Кариб кризисы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кариб кризисы
Төп конфликт: Һалҡын һуғыш
Soviet-R-12-nuclear-ballistic missile.jpg
Дата

16—28 октябрь 1962

Урыны

Куба

Сәбәбе

1961 йылда Төркиәлә АҠШ-тың ҡоралks r2cn`hty урынлаштырыуы

Нәтижә
  • Куба территорияһынан СССР-ҙың ядро ракеталары сығарыла
  • Италия һәм Төркиә территорияһынан АҠШ-тың ядро ракеталары сығарыла
  • АҠШ менән СССР араһында ҡыҙыу бәйләнеш булдырыыла
Ҡаршы тороусылар
Командирҙар
Юғалтыуҙар

1

0

Commons-logo.svg Кариб кризисы Викимилектә
Америка самолет-разведчигынан фотоға төшөрөлгән ракеталар. 14 октябрь 1962 йыл
АҠШ-тың ядро ҡоралының һаны һәм төрө. 2002
СССР/Рәсәйҙең ядро ҡоралының һаны һәм тибы. 1949—2000

Кариб кризисы (шулай Кубалағы ракета кризисы, ингл. Cuban missile crisis; Октябрь кризисы, Crisis de Octubre) — Ҡушма Штаттарҙың (НАТО хәрби блогында ҡатнашҡан ил) 1961 йылда Төркиә территорияһына уртаса алыҫлыҡтағы «Юпитер» ракеталар комплексын урынлаштырыуына бәйле 1962 йылдың октябрендә Советтар Союзы һәм Ҡушма Штаттар араһында барлыҡҡа килгән бик көсөргәнешле сәйәси, хәрби һәм дипломатик ҡапма-ҡаршылыҡтар. Был ракеталар бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ (осоу ваҡыты бик ҡыҫҡа) Советтар Союзының көнбайыш өлөшөндәге ҡалаларына, шул иҫәптән Мәскәүгә һәм СССР-ҙың төп сәнәғәт үҙәктәренә барып төшә ала, һөҙөмтәлә СССР хатта яуап һөжүмен биреп тә өлгөрмәйәсәк. АҠШ-тың был хәрби аҙымына яуап итеп, СССР АҠШ-ҡа яҡын ғына урынлашҡан Куба утрауына кадровый хәрби частар һәм подразделениеларҙы (улар ҡарамағында ғәҙәти ҡорал, шулай уҡ атом ҡоралы ла, шул иҫәптән ер өҫтөнә урынлаштырыла торған баллистик һәм тактик ракеталар ҙа була) урынлаштыра. Кризис глобаль ядро һуғышына килтереү ихтималлығы килеп тыуа.

Ваҡиғалар хронологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Куба революцияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һалҡын һуғыш барышында иң көслө ике держава, СССР һәм АҠШ, араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡ туранан-тура хәрби хәүеф һәм ҡоралдар ярышында ғына түгел, ә уларҙың йоғонто яһау зоналарын киңәйтеүгә ынтылышында ла сағыла. Советтар Союзы социалистик революцияларҙы ойошторорға һәм уларға ярҙам итергә тырыша, советтар яҡлы илдәрҙә төрлө йүнәлештәге халыҡ азатлығы хәрәкәттәре хуплана, йыш ҡына ҡорал һәм хәрби белгестәр, инструкторҙар һәм сикләнгән хәрби контингенттарҙы ебәреү ярҙамы күрһәтелә. Революция еңгән осраҡта ил социалистик лагерь ағзаһы булып китә, унда хәрби базалар төҙөлә һәм уға байтаҡ ресурстар һалына. Советтар Союзы ярҙамды йыш ҡына бушлай күрһәтә, шуға ла Африканың һәм Латин Америкаһының иң ярлы илдәрендә Совет иленә ҡарата өҫтәмә симпатия хасил була.

АҠШ, үҙ сиратында, шундай уҡ сәйәсәткә таянып, шулай уҡ демократия урынлаштырыу өсөн революцияларҙы дәртләндерә һәм Америка яҡлы режимдарға ярҙам күрһәтә. Ғәҙәттә АҠШ көслөрәк була, сөнки уны Көнбайыш Европа, Төркиә, ҡайһы бер Азия һәм Африка илдәре, мәҫәлән, Көньяҡ Ғәрәп республикаһы хуплай.

Тәүҙә, 1959 йылда Кубала революция еңгәндән һуң, уның лидеры Фидель Кастро Советтар Союзы менән тығыҙ мөнәсәбәттә булмай. Сөнки 1950-се йылдарҙа Фульхенсио Батиста режимы менән көрәшкән мәлдә Кастро бер нисә тапҡыр Мәскәүгә хәрби ярҙам һорап мөрәжәғәт итә, әммә үтенес кире ҡағыла. Мәскәү, АҠШ-тың Кубаға йоғонтоһо бик көслө, тип иҫәпләп, Куба революционерҙары лидерына, шулай уҡ Кубала революцияның еңеренә бик шикләнеп ҡарай. Революция еңгәндән һуң, Фидель иң тәүҙә АҠШ-ҡа юллана, әммә президент Эйзенхауэр,эше күплеккә һылтанып, уның менән осрашыуҙан баш тарта. Кубаға ҡарата ошондай һауалы мөнәсәбәттән һуң Кастро Кубала эш алып барған американдарҙың һанын кәметергә ҡарар итә: АҠШ милкенә ҡараған телефон һәм электр компаниялары, 36 эре шәкәр заводы национализациялана,ә уларҙың элекке хужаларына ярашлы ҡиммәтле ҡағыҙҙар пакеттарын тәҡдим итә. АҠШ граждандары милкенә ҡараған Төньяҡ Америка банктары филиалдары ла национализациялана. Быға яуап итеп, АҠШ Кубаға нефть биреүҙе туҡтата, унан шәкәр һатып алмай башлай. Был аҙымдар Кубаны бик ауыр хәлгә ҡуя. Шул ваҡытҡа Куба хөкүмәте СССР менән дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырған була, һәм ул Мәскәүгә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Үтенескә яуап итеп, СССР нефть тултырылған танкерҙар ебәрә, Куба шәкәрен һәм шәкәр ҡамышын һатып алыуҙы юлға һала. СССР халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтары белгестәре Кубаға оҙайлы командировкаларға бара. Төп маҡсат — Азатлыҡ утрауында халыҡ хужалығы өсөн талап ителгән тармаҡтар булдырыу. Совет белгестәре төрлө объекттар төҙөй, мәҫәлән, махсус проект буйынса шәкәр ҡамышы ҡалдыҡтарын пар станцияларында яғыулыҡ итеп ҡулланыу юлға һалына.

Урынлаштырылған тәүге ракеталар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1958 йылда Советтар Союзы ГДР-ҙа уртаса алыҫлыҡтағы «Р-5» баллистик ракеталарын (БРСД) урынлаштыра башлай, улар Көнбайыш Европалағы сәптәргә, атап әйткәндә, ГФР-ға ҡаршы йүнәлтелә. 1959 йылда улар Калининградҡа күсерелә. Ҡоралдар ярышының артабанғы стадияһы шул уҡ йылда дауам итә. АҠШ был маҡсатҡа Англиялағы БРСД тибындағы баллистик ракеталарҙы, шулай уҡ Апулияла (Көньяҡ Италия) һәм Төркиәлә Измир янында «Юпитер»PGM-19 ракеталарын ҡуйыу менән өлгәшә. Өҫтәүенә, ядро ҡоралын ҡулланып, сәпте юҡ итеү һәм ҡаршы яҡтың шундай уҡ ракеталар менән яуап биреп өлгөрмәүе күҙҙә тотола. 1960-сы йылдар башында беренсе тапҡыр ике илдең дә үҙ территорияһына урынлаштырылған континент-ара баллистик ракеталар ярҙамында һөжүм итеү ихтималлығы була[1].

Төркиәләге ракеталар позициялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

АҠШ һәм СССР/Рәсәйҙең ядро ракеталарының дөйөм һаны

1960 йылға АҠШ стратегик ядро көстәре йәһәтенән байтаҡ өҫтөнлөккә эйә була. Сағыштырыу өсөн: американдарҙа яҡынса 6000 боеголовка булһа, СССР-ҙа был һан 300 тирәһе генә була. 1962 йылда АҠШ-та СССР территорияһына яҡынса 3000 ядро зарядын килтерергә һәләтле 1300-ҙән ашыу бомбардировщигы була. Бынан тыш, АҠШ хәрби көстәрендә 183 «Атлас» һәм «Титан» континент-ара баллистик ракеталары һәм «Джордж Вашингтон» һәм «Этен Аллен» тибындағы туғыҙ атом һыу аҫты караптарында 144 «Поларис» ракеталары хәрби иҫәптә тора[2][3][4]. Ә Советтар Союзы АҠШ территорияһына, нигеҙҙә, стратегик авиация һәм Р-7 һәм Р-16 континент-ара ракеталар ярҙамында 300 боезарядты ғына алып бара ала.

