Горняк (хоккей клубы, Учалы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Горняк
Горняк Учалы 2019.jpg
Ил: Башҡортостан Башҡортостан
Ҡала: Flag of Uchaly (Bashkortostan).png Учалы
Нигеҙләнгән: 2012
Өй аренаһы: «Горняк» БА (1 500)
Төҫтәр:               
Хоккей лигаһы: Юғары хоккей лигаһы
Баш тренеры: Рәсәй флагы Олег Леонтьев
Генераль директор: Рәсәй флагы Раушан Махмутов
Генераль менеджер: Рәсәй флагы Айрат Нургәлиев
Капитан: Рәсәй флагы Иван Сушинский
Спонсоры: Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты
Аффилир-клубы: «Автомобилист» (КХЛ)
«Авто» (ЙХЛ)
Трофейҙар: ЮнХЛ чемпионы
2013
Региондар кубогы
Конференцияла еңеүҙәр: 3 (2015—2017)
Рәсми сайт: http://scgornyak.ru/

«Горняк» хоккей клубы — Башҡортостандың Учалы ҡалаһында 2012 йылда Рәсәйҙә ойошторолған шайбалы хоккей буйынса команда. 2013 йылда Юниорҙар хоккей лигаһы чемпионы исемен яулай һәм шул йылдан башлап Йәштәр хоккей лигаһы беренселегендә сығыш яһай башлай. Шунда өс йыл эсендә бер тапҡыр чемпион була, Региондар кубогын яулай (2016) һәм көмөш миҙалдарҙы еңә (2015). 2016 йылдан башлап Милли йәштәр хоккей лигаһында ҡатнаша. Тәүге миҙгелендә уҡ чемпион була һәм үҙендә Региондар кубогын һаҡлап ҡала.

2017 йылдан башлап «Горняк» КХЛ-да сығыш яһаған «Автомобилист» хоккей клубының ЮХЛ-да фарм-клубы ролен башҡара башлай.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2019 йылға тиклем эмблемаһы

«Горняк» хоккей клубы 2012 йылда нигеҙләнә. Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты команданың спонсоры була. Команданың тәүге баш тренеры итеп Владимир Герасимов ҡуйыла. 2012/13 йылдар миҙгелендә «Горняк» Юниорҙар хоккей лигаһында ҡатнаша. Учалы хоккейсылары «Урал — Көнбайыш Себер» дивизионында беренсе урынды яулайҙар һәм финалға сығалар, икенсе урында килгән «Трактор» командаһын 10 мәрәйгә уҙалар[1]. ЮнХЛ финалында 8 команда ҡатнаша. Улар ике төркөмгә бүлешәләр. «Горняк» үҙ төркөмөндә беренсе урынды яулай һәм финалға сыға. Шунда Учалы клубы Түбәнге Каманан «Нефтехимик» хоккей клубын 3:0 иҫәбе менән еңә үҙенең тәүге миҙгелендә үк чемпион була[2][3].

ЙХЛ беренселегендә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юниорҙар араһында чемпион булғас, клуб етәкселеге Йәштәр хоккей лигаһы беренселегендә ҡатнашырға хәл итә. 2013 йылдың 19 июнендә «Горняк» рәсми рәүештә Лига составына аланы[4]. ЙХЛ-да дебют миҙгелендә команданың төп өлөшөн Өфө һәм Силәбе хоккейсылары тәшкил итә. Даими чемпионатты Башҡортостан командаһы 38 осрашыуҙа 82 мәрәй менән «Урал — Себер» дивизионында икенсе һәм конференцияла өсөнсө урындарҙа тамамлай. Региондар кубогында конференциялар сирекфиналында «Горняк» дүрт уйында «Дизелист» хоккей клубын ота. Ә киләһе раундта Әлмәттән «Спутник» командаһына биш уйында еңелә һәм көрәштән төшөп ҡала.

