Россошь
Россошь | |
Флаг[d] | |
![]() | ![]() |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | XVII быуат |
---|---|
Дәүләт |
![]() |
Административ үҙәге | Городское поселение Россошь[d][1], Россошанский район[d][1] һәм Россошанский округ[d] |
Административ-территориаль берәмек | Россошанский район[d] |
Халыҡ һаны | 62 827 кеше (1 ғинуар 2018)[3] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 85 метр |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
Майҙаны | 59 км² |
Почта индексы | 396650 |
Рәсми сайт | rossosh.info |
Урындағы телефон коды | 47396 |
![]() |
Россошь — Рәсәй Федерацияһының Воронеж өлкәһендәге ҡалаһы. Россошь районының административ үҙәге, Россошь ҡалаһы Муниципаль ҡала биләмәһе берәмеге, уның составындағы берҙән-бер торлаҡ пункты[4][5]. Хәрби ҡыйыулыҡ тораҡ пункты[6]. Россошь тимер юл станцияһы (1871).
Халыҡ — 62 827 кеше (2018 йыл)
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Черная Калитва йылғаһына Ҡоро Россошь йылғаһы ҡушылған урында ултырған ҡаланың «Россошь» исеме славян һүҙе — рассоха, йылға тармағы һүҙенән килеп сыҡҡан[7]. Ҡала Черная Калитва йылғаһының (Дон йылғаһы бассейны) һул ярында урынлашҡан бында уға Ҡоро Россошь йылғаһы ҡушыла.
Россошь Көньяҡ-Көнсығыш тимер юлының эре тимер юл станцияһы — 214 км өҫтәрәк ҡушыла. Воронеждан көньяҡтараҡ 214 км алыҫлығындағы Воронеж-Дондағы Ростов тимер юлының Ольховатка станцияһына айырылған тармағында тора.
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Распопов Игорь Павлович (28.01.1925—24.03.1982), ғалим-тел белгесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1958 йылдан Башҡорт дәүләт университетының тел ғилеме һәм урыҫ теле кафедраһы, 1968 йылдан — Воронеж дәүләт университетының урыҫ теле кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1964), профессор (1967). СССР юғары мәктәбе отличнигы (1975).
Климат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Климаты уртаса-континенталь, бында эҫе йәй һәм ҡыш уртаса һалҡын.
- Уртаса йыллыҡ һауа температураһы — 7,0 °C
- Уртаса һауа дымлылығы — 66,9 процент
- Уртаса ел тиҙлеге — 3,9 м/с
Климат Россошь | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткестәре | Дек. | Ғин. | Март | Апра. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сена. | Окт. | Нояб. | Февр. | Йыл |
Уртаса температура, °C | -7 | -7,3 | -1,8 | 8,3 | 15,5 | 19,3 | 21,6 | 20,8 | 14,6 | 7,2 | -1,3 | -6,6 | 7,0 |
Сығанағы: NASA. RETScreen база данных |
Хайуандар донъяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тейелмәгән урмандарҙың һаҡланыуы арҡаһында бында ҡабан, илек кеүек йәнлектәрҙе күрергә мөмкин. Иң ҙур ҡоштарҙан ҡауҙы, төйлөгәнде күҙәтергә мөмкин. Ҡалала иң таралған ҡоштар: күгәрсен, сыйырсыҡ, ҡарлуғастар.
Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Россошь XVII быуаттың уртаһында биҫтә булараҡ барлыҡҡа килгән. XVIII быуатта Тевяшов, һуңынан Чертковтарҙың ҡулында булған. РСФСР-ҙың 1923 йылдағы административ-территориаль реформаһы ваҡытында уға ҡала статусы бирелә.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Россошь аша итальян альп корпусын һәм немецтарҙың 24-се танк корпусын тәьмин иткәндәр. Ҡалала альп корпусының резерв өлөшөнө һәм штабы торған, ул корпустың дивизиялары Дондың уң ярында: Үрге Карабуттан алып Яңы Калитваға тиклем оборона тотҡан. Россошь ҡалаһын юғалтыу 250 меңдән ашыу һалдат һәм офицерлы немец, венгр, итальян ғәскәрҙәре төркөмөнөң уң флангыһын юҡ итеү менән бер булған.
