Куньлунь Ред Стар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
«Куньлунь Ред Стар» Пекин
Куньлунь Ред Стар.png
Ил: Ҡытай Халыҡ Республикаһы флагы Ҡытай
Ҡала: Пекин
Нигеҙләнгән: 2016
Өй аренаһы: Шоуган Арена (3 000)
Төҫтәр:               
Хоккей лигаһы: КХЛ
Дивизионы: Чернышёв

Конференцияһы: Көнсығыш
Баш тренеры: АҠШ флагы Курт Фрэйзер
Президент: Латвия флагы Раитис Пилсетниекс
Генераль менеджер: Латвия флагы Раитис Пилсетниекс
Капитан: Ҡытай Халыҡ Республикаһы флагы Брэндон Ип
Аффилир-клубы: «КРС ОЭРДЖИ» (ЮХЛ)
«КРС Хэйлунцзян» (ЙХЛ)
Рәсми сайт: http://hcredstar.ru/

«Куньлунь Ред Стар» (ҡыт. 紅星崑崙) — Ҡытайҙың баш ҡалаһы Пекиндың 2016 йылда ойошторолған шайбалы хоккей клубы. 2016/2017 йылдар миҙгеленән башлап Рәсәйҙең Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһай. Уйындарын Шоуган Арена боҙ һарайында үткәрә.

Үҙ тарихында КХЛ-да тәүге миҙгелендә үк плей-офф уйындарына эләгә, шунда беренсе еңеүен яулай.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2015 йылдың декабрь айында КХЛ директорҙары кәңәшмәһенең ағзаһы Роман Ротенберг Континенталь хоккей лигаһына Ҡытайҙы алыу тураһындағы пландарҙы әйтә[1][2]. Ротенберг аныҡ команда исемен атамай, әммә уның Ҡытай етәкселеге тарафынан яҡшы финанслауына шикләнмәүен билдәләй.

2016 йылдың 17 мартында РХФ президенты Владислав Третьяк, КХЛ директорҙары кәңәшмәһе рәйесе Геннадий Тимченко һәм яңы клубтың директорҙар кәңәшмәһенең рәйесе Нгок Ян Юу ҡатнашлығында ниәттәр тураһында килешеү төҙөлә һәм клубтың «Куньлунь Ред Стар» тип аталыуы билдәле була[3][4]. Әммә Ҡытай хоккей федерацияһының генераль сәркәтибе Лисинь Тун Ҡытай хоккей клубының КХЛ-ға тиҙ арала инеүе тураһында әлегә уйламауҙарын белдерә[5].

2016 йылдың 24 июнендә «Куньлунь Ред Стар» хоккей клубы Лигаға рәсми ҡабул ителә. Команда составын күпселектә Рәсәй, Европа илдәренең уйынсылары тәшкил итәсәк, шулай уҡ унда Ҡытайҙың үҙ хоккейсылары буласағы тураһында хәбәр ителде. Тәүҙә команданы билдәле Майк Кинэн етәкләйәсәк[6] һәм уға Илья Ковальчук[7] килеүе тураһында мәғлүмәт була, әммә ул дөрөҫкә сыҡмай[8]. Артабан команданың генераль менеджеры итеп Владимир Кречин ҡуйыла, ә баш тренер вазифаһына Владимир Юрзинов килә[9]. Командаға алынған тәүге уйынсы — Финляндиянан ҡапҡасы Томи Кархунен[10].

2016 йылдың 24 июлендә «Куньлунь» үҙ тарихында тәүге уйынын уҙғара һәм «Трактор» хоккей клубына 0:2 иҫәбе менән отола[11]. 6 августа Пекин командаһы «Барыҫ» хоккей клубын 3:1 иҫәбе менән отоп, үҙ тарихында тәүге уйынын еңә[12]. 8 августа Ҡаҙағстан Республикаһы президенты кубогында «Куньлунь» менән «Барыҫ» тағы осраша. Астана командаһының уйынсыһы Дамир Рыспаев дәғүәселәргә ташлана. «Куньлунь» һөжүмсеһе Марцинко уйындан һуң дауаханаға оҙатыла, ә уйын өсөнсө минутта туҡтатыла, сөнки Владимир Юрзинов командаһын боҙҙан алып китә. Ҡытай командаһы техникалы еңелеүгә дусар була[13]. Тольяттиҙа миҙгел алдынан үткән «Лада» кубогында «Ред Стар» икенсе урынды яулай.

2016 йылдың 1 сентябрендә команда КХЛ-да тәүге рәсми уйынын үткәрә һәм Хабаровскиҙа «Амур» хоккей клубын 2:1 иҫәбе менән еңә[14]. Шон Коллинз клубтың рәсми уйында тәүге шайбаһын керетә. 27 сентябрҙә «Куньлунь» «Харбин» хоккей клубы нигеҙендә Ҡытай хоккей лигаһында сығыш яһаған фарм-клубын төҙөй[15].