2014/15 йылдар миҙгеле «Ангарский Ермак» менән «Горняк» араһында Асыш кубогы өсөн уйын менән башлана. Учалы хоккейсылары 5:6 иҫәбе менән еңелә. Әммә был уңышһыҙлыҡҡа ҡарамаҫтан, улар, 52 уйында 126 мәрәй йыйып, Көнсығыш конференцияһында тәү тапҡыр беренсе урынды ала. «Горняк» плей-оффта бер-бер артлы «Красноярские Рыси», «Юниор-Спутник» һәм «Зеленоград» хоккей клубтарынан көслөрәк булып сыға һәм тәү тапҡыр ЙХЛ беренселегенең финалына сыға. Шунда ул төп трофей өсөн Воронеж өлкәһенән «Россошь» хоккей клубы менән уйнарға тейеш була[5]. Был серия максималь булған биш уйынға һуҙыла. Тәүге уйында еңелһәләр, киләһе икәүҙә «Горняк» ҙур айырма менән ике еңеү яулай һәм кубокка яҡыная. Тик һуңғы аҙымды яһай алмай — «Россошь» ҡалған ике осрашыуҙа көслөрәк була ла үәҙ тарихында тәү тапҡыр Региондар кубогын еңә. Владимир Герасимов миҙгелдең иң яҡшы тренеры тип билдәләнә, ә Никита Сафронов плей-офф уйындарының иң ҡиммәтле уйынсыһына бүләген ала[6].

2015/16 йылдар миҙгеле алдынан команданың яңы тренеры итеп Ҡаҙағстан белгесе Сергей Могильников ҡуйыла. «Горняк» даими чемпионатты тағы ла конференцияла беренсе урында тамамлай. Миҙгел барышында «Салауат Юлаев» хоккей клубы «Горняк» менән хеҙмәттәшлек тураһына килешеү төҙөй[7]. Региондар кубогының конференциялар сирекфиналында «Горняк» һәм «Батыр» тәү тапҡыр плей-оффта бер-береһенә ҡаршы булалар. Серияны Учалы хоккейсылары дүрт уйында еңә. Артабан шул уҡ дүрт уйында «Красноярские Рыси» командаһын үтәләр. Ярымфиналда «Горняк» Яр Саллынан «Челны» хоккей клубына бер мөмкинлек тә ҡалдырмай һәм серияны өс уйында ғына еңә. Шулай итеп, Учалы хоккейсылары икенсе йыл финалға сығалар, һәм үткән йылдағы кеүек, уларға «Россошь» ҡаршы була. 2016 йылдың 18 апрелендә «Горняк» Региондар кубогын һәм алтын миҙалдарҙы яуланы. Учалы командаһы финал серияһында 3:0 иҫәбе менән «Россошь» хоккейсыларын еңә һәм үткән йылғы еңелеү өсөн реванш ала[8]. Сергей Могильников ЙХЛ беренселегенең иң яҡшы тренеры тип таныла, Анатолий Наговицын Борис Михайлов исемендәге бүләкте алһа, Дмитрий Антонов плей-оффтың иң ҡиммәтле уйынсыһы була. 30 апрелдә ЙХЛ беренселеге чемпионы булараҡ «Горняк» ЙХЛ суперкубогында ҡатнаша, әммә унда «Локо» хоккей клубына отола[9]. Шулай уҡ команданың ЙХЛ чемпионатына күсеү тураһында һүҙҙәр була, әммә ул ғәмәлгә ашмай[10].

Милли йәштәр хоккей лигаһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

ЙХЛ беренселеге урынына 2016 йылда Милли йәштәр хоккей лигаһында барлыҡҡа килә. «Горняк» шунда ла көслө командаларҙың береһе булғанын иҫбәтлай. Ул даими чемпионатты конференцияла беренсе урында тамамлай һәм тура конференция ярымфиналына эләгә. Шунда икенсе тапҡыр «Батыр» хоккей клубын биш уйында ота һәм конференция финалына сыға. «Горняк» Ҡурғандан «Юниор» хоккей клубына бер мөмкинлек тә ҡалдырмай һәм серияны 3-0 иҫәбе менән еңә. Учалы хоккейсылары финалға өс йыл дауаманды сыға. Региондар кубогының финалында улар Пензанан «Дизелист» хоккей клубына серияла 3-2 иҫәбе менән ота һәм икенсе тапҡыр Региондар кубогын яулай һәм беренсегә МЙХЛ чемпионы исемен яулай.

Миҙгел барышында Учалыла «Автомобилист» ЮХЛ-да фарм-клубы барлыҡҡа килеүе тураһында һүҙ күтәрелә[11]. Сөнки «Автомобилист» һәм «Горняк» командаларының спонсорҙары бер үк. Әммә «Салауат Юлаев» генераль менеджеры Леонид Вайсфельд был турала икенселәй әйтә: «Автомобилист» Учалыла яңы ЮХЛ командаһын төҙөйсәк, әммә «Горняк» уға бер нисек тә ҡағылмай[12].

