зубры», ХК «Рига», «Юность» (Минск), «Газовик» (Төмән), «Белые Тигры» (Ырымбур), «Олимпия» (Кирово-Чепецк), «Серебряные Львы» (Санкт-Петербург). Тимәк лига халыҡ-ара статусын ала. Шулай уҡ «Феникс» командаһы «Химик» тип исемен үҙгәртә[3].

2011/2012 йылдар миҙгеле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

27 июнь Йәштәр хоккей лигаһының беренселеге барлыҡҡа килә. ЙХЛ чемпионаты составына Попрад ҡалаһындағы «Лев» хоккей клубының йәштәр командаһы «Татранские Волки» командаһы инә.

2013/2013 йылдар миҙгелендә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

27 апрель 2012 йылда лигаға Чехияның «Энергия» хоккей клубы керә [4][5].

27 июль 2012 йылда ЙХЛ составына Венгриялағы «Патриот» командаһы керә[6][7].

Был миҙгелдә «Татранские волки» командаһы ҡатнашмай[8].

2013/2014 йылдар миҙгеле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2013 йылдың 19 июнендә лига рәсми рәүештә ете команда алына в лигу: «Молодая Гвардия» (Донецк, Украина), «Динамо» (Санкт-Петербург), «Горняк» (Учалы), «Ред Булл» (Зальцбург, Австрия), «Беркуты Кубани» (Краснодар), «Эльта» (Липецк) һәм (Белгород ҡалаһынан команда) [9]. Уларҙың өсәүһе ЙХЛ чемпионатында уйнай: «Молодая Гвардия»[10][11], «Динамо»[12] һәм «Ред Булл»[13].

Перспективала Эстония һәм Польша илдәренән командаларҙың инеүе була[14][15].

28 сентябрь 2013 йылда «Патриот» командаһының финанс ҡыйынлыҡтар арҡаһында турнирҙан сығыуы билдәле була. Уларҙың уйынсыларға һәм тренерҙарға бурыстары 45000 евроға тиң була.

2014/2015 йылдар миҙгеле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Барс» хоккей клубы был миҙгелдән башлап Юғары хоккей лигаһына күсә һәм уның урынына «Ирбис» командаһы ЙХЛ составына инә[16][17][18].

Йәштәр хоккей лигаһы беренселеге чемпионы һәм Региондар кубогы яулаусы «Беркуты Кубани» (Краснодар) командаһы ЙХЛ составына инә[19]. Украиналағы тотороҡһоҙ хәлдәр арҡаһында «Молодая Гвардия» командаһы 2014/2015 йылдар миҙгелен үткәрергә мәжбүр була[20]. Южно-Сахалинск ҡалаһындағы «Сахалинские Акулы» командаһы ЙХЛ чемпионатында ҡатнашыу өсөн рөхсәт ала[21][22].

2015/2016 йылдар миҙгеле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Конкуренцияны һәм көсөргәнешле уйындарҙы күбәйтер өсөн командалар һаны 32 тиклем әҙәйә, ә уйындар һаны 44 тиң була[23]. Лига составынан сыҡҡан командалар эсендә «Юность» (Минск), «Энергия» (Карловы Вары), «Ред Булл» (Зальцбург), «Юниор» (Ҡурған), «Капитан» (Ступино) «Челны» (Яр Саллы), «Кристалл» (Бердск) һәм «Химик» (Воскресенск) командалары бар. «Динамо-Шинник» командаһы урынына «Динамо-Раубичи» хоккей клубы килә. «Беркуты Кубани» командаһы финанс мәсьәләләре булғанға күрә чемпионат составынан сыға[24]. Рәсәйҙең хоккей буйынса юниорҙар йыйылма командаһы был миҙгелдә ЙХЛ чемпионатында ҡатнашасаҡ[25].

2016/2017 йылдар миҙгелендә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Крылья Советов» хоккей клубы был миҙгелдән башлап мәскәүҙең «Спартак» командаһының йәштәр клубы булараҡ лига составына керә[26].

2016 йылдың 15 июнендә «Адмирал» хоккей клубы ЙХЛ чемпионатында Примор крайынан үҙенең «Тайфун» исемле йәштәр командаһы булыуы тураһында иғлан итә.[27]. Ул «Сахалинские Акулы» командаһын алмаштырасаҡ. Шулай уҡ лига составынан Рәсәй юниорҙар йыйылма командаһы, «Олимпия» һәм «Динамо-Раубичи» клубтары сыға[28]. Ҡаҙағстандандан «Алтай» һәм Әлмәттән Спутник командалары лига составын тулыландыра. Тимәк, үткән миҙгелдәге кеүек командалар һаны үҙгәрмәй ҡала.