207 йылда КХЛ йондоҙҙар уйынына саҡырыу алған Чед Рау «Куньлунь» тарихында тәүге шундай хоккейсы. Ул командаһы менән турнирҙы еңә. Ә Ҡытай командаһы иһә даими миҙгелде конференцияла һигеҙенсе урында тамамлай һәм плей-оффта ҡатнашырға хоҡуҡты ала. Гагарин кубогының беренсе раундында «Куньлунь» Магнитогорскиҙан «Металлург» хоккей клубына серияла 1-4 иҫәбе менән отола. Миҙгелдең һуңғы уйынынан һуң Владимир Юрзинов команданан китеүе тураһында иғлан итә[16]. Клуб етәкселеге билдәле Канада белгесе Майк Кинэнды баш тренеры итеп ҡуя[17].

2017 йылдың май айында команданың Юғары хоккей лигаһында сығыш яһаған «Куньлунь Ред Стар Хэйлунцзян» исемле фарм-клубы төҙөлә. Шул уҡ йылдан башлап Йәштәр хоккей лигаһында «Куньлунь Ред Стар Юниор» хоккей клубы төҙөлә. 3 декабрҙә команданың баш тренеры Майк Кинэн насар һөҙөмтәләр өсөн эш урынын бушата. Баш тренерҙың ваҡытлыса вазифаһын башҡарыусы тип Бобби Карпентер ҡуйыла[18]. Команда Көнсығыш конференцияһында 12-се урында миҙгелде тамамлай.

2018 йылдың 23 февралендә «Куньлунь» баш тренеры итеп Юсси Тапола ҡуйыла. Командағы өс яңы ҡапҡасы килә, шулар араһында Александр Лазушин. Яңы уйынсылар араһынан Патрик Лунд, Олли Палола, Вилле Лаюнен һәм Вели-Матти Савинайнен айырылып торалар. Тик команда тағы ла Гагарин кубогының плей-офф уйындарына эләгә алмай. 2019/2020 йылдар миҙгелендә команданы АҠШ белгесе Курт Фрэйзер етәкләй. Ошо миҙгелдә «Куньлунь» Шэньчжэнь ҡалаһында 6 осрашыу үткәрә.

Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһау һөҙөмтәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

У — үткәргән уйындар һаны, Е — төп ваҡытта еңеүҙәр һаны, ЕО — овертаймда еңеүҙәр, ЕБ — буллиттарҙа еңеүҙәр, БО — буллиттарҙа отолоуҙар, ОО — овертаймдарҙа отолоуҙар, О — төп ваҡытта отолоуҙар һаны, М — йыйылған мәрәйҙәр һаны, Ш — кереткән һәм үткәргән шайбалар нисбәте, ДМ — даими миҙгел һөҙөмтәләре буйынса урыны

Миҙгел У Е ЕО ЕБ БО ОО О М Ш ДМ Плей-офф
2016/17 60 24 2 2 3 0 29 139—144 83 16 Сирекфиналда еңелеү (1-4 Металлург Мг)
2017/18 56 15 3 1 5 3 29 103—146 61 23 Плей-оффҡа эләкмәйҙәр
2018/19 62 19 0 1 5 6 31 142—190 51 20 Плей-оффҡа эләкмәйҙәр
Бөтәһе 116 58 5 4 13 9 89 384—480 195

Стадион[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Куньлунь Ред Стар» өйҙәге уйындарын Пекиндағы 18 мең кеше һыйҙырышлы МастерКард-Центр аренаһында үткәрергә тейеш ине. Был спорт ҡоролмаһында 2008 йылда Олимпия уйындарының баскетбол буйынса турниры үтә. Тәүҙә уйындарҙың был аренала үтәсәге шик аҫтында ла була, сөнки аҙнаның биш көнөндә ул Ҡытайҙа ныҡ популярлыҡ яулаған баскетболға бирелә, өҫтәүенә аренаның үҙенең боҙо менән һыуытҡыс ҡоромалдары булмай[19]. Тик был мәсьәлә хәл ителә.

«Куньлунь» алмашлап уйындарын Шанхайҙа «Фэйян» боҙло һарайында ла үткәрә. 2018/2019 йылдар миҙгеленән алып Пекинда 3000 кеше һыйҙырған Шоуган Аренала уйындарын уҙғара.

Бағыусылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Команданың генераль менеджеры Владимир Кречин «Советский Спорт» гәзитендәге интервьюһында, энергетика һәм төҙөлөш өлкәләрендә эшләгән өс ҙур компания команданың бағыусыһы була, тип әйтә[20].

