Динамо (хоккей клубы, Минск)
«Динамо» Минск | ||
Ил: | Белоруссия | |
---|---|---|
Ҡала: | Минск | |
Нигеҙләнгән: | 1976 | |
Элекке исемдәре: | 1992 йылға тиклем — Динамо 2000 йылға тиклем — Тивали | |
Өй аренаһы: | Минск-Арена (15 086) | |
Төҫтәр: | ||
Хоккей лигаһы: | КХЛ | |
Дивизионы: | Тарасов
| |
Конференцияһы: | Көнбайыш | |
Баш тренеры: | Крэйг Вудкрофт | |
Капитан: | Роб Клинкхаммер | |
Аффилир-клубы: | Динамо-Молодечно (Экстралига) Минские Зубры (Юғары Лига) | |
Рәсми сайт: | http://hcdinamo.by/ | |
|
«Динамо-Минск» хоккей клубы (бел. ХК «Дына́ма-Мінск», тулы исеме Ябыҡ акционер йәмғиәте «Динамо-Минск хоккей клубы») — Минск ҡалаһынан шайбалы хоккей буйынса белорус командаһы. 1976 йылда ойошторола, СССР чемпионатының юғары лигаһында биш миҙгел уйнай, иң яҡшы һөҙөмтә — 10-сы урын 1989/90 йылдар миҙгелендә. 2003 йылда яңынан тергеҙелә, 2007 йылда — Белоруссия чемпионы. 2008 йылдан башлап Континенталь хоккей лигаһында ҡатнаша башлай, 2018/19 миҙгеленән башлап Тарасов дивизионы вәкиле[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Минск командалары СССР чемпионатында (1947—1976)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүге тапҡыр Минск командаһы союз аренаһына 1947/1948 йылдар миҙгелендә сыға — «В» төркөмөндә һуңғы урын алған «Торпедо» сығыш яһай. Киләһе йылда команда «Спартак» спорт ойошмаһының өлөшө кеүек сығыш яһай. 1950 йылда «Спартак» «А» класында сығыш яһау хоҡуғын яулай, шунда өс миҙгел уйнай һәм команда таратыла. Барлыҡ сығыштар ваҡытында команда Минскиҙа бер уйын да үткәрмәй һәм 1952/1953 йылдар миҙгелендә бер генә тапҡыр еңә һәм шул миҙгелдә 10—17-се урындар өсөн көрәштә ике еңеү яулай. 1955—1964 йылдарҙа «В» класында бер-береһен алмаштырып «Буревестник», «Красное Замя» һәм «Труд» Минск командалары уйнай. 1964 йылда чемпионатта реформалар булғас, «А» класының икенсе төркөмөндә «Вымпел» командаһы сығыш яһай.
1965 йылдан башлап Белоруссияның төп командаһы «Торпедо» була. Тәжрибәле һәм көслө уйынсылар йыйылғанға күрә команда тәүге миҙгелдә үк элита дивизионына эләгә. Әммә унда «Торпедо» һуңғы 12-се урынды ала һәм көслөләр төркөмөндә киләһе миҙгелдә сығыш яһау хоҡуғы өсөн турнирҙа ҡатнаша. Бында команда икенсе урын яулай һәм икенсе төркөмгә төшә. Артабан һөҙөмтәләр насарая ғына бара. 1969—1973 йылда команда ул ваҡытта икенсе дивизион булған «А» класының беренсе төркөмөндә сығыш яһай, йыл һайын күрһәткестәре түбәнәйә бара. 1973 йылдың яҙ миҙгелендә «Торпедо» арттан икенсе урынды алып, икенсе төркөмгә төшә, шунда тағы өс миҙгел үткәрә.
«Динамо» Минск хоккей командаһы 1948 йылда ойошторола. Бер-нисә йыл дауамында ул Белоруссияның һәүәҫкәрҙәр чемпионатында ҡатнаша. Республика беренселегенең 1950/51 йылдар миҙгелендә бронза, 1968/69 йылдар миҙгелендә — көмөш миҙал яулай, ә 1967/68 һәм 1969/70 йылдар миҙгелдәрендә — Белоруссия чемпионы була. 1972 йылда динамовсылар өсөнсө булып миҙгелде тамамлай, әммә бронза миҙал алмай: ул ваҡытта пьедесталда урындар өсөн бөтә союз беренселегенең «Б» класында сығыш яһаған Белоруссия командалары ғына көрәшә ине. Артабан команданың һөҙөмтәләре насарая башлай. Белоруссия чемпионатының 1974/75 йылдар миҙгеле һөҙөмтәләре буйынса «Динамо» алтынсы урынға төшә һәм республика ярыштарында ҡатнашыуҙан туҡтай.