1961 йылда АҠШ Төркиәлә, Измир ҡалаһы янында, уртаса алыҫлыҡтағы һәм 2400 км радиусында хәүефле хәл тыуҙырырға һәләтле 15 ракета урынлаштыра башлай. Тимәк, улар туранан-тура Советтар Союзының Европа өлөшөнә хәүеф менән янай, ракеталар хатта Мәскәүгә тиклем барып етә ала. Президент Кеннеди был ракеталарҙың стратегик әһәмиәтен сикләнгән тип иҫәпләй, сөнки һыу аҫты кәмәләре, тотороҡло баллистик ракеталар менән ҡоралланған һәм шул уҡ территорияны ҡапларға һәләтле. Шуға ҡарамаҫтан 1950-се йылдар аҙағында уртаса алыҫлыҡтағы ракеталар технологик йәһәттән даими рәүештә боевой дежурҙа тора алмаған континент-ара ракеталарҙан өҫтөнөрәк була. Уртаса алыҫлыҡтағы ракеталарҙың тағы ла бер өҫтөнлөгө — ул 10 минут эсендә билдәләнгән сәпкә барып етә.

Совет стратегтары был ракеталарҙың һөжүменән СССР-ҙың ҡотола алмаясағын аңлай, ләкин яуап булараҡ совет ракеталарын Кубаға урынлаштырып, АҠШ һәм СССР араһында ядро паритетына өлгәшеп буласағын аңлай. Куба территорияһындағы уртаса алыҫлыҡтағы совет ракеталары (Р-14 4000 км радиусын ҡапларға һәләтле), Вашингтонды һәм АҠШ-тың Стратегик Хәрби-Һауа көстәренең стратегик ядро бомбардировщиктары авиабазаларының яҡынса яртыһын сәптә тота ала һәм 20 минут эсендә билдәләнгән сәпте юҡ итергә һәләтле.

Советтар Союзы башлығы Хрущев АҠШ-тың Төркиәлә ракеталар урынлаштырыу факты менән ҡырҡа ризалашмауы тураһында белдерә. Ракеталарҙың урынлаштырылыуын ул уны шәхси мыҫҡыллау тип иҫәпләй. Кубаға ракеталарҙы урынлаштырыу (тәүге тапҡыр совет ракеталары СССР территорияһынан сығарыла) — Америка ракеталарының Төркиәлә урынлаштырыуына Хрущёв бына шулай яуап бирә. Аҙаҡ үҙенең мемуарҙарында Хрущёв был ваҡиғаның нисек башланыуын да яҙып ҡалдыра: 1962 йылда Болгария компартияһы Үҙәк Комитеты һәм Болгария хөкүмәте саҡырыуы буйынса уға Советтар Союзы делегацияһы составында Болгарияла булырға тура килә. Шул осрашыу мәлендә арҡалаштарының береһе, Ҡара диңгеҙ яғына күрһәтеп, теге яҡ ярҙа, Төркиәлә, 15 минут эсендә СССР-ҙың төп сәнәғәт үҙәктәрен юҡ итергә һәләтле ракеталар тороуы тураһында әйтеп һала.

Ракеталарҙы урынлаштырыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хрущевтың тәҡдиме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1962 йылдың 20 майында Хрущев, Болгариянан ҡайтҡас, Кремлдә сит ил эштәре министры А. А. Громыко, А. И. Микоян һәм оборона министры Р. Я. Малиновский менән әңгәмәләшә, уның барышында уларға үҙенең идеяһын һөйләй: Фидель Кастроның Кубала совет хәрби көстәренең һанын арттырыу тураһындағы даими үтенесенә яуап итеп, Кубала ядро ҡоралын урынлаштырыу тураһында фекер алышырға тәҡдим итә. 21 майҙа Оборона Советы ултырышына был мәсьәлә тикшереү өсөн сығарыла. Бөтәһенә ҡарағанда ла Микоян бындай ҡарарға ҡырҡа ҡпаршы булыуын белдерә, әммә, ахыр сиктә, Оборона Советына ингән КПСС Үҙәк Комитеты Президиумы ағзалары Хрущевты хуплай. Оборона һәм сит ил эштәре министрлыҡтарына диңгеҙ буйлап Кубаға йәшерен рәүештә ғәскәрҙәр һәм хәрби техниканы күсереүҙе ойошторорға ҡушыла. Ашығыслыҡ арҡаһында хатта план раҫламайынса ҡабул ителә һәм Кастронан ризалыҡ алғандан һуң план ғәмәлгә ашырыла башлай.

28 майҙа СССР илсеһе А. И. Алексеев, РВСН-ның баш командующийы маршал С. С. Бирюзов, генерал-полковник С. П. Иванов, шулай уҡ Ш. Р. Рашидов составындағы совет делегацияһы Мәскәүҙән Гаванаға оса. 29 майҙа улар Рауль һәм ФидельКастролар менән осраша һәм уларға КПСС Үҙәк Комитетының тәҡдимен ерткерә. Фидель үҙенең иң яҡын арҡалаштары менән кәңәшләшеп алыу өсөн бер тәүлек ваҡыт һорай. 30 майҙа уның Эрнесто Че Гевара менән һөйләшеүе билдәле. Шул уҡ көндө Кастро совет делегаттарына ыңғай яуап бирә. Был хәрби операцияның деталдәрен аныҡлау буйынса һөйләшеү өсөн Рауль Кастро июль айында Мәскәүгә килә.

Контингент составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Ленин комсомолы» тибындағы судноларҙың береһе «Физик Курчатов» турбоходы Касильда портында. Причалда ошо һүрәтте төшөргән самолет-разведчиктың күләгәһе күренә

10 июндә КПСС Үҙәк Комитеты Президиумы ултырышында совет делегацияһының Кубаға сәфәре һөҙөмтәләре тикшерелә. Рашидовтың докладынан һуң Малиновский бөтәһенә лә ракеталарҙы алып барыу буйынса операцияның СССР Ҡораллы Көстәренең Генераль штабында әҙерләнгән яҡынса проектын тәҡдим итә. Кубала ике төр баллистик ракеталар урынлаштырыу планлаштырыла: тәьҫир итеү радиусы 2000 км булған Р-12 һәм ике тапҡыр ҙурыраҡ радиуслы Р-14 ракеталарын[5]. Ракеталарҙың ике тибына ла ҡеүәте 1 мегатоннаға тигеҙ термоядро боеголовкалары ҡуйыла. Был ракеталар Кубаға ҡуйылғандан һуң АҠШ территорияһына барып етергә һәләтле совет ядро ракеталары һаны ике тапҡырға арта.[6]

Биш ядро ракетаһы подразделениеһын (өс Р-12 һәм ике Р-14) хәрби һаҡлауҙы ойошторыу өсөн Кубаға совет ғәскәрҙәре төркөмөн ебәреү күҙаллана. Ракеталарҙан тыш, төркөм составына шулай уҡ бер Ми-4 вертолет полкы, дүрт мотоуҡсылар полкы, ике танк батальоны, МиГ-21 эскадрильяһы, 42 Ил-28 еңел ракета бомбардировщигы, ҡаплау радиусы 160 километр тәшкил иткән 12 килотонналы ядро боеголовкалары ҡуйылған ике ҡанатлы ракета батареяһы һәм бер нисә зенит орудиялары батареяһы, шулай уҡ уҡ ун ике С-75 ракеталары (144 ракета) инә. Һәр мотоуҡсылар полкында 2500 кеше, танк батальондары яңы Т-88 такылары менән тәьмин ителә. Кубалағы совет ғәскәрҙәре төркөмө (ГСВК) СССР тарихында баллистик ракеталар ингән беренсе армия төркөмө була.[7]

Бынан тыш, Кубаға СССР Хәрби-диңгеҙ флоты төркөмө лә йүнәлтелә: 2 крейсер, 4 эсминец, 12 «Комар» ракета катеры, 11 һыу аҫты кәмәһе (шуларҙың 7-һе ядро ракеталары менән). Утрауға бөтәһе 50 874 хәрби хеҙмәткәр ебәреү планлаштырыла. Һуңыраҡ, 7 июлдә, Хрущев төркөм командующийы итеп И. А. Плиевты тәғәйенләй[8].

Малиновскийҙың докладын тыңлап, Үҙәк Комитеты Президиумы бер тауыштан операцияны үткәреүҙе хуплай.

«Анадырь» операцияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1962 йылдың июненә СССР Ҡораллы Көстәренең Генераль штабы Кубаға ебәреләсәк хәрби частарҙың хәрәкәт итеүен йәшереү буйынса «Анадырь» коды аҫтында махсус хәрби операция эшкәртә. Операцияны Советтар Союзы Маршалы И. Х. Баграмян планлаштыра һәм уға етәкселек итә[9]. План төҙөүселәр фекеренсә, был сара йөктөң тәғәйенләнгән урынын аныҡлағанда американдар яңғылышырға тейеш була. Бөтә совет хәрби хеҙмәткәрҙәренә, техник персоналдарға һәм йөктө оҙатып барыусыларға саңғылар таратыла, йәнәһе улар Чукоткаға йүнәлә имеш. Был ниәттең дөрөҫлөгөн имитациялау өсөн порттарға тундар һәм дубленкалар тейәлгән вагондар килә. Әммә йөктө йәшереү буйынса күрелгән сараларға ҡарамаҫтан, был планда етди бер етешһеҙлек була: Американың, Куба өҫтөнән осоп, уның территорияһын даими тикшереп торған U-2 самолет-разведчиктарынан ракеталарҙы йәшереү мөмкин булмай. Шулай итеп, американдарҙың совет ракеталарын монтажланғанға тиклем табыуын иҫәпкә алған план алдан әҙерләнә. Шулай ҙа хәрбиҙәр бер юл таба: улар Кубала, махсус йөк бушатылыр урынға, алдан уҡ бер нисә зенит батареяһын урынлаштырып ҡуя.