Етәкселек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Директорҙар кәңәшмәһенең рәйесе - Билли Нгок.
  • Президент, директорҙар кәңәшмәһенең рәйесе урынбаҫары — Ао Менг.
  • Хоккей операциялары буйынса вице-президент — Скотти Макферсон.
  • Финанс директоры — Малкольм Фо
  • Вице-президент — Мэнсфилд Йех
  • Административ һәм хоҡуҡ һорауҙары буйынса вице-президент — Йупинг Хе

Тренер штабы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Баш тренер — Курт Фрэйзер
  • Тренер — Юрки Ахо
  • Тренер — Алексей Ковалев
  • Ҡапҡасылар тренеры — Сакари Линдфорс
  • Физик әҙерлек буйынса тренер — Матиас Сарвела
  • Видео-тренер — Михаил Быков

Баш тренерҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Куньлунь Ред Стар» командаһының бөтә баш тренерҙары:

Составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡапҡасылар
Ил Исем Тыуған йыл
Чехия Шимон Грубец 30 июнь, 1991
32 Ҡытай Халыҡ Республикаһы флагы Сунь Цзэхао 13 декабрь, 1995
Ҡытай Халыҡ Республикаһы флагы Джордан Лием 30 апрель, 1993
АҠШ флагы Джереми Смит 13 апрель, 1989
Һаҡсылар
Ил Исем Тыуған йыл
18 Италия флагы Мэтью Майоне 21 ноябрь, 1990
Канада флагы Тревор Мёрфи 17 июль, 1995
22 Ҡытай Халыҡ Республикаһы флагы Микаэль Там 26 апрель, 1991
88 Ҡытай Халыҡ Республикаһы флагы Виктор Бартли 17 февраль, 1988
Канада флагы Джейсон Фрэм 23 апрель, 1995
АҠШ флагы Джейк Челиос 8 март, 1991
Чехия Андрей Шустр 29 ноябрь, 1990
93 Ҡытай Халыҡ Республикаһы флагы Зак Юйэнь 3 март, 1993
Һөжүмселәр
Ил Исем Тыуған йыл
9 Ҡытай Халыҡ Республикаһы флагы Кристофер Сето 10 июнь, 1997
16 Польша Войтех Вольски 24 февраль, 1986
19 Канада флагы Брэндон Дефацио 13 сентябрь, 1988
20 Ҡытай Халыҡ Республикаһы флагы Лукас Локхарт 1 ноябрь, 1992
34 Flag of Finland.svg Олли Палола 8 апрель, 1988
41 Канада флагы Жильбер Брюле 1 ғинуар, 1987
47 Ҡытай Халыҡ Республикаһы флагы Кори Кейн 15 сентябрь, 1990
67 Ҡытай Халыҡ Республикаһы флагы Ян Ху 9 декабрь, 1996
94 Ҡытай Халыҡ Республикаһы флагы Джош Николлс 27 апрель, 1992
Канада флагы Тайлер Вон 28 февраль, 1996
Канада флагы Адам Крэкнелл 15 июль, 1985
Канада флагы Алекс Рич 28 июль, 1996
Канада флагы Спенсер Фу 19 май, 1994
Канада флагы Гарет Хант 14 октябрь, 1987
98 Ҡытай Халыҡ Республикаһы флагы Руди Ин 16 август, 1998

Капитандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаҙаныштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2018 йылдың 7 авгусында легендарь һөжүмсе Уэйн Гретцки команданың глобаль илсеһе була. Хоккейсы командаға медиакиңлектә үҫешергә ярҙам итәсәк һәм «КРС — Гретцки» хоккей мәктәбен асасаҡ[21].

Статистик мәғлүмәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. ТАСС Р. Ротенберг: китайский клуб КХЛ будет базироваться в Пекине (14 декабрь 2015).
  2. Russia-based KHL expands into China with Beijing team (14 December 2015). 25 март 2016 тикшерелгән.
  3. ФХР и КХЛ подписали договор о намерениях с китайским клубом «Красная звезда Куньлунь»
  4. Фазель: я был бы счастлив, если бы русские помогли китайцам в развитии хоккея (16 April 2016). 16 апрель 2016 тикшерелгән.
  5. Генсек федерации хоккея Китая: в ближайшее время мы не вступаем в КХЛ
  6. «Красная Звезда Куньлунь» предложила Кинэну однолетний контракт
  7. «Газета.ru»: Ковальчук покинет СКА и перейдет в китайский клуб «Красная звезда Куньлунь»
  8. Геннадий Тимченко: «Ковальчук в Китае? Глупости это все, он будет играть в СКА»
  9. Юрзинов-младший возглавил «Куньлунь», тренерский штаб клуба полностью сформирован
  10. КХЛ. Вратарь «Таппары» Кархунен перешел в «Куньлунь»
  11. Частички истории. Контрольные матчи 24 июля
  12. «Куньлунь» выиграл первый матч в истории
  13. Юрзинов увёл «Куньлунь» в раздевалку после драки с участием Рыспаева
  14. Китайский клуб «Куньлунь» выиграл первый матч в КХЛ
  15. Есть Фарм-клуб. Рәсми сайт
  16. Главный тренер ХК «Куньлунь» Владимир Юрзинов-младший подал в отставку
  17. Майк Кинэн назначен главным тренером «Куньлунь Ред Стар»
  18. Кинэн эш урынын бушата
  19. Отсутствие арены являетя препятствием для вступления китайского клуба в КХЛ
  20. Владимир Кречин: «Китайцам интересны любые контакты с Россией, «Куньлунь» поддерживают три крупные компании»
  21. Уэйн Гретцки стал глобальным послом клуба «Куньлунь Ред Стар»