«Динамо» СССР чемпионаттарында (1976—1992)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1976 йылдың йәйендә «А» класының икенсе төркөмдөң көнбайыш зонаһында (СССР чемпионатында көсө буйынса өсөнсө дивизион) сығыш яһаған Минскиҙың «Торпедо» БФСЙ «Динамо» юрисдикцияһы аҫтына күсә. Көс ведомствоһы булдырған спорт йәмғиәте сит ҡала уйынсыларына уңайлыҡтар булдыра, күп йәшәү һәм матди һорауҙарҙы хәл итә, Мәскәү бер клубташтары менән бәйләнештәрҙе көйләй. Команданы абруйлы Новосибирск белгесе Виталий Стаин етәкләй, уға «Торпедоның» элекке ҡапҡасыһы Юрий Никонов ярҙам итә. «Динамоға» 1976 йылда төҙөлгән Минскиҙағы Горький паркында ҡапланған һырғалаҡ ҙур ярҙам була. Һырғалаҡтың базаһында «Юность» олимпия резервы спорт балалар-үҫмерҙәр мәктәбе төҙөлә, шул мәктәптең тәрбиәләнеүселәре киләсәкте «Динамоның» төп өлөшөн тәшкил итә.
Дебют йылында уҡ «Динамо» СССР чемпионатының беренсе группаһына путевка яулай, ә өс миҙгелдән 1980 йылда юғары лигаға сығыуға өлгәшә. Юғары лигала нығынып ҡала алмай һәм, 12-се урын алып, «А» класына төшә. 1982 һәм 1983 йылдарҙа «Динамо» юғары лигала уйнау хоҡуғы өсөн күсереү турнирҙарҙа ҡатнаша, әммә унда үтә алмай.
1988 йылда «Динамо» совет хоккейының элитаһына яңынан ҡайта. Шул ваҡытта «Юность» тәрбиәләнеүселәренең яңы быуыны Владимир Крикунов етәкселеге аҫтында күсереү турнирын еңә алалар. СССР чемпионаттарында үҙенең иң яҡшы һөҙөмтәһен «Динамо» 1989/1990 йылдар миҙгелендә күрһәтә — үҙенең тарихында берҙән-бер тапҡыр команда юғары лига чемпионатының икенсе этабын ун иң көслө командалар араһында була. «Динамо» составында 1980-се йылдарҙа сығыш яһаған хоккейсылар артабан Белоруссия йыйылма командаһының нигеҙен төҙөйҙәр, ә СССР йыйылма командаһына Юрий Кривохижа һәм Андрей Ковалёв саҡырылалар.
«Тивали» (1992—2000)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1990-сы йылдар башында финанс ҡыйынлыҡтар арҡаһында БФСЙ «Динамо» үҙенең хоккей бүлексәһенән баш тарта, команда шәхси ҡулдарға күсә һәм 1993 йылдың яҙ миҙгелендә исеме «Тивали» тигәнгә үҙгәртелә. Клуб Белоруссияның дүрт тапҡыр чемпионы була, ике тапҡыр көмөш миҙал һәм бер тапҡыр бронза миҙалдарын еңә. Белоруссия чемпионатынан башҡа «Тивали» 1992—1996 йылдарҙа Милләт-ара хоккей лигаһында уйнай, ә һуңғыһының бөтөрөлөүөнән һуң Көнсығыш Европа хоккей лигаһында ҡатнаша. 1994 һәм 1995 йылдарҙа команда Европа чемпиондары кубогы финалдарына барып етә һәм шунда бишенсе һәм етенсе урындар ала. 1990-се йылдарҙың тәүге яртыһында «Тивали» Белоруссия йыйылма командаһының база клубы ине, уның составында күп билдәле белорус уйынсылары сығыш яһай. Команда 1999/2000 йылдар миҙгелендә чемпион булғас таратыла.
Команданың тергеҙеүе (2003—2007 годы)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2003 йылда Белоруссия хоккей федерацияһы рәйесе һәм ЭЭМ етәксеһе Владимир Наумов команданы тергеҙергә уйлай. Команданың ойоштороусыһы Белоруссияның көс ведомстволары була, спонсор ярҙамын Минск өлкәһенең предприятиелары күрһәтә. Команданы Словакия белгесе Юлиус Шуплер етәкләй. Белоруссия чемпионаттарында тәүге уйынын яңынан тергеҙелгән «Динамо» 2003 йылдың 10 сентябрендә «Витебск» командаһына ҡаршы үткәрә һәм шул уйынды 2:1 иҫәбе менән еңә. Команданың Белоруссия чемпионаттарында тәүге шайбаһын һаҡсы Ярослав Маслеников керетә.