Ракеталар һәм башҡа техника, шулай уҡ шәхси составты Североморскиҙан Севастополгә тиклем урынлашҡан алты портҡа алып киләләр. Ғәскәрҙәрҙе күсереү өсөн 85 карап бүленә. Бер капитан да юлға сығыр алдынан трюмдарҙа ниндәй йөк булыуы, шулай уҡ уның тәғәйенләнеш пункты тураһында белмәй. Һәр капитанға мисәтләнгән пакет тапшырыла, уны замполит алдында диңгеҙгә сыҡҡас ҡына асырға кәрәк була. Конверттарҙа: Кубаға йүнәлеш алырға һәм НАТО караптары менән бәйләнешкә инмәҫкә, тигән бойороҡ була.

Август башында Кубаға тәүге караптар килә. 8 сентябрҙә төндә Гаванала уртаса алыҫлыҡтағы баллистик ракеталарҙың беренсе партияһы бушатыла, икенсе партия 16 сентябрҙә килеп етә. ГСВК штабы Гаванала урынлаша. Баллистик ракеталар дивизиондары утаруҙың көнбайышында, Сан-Кристобаль ауылы янына һәм Кубаның үҙәгенә, Касильда порты янына урынлаштырыла. Төп ғәскәрҙәр утрауҙың көнбайышында, ракеталар тирәләй туплана, әммә бер нисә ҡанатлы ракета һәм мотоуҡсылар полкы Кубаның көнсығышына — Гуантанамо һәм АҠШ-тың Гуантанамо ҡултығында урынлашҡан хәрби-диңгеҙ базаһынан йөҙ килеметр алыҫлыҡтағы урынға ебәрелә. 1962 йылдың 14 октябренә Кубаға 40 ракета һәм ҡорамалдарҙың күп өлөшө ташып ҡуйыла. Совет Армияһы частарының ҡоралланған контенгентына 40 мең һалдат һәм офицер инә.

U-2-нең осоштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1962 йылда ЦРУ консультанты, Куба ярындағы футбол майҙандарын күреп, Куба халҡының бейсбол уйнай, ә бына урыҫтар футболға өҫтөнлөк бирә, тип билдәләй. Футбол яланы булыуы буйынса ЦРУ-ның аналитигы хатта совет хәрби базаһының урынлашыу ихтималлығын да билдәләй. Әммә Кеннеди тағы ла ҡатыраҡ дәлилдәр талап итә, шуға күрә U-2 самолетының Куба өҫтөнән осоуына рөхсәт бирә. Август аҙағында U-2 самолеты Куба өҫтөнән осҡанда пилот футбол майҙандары тип билдәләнгән урынға зенит ракеталары позицияларының төҙөлөүен фотоға төшөрә, һәм 4 сентябрҙә Кеннеди Конгресс ултырышында, Кубала «һөжүм итә торған» ракеталар юҡ тип белдерә. Ғәмәлдә иһә совет белгестәре был ваҡытта туғыҙ позицияны — Р-12 өсөн алты Р-16 өсөн өс позицияны төҙөй. 1962 йылдың сентябренә тиклем АҠШ Ҡораллы Көстәренең самолеттары Куба өҫтөнән айына икешәр тапҡыр осоп үтер була. 5 сентябрҙән 14 октябргә был осоштар туҡталып тора. Беренсенән, насар һауа шарттары арҡаһында, икенсенән, Кеннеди, совет зенитсыларының Америка самолетын атып төшөргән осраҡта ҙур конфликттың хасил булыу ихтималлығынан хәүефләнеп, был осоштарҙы тыя. 14 октябрҙә был осоштар АҠШ Ҡораллы Көстәренә йөкмәтел[10]ә. Шулай итеп, 14 октябрҙә U-2 4080 самолет-разведчигы (пилоты майор Ричард Хейзер) төнгә 3-тәр тирһендә Калифорниялағы Эдвардс авиабазаһынан һауаға күтәрелә. Ҡояш сығып бер сөғөт үткәс, ул Кубаға барып етә. Мексика ҡултығына тиклемге осош 5 сәғәт дауам итә. Хейзер Кубаны көнбайыштан осоп үтә һәм 7 сәю 31 минутта көньяҡтан яр буйҙарын көньяҡтан осоп үтә. Самолет бөтә Куба утрауын көньяҡтан төньяҡҡа осоп үтә, Тако-Тако, Сан-Кристобаль, Бавхиа-Хонда ҡалалары өҫтөнөн дә үтә, Был 52 км араны Хейзер 12 минут эсендә үтә[11].

Көньяҡ Флорида авиабазаһына төшөп, Хейзер ЦРУ-ға пленкаһын тапшыра. 15 октябрҙә ЦРУ аналитиктары фотоһүрәттәрҙә советтарҙың уртаса алыҫлыҡтағы Р-12 баллистик ракеталары (НАТО классификацияһы буйынса SS-4) булыуын билдәләй. Шул уҡ көндө кис был мәғлүмәт АҠШ-тың юғары хәрби етәкселегенә еткерелә. 16 октябрҙә иртән 8:45 сәғәттә фотоһүрәттәр президентҡа күрһәтелә. Шунан һуң Кеннеди бойороғо буйынса Куба өҫтөнән осоштар 90 тапҡырға арта.

АҠШ-тың реакцияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаршылыҡ күрһәтеү сараларын эшләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Джон Кеннеди АҠШ Хәрби-Һауа көстәре командующийы менән кәңәшмәлә

Кубала совет ракета базаларының урынлашыуы тураһында фотоһүрәттәр алғандан һуң президент Кеннеди Аҡ йортта йәшерен кәңәшмәгә кәңәшселәренең махсус төркөмөн йыя. 14 кешенән торған һәм һуңыраҡ EXCOMM[en] булараҡ билдәле булған был төркөм АҠШ Милли Хәүефһеҙлек Советы ағзаларынан һәм бер нисә махсус саҡырылған кәңәшселәрҙән тора. Тиҙҙән комитет президентҡа был хәлдән сығыу өсөн өс вариант тәҡдим итә: аныҡ ударҙар менән ракеталарҙы юҡ итеү, Кубала тулы масштаблы хәрби операция үткәреү йәки утрауҙы диңгеҙ блокадаһына алыу.

Кисекмәҫтән бомба һөжүмен яһау ҙа, шулай уҡ кисекмәҫтән БМО-ға мөрәжәғәт итеү ҙә кире ҡағыла. Комитет тик хәрби саралар ғына яҡлы була. Дипломатик сараларҙы комитет ағзалары, саҡ ҡына ишетеп ҡалыу менән, кире ҡаға. Һөҙөмтәлә хәрби-диңгеҙ блокадаһы һәм ультиматумға йәки тулы масштаблы баҫып алыуға туҡталалар.

Штабтар начальниктарының берләштерелгән комитеты (ОКНШ) рәйесе генерал Тэйлор һәм АҠШ Һауа Көстәре штабы начальнигы генерал ЛеМей баҫып инеүҙе башлау тәҡдиме менән сығыш яһай. Советтар Союзы етди ҡаршылыҡ күрһәтергә баҙнат итмәҫ, тигән фекерҙә була улар. Һөжүмгә әҙерлек тәртибендә ғәскәрҙәрҙе Флоридаға күсереү башлана. Хәрбиҙәр президентты һөжүм башларға ашыҡтыра: йәнәһе СССР бөтә ракеталарын да урынлаштырып бөтһә, һуң буласаҡ. Өҫтүенә ЦРУ агенттарының совет ғәскәренең һаны тураһындағы мәғлүмәттәр ғәмәлдәгенән бик түбән була. Американдар шулай уҡ утрауҙа 12 «Луна» тактик ядро ракеталары комплексының булыуын да белмәйҙәр, уларҙың генерал Плиев приказы буйынса ҡулланылыуы ихтимал. Утрауға баҫып инеү Америка десантына йүнәлтелгән һәм катастрофик эҙемтәләргә килтергән ядро һөжүменә килтереүе ихтимал.

Шуны ла өҫтәп үтергә кәрәк: конфликт ваҡытында Америка хөкүмәте үҙенең агенты Пеньковский материалдары ярҙамында ядро ҡоралдарының реаль нисбәте тураһында белә. Ул тапшырған фотоһүрәттәр, шулай уҡ самолет-разведчик алып ҡайтҡан фотоһүрәт тә ракеталарҙың төрҙәрен асыҡлау мөмкинлеген бирә. Американдар, Хрущев уйҙырма менән шөғөлләнә тип уйлап, үҙҙәренең ядро ҡоралы буйынса күп тапҡырҙар өҫтөнлөгөн күрһәтеү аҙымын да яһай ала ине[12].