2017/2018 йылдар миҙгелендә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был миҙгелдә үткән чемпионаттың 31 командаһына тағы ике клуб өҫтәлә. Ҡытайҙан «Куньлунь Ред Стар Юниор» Ригала уйнаясаҡ, ә Ступино ҡалаһынан «Капитан» хоккей клубы лигаға яңынан ҡайта[29]. Балашиханан МВД хоккей клубы урынына Мәскәүҙән «Динамо» хоккей клубы килә.

Миҙгел форматы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә 33 команда 2 конференцияға бүленешәләр: Көнсығыш һәм Көнбайыш конференциялары. 2016/17 йылдар миҙгеленә тиклем конференциялар эсендә дивизиондар бар ине. Ә шул миҙгелдән башлап дивизиондарға командалар бүленмәй башлай. Һәр команда үҙ конференцияһы командаларының һәр-береһе менән даими чемпионатта дүртешәр осрашыу уҙғара. Ә икенсе конференциялағы командалар менән осрашмайҙар. Тимәк һәр команда йә 60, йә 64 уйын үткәрәсәк, сөнки конференцияларҙа командалар һаны бер үк түгел.

Плей-офф ярыштарына һәр конференциянан һигеҙ команда сыға. 1/8 һәм сирекфиналдар уйындары конференциялар эсендә үтә, ә ярымфиналда командалар киҫешәләр: көнсығыш конференцияһының иң көслө командаһы көнбайыштаға көсһөҙөрәк команда менән уйнай, ә ҡалған командалар икенсе параны төҙөйҙәр. Финалға тиклем сериялар өс еңеүгә тиклем дауам итә. Финалда ярымфинал еңеүселәре дүрт еңеүгә тиклем осраша. Еңеүсегә Харламов кубогы бирелә.

ЙХЛ етәкселеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Алексей Алексей улы Морозов — ЙХЛ идара итеүсе директоры
  • Игорь Николай улы Ромашин — ярыштарҙы үткәреү буйынса директор
  • Сергей Герман улы Яковлев — идара итеүсе директорҙың урынбаҫары, үҫешеү буйынса директор
  • Евгения Агамалиева — коммуникациялар һәм сит бәйләнештәр буйынса директор
  • Сергей Николай улы Семёнов — ЙХЛ судейлығы департаменты директоры

ЙХЛ идараһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәйес[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Александр Иван улы Медведев — ААЙ «Газпром» идараһының рәйесе урынбаҫары

Идара ағзалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Алексей Алексей улы Морозов — ЙХЛ идара директоры, РФ спорт министрлығының халыҡ-ара бергә эшләү һәм ҡышҡы спорт төрҙәрен үҫтереү департаменты диреткоры
  • Валерий Николай улы Брагин — Рәсәйҙең хоккей буйынса йәштәр йыйылма командаһының баш тренеры
  • Олег Иаганес улы Гросс — «Автомобилист» хоккей клубы генераль директоры
  • Кирилл Виталий Голубев — «Аҡ Барс» хоккей клубы менеджеры, Татарстан Республикаһы хоккей федерацияһының башҡарыу директоры
  • Александр Василий улы Кикнадзе — хоҡуҡлы идара итеү башлығы — КХЛ дисциплинар комитеты рәйесе
  • Георгий Виктор улы Кобылянский — КХЛ вице-президенты
  • Сергей Анатолий улы Козлов — КХЛ ярыштарын үткәреү департаменты етәксеһе
  • Алена Борис ҡыҙы Крылова — «Крылья Советов» хоккей клубының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең директоры
  • Владимир Николай улы Вдовин — «Лада» хоккей клубының генераль директоры
  • Андрей Николай улы Сафронов — «Динамо Мәскәү» хоккей клубының генераль директоры
  • Алмаз Миннехан улы Гәрифуллин — ЦСКА хоккей клубының спорт директоры
  • Павел Геннадий улы Ни-Ли — «Спартак» хоккей клубы спорт директоры
  • Роман Борис улы Ротенберг — Рәсәй хоккей федерацияһының (РХФ) беренсе вице-президенты, КХЛ идараһының рәйесе урынбаҫары, СКА хоккей клубы вице-президенты
  • Николай Николай улы Урюпин — РХФ хоккейы идара итеү етәксеһе
  • Герман Виктор улы Скоропупов — ЮХЛ идара директоры
  • Артем Борис улы Кошель — ФХР юридик бүлексәһе етәксеһе
  • Вадим Алексей улы Фисько — СКА хоккей клубы генераль директоры
  • Владимир Влдаимир улы Юрзинов — хоккей буйынса атҡаҙанған спорт мастеры. Латвия ССР-ы, Советтар Союзы һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры

Командалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бындағы мәғлүмәт 2016/2017 йылдар миҙгеленә ҡарата күрһәтелгән
Команда Ҡала Арена (ҙурлығы) Нигеҙләнгән Лигала Партнёрлыҡ командаһы Баш тренер
Көнбайыш конференцияһы
Алмаз Рәсәй флагы Череповец Боҙло һарай (6 064) 2009 2009 Северсталь Евгений Ставровский
Амурские Тигры Рәсәй флагы Хабаровск Платинум Арена (7 100) 2010 2010 Амур Юрий Фимин
Атланты Рәсәй флагы Мытищи Арена Мытищи (7 000) 2009 2009 Владимир Потапов
Динамо М Рәсәй флагы Мәскәү ВТБ боҙ һарайы (7 012) 2009 2017 Динамо (Мәскәү) Анатолий Антипов
Динамо СПб Рәсәй флагы Санкт-Петербург «Юбилейный» СК (7 012) 2013 2013 Динамо (Санкт-Петербург) в.б. Николай Акимов
Капитан Рәсәй флагы Ступино В. Бобров ис. БСК (1 800) 1999 2017 Сочи Дмитрий Гоголов
Красная Армия Рәсәй флагы Мәскәү ЦСКА БСК (5 600) 2009 2009 ЦСКА Ринат Хәсәнов
Крылья Советов Рәсәй флагы Мәскәү «Крылья Советов» СҺ (5 500) 1947 2016 Спартак Юрий Страхов
Куньлунь Ред Стар Юниор Латвия флагы Рига «Volvo» СҮ (1 000) 2017 2017 Куньлунь Ред Стар Александр Барков
Локо Рәсәй флагы Ярославль Арена 2000 (9 070) 2009 2009 Локомотив Дмитрий Красоткин
Рига Латвия флагы Рига Inbox.lv (2 000) 2010 2010 Динамо (Рига) Роналдс Озолиньш
Русские Витязи Рәсәй флагы Чехов «Витязь» БХҮ (3 300) 2009 2009 Витязь Лев Бердичевский
СКА-1946 Рәсәй флагы Санкт-Петербург «Юбилейный» СК (7 012) 2009 2009 СКА Михаил Милехин
СКА-Серебряные Львы Рәсәй флагы Санкт-Петербург «Юбилейный» СК (7 012) 2010 2010 СКА Сергей Яровой
Спартак Рәсәй флагы Мәскәү «Сокольники» СҺ (5 530) 2009 2009 Спартак Владимир Тюриков
Тайфун Рәсәй флагы Уссурийск Боҙло һарай (1 000) 2016 2016 Адмирал Игорь Александров
Чайка Рәсәй флагы Түбәнге Новгород В. Коноваленко исемендә СҺ (4 200) 2009 2009 Торпедо (Түбәнге Новгород) Вячеслав Рьянов
Көнсығыш конференцияһы
Авто Рәсәй флагы Екатеринбург «Уралец» МКК (5 570) 2009 2009 Автомобилист Виталий Соловьев
Алтай Ҡаҙағстан Усть-Каменогорск Б. Александров ис. СҺ (4 400) 2015 2016 Торпедо (Усть-Каменогорск) Виктор Богатырев
Белые Медведи Рәсәй флагы Силәбе «Трактор» боҙло арена (7 500) 2009 2009 Трактор Максим Смельницкий
Ирбис Рәсәй флагы Ҡазан Татнефть-Арена (9 300) 2011 2011 Ак Барс Михаил Васильев
Кузнецкие Медведи Рәсәй флагы Новокузнецк «Кузнецких металлургов» СҺ (7 533) 2009 2009 Металлург (Новокузнецк) Александр Китов
Ладья Рәсәй флагы Тольятти Лада-Арена (6 100) 2009 2009 Лада Владимир Шиханов
Мамонты Югры Рәсәй флагы Ханты-Манси Арена Югра (5 500) 2011 2011 Югра Дмитрий Бурлицкий
Омские Ястребы Рәсәй флагы Омск Арена Омск (10 318) 2009 2009 Авангард Юрий Панов
Реактор Рәсәй флагы Түбәнге Кама «Нефтехимик» СМК (5 500) 2009 2009 Нефтехимик Вячеслав Касаткин
Сарматы Рәсәй флагы Ырымбур «Звёздный» БҺ (2 500) 2015 2015 Южный Урал Олег Савчук
Сибирские Снайперы Рәсәй флагы Новосибирск «Себер» КСК (7 384) 2009 2009 Себер Ярослав Люзенков
Снежные Барсы Ҡаҙағстан Астана Барыҫ-Арена (11 578) 2011 2011 Барыҫ Сергей Старыгин
Спутник Рәсәй флагы Әлмәт «Юбилейный» СҺ (2 200) 2011 2012 Нефтяник Эдуард Дмитриев
Стальные Лисы Рәсәй флагы Магнитогорск Арена-Металлург (7 700) 2009 2009 Металлург (Магнитогорск) Дмитрий Стулов
Толпар Рәсәй флагы Өфө Салауат Юлаев СҺ (3 500) 2009 2009 Салауат Юлаев Алик Гәрәев
Тюменский Легион Рәсәй флагы Төмән Спорт һарайы (3 346) 2010 2010 Рубин Владимир Гусев