Юғары хоккей лигаһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2017 йылдан башлап «Горняк» Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған «Автомобилист» хоккей клубының фарм-клубына әйләнә һәм Юғары хокей лигаһында сығыш яһай башлай. Команданың баш тренеры итеп Венер Сафин ҡуйыла[13]. «Горняк» тәүге миҙгелдә плей-оффҡа эләгә алмай һәм даими миҙгелде 23-сө урында тамамлай. Команданың һөжүмсеһе Никита Сетдиков 53 мәрәй йыя — лигала был миҙгелдә уға тиң булған уйынсы булмай. 2018 йылдың 21 ноябрендә команданың баш тренеры итеп Олег Леонтьев ҡуйыла[14]. Даими миҙгелдә «Горняк» 56 осрашыуҙа 49 мәрәй йыя һәм плей-оффҡа эләгә алмай ҡала.

2019/2020 йылдар миҙгелендә «Горняк» 54 осрашауҙа 70 мәрәй йыя һәм тәүге тапҡыр ЮХЛ төп призы — Петров кубогы өсөн плей-офф уйындарына сыға. Шунда тәүге раундта Санкт-Петербургтан «Динамо» хоккей клубына серияла 1-4 иҫәбе менән отола.

Сығыш яһауҙар тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сезон У Е ӨВЕ БСЕ БСО ӨВО О Ш М Урын Һөҙөмтә
2013/14 38 25 3 0 0 1 9 139-81 82 4 1/8 финалында еңәләр: 3-1 («Дизелист»)
Сирекфиналда еңеләләр: 2-3 («Спутник»)
2014/15 52 38 2 4 2 0 6 227-112 128 1 Конференция сирекфиналында еңәләр: 3-1 («Красноярские Рыси»)
Конференция ярымфиналында еңәләр: 3-0 («Юниор-Спутник»)
Ярымфиналда еңәләр: 3-1 («Зеленоград»)
Региондар кубогы финалында еңеләләр: 2-3 («Россошь»)
2015/16 40 27 0 1 1 1 10 163-110 85 4 Конференция сирекфиналында еңәләр: 3-1 («Батыр»)
Конференция ярымфиналында еңәләр: 3-1 («Красноярские Рыси»)
Конференция финалында еңәләр: 3-0 («Челны»)
Региондар кубогы финалында еңәләр: 3-0 («Россошь»)
2016/17 48 37 2 2 0 1 6 243-135 120 2 Конференция ярымфиналында еңәләр: 3-2 («Батыр»)
Конференция финалында еңәләр: 3-0 («Юниор»)
Региондар кубогы финалында еңәләр: 3-2 («Дизелист»)
Бөтәһе 178 127 7 7 3 3 31 763-438 415
2017/18 52 17 1 1 0 5 28 132—158 60 23 Плей-оффҡа эләкмәйҙәр
2018/19 56 17 1 4 0 5 29 160—175 49 24 Плей-оффҡа эләкмәйҙәр
2019/20 54 25 3 4 4 2 16 136—111 70 11 1/8 финалында еңеләләр: 1-4 («Динамо» СПб)
2020/21 0
Бөтәһе 162 59 5 9 4 12 73 428—444 179 1 плей-офф

Иҫкәрмәләр: У — уйындар һаны, Е — төп ваҡытта еңеүҙәр, ӨВЕ — өҫтәмә ваҡытта еңеүҙәр, БСЕ — булиттар серияһында еңеүҙәр, БСО — буллитар серияһында отолоуҙар, ӨВО — өҫтәмә ваҡытта отолоуҙар, О — төп ваҡытта отолоуҙар, ШК — керетелгән шайбалар, ҮШ — үткәргән шайбалар, ±Ш — шайбалар айырмаһы, М — мәрәйҙәр, %М — мәрәйҙәр проценты

Стадион[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Горняк» хоккей клубы Милли йәштәр хоккей лигаһында үҙенең өйҙәге уйындарын «Горняк» боҙло аренаһында үткәрә. Аренаның асыу тантанаһы 2010 йылдың 24 декабрендә үтә. «Горняк» тәүге рәсми уйындарын бында 2012 йылдың сентябрендә үткәрә. Шулай уҡ был спорт һарайы 2014 йылда ЙХЛ Быуындар кубогы — Йхл беренселегенең иң яҡшы йәш уйынсылар осрашыуын ҡабул итә. Аренаның ҙурлығы 30 метрға 60 метр. Ул иң күбендә — 200, күнекмәләр ваҡытында 50-ләп кешене һыйҙыра. Ярыштарҙы трибунанан 1500 тамашасы ҡарай ала. Боҙ майҙанының үҙенән тыш комплекстың беренсе ҡатында универсаль спорт залы, кейем алмаштырыу бүлмәләре, медицина-аяҡҡа баҫтырыу үҙәге урынлашҡан. Икенсе ҡатта матбуғат үҙәге, спорт бары, боулинг бар. Боҙ аренаһы проектын «Башкиргражданпроект» проект институты эшләгән. Заказсы-төҙөүсе булып сығыш яһаған Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты аренаны ҡалаға тапшыра[15].