Тәүҙә команданың составы йәш белорус уйынсыларынан йыйыла. Әммә 2004/2005 йылдар миҙгелендә «Динамо» чемпионатта туғыҙынсы урын алып, плей-офф уйындарына эләкмәгәс, состав йыйыу ҡарашы үҙгәрә: тәжрибәле уйынсылар менән контрактар төҙөлә, шул уйынсыларҙың күбеһе Белоруссия йыйылма командаһының төҫтәрен яҡлай. Команданы Любомир Покович етәкләй. Уның етәкселеге аҫтында «Динамо» ике тапҡыр Белоруссия кубогын еңә һәм 2005/2006 йылдар миҙгелендә чемпионатта икенсе урын ала. 2007 йылда Любомир көтөлмәгәндән эшенән ҡыуыла, уның урынына килгән Эдуард Занковец «Динамо» алтын миҙал еңә.
«Динамо» Континенталь хоккей лигаһында (2008 — ...)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2008 йылдың 26 мартында Континенталь хоккей лигаһында команданың ҡатнашыуы ҡабул ителгәс, яңы команда төҙөү башлана. Популяр исемдәр араһында «Динамонан» башҡа «Партизан» һәм «Минские Зубры» була[2][3], әммә Белоруссия хоккей федерацияһы традицион исемдә туҡтай[4]. Ташлама яһап КХЛ 15 меңле «Минск-Арена» төҙөлөп бөткәнсе «Динамоға» Минскиҙағы спорт һарайында уйнарға рөхсәт итә.
Джон Пэддок һәм Уэйн Флеминг менән уңышһыҙ һөйләшеүҙәрҙән һуң команданың баш тренеры Пол Гарднер була. Уны чемпионаттың башланыуына тиклем үк Джим Хьюз алмаштыра. Чемпионаттың башы бик насар була — 12 турҙан һуң команда арттан икенсе урында була. 1 октябрҙә генераль директор Владимир Гончаров эшенән бушатыла, 15 октябрҙә Джим Хьюз ҡыуыла. Команданың яңы тренеры Василий Спиридонов була. Әммә ул бер-нимә лә үҙгәртә алмай, һәм команда чемпионатты 22-се урында тамамлай.
2009 йылдың яҙында «Динамоны» Глен Хэнлон етәкләй. Миҙгел алдынан команды йыйыуы ентекләп алып барыла, әммә һаман да төп ролгә сит ил уйынсылары саҡырыла. Командағы шул ваҡытта билдәле Осси Вяанянен, Вилле Пелтонен һәм Андрей Мезин килә. 2009/2010 йылдар миҙгелендә «Динамо» чемпионатты насар башлай, һәм бөтә тренер штабы отставкаға ебәрелә. Команданы етәкләү ролен Александр Андриевскийға тапшыралар. Команда яңы тренер етәкселегендә Шпенглер кубогын еңә. Ғинуарҙың уртаһынан башлап «Динамоның» өйҙәге уйындары «Минск-Аренала» үткәрелә башлай. Тренерҙы алмаштырыу «Динамоға» ярҙам итмәй — көнбайыш конференцияһында 11-се һәм бөтә чемпионатта 17-се урындар ала. Миҙгел бөткәс команданы Марек Сикора етәкләй.
Миҙгел тамамланғас яңы тренерҙан башҡа командағы Максим Спиридонов, Йозеф Штумпел, Константин Глазачев, Роберт Эш һәм Петр Сикора кеүек уйынсылар кила. Яңы миҙгелдә ныҡ яңыртылған состав тәүгегә плей-офф уйындарына эләгә. Шунда Көнбайыш конференцияһы еңеүсеһенә Ярославлдең «Локомотив» командаһына ете уйында серияла еңелә. Шулай уҡ шул миҙгелдә команданың ҡаҙаныштарына ошоно индереп була: «Динамо» тамашасылар һаны буйынса КХЛ-да беренсе һәм бөтә Европала өсөнсө урын яулай. Шуға күрә был миҙгел команда өсөн иң яҡшыһы, тип таныла.
2011/2012 йылдар миҙгеле алдынан командаға Лукаш Крайчек, Ярослав Обшут, Збынек Иргл, Теему Лайне, Шарль Лингле һәм Йере Каралахти ҡушыла. Чемпионаттың тәүге уйынында «Динамо» «Локомотив» менән осрашырға тейеш ине. Әммә уйын үткәрелмәй: 2011 йылдың 7 сентябрендә Ярославль аҫтында Туношна аэропортынан осоп киткәс тә үк ЯК-42 самолеты шартлай. Һәләк булғандар араһында өс Белоруссия гражданы була: Руслан Салей, Сергей Остапчук һәм үҙ ваҡытында «Динамола» эшләгән тренер Николай Кривоносов.