АҠШ Конгресы Кубаға баҫып инеүҙе талап итә. 1962 йылдың 27 сентябрендә ике палатаның 230-сы һанлы берлектәге резолюцияһы ил президентына Кубаға ҡаршы ҡораллы көстәрҙе ҡулланыу хоҡуғын бирә, ә 4 октябрҙә АҠШ Конгресы АҠШ хөкүмәтенә Америка дәүләттәре ойошмаһы[13] көстәре менән Кубаға интервенция башларға тәҡдим итә.[13]

Нисек кенә булмаһын, баҫып инеү идеяһын президент кире ҡаға: Кеннеди түбәндәгесә фекер йөрөтә: совет ғәскәрҙәре Кубала әүҙем хәрби хәрәкәттәр башламаһа ла, Берлинда яуап бирелеүе ихтимал, ә был конфликттың көсәйеүенә килтерәсәк. Шуға күрә оборона министры Макнамара тәҡдиме буйынса Кубаны хәрби-диңгеҙ блокадаһында тоторға ҡарар ителә.

Громыко һәм Добрынин Кеннедиҙа ҡабул итеү мәлендә, улар, Кубала СССР-ҙың һөжүм итеү ҡоралы юҡ, тип ышандырырға тырыша

18 октябрҙә СССР-ҙың сит ил эштәре министры Громыко СССР-ҙың АҠШ-тағы илсеһе Добрынин менән бергә АҠШ президентына бара. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Громыко ниндәй ҙә булһа һөжүм итеү ҡоралының Кубала булыуын ҡәтғи рәүештә инҡар итә. Үҙенең мемуарҙарында ул, был осрашыуҙа һөйләшеүҙәр башлыса Берлин һәм башҡа халыҡ-ара мәсьәләләр тураһында бара, ә бына Куба тураһында һөйләшеүгә килгәндә ул шәхсән үҙе был теманы ҡуҙғатыуы тураһында яҙа. Улай ғына ла түгел, уның һүҙҙәре буйынса, АҠШ президенты Громыконан утрауҙа совет ракеталары булыу- булмауы тураһында бөтөнләй һорамай һәм был йәһәттән бер ниндәй ҙә фараздар уйлап сығармай.[14] Кубала һөжүм итеү ҡоралдарының булыуын СССР-ҙың Төп разведка идаралығы (ГРУ) офицеры Г. Н. Большаков та инҡар итә, АҠШ-тың юстиция министры, президенттың ҡустыһы Роберт Кеннеди[15] менән күҙмә-күҙ һөйләшкәндә лә кире ҡаға.

Шуға ҡарамаҫтан, 19 октябрҙә U-2 сираттағы осошонда тағы ла бер нисә монтажланған ракета позицияларын, Кубаның төньяҡ яры буйындағы Ил-28 эскадрильяһы һәм Флоридаға[16] йүнәлтелгән ҡанатлы ракеталар дивизионы булыуын асыҡлай.

Блокада индереү тураһында ҡарар 20 октябрҙә йомғаҡлау тауыш биреүендә ҡабул ителә: блокада өсөн президент Кеннеди үҙе, дәүләт секретары Дин Раск, оборона министры Роберт Макнамара һәм бының өсөн Нью-Йорктан махсус саҡырылған АҠШ-тың БМО-лағы илсеһе Эдлай Стивенсон тауыш бирә.

Әммә халыҡ-ара хоҡуҡҡа ярашлы, блокада һуғыш акты булып тора, шул уҡ ваҡытта Төркиәлә ракеталар урынлаштырыу ҙа, Кубала ракеталарҙы урынлаштырыу ҙа бер ниндәй ҙә килешеүҙәрҙе боҙмай. Шулай итеп, АҠШ һуғыш башлаусы яҡ роленә сыға. Шуға күрә блокада мәсьәләһе Америка дәүләттәре ойошмаһына (ОАГ) тикшереүгә сығарыла. Рио Пактына таянып, ОАГ бер тауыштан Кубаны блокадаға алыу яҡлы булыуын белдерә. Акцияны блокада тип түгел ә «карантин» тип атарға булалар. Йәғни диңгеҙ юлы тулыһынса ябылмай, ә ҡорал ташыуҙы ғына тыя. Карантинды 24 октябрҙә иртәнге 10 сәғәтт индерергә ҡарар ителә.

Шул уҡ ваҡытта, 19 октябрҙә U-2 төшөргән фотоларҙа Кубала дүрт ҡорал атырға әҙер булған позициялар булыуы раҫлана. Шуға күрә блокаданы тулыландырыу өсөн АҠШ-тың хәрби командованиеһы беренсе сигнал буйынса Кубаға баҫып инеүгә әҙерләнә башлай. Илдең көньяғына, Джорджия штатына, 1-се танк дивизияһы күсерелә һәм дөйөм ғәскәри биш дивизия юғары әҙерлек хәленә килтерелә.

Хәрби-һауа көстәренең стратегик командованиеһы урта радиуслы B-47 Stratojet бомбардировщиктарын граждандар аэропорттарына күсерә һәм B-52 Stratofortress стратегик бомбардировщиктары флотын даими патруллек итеү режимына күсерә.

Карантин[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәрби-диңгеҙ блокадаһы менән проблемалар күп була. Законлылыҡ мәсьәләһе була: Фидель Кастро билдәләүенсә, ракеталар ҡуйыу — бер ниндәй ҙә законһыҙлыҡ күренеше түгел. Улар, әлбиттә, АҠШ өсөн хәүеф булып тора, әммә Европала СССР-ға йүнәлтелгән шундай уҡ ракеталар урынлаштырыла: Бөйөк Британияның Ноттингем ҡалаһы янындағы дүрт эскадронда 60 «Тор» ракетаһы; көньяҡ Италияла («Джойя дель Колле» авиабазаһы) 30 «Юпитар» ракетаһы; Төркиәнең Измир ҡалаһы янында бер эскадронда 15 «Юпитер» ракетаһы ҡуйылған. Артабан блокадаға ҡарата совет реакцияһы ла проблема булып тора: яуап ғәмәлдәренең көсәйеүе менән ҡораллы конфликт башланмаҫмы?

Images.png Тышҡы һүрәттәр
Image-silk.png Митинг протеста у американского посольства в Москве во время Карибского кризиса

22 октябрҙә Кеннеди америка халҡына (һәм совет хөкүмәтенә) телевизион сығышында мөрәжәғәт итә. Ул Кубала ракеталарҙың булыуын раҫлай һәм Куба тирәләй 500 диңгеҙ миль (926 км) араны карантин зонаһы тип атап, хәрби-диңгеҙ блокадаһын иғлан итә, АҠШ ҡораллы көстәренең ваҡиғаларҙың теләһә нисек үҫешенә лә әҙер булыуы тураһында иҫкәртә, һәм Советтар Союзын йәшерен рәүештә ҡораллы бәрелешкә әҙерләнеүендә ғәйепләй. Кеннеди билдәләүенсә, Куба территорияһынан көнбайыш ярымшарҙағы Америка союздаштары яғына ракеталар осороу АҠШ-ҡа ҡаршы һуғыш акты тип баһаланасаҡ.

Американдар үҙҙәренең Европа союздаштары яғынан ныҡлы ярҙам ала. Америка дәүләттәре ойошмаһы шулай уҡ бер тауыштан карантинды яҡлаған резолюция өсөн тауыш бирә. Хрущев, блокадаға алыу законһыҙ һәм совет флагы аҫтындағы теләһә ниндәй карап уны һанға һуҡмаясаҡ, тип белдерә. Ул, әгәр американдар совет караптарына һөжүм итһә, яуап һөжүме кисекмәҫтән башланасаҡ, тип янай.

24 октябрҙә 10:00 сәғәттә блокада башлана. АҠШ Хәрби-диңгеҙ ҡораллы көстәренең 180 карабы аныҡ бойороҡ буйынса Кубаны уратып ала. Әммә президенттың шәхси бойороғонан башҡа совет судноларына ҡаршы ут асырға ярамай. Ә был ваҡытта Кубаға СССР-ҙан 30 карап һәм суднолар йүнәлә. Уларҙағы йөктәр: ядро боеголовкалары тейәлгән «Александровск» карабы һәм ике БРСД дивизиондары өсөн ракеталар тейәгән 4 карап [сығанаҡ күрһәтелмәгән 4602 көн]. Бынан тыш 4 «Кама» дизель һыу аҫты кәмәһе Кубаға яҡынлай[17]. «Александровск» карабы бортына БРСД өсөн 24 боеголовка һәм ҡанатлы ракеталар өсөн 44 боеголовка тейәлгән була. Хрущев, һыу аҫты кәмәләренә һәм Р-14 ракеталары тейәлгән дүрт судноға —"Артемьевск", «Николаевск», «Дубна» һәм «Дивногоррскиға» тәүҙә алынға курс менән барырға тип ҡарар итә. Совет караптарының америка караптары менән бәрелешеү мөмкинлеген кәметергә тырышып, совет етәкселеге Кубаға барып етмәгән ҡалған караптарҙы кире ҡайтарырға ҡарар итә.