Бағыусы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты — команданың төп спонсоры, «Горняк» боҙло аренаһының төҙөүсө-заказсыһы.

Етәкселек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вазифа Исем
Директор Махмутов Раушан Алекович
Спорт директоры Нургәлиев Айрат Фанил улы
Техник администраторы Аимнов Роберт Миҙхәт улы
Табип Латыпов Руслан Рәмил улы
Массажит Сәғитуллин Иршат Урал улы

Баш тренерҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Горняк» командаһының бөтә баш тренерҙары:

Тренер штабы һәм состав[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡапҡасылар
Ил Исем Тыуған йыл
1 Рәсәй флагы Владимир Галкин 15 июнь, 2000
77 Рәсәй флагы Георгий Романов 15 декабрь, 1999
99 Рәсәй флагы Даниил Яковлев 2 ғинуар, 1999
Һаҡсылар
Ил Исем Тыуған йыл
11 Рәсәй флагы Дмитрий Бухряков 11 февраль, 1999
22 Рәсәй флагы Максим Озеров 23 март, 1998
33 Рәсәй флагы Иван Сушинский Капитан спорт 24 апрель, 1997
38 Рәсәй флагы Кирилл Галюк 31 ғинуар, 1999
44 Рәсәй флагы Никита Волосенков 12 март, 2000
50 Рәсәй флагы Александр Щемеров 2 июнь, 1997
57 Рәсәй флагы Александр Севостьянов 7 ғинуар, 1998
73 Рәсәй флагы Егор Цветков 2 февраль, 1996
74 Рәсәй флагы Семён Переляев 24 август, 1999
87 Рәсәй флагы Александр Фёдоров 15 июль, 1999
93 Рәсәй флагы Глеб Мальцев 20 июнь, 1998
96 Рәсәй флагы Владислав Леонтьев 6 июнь, 2000
Һөжүмселәр
Ил Исем Тыуған йыл
3 Рәсәй флагы Александр Дербенёв 14 июль, 1998
10 Рәсәй флагы Михаил Калашников 13 октябрь, 2000
13 Рәсәй флагы Сергей Колесников 13 октябрь, 1999
14 Рәсәй флагы Андрей Гришаков 17 май, 1999
16 Рәсәй флагы Дмитрий Носков 3 октябрь, 1997
17 Рәсәй флагы Герман Грачёв 28 декабрь, 1999
19 Рәсәй флагы Константин Суслов 19 ғинуар, 2000
24 Рәсәй флагы Дмитрий Жукенов 24 март, 1997
25 Рәсәй флагы Никита Сетдиков 27 май, 1995
27 Рәсәй флагы Антон Ковалёв 3 июль, 1997
28 Рәсәй флагы Владимир Кузнецов 18 февраль, 1998
37 Рәсәй флагы Егор Баранов 27 декабрь, 1998
43 Рәсәй флагы Павел Воронков 13 октябрь, 1998
51 Рәсәй флагы Владислав Бухаров 15 октябрь, 1999
52 Рәсәй флагы Евгений Митякин 24 декабрь, 1997
63 Рәсәй флагы Данил Мыльников 11 сентябрь, 2002
81 Рәсәй флагы Михаил Назаров 27 август, 1996
91 Рәсәй флагы Денис Еркин 5 март, 1998
92 Рәсәй флагы Роман Ивашов 5 апрель, 1997

Капитандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Горняк» командаһының бөтә капитандары:

Команданың ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1 МЙХЛ чемпионы һәм Региондар кубогын еңеүсе (2016/2017).
  • 1 ЙХЛ беренселеге чемпионы һәм Региондар кубогын еңеүсе (2015/2016).
  • 1 Юниорҙар хоккей лигаһы чемпионы (2012/13).
  • 1 Учалының 50 йыллығына арналған турнирҙа еңеү (2013).
  • 1 Ырымбур өлкәһе губернаторы кубогын еңеүсе (2018).
  • 2 Йәштәр хоккей лигаһы беренселегенең көмөш миҙалын алыусы (2014/2015).
  • 2 В. В. Алеко иҫтәлегенә турнирҙа икенсе урын (2014).
  • 1 Д. Ляпин иҫтәлегенә турнирҙа өсөнсө урын (2014).
  • 1 «Салауат Юлаев» хоккей клубы кубогында өсөнсө урын (2016).
  • 1 Магнитогорскиҙа ЙХЛ турнирында өсөнсө урын (2016).
  • 1 Ырымбур өлкәһе губернаторы кубогында өсөнсө урын (2017).
  • 1 Н. В. Парышев иҫтәлегенә турнирҙа өсөнсө урын (2019).

Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бер гол да үткәрмәйенсә иң ҙур айырма менән еңеү: 8:0 «Юниор» Ҡурған (2016/17), «Молот-Прикамье» Пермь (2018/19).
  • Иң ҙур айырма менән еңеү: 9:1 «Красноярские Рыси» Красноярск (2014/15), 8:0 «Юниор» Ҡурған (2016/17).
  • Еңеү килтергән иң һөҙөмтәле уйын: 10:3 «Южный Урал-Металлург» Медногорск, 8:5 «Батыр» Нефтекама (2016/17).
  • Еңелеү килтергән иң һөҙөмтәле уйын: 6:7 «Батыр» Нефтекама (2016/17), 4:9 «Торпедо» Усть-Каменогорск (2017/18).
  • Бер гол да керетмәйенсә иң ҙур айырма менән еңелеү: 0:7 «Звезда» Чехов (2017/18).
  • Иң ҙур айырма менән еңелеү: 0:7 «Звезда» Чехов (2017/18).
  • Иң оҙон еңеүҙәр серияһы: 17.
  • Иң оҙон еңелеүҙәр серияһы: 7.

Юғары хоккей лигаһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бер гол да үткәрмәйенсә иң ҙур айырма менән еңеү: 8:0 «Молот-Прикамье» Пермь (2018/19).
  • Иң ҙур айырма менән еңеү: 8:0 «Молот-Прикамье» Пермь (2018/19).
  • Еңеү килтергән иң һөҙөмтәле уйын: 8:3 «Спутник» Түбәнге Тагил (2017/18), 9:2 ЦСК ВВС Һамар (2018/19), 8:3 «Металлург» Новокузнецк (2018/19).
  • Еңелеү килтергән иң һөҙөмтәле уйын: 4:9 «Торпедо» Усть-Каменогорск (2017/18).
  • Бер гол да керетмәйенсә иң ҙур айырма менән еңелеү: 0:7 «Звезда» Чехов (2017/18).
  • Иң ҙур айырма менән еңелеү: 0:7 «Звезда» Чехов (2017/18).
  • Иң оҙон еңеүҙәр серияһы: 5 (2019/20).
  • Иң оҙон еңелеүҙәр серияһы: 7 (2017/18).

Уйынсылар рекордтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Иң куп уйын үткәргән уйынсы: Дмитрий Антонов (268).
  • Иң күп мәрәй йыйған уйынсы — Дмитрий Антонов (245).
  • Иң куп гол индергән уйынсы — Дмитрий Антонов (103).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. «Горняк» ЮХЛ финалына сыға
  2. ХК "Горняк" - чемпион России среди команд ЮХЛ!
  3. В Липецке завершился финальный турнир Первенства Юниорской хоккейной лиги
  4. Австрийский «Ред Булл» официально включен в МХЛ
  5. Региондар кубогы финалы: «Россошь» — «Горняк»
  6. ВЛАДИМИР ГЕРАСИМОВ И НИКИТА САФРОНОВ ПОЛУЧИЛИ ПРИЗЫ ПО ИТОГАМ СЕЗОНА
  7. Заключили договор с «Горняком»
  8. «Горняк» — обладатель Кубка Регионов
  9. Суперкубок МХЛ. «Горняк» уступил «Локо»
  10. «Горняк» ЙХЛ чемпионатына күсергә тейеш
  11. Детские спортшколы вместо контрактов со звездами. План УГМК по возрождению хоккея в Свердловской области
  12. Леонид Вайсфельд: «В 95 процентов случаев играющий силовой форвард спустя год думает, что он Игорь Ларионов»
  13. Главным тренером молодежной команды «Авто» стал Виталий Соловьев
  14. На пост главного тренера Хоккейного клуба "Горняк" назначен Леонтьев Олег Юрьевич
  15. Учалыла Боҙ аренаһы төҙөлгән

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]