Ҡала өсөн һуғыш стратегик әһәмиәткә эйә булған: һөҙөмтәлә станция 1943 йылдың ғинуарында Острогожский-Россошь операцияһы барышында совет ғәскәрҙәре тарафынан азат ителгән[8].
Халыҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Милли составы
1939 йылда халыҡ иҫәбен мәғлүмәттәре буйынса ҡалала украиндар — 69 % йәғни 11 846 кеше, урыҫтар — 29,3 % йәғни 5020 кеше[9].
2010 йыл халыҡ иҫәбен алыу буйынса: урыҫтар — 84,6 %, украиндар — 12,9 %[10].
Иҡтисад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡаланың төп сәнәғәт предприятиелары:
- (ААЙ «Минудобрение») химия заводы[11][12]
- ЯСЙ «Придонхимстрой — эзбиз»[12][13]
- ЯСЙ «Росагропром»[12]
- Пресс төйөндәре заводы (эшләмәй)
- Элекке завод электроаппарат заводы
- Техник йыһаз заводы
- Кирбес заводы
- Ит комбинаты (ябылған/бикләнгән)[14]
- Һөт комбинаты
- Аҙыҡ-түлек комбинаты
- Май яҙыу заводы
- АО «Коттедж-Индустрия» (төҙөлөш)
- «Россошь» Көньяҡ-Көнсығыш тимер юлының локомотив депоһы
Архитектура[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫке архитектура ҡоролмалары: 1871 йылда төҙөлгән тимер юл вокзалы һәм Александр Невский сиркәүе (XIX быуаттың архитектура ҡомартҡыһы булараҡ дәүләт һаҡлауында).
2006 йылдың авгусында иҫке сиркәү янында яңы Изге-Илья ҡорамы асыла[15]. Уның фундамент майҙаны 42x30 метров, бейеклеге — 30 метрҙан ашыу. Храм дүрт биҙәлгән ҙур көмбәҙле һәм тағы бер көмбәҙе ҡыңғырауҙар манараһында. Ҡорам проектын архитекторҙар П. В. Дудин һәм В. М. Захаров төҙөгән.
2008 йылда яңы Изге Илья ҡорамы иҫке Александр Невский ғибәҙәтханаһы менән бер комплексҡа берләштерелгән
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 ОКТМО. 179/2016. Центральный ФО
- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ Закон Воронежской области от 15 октября 2004 года N 63-ОЗ «Об установлении границ, наделении соответствующим статусом, определении административных центров отдельных муниципальных образований Воронежской области»
- ↑ Устав города 2018 йылдың 25 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ http://rossoshru.ru/uspehi-goroda/rossoshi-prisvoeno-pochetnoe-zvanie-naselennyy-punkt-voinskoy-doblesti.php 2018 йылдың 9 март көнөндә архивланған.
- ↑ История Россошанского района (недоступная ссылка). Дата обращения: 27 сентябрь 2010. Архивировано 15 декабрь 2009 года. 2009 йылдың 15 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Россошь в Великую Отечественную войну (недоступная ссылка — история ).(недоступная ссылка)
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1939 года. Национальный состав населения по регионам России (билдәһеҙ). Демоскоп. Дата обращения: 31 июль 2015. Архивировано 31 июль 2015 года.
- ↑ Һөҙөмтә::Воронежстат 2015 йылдың 16 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Компания тураһында «Минудобрение»
- ↑ 12,0 12,1 12,2 Химия, нефть химияһы сәнәғәте, Россошь ҡалаһы 2012 йылдың 3 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Компания тураһында «Росизвесть» инә «Придонхимстрой Эзбис» (Россошь)
- ↑ ОАО "Комбинат мясной Россошанский" (ИНН:3627008614) (билдәһеҙ). www.list-org.com. Дата обращения: 22 ноябрь 2018.
- ↑ В Россоши освящён новый храм