Бобров дивизионы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Бобров дивизионы — спорт, географик һәм башҡа принциптар нигеҙендә командаларҙы бүлеү маҡсаты менән 2008 йылда нигеҙләнгән Континенталь хоккей лигаһының дүрт дивизионының береһе. Был дивизион Көнбайыш конференцияһы составына инә.

Совет футболы һәм хоккейы легендаһы Всеволод Бобров иҫтәлегенә аталған.

Дивизион составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2008/2009 йылдар миҙгеле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2009/2010 йылдар миҙгеле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был миҙгелдә Континенталь хоккей лигаһы командалары географик принцип нигеҙендә икешәр дивизиондан торған Көнсығыш һәм Көнбайыш конференцияларына бүленде. Бобров дивизионы Көнбайыш конференцияһы составына индерелде. Уның командалары:

2010/2011 йылдар миҙгеле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Динамо» Минск Тарасов дивизионына күсә.

2011/2012 йылдар миҙгеле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дивизионға словакияның «Лев» командаһы керә.

2012/2013 йылдар миҙгеле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дивизионға «Витязь», «Донбасс» һәм «Слован» керә, ә Тарасов дивизионына «Спартак» һәм ЦСКА командалары күсте.

2013/2014 йылдар миҙгеле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Медвешчак» һәм ЦСКА дивизион составына инәләр, ә «Витязь» кире Тарасов дивизионына ҡайта.

2014/2015 йылдар миҙгелендә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Финанс мәсьәләләр арҡаһында «Лев» дивизиондан сыға һәм ЦСКА тағы ла Тарасов дивизионына ҡайта. Уларҙың урындарын «Атлант» һәм «Йокерит» ала.

2015/2016 йылдар миҙгеленән башлап[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Финанс мәсьәләләр арҡаһында «Атлант» дивизион составынан сыға. Уның урынына үткән миҙгелдә ҡатнашмаған «Спартак» командаһы килә.

КХЛ 2017/2018 йылдар миҙгеленән башлап[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дивизион һәм Лига составынан «Медвешчак» командаһы сығарыла.

2018/2019 йылдар миҙгеленән алып[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарасов дивизионына күскән Минскиҙан «Динамо» һәм Братиславанан «Слован» урынына шул уҡ дивизиондан Мәскәүҙең «Динамо» һәм Череповецтан «Северсталь» күсә.

Бобров дивизионы
Команда Ҡала Арена Нигеҙләнгән КХЛ Дивизионды еңеү Конференцияны еңеү Гагарин кубогы Баш тренер Капитан
Динамо Рәсәй флагы Мәскәү ВТБ Арена 1946 2008 2011, 2014* 2012, 2013 2012, 2013 Рәсәй Федерацияһы Владимир Крикунов Рәсәй флагы Вадим Шипачёв
Динамо Латвия флагы Рига Арена Рига 1946 2008 Латвия флагы Гиртс Анкипанс Латвия флагы Лаурис Дарзиньш
Йокерит Хельсинки Хартвалл Арена 1967 2014 2016 Лаури Марьямяки Дания Петер Регин
Северсталь Рәсәй флагы Череповец Боҙ һарайы 1956 2008 Рәсәй Федерацияһы Андрей Разин Рәсәй флагы Юрий Трубачёв
СКА Рәсәй флагы С.-Петербург Боҙ һарайы 1946 2008 2010, 2012—2015, 2017—2019 2015, 2017 2015, 2017 Рәсәй флагы Алексей Кудашов Рәсәй флагы Сергей Плотников
Спартак Рәсәй флагы Мәскәү ЦСКА Арена 1946 2008 һәм 2015 Рәсәй флагы Олег Знарок Рәсәй флагы Андрей Кутейкин
* Мәскәүҙән «Динамо» 2014 йылда Бобров дивизонын түгел, ә Тарасов дивизионын еңә

Дивизион еңеүселәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гагарин кубогын яулаусылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

КХЛ йондоҙҙар уйыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2017 йылдан башлап КХЛ йондоҙҙар уйынының форматы үҙгәре, хәҙер ул дүрт команда ҡатнашлығында үткән мини-турнир була. Көнбайыш конференцияһына ингән дивизиондар үҙ-ара ярымфиналда, кем финалға сыға икәнен, билдәләй.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]