Шул уҡ ваҡытта КПСС Үҙәк Комитеты Президиумы СССР һәм Варшава килешеүе илдәре Ҡораллы көстәрен юғары хәрби әҙерлек хәленә килтерергә ҡарар итә. Бөтә эштән бушатыуҙар юҡҡа сығарыла. Демобилизацияға әҙерләнгән егеттәргә артабанғы бойороҡтарға тиклем хеҙмәт итеү урындарында ҡалырға ҡушыла. Хрущев, Кастроға, теләһә ниндәй шарттарҙа ла СССР-ҙың позицияһы ҡаҡшамаҫлығын иҫбатлап, хат ебәрә. Өҫтәүенә, ул совет ҡоралының байтаҡ өлөшө Кубаға барып етеүен белгән була.

Кризистың киҫкенләшеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кубалаурынлаштырылған ракеталарҙың тәьҫир итеү радиусы: Р-14 — үтә ҙур радиусР-12 — уртаса радиус

23 октябрҙә кис Роберт Кеннеди Вашингтондағы совет илселегенә юллана. Добрынин уға совет караптары капитандары асыҡ диңгеҙҙә законһыҙ талаптарҙы үтәмәү тураһында инструкция алыуҙары тураһында әйтә. Хушлашыр алдынан Кеннеди былай ти: «Был ваҡиғаның ни менән тамамланасағын белмәйем, әммә беҙ һеҙҙең судноларҙы туҡтатырға ниәтләнәбеҙ.

24 октябрҙә Хрущев „Александровск“ карабының Кубаға уңышлы барып етеүен белә. Шул уҡ ваҡытта уға Кеннедиҙан ҡыҫҡа телеграмма килә, унда ул Хрущевты блокада шарттарын күҙәтергә саҡыра. КПСС Үҙәк Комитеты Президиумы блокада индереүгә рәсми яуапты тикшереү өсөн ултырышҡа йыйыла. Шул уҡ көндө Хрущев АҠШ президентына хат ебәрә, унда уны ультиматив шарттар ҡуйыуҙа ғәйепләй. Хрущев карантинды, кешелекте бөтә донъя ракета-ядро һуғышына этәргән агрессия, тип атай, ул. Беренсе секретарь Кеннедиҙы, совет караптары капитандарының Америка Хәрби-диңгеҙ көстәре күрһәтмәләрен үтәмәйәсәк, шулай уҡ АҠШ үҙенең пират ғәмәлдәрен туҡтатмаһа, СССР хөкүмәте судноларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн теләһә ниндәй саралар күрәсәк, тип иҫкәртә.

Эдлай Стивенсон БМО-ның Именлек Советына Кубала урынлашҡан совет ракеталарының аэрофотоһүрәттәрен күрһәтә

25 октябрҙә БМО Именлек Советының ғәҙәттән тыш ултырышында БМО тарихында иң иҫтәлекле күренештәрҙең береһе үтә. АҠШ вәкиле Стивенсон СССР-ҙы Кубала ракеталар урынлаштырыуҙа ғәйепләй һәм совет вәкиле Зориндан (ул, совет дипломаттарының күпселеге кеүек үк, Кубала ракеттарҙың булыуын тураһында белмәй) Кубала ракеталарҙың урынлаштырылыуы буйынса яуап биреүен талап итә: „Мин һеҙҙән бер ябай һорауға ябай яуап биреүегеҙҙе талап итәм. Эйе, юҡмы? Туранан-тура яуап бирегеҙ, тәржемә иткәндәрен көтөп тормағыҙ. Эйе, юҡмы?“ Зорин яуап бирә: Мин Америка судында түгелмен! Шуға күрә прокурор тонында бирелгән һорауға яуап бирергә теләмәйем. Ваҡыты еткәс, һеҙ яуап аласаҡһығыҙ!». Стивенсон ҡаршы килә: «Әлеге мәлдә һеҙ донъя ижтимағи фекере суды алдында тораһығыҙ һәм ябай ғына яуап бирә алаһығыҙ. Һеҙ Кубала ракеталарҙың булыуын инҡар итәһегеҙ. Мин һеҙҙе дөрөҫ аңланыммы?». Зорин: «Телмәрегеҙҙе дауам итегеҙ, Стивенсон әфәнде. Ваҡыты еткәс, һеҙ яуап аласаҡһығыҙ!». Тап шул мәлдә Стивенсондың ярҙамсылары Именлек Советы залына Кубала совет ракеталарын осороу ҡоролмаларының аэрофотоһүрәттәрен индерә.[18][19]

1962 йылдың 24 октябрендә Хрущевтың Кеннедиға ебәргән хаты

Шул уҡ ваҡытта Кеннеди АҠШ Ҡораллы көстәренең хәрби әҙерлеген DEFCON-2 кимәленә тиклем күтәрергә бойороҡ бирә (АҠШ тарихында беренсе тапҡыр).[20]

Шул уҡ ваҡытта, Хрущевтың мөрәжәғәтнамәһенә яуап итеп, Кремлгә Кеннедиҙың хаты килә, унда ул совет яғының Кубаға ҡағылышлы мәсьәләлә вәғәҙәләрен боҙоуы тураһында белдерә. Был юлы Хрущев конфронтацияға бармаҫҡа ҡарар итә һәм килеп тыуған хәлдән сығыу юлдарын эҙләй башлай. Ул Президиум ағзаларына, АҠШ менән һуғышҡа инмәйенсә, Кубала ракеталарҙы һаҡлап ҡалыу мөмкин түгел, тип иғлан итә. Ултырышта американдарға ракеталарҙы һүтергә тәҡдим итергә ҡарар ителә. Брежнев, Косыгин, Козлов, Микоян, Пономарев һәм Суслов Хрущевты хуплай. Громыко һәм Малиновский тауыш биреүҙән тыйыла. Ултырыштан һуң Хрущев көтмәгәндә Президиум ағзаларына мөрәжәғәт итә: Әсйҙәгеҙ, кис Ҙур театрға барайыҡ. Үҙебеҙҙеккеләр ҙә, сит ил граждандары ла беҙҙең тыныс ҡына ял итеүебеҙҙе күрәсәк. Бәлки, был уларҙы тынысландырыр.[21]

Федор Бурлацкий былай тип хәтерләй:

Беҙҙә барыһы ла американдарға ҡарағанда күпкә тынысыраҡ булды. Беҙ американдарҙың цивилизациялы кешеләр булыуын аңлайбыҙ, һәм улар ярты халҡын юҡҡа сығарасаҡ ядро һуғышына бармаясаҡ. Американдар беҙҙе ниндәйҙер дәрәжәлә юлбаҫарҙар тип ҡабул итә. Аҙаҡ миңә шәхсән Макнамара түбәндәгеләрҙе әйтте: « 27 октябрь төнөндә мин иртәгә ҡояш ҡалҡҡанын күрерменме-юҡмы, тип уйланым». Йәғни улар беҙҙән дә нығыраҡ тетрәнгән. Беҙгә ҡарағанда улар бындай һуғыштың ниндәй эҙемтәләргә килтереүен яҡшыраҡ аңлай ине.

Хрущёвтың икенсе хаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

26 октябрҙә иртән Хрущев Кеннедиға яңы, тынысыраҡ стилдәге хатын яҙа башлай. Хатта ул беренсе тапҡыр Кубала совет ракеталары булыуын таный һәм американдарға ҡуйылған ракеталарҙы һүтеү һәм уларҙы СССР-ға ҡайтарыу вариантын тәҡдим итә. Уның урынына ул Ҡушма Штаттарҙың Кубаға баҫып инмәүен һәм Кубаға һөжүм итергә ниәтләгән башҡа көстәргә ярҙам итмәүен гарантиялай. Хрущев былай тип яҙа:

Беҙ һеҙҙең менән, һуғыш төйөнөнөң ике яғынан тартып, төйөндө сиселмәҫлек хәлгә килтерәсәкбеҙ. Әйҙәгеҙ төйөндө сисеү буйынса саралар күрәйек. Беҙ быға әҙербеҙ.[22]

Хрущев был хатты КПСС Үҙәк Комитеты Президиумын йыймайынса, улар менән кңәшләшмәйенсә, үҙенең исеменән яҙа. Һуңыраҡ Вашингтонда икенсе хатты Хрущёв яҙмаған һәм СССР-ҙа, бәлки, дәүләт түңкәрелеше булғандыр, тигән версия ла була. Хат Аҡ йортҡа иртәнге 10-дә килеп етә. 27 октябрҙә иртән радио аша асыҡ мөрәжәғәттә совет яғы американдарға Төркиәләге ракеталарын сығырыу шартын да ҡуя.