2012 йылдың ғинуарында команда Ладислав Надь менән контракт төҙөй. Шулай уҡ командаға йәш Белоруссия хоккейсылары Илья Казнадей һәм Сергей Дудко ҡушыла. Миҙгел барышында Йере Каралахти һәм Лукаш Крайчек менән контрактар оҙайтыла. 4 мартта плей-офф сирекфиналында мәскәүҙең «Динамоһына» 0:4 серияла иҫәп менән еңелгәс команданың баш тренеры Марек Сикора карьерын тамамлай.
Миҙгел тамамланғас «Динамо» Шарль Лингле, Либор Пивко, Збынек Иргл, Сергей Дудко һәм Олег Горошко менән контрактарҙы оҙайта. Март айында Ярослав Обшуттың капитан булмауы билдәле була. 3 апрелдә команданан Ладислав Надь, Ярослав Обшут һәм Томаш Словак китәләр. 5 апрелдә клуб Швеция һаҡсыһы Юнас Фрёгрен менән контракт төҙөй, ә 11 апрелдә йәш белорус ҡапҡасыһы Ян Шелепнёв менән ике яҡлы контракт ҡабул ителә.
2012 йылдың 25 апрелендә «Динамо-Минск» хоккей клубы күҙәтеү кәңәшмәһе рәйесе Юрий Бородич Белоруссия йыйылма командаһының баш тренеры Кари Хейккиля «Динамоның» баш тренеры булып тәғәйәнләнеүе тураһында хәбәр итә. Финн белгесенән башҡа был вазифаға Марек Сикораның ярҙамсыһы Александр Андриевский, Швеция йыйылма командаһы баш тренеры Пер Мортс һәм Янне Карлсон дәғүәләй. 2012 йылдың 5 май көнөндә команданан Александр Кулаков, Дмитрий Коробов һәм Петр Подградский китә. 11 майҙа клуб менән ике йылға ҡапҡасы Кевин Лаланд контрактын оҙайта.
Яңы тренер етәкселегендә «Динамо» яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтмәй, команда конференцияһында һуңғыларҙың береһе була. Һөҙөмтәлә Хейккиля эшенән бушатыла. «Динамоны» Александр Андриевский етәкләй. Был үҙгәрештәр командаға ярҙам итә: февраль башында «Динамо» Көнбайыш конференцияһының 7-се урынына күтәрелә, әммә плей-оффҡа эләгә алмай.
2013/2014 йылдар миҙгелендә команданың составы күбеһенсә яңыртыла һәм йәш белорус уйынсыларынан тора. Әммә, был үҙгәрештәр команданың һөҙөмтәләрендә насар тәьҫир итә: «Динамо» конференцияла һуңғы баҫҡысҡа төшә. Күп тормай, Александр Андриевскийҙы Любомир Покович алмаштыра. Ул даими чемпионатта хәлдәрҙе яҡшырта алмай. Әммә Өмөт кубогында «Слован», «Атлант» һәм «Северсталь» командаларын сиратлап еңеп, финалға сығалар. Шунда «Авангардҡа» еңелә.
2014/2015 йылдар миҙгелен баш тренер ролендә Любомир Покович башлай. Йәй команда ныҡ көсләнә: «Динамо» менән Райан Веске, Пол Щехура, Ник Бэйлен, Иван Шварны, Джонатан Чичу, Шарль Лингле һәм Александр Кулаков контракт төҙөйҙәр. «Динамо» үҙенең КХЛ тарихында иң яҡшы һөҙөмтәһен күрһәтә: команда даими чемпионатта Көнбайыш конференцияһында 100 мәрәй менән 5-се урынды биләй. Команда көнбайыш конференцияһы сирекфиналында Финляндияның «Йокериты» менән осрашты. Тәүге уйынды 2:1 иҫәбе менән өҫтәмә ваҡытта Минск хоккейсылары еңә. Әммә артабанғы дүрт уйында «Йокерит» еңә. «Динамо» серияла 1:4 иҫәбе менән еңелә.
2015/2016 йылдар миҙгелендә 16 октябрҙә Любомир Покович насар һөҙөмтәләр арҡаһында команданан ҡыуыла. «Динамо» баш тренеры итеп Андрей Ковалев тәғәйәнләнә. «Динамо» даими миҙгел бөткәнсе тиерлек плей-оффҡа эләгеү мөмкинселектәрен һаҡлай, әммә «Слован» көслөрәк булып сыҡты һәм Словакия командаһы плей-оффҡа һигеҙенсе урындан эләгә.