Еңеүселәр таблицаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сезон Gold medal icon.svg Харламов кубогы эйәһе Silver medal icon.svg Финалист Bronze medal icon.svg 3-сө урын 4-се урын Даими чемпионат еңеүсеһе
2009/10 Рәсәй Стальные Лисы Рәсәй Кузнецкие Медведи Рәсәй Толпар Рәсәй Белые Медведи Рәсәй Стальные Лисы
2010/11 Рәсәй Красная Армия Рәсәй Стальные Лисы Рәсәй Толпар Рәсәй ЙХК Химик Рәсәй Толпар
2011/12 Рәсәй Омские Ястребы Рәсәй Красная Армия Рәсәй Стальные Лисы Рәсәй Мытищинские Атланты Рәсәй Омские Ястребы
2012/13 Рәсәй Омские Ястребы Рәсәй ЙХК Спартак Рәсәй Мамонты Югры Рәсәй ХК МВД Рәсәй Омские Ястребы
2013/14 Рәсәй МХК Спартак Рәсәй Красная Армия Рәсәй Барс Рәсәй Белые Медведи Рәсәй Локо
2014/15 Рәсәй Чайка Рәсәй СКА-1946 Рәсәй Белые Медведи Рәсәй Локо Рәсәй Белые Медведи
2015/16 Рәсәй Локо Рәсәй Чайка Рәсәй флагы Динамо Рәсәй Сибирские Снайперы Рәсәй Локо
2016/17 Рәсәй флагы Красная Армия Рәсәй флагы Реактор Рәсәй флагы Кузнецкие Медведи Рәсәй флагы Алмаз Рәсәй флагы СКА-1946
2017/18
  • Иҫкәрмә:2011/12 һәм 2015/16 йылдар миҙгеленән башлап ярымфиналдарҙа еңелгән ике командаға ла бронза миҙалдары бирелә, ә йомғаҡлау таблицаһында өсөнсе урынды беренсе этапта һөҙөмтәләре яҡшыраҡ булған команда яулай[30].

Командаларҙың лигала һөҙөмтәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2009 йылда Лига нигеҙләнгәндән бирле ЙХЛ чемпионаттаында 47 команда ҡатнаша. Дүрт команда бер тапҡыр ҙа плей-офф ярыштарында ҡатнашмай ҡалмай. Таблицала ЙХЛ чемпионаттарында һәр миҙгелендә чемпионаттың даими өлөшөндә (һан — турнир таблицаһында урыны) һәм плей-оффта (төҫ менән күрһәтелгән) командаларҙың сығыш яһауҙарының һөҙөмтәләре күрһәтелгән.