Йәшерен һөйләшеүҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

26 октябрҙә, Вашингтон ваҡыты буйынса 13:00 сәғәттә Аҡ йортҡа телекомпания хәбәрсеһе Джон Скалиҙың Вашингтондағы КГБ резиденты Александр Фомин (ысын исеме Александр Феклисов) менән ресторанда осрашыуы тураһында хәбәр килә. Ул көсөргәнешлектең көсәйеүе тураһында борсолоу белдерә һәм Скалиға Дәүләт департаментында ҡуйылған дуҫтарына дипломатик ҡарар эҙләү тәҡдиме менән мөрәжәғәт итергә тәҡдим итә, американдар Кубаға баҫып ингән осраҡта СССР яуап итеп донъяның икенсе районында һөжүм асасаҡ, тип иҫкәртә. Скали тейешле инструкциялар ала һәм бер нисә сәғәттән һуң Фомин менән яңы осрашыуҙа уның менән кризистан сығыу мөмкинлектәрен тикшерә: утрауҙан блокаданы алыу өсөн алмашҡа Кубанан совет ракеталарын сығарыу һәм асыҡтан-асыҡ баҫып инеүҙән баш тартыу.[23]

Бынан һуң Америка етәкселеге Фидель Кастроға Бразилия илселеге аша, Кубанан һөжүм итеү ҡоралдарын сығарған осраҡта утрауға баҫып инеү булмаясағын хәбәр итә.

Ҡара шәмбе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шул уҡ ваҡытта Гаванала сәйәси хәл киҫкенләшә. Кастроға Советтар Союзының яңы позицияһы тураһында билдәле була, һәм ул шунда уҡ совет илселегенә юллана. Команданте Хрущеваҡа, уны ҡәтғиерәк ғәмәлдәргә этәреү маҡсатында, хат яҙырға ҡарар итә. Кастро хат яҙған мәлдә үк хаттың йөкмәткеһе Кремлгә ебәрелә. Фидель Кастроның хаты: «Интервенция яҡынса 24-27 сәғәттән һуң башланасаҡ». Шул уҡ ваҡытта Малиновский Кубалағы совет ғәскәрҙәре командующийы генерал Плиевтан Кариб диңгеҙе бассейнында американдарҙың стратегик авиацияһының әүҙемләшеүе тураһындағы донесение ала. Ике хәбәр ҙә 27 октябрҙә 12 сәғәттә Хрущёв кабинетына еткерелә.

Ҡара шәмбелә бәреп төшөрөлгән U-2 самолетының двигателе. Гаваналағы Революция музейы

Америка флотының совет һыу аҫты кәмәләренә ҡарата ғәмәле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

27 октябрҙә америка хәрби караптары Куба эргәһендәге Б-130 совет һыу аҫты кәмәһен өҫкә күтәрелергә мәжбүр итә. Кәмәлә двигателдәр боҙола, аккумулятор батареялары разрядлана.

Шул уҡ был көндә америка хәрби моряктары Б-59 совет һыу аҫты кәмәһенең өҫкә күтәрелеүенә өлгәшә. Бының өсөн улар сигнал гранаталарын ҡуллана.[24]

Майор Андерсендың U-2 самолетын юҡ итеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәскәүҙә киске сәғәт 5, ә был мәлдә Кубала тропик дауыл ҡуба. ПВО подразделениеларының береһенән Гуантанамоға америка самолет-разведчигы U-2-нең яҡынлашыуы тураһында хәбәр килә. С-75 зенит ракета дивизионы штабы начальнигы капитан Антонец Плиевҡа инструкциялар алыу өсөн шалтырата, әммә ул урында булмай. Хәрби әҙерлек буйынса ГСВК командующийы урынбаҫары генерал-майор Леонид Гарбуз капитанға Плиевтың килеүен көтөргә бойора. Бер нисә минуттан Антонец тағы ла бер тапҡыр штабҡа шалтырата, әммә бер кем дә телефонды алмай. U-2 самолеты Куба өҫтөндә булғанда, Гарбуз үҙе штабҡа йүгерә һәм, Плиевтан приказ көтмәйенсә, самолетты юҡ итергә бойороҡ бирә. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, самолет- разведчик юҡ итеү тураһында бойороҡ Плиевтың ПВО буйынса урынбаҫары авиация генерал-лейтенанты Степан Гречко йәки ПВО 27-се дивизияһы командиры полковник Георгий Воронков тарафынан бирелә. ЗУР ракетаһы урындағы ваҡыт буйынса 10:22 сәғәттә атыла.[25] U-2 пилоты майор Рудольф Андерсон һәләк була.

Капитан Молтсбиҙың Чукотка өҫтөнән U-2 осошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кризисты хәл итеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

27 октябрҙән 28 октябргә ҡарай төндә президент ҡушыуы буйынса Роберт Кеннеди Юстиция министрлығы бинаһында тағы ла совет илсеһе Анатолий Добрынин менән осраша. Добрынин хәтирәләре буйынса, Кеннеди кабинетында тәртипһеҙлек була, диванда таушалған плед ята: кабинет хужаһының унда урыҡ-һурыҡ йоҡлауы беленеп тора. Роберт Кеннеди Добрынин менән президенттың хәүефләнеүе менән уртаҡлаша, сөнки «был хәл контролдән сыҡһа, аҙаҡ туҡтатып булмаҫлыҡ хәлдәрҙең булыуына килтерәсәк, тип хәүефләнә»[26]. Роберт Кеннеди белдереүенсә, уның ағаһы Кубаға һөжүм итмәү һәм Куба блокадаһын тиҙ арала бөтөрөү гарантияһын бирергә әҙер. Добрынин Кеннедиҙан Төркиәләге ракеталар тураһында һорай. «Был мәсьәләне хәл итеүҙә берҙән-бер ҡаршылыҡ булһа, президент был мәсьәләне хәл итеүҙә үтәй алмаҫлыҡ ҡыйынлыҡтар күрмәй», — тигән яуап алына. Ул саҡтағы АҠШ-тың оборона министры Роберт Макнамара һүҙҙәре буйынса, хәрби күҙлектән ҡарағанда, ракеталар мораль яҡтан иҫкергән (ике йыл элек хәрби дежурлыҡҡа ҡуйылған булһа ла), әммә НАТО һәм Төркиә шәхси һөйләшеүҙәр барышында бындай пунктты Советтар Союзы менән рәсми килешеүгә индереүгә ҡырҡа ҡаршы сығыш яһай, сөнки был АҠШтың көсһөҙлөгө һәм АҠШ менән НАТО илдәренең Төркиәне яҡлау гарантияһын шик аҫтына ҡуя.[27]

«Металлург Аносов» палубаһына брезент менән ҡапланған ракеталар менән һигеҙ ракета транспортеры тейәлгән. Кариб кризисы осоронда (Куба блокадаһы). 7 ноябрь 1962 йыл. АҠШ-тың Хәрби-диңгеҙ көстәре самолетынан фото. АҠШ музейынан фотоһүрәт
«Металлург Аносов» совет сауҙа судноһы Куба курсы менән бара. Уға параллель рәүештә АҠШ Хәрби Диңгеҙ көстәренең Barry (DD-933) эсминецы, улар өҫтөнән VP-44 патруль эскадрильяһының Lockheed P-3A-20-LO"Orion" (BuNo 150497) самолеты оса. Кариб кризисы, 10 ноябрь 1962 йыл. АҠШ-тың Хәрби-диңгеҙ көстәре самолетынан фото, U.S. Navy National Museum of Naval Aviation
Америка хәрби-диңгеҙ көстәренең патруль самолеты "Металлург Аносов"тың артҡы яғында. Фотография 1964 йылдың июнендә йәки июлендә эшләнгән.

Иртәгеһенә иртә менән Кремлгә Кеннедиҙан хәбәр килеп етә, унда түбәндәге юлдар була:

1) Һеҙ БМО вәкилдәренең тейешле күҙәтеүе аҫтында Кубанан үҙегеҙҙең ҡоралдар системаһын сығарыуға, шулай уҡ ярашлы хәүефһеҙлек сараларын күҙәтеп, Кубаға шундай уҡ ҡоралдар системаларын килтереүҙе туҡтатыуға ризалашаһығыҙ.

2) Үҙ яғыбыҙҙан, БМО ярҙамында бирелгән йөкләмәләрҙе үтәүҙе тәьмин иткән ярашлы саралар булдырылған түбәндәге шарттарҙа беҙ ҙә ризалашасаҡбыҙ, -

а) әлеге мәлдә индерелгән блокада сараларын тиҙ арала юҡҡа сығарырға һәм б) Кубаға һөжүм итмәү гарантияһын бирергә.

Көнбайыш ярымшарҙағы башҡа дәүләттәр ҙә ошондай уҡ юлды һайлаясағына ышанам.