Миҙгел тамамланғас клуб етәкселеге Канада белгесе Крэйг Вудкрофт менән килешеү төҙөйҙәр һәм уны баш тренер итеп ҡуялар. Яңы тренер менән Минск командаһы Көнбайыш конференцияһында дүртенсе урынды яулай, әммә Гагарин кубогының тәүге раундында «Локомотив» хоккей клубына серияла 1-4 иҫәбе менән еңелә. 2017/2018 йылдар миҙгелендә икенсе Канада баш тренеры Горди Дуайер етәкселегендә команда плей-оффҡа эләгә алмай ҡала. Шул уҡ хәл киләһе миҙгелдә ҡабатлана. 2019 йылдың 14 июнендә команданың баш тренеры итеп яңынан Крэйг Вудкрофт тәғәйенләнә. «Динамо» 62 осрашыуҙа 39 мәрәй йыя һәм Көнбайыш конференцияһында һуңғы урынды яулай.
Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһау һөҙөмтәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]У — үткәргән уйындар һаны, Е — төп ваҡытта еңеүҙәр һаны, ЕО — овертаймда еңеүҙәр, ЕБ — буллиттарҙа еңеүҙәр, БО — буллиттарҙа отолоуҙар, ОО — овертаймдарҙа отолоуҙар, О — төп ваҡытта отолоуҙар һаны, М — йыйылған мәрәйҙәр һаны, Ш — кереткән һәм үткәргән шайбалар нисбәте, ДМ — даими миҙгел һөҙөмтәләре буйынса урыны
Миҙгел | У | Е | ЕО | ЕБ | БО | ОО | О | М | Ш | ДМ | Плей-офф |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
2008/09 | 56 | 12 | 1 | 2 | 5 | 2 | 24 | 49 | 124-197 | 22 | Плей-оффҡа эләкмәнеләр |
2009/10 | 56 | 17 | 1 | 5 | 2 | 0 | 31 | 65 | 139-164 | 18 | Плей-оффҡа эләкмәнеләр |
2010/11 | 54 | 17 | 3 | 5 | 5 | 2 | 22 | 74 | 150-155 | 16 | Конференция сирекфиналында еңелделәр: 3-4 (Локомотив) |
2011/12 | 54 | 21 | 0 | 7 | 3 | 3 | 20 | 83 | 158-148 | 13 | Конференция сирекфиналында еңелделәр: 0-4 (Динамо М) |
2012/13 | 52 | 18 | 5 | 2 | 2 | 3 | 23 | 71 | 125-148 | 19 | Плей-оффҡа эләкмәнеләр |
2013/14 | 54 | 13 | 1 | 3 | 4 | 2 | 31 | 53 | 102-161 | 26 | Плей-оффҡа эләкмәнеләр |
2014/15 | 60 | 27 | 3 | 4 | 4 | 1 | 21 | 100 | 171-159 | 9 | Сирекфинал конференцияһында еңелделәр: 1-4 (Йокерит) |
2015/16 | 60 | 20 | 2 | 5 | 4 | 5 | 24 | 83 | 147-168 | 18 | Плей-оффҡа эләкмәнеләр |
2016/17 | 60 | 27 | 3 | 7 | 2 | 2 | 19 | 105 | 171-150 | 8 | Сирекфинал конференцияһында еңелделәр: 1-4 (Локомотив) |
2017/18 | 56 | 20 | 1 | 4 | 1 | 2 | 28 | 73 | 112-129 | 20 | Плей-оффҡа эләкмәнеләр |
2018/19 | 62 | 15 | 0 | 2 | 2 | 6 | 37 | 42 | 119-180 | 24 | Плей-оффҡа эләкмәнеләр |
2019/20 | 62 | 11 | 2 | 1 | 5 | 6 | 37 | 39 | 126-177 | 24 | Плей-оффҡа эләкмәнеләр |
2020/21 | 60 | ||||||||||
Бөтәһе | 636 | 191 | 19 | 42 | 35 | 33 | 306 | 737 | 1473-1777 |
Ҡаҙаныштар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Өмөт кубогы 2014 финалисы.
Белоруссия чемпионаты
- Чемпион (2): 1967/1968, 1969/1970
- Вице-чемпион (1): 1968/69
- Бронза миҙалы (1): 1950/1951
- Чемпион (1): 2006/2007
- Вице-чемпион (1): 2005/2006
- Бронза миҙалы (1): 2007/2008
Халыҡ-ара турнирҙар
- Еңеүсе (1): 2009.