Команда 2010 2011 2012 2013 2014 2015 2016 2017 2018
Красная Армия 8 6 10 25 7 13 12 2
Реактор 7 14 19 20 16 14 9 3
Кузнецкие Медведи 19 25 9 15 23 32 14 7
Алмаз 11 15 2 10 14 17 7 12
СКА-1946 6 18 11 9 17 8 10 1
Ирбис Б Б Б 21 17 6
Русские Витязи 13 21 23 19 15 27 26 10
Сибирские Снайперы 20 27 28 23 18 19 16 13
Локо 5 11 8 17 1 2 1 4
Стальные Лисы 1 2 4 2 20 16 4 5
Сарматы 18 8
Белые Медведи 17 8 24 4 3 1 24 9
ЙХК Спартак 14 20 13 5 9 9 11 11
Динамо СПб 30 23 6 14
Авто 3 4 29 8 24 29 22 15
Чайка 15 23 20 18 13 4 8 16
Мамонты Югры 14 7 6 6 21 17
Омские Ястребы 6 3 1 1 5 5 2 18
Толпар 2 1 5 13 8 7 5 19
Амурские Тигры 7 12 22 34 33 15 20
СКА-Серебряные Львы 28 22 24 31 26 19 21
Ладья 21 29 32 Б 33 25 25 22
Снежные Барсы 16 27 26 15 13 24
Спутник Б Б Б Б 25
Тайфун 26
Атланты 18 10 7 3 19 3 27 27
Крылья Советов 4 17 28
ХК Рига 9 15 16 12 18 23 29
Тюменский Легион 16 17 30 27 31 30 30
Алтай Б 31
Капитан 25 26 38 22
КРС Юниор
МХК Динамо 10
ХК МВД** 9 22 21 11 4 10 20 23
Сахалинские Акулы 34 28
Олимпия 26 31 Б 35 35 29
Рәсәй U18 3
Динамо-Раубичи 31
Белые Тигры 13 27 28 37 30
Ред Булл 21 28
Юность 24 26 32 22 20 Б
Динамо-Шинник 19 18 12 28 24
Кристалл Б 29 11 12
Беркуты Кубани Б 11
МХК Химик* 22 5 6 21 25 37 Ю Ю Ю
ХК Челны Б 36 38 Б Ю Ю
Энергия 14 10 39
Барс 12 12 3 6 2 Ю Ю Ю Ю
Молодая Гвардия 29
Молот Б 33 32 Б Б
Патриот 31
Татранские Волки 30
Төҫ Мәғәнәһе
Ҡыҙыл Харламов кубогы эйәһе
Һары Вице-чемпион
Йәшел Харламов кубогы ярымфиналсыһы
Күк Конференция ярымфиналсыһы
Зәңгәр Конференция сирекфиналсыһы
Һоро-күк Плей-офф ярыштарында ҡатнаша
Яҡты һоро Плей-оффта ҡатнашмай
Ҡара һоро Команда миҙгелдә ҡатнашмай йә ЙХЛ беренселегендә (Б) ҡатнаша
* 2010 йылдың июль айында «Феникс» командаһының исеме «Химик» тип үҙгәртелә.
** 2010 йылда ЙХК «Динамо» менән ҡушылыуға тиклем «Шериф» командаһының сығыш яһауҙар тарихы ла һанала.

Индивидуаль бүләктәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл һайын Лига тамамланған чемпионаттың иң яҡшы ҡатнашыусыларын билдәләй. ЙХЛ бүләктәре беҙҙең хоккейҙың легендалары исемен йөрөтә[31].

Бүләк «гол+пас» системаһы буйынса иң күп мәрәй йыйған уйынсыға бирелә.
Даими чемпионатта бөтәһенән дә күберәк шайба индергән хоккейсыға бирелә.
Лига фекере буйынса иң яҡшы һаҡсыға бирелә.
Чемпионаттың иң яҡшы ҡапҡасыһына бирелгән трофей.
Команданың уңыштарына иң күп өлөш индергән тренерға бирелә.
Плей-офф серияһының иң яҡшы уйынсыһына бүләк.

Йәштәр клуб командалары араһында донъя кубогы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл Үткәреү
урыны
Финал 3-ө урын өсөн уйын
Еңеүсе Иҫәп 2-се урын 3-сө урын Иҫәп 4-се урын
2011 Рәсәй флагы Омск Рәсәй флагы
Ҡыҙыл Армия
7:2 Чехия
Энергия
Үткәрелмәне
2012 Рәсәй флагы Омск Канада флагы
Садбери Вулвз
2:0 АҠШ флагы
Ватерлоо Блэк Хокс
Швеция
Линчёпинг
1:0 ОТ Белоруссия
Динамо-Шинник
2013 Рәсәй флагы Омск Рәсәй флагы
Омск Ҡарсығалары
2:0 Flag of Finland.svg
ХПК
АҠШ флагы
Дубьюк Файтинг Сейнтс
4:1 Белоруссия
Динамо-Шинник
2014 Рәсәй флагы Өфө Рәсәй флагы
Спартак
2:1 Б Рәсәй флагы
Толпар
АҠШ флагы
Су-Сити Маскетирc
4:3 ОТ Белоруссия
Динамо-Шинник
2015 Рәсәй флагы Екатеринбург
Түбәнге Тагил
Үрге Пышма
Швеция
Юргорден
2:1 Рәсәй флагы
Чайка
АҠШ флагы
Чикаго Стил
3:2 Рәсәй флагы
Авто
2016 Рәсәй флагы Яр Саллы
Түбәнге Кама
Рәсәй флагы
Локо
5:1 Рәсәй флагы
Реактор
Ҡаҙағстан
Снежные Барсы
2:1 Flag of Finland.svg
Йокерит U20
2017 Рәсәй флагы Свердлов өлкәһе

Саҡырыу кубогы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Саҡырыу кубогында ЙХЛ чемпионатының иң көслө уйынсылары ҡатнаша. Был Континенталь хоккей лигаһының бөтә йондоҙҙар уйынына оҡшаш. 2017 йылдан башлап Саҡырыу кубогының иң яҡшы дүрт уйынсыһы КХЛ йондоҙҙар уйынында ҡатнашырға хоҡуҡ ала.