Төш еткәс Ново-Огаревтағы дачала Хрущев Үҙәк Комитеты Президиумын йыя. Йыйылышта Вашингтондың хаттарын тикшереү бара, залға бер кеше инә һәм Хрущевтың ярҙамсыһы Трояновскийҙың телефонға барыуын һорай: Вашингтондан Добрынин шалтырата. Ул Трояновскийға уның Роберт Кеннеди менән әңгәмәһенең төп мәғәнәһен тапшыра: ул АҠШ президенты хәрбиҙәр яғынан көслө баҫымға дусар булыуына хәүефләнеүен белдерә. Добрынин АҠШ президентының ҡустыһының һүҙҙәрен һүҙмә-һүҙ еткерә: «Беҙ Кремлдән яуапты бөгөн, йәкшәмбелә алырға тейешбеҙ. Проблеманы хәл итеү өсөн бик аҙ ваҡыт ҡалды». Трояновский залдағыларға Добрынинды тыңлаған саҡта үҙенең блокнотына яҙып өлгөргәндәрен уҡый. Хрущев шунда уҡ стенографисты саҡыра һәм ризалыҡ бирә башлай. Ул шулай уҡ Кеннедиға ике конфиденциаль хат яҙҙыра. Уларҙың береһендә ул Роберт Кеннедиҙың Мәскәүгә килеп етеүен раҫлай. Икенсеһендә ул был мөрәжәғәтнамәнең СССР-ҙың Кубанан совет ракеталарын сығарыу шартына ризалығы тип баһалай.

Ниндәй ҙә булһа көтөлмәгән хәлдәрҙән һәм һөйләшеүҙәрҙең өҙөлөүенән хәүефләнеп, Хрущёв Плиевҡа Америка самолеттарына ҡаршы зенит ҡоралын ҡулланыуҙы тыя. Ул шулай уҡ Кариб диңгеҙендә патруллек иткән бөтә совет самолеттарын аэродромдарға ҡайтарыуҙы бойора. Вашингтонға тиҙ арала барып етеүен тәьмин итеү өсөн беренсе хатты радио аша тапшырырға ҡарар ителә. Никита Хрущёвтың хатын радио аша тапшырырыуға бер сәғәт ҡалғас, Малиновский Плиевҡа Р-12-нең старт майҙансыҡтарын һүтә башлауҙы бойора.

Совет ракета ҡоролмаларын һүтеү, уларҙы караптарға тейәү һәм Куба территорияһынан сығарыу 3 аҙна дауам итә. Советтар Союзы ракеталарҙы сығарғанын аңлап, президент Кеннеди 20 ноябрҙә Куба блокадаһын туҡтатырға бойороҡ бирә.

Бер нисә айҙан һуң Төркиәнән иҫкергән америка ракеталары сығарыла. АҠШ Хәрби-Һауа көстәре был БРСД-ларҙы иҫәптән сығарыуға ҡаршы килмәй, сөнки был мәлгә АҠШ-тың Хәрби-Диңгеҙ флоты һыу аҫты кәмәләренә урынлашыуға яраҡлы булған «Поларис» баллистик ракеталарын етештерә башлай.

Эҙемтәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гаванала Хәрби академия янында Р-12 макеты-һәйкәле, Куба

Кризисты тыныс хәл итеү ҡайһы берәүҙәрҙе ҡәнәғәтләндермәй. Ике йылдан һуң Хрущевтың төшөрөлөүен өлөшләтә КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһында Хрущёвтың Ҡушма Штаттарға ташлама яһауы менән бәйләргә мөмкин.

Кубаның коммунистик етәкселеге компромисты Советтар Союзы яғынан хыянат тип баһалай, сөнки тик Хрущев һәм Кеннедиҙың ҡарары менән генә кризисҡа нөктә ҡуйыла[28].

АҠШ-тың ҡайһы бер хәрби начальниктары ла һөҙөмтә менән ҡәнәғәт булмай. Мәҫәлән, АҠШ һауа көстәре штабы начальнигы генерал ЛеМей «Кубаға һөжүм итеүҙән баш тартыу — тарихыбыҙҙа иң насар еңелеү» тип атай.

Көрсөк тамамланғас, Совет һәм Америка махсус хеҙмәттәренең аналитиктары Вашингтон һәм Мәскәү араһында тура телефон линияһын (ҡыҙыл телефон тип атала) ҡуйырға тәҡдим итә.

Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының 2017 йылда йәшеренлек тамғаһы алынған мәғлүмәттәре буйынса, 1962 йылдың 1 авгусынан 1964 йылдың 16 авгусына тиклемге осорҙа Кубала төрлө сәбәптәр буйынса 64 совет гражданы һәләк була.[29]].

Тарихи әһәмиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кризис ядро ҡоралы ярышында һәм «һалҡын һуғышта» һынылыш мәле була. Көнбайыш илдәрендә һуғышҡа ҡаршы хәрәкәт башлана, уның иң юғары нөктәһе 1960-сы һәм 1970-се йылдарға тура килә. СССР-ҙа шулай уҡ ядро ҡоралдарын етештереү буйынса уҙышын сикләүгә һәм йәмғиәттең сәйәси ҡарарҙар ҡабул итеүҙә ролен көсәйтеүгә саҡырылған тауыштар яңғырай башлай (атап әйткәндә, совет ядро ҡоралын эшләүселәренең береһе академик А. Д. Сахаров шундай белдереү менән сығыш яһай)[30].

Кубанан ракеталарҙы алып китеүҙе Советтар Союзының еңеүе йәки еңелеүе тип еңел генә айырып әйтеп булмай. Бер яҡтан, Хрущёв 1962 йылдың майында уйланылған план аҙағына тиклем ғәмәлгә ашырылмай, һәм совет ракеталары Кубаның хәүефһеҙлеген тәьмин итә алмай. Икенсе яҡтан, Хрущёв АҠШ етәкселегенән Кубаға һөжүм итмәү тураһында гарантия алыуға өлгәшә, Кастроның хәүефләнеүенә ҡарамаҫтан, был гарантиялар бөгөнгө көнгә тиклем күҙәтелә. Бер нисә айҙан һуң Төркиәләге американ ракеталары шулай уҡ һүтеп алына. Ахыр сиктә, ракеталар төҙөүҙә техник яҡтан алға китеш күҙәтелеү арҡаһында, Кубала һәм Көнбайыш ярымшарҙа ядро ҡоралын урынлаштырыу кәрәклеге юҡҡа сыға, сөнки бер нисә йылдан Советтар Союзының АҠШ-тағы теләһә ниндәй ҡалаһын һәм хәрби объектын туранан-тура СССР территорияһынан юҡ итергә һәләтле континент-ара ракеталары етерлек була.

Хрущёв кризис йомғаҡтарын үҙенең мемуарҙарында түбәндәгесә баһалай: «Хәҙер инде бик күп йылдар үтте, һәм был ваҡиғалар тарихта эҙ ҡалдырҙы. Мин шул мәлдә ҡыйыулыҡ һәм алдан күрә белеүсәнлек күрһәтеүебеҙ менән ғорурланам. Был кризистан беҙ еңеп сыҡтыҡ, тип иҫәпләйем»[31].

Мы, товарищи, поставили ракеты, ракеты средней дальности на Кубе. Почему мы их поставили, что нас заставило поставить? Мы рассуждали так, что Кубу американцы терпеть не могут, они это прямо говорят, что могут сожрать Кубу. Я вот с военными говорил, с маршалом Малиновским. Я спросил: если бы мы были на месте Америки, взяли для себя курс сломить такое государство, как Куба, сколько бы нам надо было, зная наши средства? — Максимум три дня, и руки помыли бы.

Товарищи, с этим надо считаться, потому что именно Америка эти возможности тоже имеет. Поэтому мы считали, что Кубу можно спасти, только на Кубе поставив ракеты. Тогда тронешь, так ёжик клубком свернётся, и не сядешь. (Смех.) Видимо, пробовали когда-то. (Смех.) Вот эти ракеты вроде иголок ёжика, они обжигают. Когда мы принимали решение, мы долго обсуждали и не сразу приняли решение, раза два откладывали, а потом приняли решение. Мы знали, что, если поставим, а они обязательно узнают, это шок у них вызовет. Шутка ли сказать, у крокодила под брюхом ножик! […]

В результате переписки мы вырвали у президента США заявление о том, что он тоже не думает вторгаться. Тогда мы сочли возможным сделать заявление, что мы тогда тоже считаем возможным удаление наших ракет и Ил-28.

Было это уступкой? Было. Мы уступили.

Была уступка со стороны Америки? Было дано публичное слово не вторгаться? Было. Так кто же уступил и кто не уступил?

Мы никогда не говорили, что мы будем вторгаться в другую страну. Америка говорила, что она не потерпит на Кубе революционного кастровского режима, и потом она отказалась. Значит, ясно, что другая сторона взяла на себя обязательство то, которое оно не признавала до постановки наших ракет на Кубе. Так?

ГОЛОСА: Так. (Аплодисменты.)

ХРУЩЁВ: Сейчас есть умные, а умных, когда пройдёт опасность, всегда больше, чем в момент опасности. (В зале смех.) […]

А если бы мы не уступили, может быть, Америка больше уступила? Может быть, и так. Но это могло быть похоже на детскую сказку, когда два козла встретились на перекладине перед пропастью. Они проявили козлиную мудрость, и оба упали в пропасть. Вот в чём дело.