Состав
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсми сайттағы мәғлүмәт буйынса
Стадионы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өйҙәге КХЛ чемпионаты уйындарын «Динамо» күп функциялы «Минск-Арена» мәҙәниәт-спорт комплексының «Арена» спорт-мәҙәниәт ҡоролмаһында үткәрә. Спорт комплексы 2006—2009 йылдарҙа төҙөлә, 15086 тамашасы һыйҙырған спорт-тамаша аренанан башҡа уның составына конькиҙа йүгереү стадионы, велодром һәм күп кимәлле автотуҡталыш. Хоккей аренаһының тантана асышы 2010 йылдың 30 ғинуарында КХЛ бөтә йондоҙҙар уйыны сиктәрендә була.
«Минск-Арена» — ҙурлығы буйынса Континенталь хоккей лигаһында беренсе һәм бөтә Европала дүртенсе арена. 2014 йылда был аренала шайба менән хоккей буйынсы донъя чемпионата үтә. 2018/2019 миҙгеленең даими чемпионатында «Динамо» өс уйынын «Чижовка-Аренала» үткәрә[5].
Бүлендек командалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Динамо-Минск» хоккей клубы структураһына биш команда керә:
- «Юность-Минск» — фарм-клуб, 1975 йылда нигеҙләнә, 2013/2014 йылдар миҙгеленән башлап Белоруссия экстралигаһында сығыш яһай.
- «Динамо-Шинник» — йәштәр командаһы, 2011 йылда Белоруссия чемпионатының юғары лигаһы чемпионы, 2011—2015 йылдарҙа ЙХЛ чемпионатында уйнай, 2015 йылдан башлап Белоруссия экстралигаһында уйнай.
- «Динамо-Молодечно» — фарм-клуб, 2014 йылда нигеҙләнә, 2014/2015 йылдар миҙгеленән башлап Белоруссия экстралигаһында уйнай.
- «Динамо-Раубичи-ЙХЛ» — йәштәр командаһы, 2014 йылда нигеҙләнгән, 2014/2015 йылдар миҙгелендә ЙХЛ беренселегендә ҡатнаша, 2015 йылдан башлап ЙХЛ чемпионатында уйнай.
- «Динамо-Раубичи» — йәштәр командаһы, 2014 йылда нигеҙләнә, 2014/2015 йылдар миҙгеленән башлап Белоруссия чемпионатының юғары лигаһында уйнай, «Динамо-Молодечно» фарм-клубы.
Символика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2009 йылдың йәйендә клуб етәкселеге брендты ҡулланыу өсөн бүленгән сумманы түләмәҫ өсөн эмблеманы һәм команданың исемен яҙыуын үҙгәртеп ҡарай[6]. Традицион «Д» хәрефе урынына логотип кеүек зубрҙың стилләнгән һүрәтен ҡулланыу тәҡдим ителә. Рус («Динамо») һәм белорус (Дынамо) телендә команда исеменә хоҡуҡтар спорт йәмғиәтенеке булғас, исемде «Дінамо» тигәнгә алмаштырырға тәҡдим ителә. Быға ҡаршы «Динамо» БФСЙ ҡаршы була[7], шуға яңы миҙгелгә яңы логотип менән һәм иҫке исем менән керә[8]. 2009 йылдың август айынан 2010 йылдың апрель айына тиклем логотипта тик зубр һүрәте генә була, ә 2010 йылдың апрель айынан башлап логотипта зубр һүрәте тирәһендә «Хоккейый клуб Динамо-Минск» яҙыуы менә түңәрәк килеп сыға.
2019 йылдың сентябрендә «Динамо» үҙенең яңы эмблемаһын һәм уйын формаһын күрһәтә[9].
Ҡыҙыҡ мәғлүмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баш тренерын алмаштырған КХЛ тәүге командаһы Минскиҙың «Динамоһы» була. Канада белгесе Пол Гарднер 2008 йылдың 29 июлендә бер рәсми уйын да үткәрмәй ҡыуыла[10].
- 2010 йылғы Олимпия уйындарының асыу тантанаһында Минскиҙың «Динамо» ике уйынсыһы үҙҙәренең илдәренең флагтарын алып сыға: Олег Антоненко Белоруссия флагын алып сыҡһа, Вилле Пелтонен — Финляндияныҡын[11].
- «Динамо-Минск» хоккей клуб традицион рәүештә КХЛ уртаса тамашасылар һаны рейтингында беренсе урындарҙа килә. 2014/2015 йылдар миҙгелендә был күрһәткес уртаса бер уйында 14 120 тамашасыға тиң була — был лигала иң яҡшы күрһәткес.