2009/10 — 6 февраль 2010, Санкт-Петербург, Боҙло һарай, Көнбайыш — Көнсығыш 6:4

2010/11 — 12 февраль 2011, Өфө, Өфө-Арена, Көнсығыш — Көнбайыш 3:2 (бул.)

2011/12 — 11 февраль 2012, Магнитогорск, Арена-Металлург, Көнбайыш — Көнсығыш 4:2

2012/13 — 23 февраль 2013, Екатеринбург, «Уралец» МКК, Көнсығыш — Көнбайыш 3:1

2013/14 — 1 февраль 2014, Төбәнге Новгород[32], «Нагорный» МКК, Көнбайыш — Көнсығыш 5:3

2014/15 — 31 ғинуар 2015, Череповец, Боҙло һарай, Көнбайыш — Көнсығыш 3:2 (ө.в.)

2015/16 — 13 февраля 2016, Түбәнге Кама, СМК «Нефтехимик», Көнсығыш — Көнбайыш 2:5

2016/17 — 15 ғинуар 2017, Өфө, Өфө-Арена, Көнсығыш — Көнбайыш 1:2 (бул.)

2017/18 — 11 ғинуар 2018, Астана, Барыҫ-Арена, Көнсығыш — Көнбайыш 0:0

Киләсәк кубогы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был кубок өсөн уйында ЙХЛ чемпионатында һәм беренселегендә сығыш яһаған һәм 18 йәштән оло булмаған хоккейсылар осраша. Бындай уйын бер тапҡыр ғына 2012 йылда үткәрелә. Шул осрашыу Силәбе ҡалаһында үтә һәм Көнбайыш командаһы Көнсығышты 3:1 иҫәбе менән еңә[33].

ЙХЛ суперкубогы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был суперкубок өсөн уйын тәүгегә 2015/2016 йылдар миҙгеле тамамланғас 2016 йылдың 30 апрелендә үтәсәк. Был уйында ЙХЛ чемпионаты һәм беренселеге чемпиондары осрашасаҡ. Уйын беренселек чемпионы майҙансығында уҙасаҡ[34].

2016 — Учалы, «Горняк» Учалы — «Локо» Ярославль 1:5.

Плей-аут[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Плей-аут (йәки йыуатыу уйындары) 2011/2012 йылдар миҙгелендә үткәрелә. Был уйындарҙа плей-офф ярыштарына эләкмәгән командалар ҡатнаша. Был турнирҙың үҙенсәлеге шула: чемпионаттың тәүге этабында командалар йыйған мәрәйҙәр плей-аут уйындары башланған мәлдә үҙгәрмәй ҡалалар. Командалар үҙ конференциялағы клубтар менән өйҙә һәм ҡунаҡта икешәр уйын үткәрә. Төрлө конференциялар командалары араһында уйындар үткәрелмәй. Иң әҙ мәрәй йыйған ике команда ЙХЛ чемпионатынан төшөп ҡалалар һәм ЙХЛ беренселегенә күсәләр. Уларҙың урындарына ЙХЛ икенсе дивизионы чемпионы һәм финалисы киләләр. «Олимпия» һәм «Ладья» хоккей клубтары плей-аут һөҙөмтәләре буйынса чемпионаттан төшөп ҡалған тәүге һәм аҙаҡҡы командалар була (уларҙың урындарына «Октан» һәм «Кристалл» командалары килә).

Әммә турнир барышында ЙХЛ офисына күп төрлө ғариза килә башлай. Клубтар көйәрмәндәр яғынан ҡыҙыҡһыныу юҡлығына һәм бер ҡаланан икенсе ҡалаға күсеп йөрөү өсөн ҙур финанс түләүҙәргә зарланалар (даими чемпионатта һәм плей-офф уйындарында бөтә күсеүҙәр сығымдарын лига үҙе түләй ине, ә плей-аутта клубтары үҙҙәре сығымдарҙы ҡапларға тейеш була). Ошо бөтә фекер-уйҙар һөҙөмтәләре буйынса Лига етәкселеге ярыш регламентына үҙгәртеүҙәр индерергә хәл итә, һәм плей-аут бөтөрөлә[35].