Эпилог[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1992 түбәндәге факт раҫлана: кризис башланған мәлдә Кубалағы совет хәрби частары тактик һәм стратегик ракеталар өсөн ядро боеголовкаларын, шулай уҡ уртаса радиустағы бомбардировщиктар өсөн дөйөм һаны 162 берәмеккә еткән Ил-28 ядро авиабомбаларын ала[32]. Операция мәлендә совет штабы эшендә ҡатнашҡан генерал Грибков, АҠШ Кубаға тулы масштаблы баҫып инеү ойошторған осраҡта Кубалағы совет ғәскәрҙәре командующийы генерал Плиев уларҙы ҡулланырға хоҡуҡлы ине, тип белдерә.

Кариб кризисының бик ҡыҫҡа ғына ваҡытта үтеүе һәм ике яҡта ла ҡарар ҡабул итеүгә ҡағылышлы документтарҙың күплеге уны дәүләт ҡарарҙарын эшкәртеү процестарын анализлау буйынса бик яҡшы өлгөгә әйләндерә. «Суть решения»[en] китабында, авторҙар Грэхам Аллисон и Филип Зеликов дәүләт эшмәкәрлеген анализлағанда төрлө юлдарҙың булыуын күрһәтеү өсөн файҙалана. Кризистың көсөргәнешле булыуы һәм киңлеге драма яҙыу өсөн бик яҡшы материал бирә, был хәл Америка режиссёры Р. Доналдсондың «Ун өс көн» фильмында бик яҡшы сағылдырыла. Кариб кризисы шулай уҡ 2003 йылда төшөрөлгән The Fog of War: Eleven Lessons from the Life of Robert S. McNamara документаль фильмының төп темаларының береһе була.

2002 йылдың октябрендә Роберт Макнамара һәм Артур Шлезингер башҡа почетлы ҡунаҡтар менән бергә кризисты өйрнеүҙе һәм йәшеренлек грифы алынған документтарҙы баҫтырып сығарыуҙы дауам итеү өсөн Кубала Кастро менән осрашыуҙа ҡатнаша. Был конференция донъя ядро конфронтацияһына ни тиклем яҡын тороуын асыҡтан-асыҡ күрһәтә. Совет һыу аҫты кәмәһе борты етәксеһе Б-59[en] (проекта 641) Василий Архиповтың төплө фекерле булыуы ла тулы масштаблы конфликтты булдырмауҙа ҙур роль уйнай[33].

Сәнғәттә Кариб кризисы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт һәм театр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ф. М. Бурлацкий Бремя решения (бер шаршауҙағы сәйәси драма) В. Н. Плучек постановкаһы (1985), Мәскәү академия сатира театры.
  • Стивен Кинг.

Кино[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1963 Әбйәлилдәге совет фильмы Кариб кризисына аллюзия булып тора;
  • 1964 Фильм Доктор Стрейнджлав, йәки Нисек мин ҡурҡманым һәм бомбуны яратыным;
  • 1964 Хәүефһеҙлек системаһы (ингл. Уңышһыҙ);
  • 1969 Альфред Хичкоктың фильмы;
  • 1991 Әсәлек сериалы (. Quantum Leap), Атом ғаиләһе серияһы (. Ядро ғаиләһе);
  • 1999 Үткәндәрҙән шартлау (. Үткәндәрҙән сыҡҡандарҙан сыҡҡандар);
  • 2000 Әсә өс көн (. Ун өс көн);
  • 2003 Әсәһе һуғыштар;
  • 2009 Әсә Хәүефһеҙлек (. Һаҡсылар);
  • 2009 Ҡыриб диңгеҙенең трилогияһына пародиялар Ҡыриб кризисы;
  • 2011 Кенедиск мини-сериалы (. Кинйәбулаттар);
  • 2011 Әҙәм фильмы Икс: Беренсе класс (. X-Men: беренсе класс);
  • 2017 Сериал Оптимистына;
  • 2020 Спин уйындары (ингл. Курьер)

Музыка[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Wolfgang Bayer. Geheimoperation Fürstenberg (билдәһеҙ). www.spiegel.de. Der Spiegel. Дата обращения: 22 март 2021.
  2. Table of US Strategic Bomber Forces (билдәһеҙ). Archive of Nuclear Data (2002). Дата обращения: 17 октябрь 2007. Архивировано 27 август 2011 года.
  3. Table of US ICBM Forces (билдәһеҙ). Archive of Nuclear Data (2002). Дата обращения: 15 октябрь 2007. Архивировано 27 август 2011 года.
  4. Table of US Ballistic Missile Submarine Forces (билдәһеҙ). Archive of Nuclear Data (2002). Дата обращения: 15 октябрь 2007. Архивировано 27 август 2011 года.
  5. Zak, Anatoly, R-12 ballistic missile 2012 йылдың 4 октябрь көнөндә архивланған.. (October 26, 2015)
  6. Операция «Анадырь»: Цифры и факты // Зеркало недели. — 2002. — № 41 (416), 26 октября — 1 ноября.
  7. Фурсенко А. Безумный риск, с. 255.
  8. Фурсенко А. Безумный риск, с. 256.
  9. Маршал Баграмян. Любовь на линии огня. Дата обращения: 13 май 2010. Архивировано 27 май 2010 года.
  10. Interview with Sidney Graybeal — 29.1.98 2015 йылдың 15 ғинуар көнөндә архивланған. // The National Security Archive of the George Washington University
  11. Фурсенко А. «Безумный риск», с. 299
  12. Лавренов С. Я., Попов И. М. Советский Союз в локальных войнах и конфликтах. — ООО «Издательство ACT»; OOO «Издательство Астрель», 2003. — 778 с. — ISBN ISBN 5–271–05709–7.
  13. 13,0 13,1 Мутагиров Д. З. Подлинные причины Карибского кризиса // Политическая экспертиза: ПОЛИТЭКС. — 2013. — Т. 9. — № 2. — С. 139.
  14. Громыко А. А. — «Памятное», книга 1
  15. Таривердиев К. Карибский кризис 2012 йылдың 1 ноябрь көнөндә архивланған.
  16. The «Cuban Missile Crisis, October 18-29, 1962» from History and Politics Out Loud. Дата обращения: 4 декабрь 2005. Архивировано 19 февраль 2012 года.
  17. Коряковцев А. А., Ташлыков С. Л. «Командиру в этой сложной обстановке было виднее, как ему действовать… Командиров не наказывать». Опыт применения советских подводных лодок в период Карибского кризиса ͭ1962 года. // Военно-исторический журнал. — 2022. — № 7. — С.4—13.
  18. ООН и карибский ракетный кризис −2
  19. UN Security Council — YouTube. Дата обращения: 30 сентябрь 2017. Архивировано 24 август 2016 года.
  20. Jane Franklin. Cuba and the United States: A Chronological History 2007 йылдың 12 октябрь көнөндә архивланған., 420 pages, 1997, Ocean Press
  21. Хрущёв Н. С. Воспоминания. — С. 490.
  22. С. Хрущев. Никита Хрущев. Рождение сверхдержавы. Дата обращения: 27 ноябрь 2016. Архивировано 15 ғинуар 2022 года.
  23. Осипов, Сергей.  Полдня до катастрофы. Как разведчик и журналист мир спасали // Аргументы и факты. — 2014. — № 10 (1739) за 5 марта. — С. 41.  (Тикшерелеү көнө: 3 ноябрь 2015)
  24. СОВЕТСКИЙ ВОЕННО-МОРСКОЙ ФЛОТ В КАРИБСКОМ КРИЗИСЕ. Дата обращения: 18 июнь 2020. Архивировано 20 июнь 2020 года. 2020 йылдың 20 июнь көнөндә архивланған.
  25. Анатолий Докучаев. А Кеннеди подозревал Хрущева… Кто приказал сбить американский самолёт-разведчик над Кубой?. Независимое военное обозрение (18 август 2000). Дата обращения: 22 февраль 2009. Архивировано 25 август 2011 года.
  26. Добрынин А. Ф. Сугубо доверительно. Посол в Вашингтоне при шести президентах США (1962—1986 гг.). М.: Автор, 1996. С. 72-73
  27. THIRTEEN DAYS. Robert McNamara responds to your questions (March 2001). Дата обращения: 30 сентябрь 2017. Архивировано 19 ноябрь 2013 года. 2013 йылдың 19 ноябрь көнөндә архивланған.
  28. Кастро Ф., Рамоне И. Фидель Кастро. Моя жизнь. Биография на два голоса. — Рипол Классик, 2009]
  29. Минобороны озвучило потери граждан СССР на Кубе во время Карибского кризиса. Дата обращения: 9 сентябрь 2017. Архивировано 11 сентябрь 2017 года.
  30. Размышления о прогрессе, мирном сосуществовании и интеллектуальной свободе. Дата обращения: 7 декабрь 2009. Архивировано 21 ноябрь 2009 года.
  31. Logo YouTube por Hernando (2005-2011).svg Никита Хрущёв. Голос из прошлого. 2 серия (48:15). 2012 год. (недоступная ссылка)
  32. Статья Макнамары «13 дней — сорок лет спустя» 2004 йылдың 18 февраль көнөндә архивланған. (инг.)
  33. SOVIETS CLOSE TO USING A-BOMB IN 1962 CRISIS, FORUM IS TOLD. Дата обращения: 3 июль 2009. Архивировано 26 август 2018 года.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Комментарийҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]