Бөтә тренерҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]СССР чемпионаты:
- Виталий Стаин (1976—1981)
- Юрий Очнев (1981—1982)
- Борис Косарев (1982—1985)
- Владимир Крикунов (1985—1991)
- Владимир Сафонов (1991—1992)
Белоруссия чемпионаты:
- Юлиус Шуплер (июль 2003 — 2 ноябрь 2003)
- Владимир Меленчук (2 ноябрь 2003 — апрель 2004)
- Бранислав Шайбан (4 май 2004 — 5 октябрь 2004)
- Александр Шумидуб (5 октябрь 2004 — 10 ноябрь 2004)
- Леонид Киселёв (10 ноябрь 2004 — 1 март 2005)
- Александр Гаврилёнок (1 март 2005 — июнь 2005)
- Любомир Покович (июнь 2005 — 18 ғиунар 2007)
- Эдуард Занковец (21 ғинуар 2007 — 31 май 2007)
- Андрей Сидоренко (июль 2007 — апрель 2008)
КХЛ:
- Пол Гарднер (8 июнь 2008 — 29 июль 2008)
- Джим Хьюз (1 август 2008 — 15 октябрь 2008)
- Василий Спиридонов (15 октябрь 2008 — 23 март 2009)
- Глен Хэнлон (23 март 2009 — 21 октябрь 2009)
- Александр Андриевский (21 октябрь 2009 — 2 апрель 2010)
- Марек Сикора (2 апрель 2010 — 4 март 2012)
- Кари Хейккиля (25 апрель 2012 — 12 октябрь 2012)
- Александр Андриевский (12 октябрь 2012 — 24 ноябрь 2013)
- Любомир Покович (24 ноябрь 2013 — 16 октябрь 2015)
- Андрей Ковалёв (16 октябрь 2015 — 28 апрель 2016)
- Крэйг Вудкрофт (28 апрель 2016 — 2017)
- Горди Дуайер (2017 — 9 ноябрь 2018)
- Андрей Сидоренко (9 ноябрь 2018 — 30 апрель 2019)
- Крэйг Вудкрофт (14 июнь 2019 — ә.в.)
КХЛ-да команданың бөтә капитандары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү] Андрей Михалёв (2008—2009, 2011)
Вилле Пелтонен (2009—2010)
Йозеф Штумпел (2010)
Ярослав Обшут (2011—2012)
Владимир Денисов (2012)
Йере Каралахти (2012—2013)
Джефф Плэтт (2013)
Алексей Калюжный (2013—2016)
Владимир Денисов (2017—2018)
Александр Павлович (2018—2019)
Андрей Костицын (2019—2020)
Роб Клинкхаммер (2020—ә.в.)
Билдәле уйынсылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- {{ {{{1}}}
| размер = | alias = Совет Социалистик Республикалар Союзы | shortname alias = СССР | flag alias = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-1923 = Flag of the Soviet Union 1923.svg | flag alias-1955 = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС = Naval Ensign of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС-1924 = Naval Ensign of the Soviet Union 1924.svg | flag alias-ВМС-1935 = Naval Ensign of the Soviet Union 1935.svg | flag alias-армия = Red Army flag (Fictitious).svg | flag alias-ВВС = Flag of the Soviet Air Force.svg | var1 = 1923 | var2 = ВМС | var3 = ВМС-1924 | var4 = ВМС-1935 | var5 = армия | var6 = ВВС | variant = }}/ Александр Андриевский (1984—1990, 2004—2005)
- {{ {{{1}}}
| размер = | alias = Совет Социалистик Республикалар Союзы | shortname alias = СССР | flag alias = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-1923 = Flag of the Soviet Union 1923.svg | flag alias-1955 = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС = Naval Ensign of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС-1924 = Naval Ensign of the Soviet Union 1924.svg | flag alias-ВМС-1935 = Naval Ensign of the Soviet Union 1935.svg | flag alias-армия = Red Army flag (Fictitious).svg | flag alias-ВВС = Flag of the Soviet Air Force.svg | var1 = 1923 | var2 = ВМС | var3 = ВМС-1924 | var4 = ВМС-1935 | var5 = армия | var6 = ВВС | variant = }}/ Олег Антоненко (1988—1993, 2005—2007, 2009—2010)
- Осси Вяанянен (2009—2010)
- {{ {{{1}}}
| размер = | alias = Совет Социалистик Республикалар Союзы | shortname alias = СССР | flag alias = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-1923 = Flag of the Soviet Union 1923.svg | flag alias-1955 = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС = Naval Ensign of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС-1924 = Naval Ensign of the Soviet Union 1924.svg | flag alias-ВМС-1935 = Naval Ensign of the Soviet Union 1935.svg | flag alias-армия = Red Army flag (Fictitious).svg | flag alias-ВВС = Flag of the Soviet Air Force.svg | var1 = 1923 | var2 = ВМС | var3 = ВМС-1924 | var4 = ВМС-1935 | var5 = армия | var6 = ВВС | variant = }}/ Андрей Ковалёв (1984—1989, 1991—1992)