Йәштәр хоккей лигаһы беренселеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2011 йылдың 1 июнендә «Юғары хоккей лигаһы» коммерциялы булмаған партнёрлыҡ ағзаларының сиратлы йыл йыйылышында ошондай ҡарар ҡабул ителә: киләһе миҙгелдән һәр клубтың Йәштәр хоккей лигаһында йәштәр командаһы булыуы мотлаҡ. Шул уҡ йылдың 27 июнендә ЙХЛ клубтарының дөйөм йыйылышында «Б төркөмөн» барлыҡҡа килтереү һәм был дивизион командалары араһында турнирҙы үткәрергә хәл итәләр[36]. Тәүге миҙгел 2011 йылдың 20 сентябрендә башлана. Шул беренселектә 19 команда ҡатнаша.

Беренселектең плей-офф серияһы еңеүсеһенә Региондар кубогы тапшырыла. 2015/16 йылдар миҙгелендә беренселектә 24 команда ҡатнашасаҡ. Был миҙгел тамамланғас ЙХЛ беренселеген үткәреү хоҡуҡтары Рәсәй хоккей федерацияһына күсә һәм ЙХЛ беренселеге урынына Милли йәштәр хоккей лигаһы нигеҙләнә.

Миҙгел Gold medal icon.svg Региондар кубогын яулаусы Silver medal icon.svg Финалсы Bronze medal icon.svg Бронза миҙалсы 4-се урын
2011/12 Рәсәй «Октан» Пермь Рәсәй «Кристалл» Бердск Рәсәй «Батыр» Нефтекама Рәсәй «Дизелист» Пенза
2012/13 Рәсәй «Юниор» Ҡурған Рәсәй «Батыр» Нефтекама Рәсәй «Спутник» Әлмәт Рәсәй «Олимпия» Кирово-Чепецк
2013/14 Рәсәй «Беркуты Кубани» Краснодар Рәсәй «Локо-Юниор» Ярославль Рәсәй «Мечел» Силәбе Рәсәй «Спутник» Әлмәт
2014/15 Рәсәй флагы «Россошь» Россошь Рәсәй флагы «Горняк» Учалы Рәсәй флагы «Батыр» Нефтекама Юҡ*
Рәсәй флагы «Зеленоград» Мәскәү
2015/16 Рәсәй флагы «Горняк» Учалы Рәсәй флагы «Россошь» Россошь Рәсәй «Локо-Юниор» Ярославль Рәсәй «Челны» Яр Саллы
* 2014/2015 йылдар миҙгелендә ярымфиналдарҙа еңелгән ике команда ла бронза миҙалдары менән бүләкләнә.
Командалар үҙ конференцияһында ғына уйнағас, даими миҙгел еңеүсеһе билдәләнмәй

Командалар алмашыныуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Миҙгел Беренселектән киләләр Беренселеккә күсәләр
2011/12 Кристалл, Октан Ладья, Олимпия
2012/13 Юниор, Ладья, Олимпия, Челны
2013/14 Беркуты Кубани Молот
2014/15 Динамо-Раубичи Челны
2015/16 Алтай, Спутник

Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2016 йылдың 8 ғинуарында ЙХЛ даими чемпионатының уйынында «Ирбис» хоккейсыһы Виктор Шахворостов уйын башланыуынан һуң 3.05 секунд үткәс гол индерә. Был донъя хоккейының рәсми уйындарында иң тиҙ индерелгән шайба була[37].
  • 2017 йылдың 17 мартында Көнсығыш конференцияның сирекфиналында «Белые Медведи» һәм «Ирбис» хоккей клубтары араһында уйын 119 минут һәм 59 секунд үткәс кенә тамамлана — был ЙХЛ тарихында уйындың оҙонлоғо буйынса иң оҙоно була[38].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Создаётся Молодёжная хоккейная лига России, Пресс-служба Континентальной хоккейной лиги (26 марта 2009).
  2. Чемпионат МХЛ откроет матч ЦСКА и московского «Динамо», Газета.RU (21 мая 2009).
  3. "Феникс" переименован в МХК "Химик"  (рус.). Чемпионат.ру (2010-07-17). 24 сентябрь 2010 тикшерелгән.
  4. ХК «Энергия» (Чехия) - в МХЛ!  (рус.). Пресс-служба Молодёжной хоккейной лиги (2012-04-27). Тәүге сығанаҡтан архивланған 7 июнь 2012. 28 апрель 2012 тикшерелгән.
  5. Александр Рогулев МХЛ прирастает амбициозными чехами  (рус.). «Спорт-Экспресс» (2012-05-03). Тәүге сығанаҡтан архивланған 9 июнь 2012. 3 май 2012 тикшерелгән.
  6. В МХЛ вступили семь новых клубов  (рус.). Пресс-служба Молодёжной хоккейной лиги (2012-07-27). Тәүге сығанаҡтан архивланған 5 август 2012. 27 июль 2012 тикшерелгән.
  7. Дмитрий Ефимов: «Патриот» достойно выступит в Чемпионате МХЛХК Патриот 01.08.2012
  8. «Куфштайнские Драконы» не примут участия в Чемпионате МХЛ  (рус.). Пресс-служба Молодёжной хоккейной лиги (17.08.2012). Тәүге сығанаҡтан архивланған 19 август 2012. 17 август 2012 тикшерелгән.
  9. В состав НП «МХЛ» вступило семь клубов  (рус.). Пресс-служба Молодёжной хоккейной лиги (2012-06-19). Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 июнь 2013. 20 июнь 2012 тикшерелгән.
  10. Годынюк: сегодня исторический день для «Донбасса»  (рус.). Официальный сайт ХК «Донбасс» (2012-06-20). Тәүге сығанаҡтан архивланған 1 июль 2013. 27 июнь 2012 тикшерелгән.
  11. Александр Годынюк: у нас оптимизм и рабочее настроение  (рус.). Официальный сайт ХК «Донбасс» (2012-06-25). Тәүге сығанаҡтан архивланған 1 июль 2013. 27 июнь 2012 тикшерелгән.
  12. «Динамо» будет играть на главной арене «Юбилейного»  (рус.). «Спорт день за днем» (2012-06-21). Тәүге сығанаҡтан архивланған 1 июль 2013. 27 июнь 2012 тикшерелгән.
  13. Бегишев С. В МХЛ приняли клуб с родины Моцарта  (рус.). «Советский спорт» (2013-06-25). Тәүге сығанаҡтан архивланған 1 июль 2013. 27 июнь 2012 тикшерелгән.
  14. Беляков К. Молдавский хоккеист – уже не анекдот. В новом сезоне в МХЛ сыграют клубы из восьми стран  (рус.). Советский спорт (3 сентября 2012, №134(18797)). Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 декабрь 2012. 6 сентябрь 2012 тикшерелгән.
  15. Петр Халасик: Планируем вступить в лигу через два года
  16. «Барс» официально вступил в ВХЛ
  17. «Ирбис» переходит в Чемпионат МХЛ
  18. В чемпионате ВХЛ выступят 24 команды: «Барс» с нами
  19. МХЛ. Итоги сезона. «Беркуты Кубани»
  20. В связи с событиями на Украине «Молодая Гвардия» пропустит сезон в МХЛ
  21. Дмитрий Ефимов: Немецкий «Айсберен» ещё не получил разрешения для участия в МХЛ
  22. Просмотр в команду «Сахалинские Акулы»
  23. Количество игр в чемпионате МХЛ сократится до 44 дней, а в турнире сыграют 32 команды
  24. «Беркуты Кубани» не сыграют в МХЛ из-за отсутствия финансирования
  25. Сергей Гимаев о команде Прохорова U18
  26. «КРЫЛЬЯ СОВЕТОВ» ВОЗРОЖДАЮТСЯ В МХЛ
  27. Команда из Приморья
  28. Яңы миҙгелдә командалар составы һәм уйындар һаны үҙгәрәсәк
  29. «Куньлунь Ред Стар» и ХК «Сочи» подали заявки на участие своих молодежных команд в Чемпионате МХЛ
  30. [http://mhl.khl.ru/upload/MHL/pravver.pdf Регламент чемпионата Молодёжной хоккейной лиги]. МХЛ (2011-06-01). 14 август 2014 тикшерелгән.
  31. Сергей Бегишев «Я свой приз заказал в гжели…». Легенды хоккея лично выбирают именные кубки для героев сезона в молодёжной лиге. Советский спорт (2010-08-16). 14 август 2014 тикшерелгән.
  32. Дмитрий Ефимов: Уверен, опыт «Динамо-Шинника» нужно изучать Пресс-служба ХК «Динамо» Минск 06.03.2013
  33. Запад: три кубка из трёх
  34. [ http://mhl.khl.ru/news/index.php?ELEMENT_ID=389353 ЙХЛ суперкубогы өсөн уйын]
  35. Осторожно, лига закрывается… «Советский спорт» 03.03.2013
  36. Чемпионат МХЛ «группы Б» начнется 20 сентября. КМ.RU (2011-07-26). 14 август 2014 тикшерелгән.
  37. В матче первенства МХЛ игрок «Ирбиса» забил самый быстрый гол в истории хоккея
  38. Иң оҙон уйын!

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]