- Андрей Мезин (2009—2012)
- Вилле Пелтонен (2009—2010)
- Руслан Салей (1992—1993)
- Петр Сикора (2010—2011)
- {{ {{{1}}}
| размер = | alias = Совет Социалистик Республикалар Союзы | shortname alias = СССР | flag alias = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-1923 = Flag of the Soviet Union 1923.svg | flag alias-1955 = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС = Naval Ensign of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС-1924 = Naval Ensign of the Soviet Union 1924.svg | flag alias-ВМС-1935 = Naval Ensign of the Soviet Union 1935.svg | flag alias-армия = Red Army flag (Fictitious).svg | flag alias-ВВС = Flag of the Soviet Air Force.svg | var1 = 1923 | var2 = ВМС | var3 = ВМС-1924 | var4 = ВМС-1935 | var5 = армия | var6 = ВВС | variant = }}/ Сергей Фёдоров (1985—1986)
- Йозеф Штумпел (2010—2011)
- {{ {{{1}}}
| размер = | alias = Совет Социалистик Республикалар Союзы | shortname alias = СССР | flag alias = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-1923 = Flag of the Soviet Union 1923.svg | flag alias-1955 = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС = Naval Ensign of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС-1924 = Naval Ensign of the Soviet Union 1924.svg | flag alias-ВМС-1935 = Naval Ensign of the Soviet Union 1935.svg | flag alias-армия = Red Army flag (Fictitious).svg | flag alias-ВВС = Flag of the Soviet Air Force.svg | var1 = 1923 | var2 = ВМС | var3 = ВМС-1924 | var4 = ВМС-1935 | var5 = армия | var6 = ВВС | variant = }}/ Владимир Цыплаков (1987—1992)
- Роберт Эш (2010—2011)
- Ярослав Обшут (2011—2012)
- Лукаш Крайчек (2011— ...)
- Пекка Ринне (2012)
- Эвандер Кейн (2012)
- Тим Стэплтон (2012— 2013)
- Джо Павелски (2012)
- Збынек Иргл (2011 — 2014)
- Ларс Хауген (2012 — 2015)
- Джонатан Чичу (2014 — ...)
- Джеф Плэтт (2009 — 2014)
- Пол Щехура (2014 — ...)
- Либор Пивко (2011—2013)
- Шарль Лингле (2011—2013) (2014-...)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Минское «Динамо» будет выступать в дивизионе Тарасова . hcdinamo.by (24 апрель 2018). Дата обращения: 24 апрель 2018.
- ↑ Опрос о названии белорусского клуба в КХЛ . Федерация хоккея Республики Беларусь. Дата обращения: 21 март 2010. Архивировано 31 март 2008 года. 2008 йыл 31 март архивланған.
- ↑ Результаты опроса «Имя белорусского клуба в Континентальной хоккейной лиге (КХЛ)?» Дата обращения: 21 март 2010. Архивировано 13 март 2012 года.
- ↑ Новый-старый брэнд белорусского хоккея . Федерация хоккея Республики Беларусь (27 март 2008). Дата обращения: 21 март 2010. Архивировано 31 март 2008 года. 2008 йыл 31 март архивланған.
- ↑ Минское «Динамо» в сезоне-2018/19 проведёт три матча на «Чижовка-Арене»
- ↑ Гендиректор минского «Динамо» ответил на вопросы болельщиков . Официальный сайт ХК «Динамо-Минск» (23 июль 2009). Дата обращения: 21 март 2010.
- ↑ No comments. «Динамо» на «Дінамо» . Прессбол (27 июль 2009). Дата обращения: 21 март 2010. Архивировано 13 март 2012 года.
- ↑ С маек белорусского представителя в КХЛ исчезла надпись «Дінамо» . Прессбол (10 сентябрь 2009). Дата обращения: 21 март 2010. Архивировано 13 март 2012 года.
- ↑ Все о ребрендинге минского «Динамо»
- ↑ Отставка. Белорусский потолок Пола . Прессбол (31 июль 2008). Дата обращения: 21 март 2010. Архивировано 13 март 2012 года.
- ↑ Два «зубра» несли олимпийские флаги во время открытия Олимпийских игр . официальный сайт ХК «Динамо-Минск» (13 февраль 2010). Дата обращения: 24 март 2010.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Динамо-Минск» рәсми сайты
- «Динамо-Минск» хоккей клубы Бәйләнештә рәсми сайты
- «Динамо-Минск» хоккей клубы Твиттер-аккаунты
- Команданың Facebook рәсми сайты
- «Динамо-Минск» Youtube-аккаунты
- «Динамо-Минск» командаһының Инстаграмда рәсми сайты
- Минск-Арена һәм «Динамо-Минск» Google карталарында