Кастро Фидель

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Кастро Фидель
исп. Fidel Alejandro Castro Ruz
Рәсем
Заты ир-ат[1][2]
Гражданлығы Flag of Cuba.svg Куба
Тыуған ваҡыттағы исеме исп. Fidel Alejandro Castro Ruz[3]
Вторая фамилия в испанском имени Рус[d]
Тыуған көнө 13 август 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[4][5][…]
Тыуған урыны Куба, Ольгин[d], Биран[d]
Вафат булған көнө 25 ноябрь 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[4][6][…] (90 йәш)
Вафат булған урыны Куба, Гавана[d]
Ерләнгән урыны кладбище Святой Ифигении[d]
Атаһы Анхель Кастро-и-Аргис[d]
Бер туғандары Кастро, Хуанита[d], Рамон Кастро[d] һәм Рауль Кастро[d]
Хәләл ефете Далия Сото дель Валье[d]
Сожитель Natalia Revuelta Clews[d] һәм Далия Сото дель Валье[d]
Балалары Алина Фернандес[d] һәм Кастро Диас-Баларт, Фидель[d]
Туған тел Испан теле
Һөнәр төрө сәйәсмән, адвокат, революционер, дәүләт эшмәкәре, партизан, журналист
Эшмәкәрлек төрө Сәйәсәт
Биләгән вазифаһы Президент Кубы[d], первый секретарь Коммунистической партии Кубы[d], председатель Совета Министров Кубы[d], генеральный секретарь Движения неприсоединения[d] һәм генеральный секретарь Движения неприсоединения[d]
Ойошма йәки клуб ағзаһы Party of the Cuban People – Orthodox[d] һәм Движение 26 июля[d]
Уҡыу йорто Гаванский университет[d]
Иезуитский подготовительный колледж Белен[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Коммунистическая партия Кубы[d], Party of the Cuban People – Orthodox[d], Движение 26 июля[d], Integrated Revolutionary Organizations[d] һәм United Party of the Cuban Socialist Revolution[d]
Ҡултамға
Хәрби звание команданте[d]
Һуғыш/алыш Кубинская революция[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Commons-logo.svg Кастро Фидель Викимилектә

Фиде́ль Алеха́ндро Ка́стро Рус (исп. Fidel Alejandro Castro Ruz (Speaker Icon.svg audio); 13 август 1926 йыл — 25 ноябрь 2016 йыл) — Куба революционеры, 1959—2008 йылдарҙа Куба менән етәкселек иткән дәүләт, сәйәси һәм партия эшмәкәре.

Дәүләт кимәлендә Премьер-министры (1959—1976) һәм Министрҙар советы рәйесе (1976—2008), Куба Дәүләт советы Рәйесе (1976—2008) вазифаларын биләй. 26 июль хәрәкәте — Куба революцияһының төп көстәре етәксеһе була. Һуңынан улар Куба коммунистар партияһына үҙгәрә (КПП). 2011 йылға тиклем Куба коммунистар партияһының беренсе секретары вазифаһын биләй. Уның етәкселегендә Куба бер партиялы социалистик дәүләткә әйләнә, сәнәғәт һәм шәхси милек дәүләткә бирелә, ҙур реформалар үткәрелә. Халыҡ-ара кимәлдә ул 1979—1983 һәм 2006—2009 йылдарҙа Ҡушылмау хәрәкәтенең Генераль секретары була.

Эре ер биләүсе улы Кастро Гавана университетының юридик факульетында уҡыған сағында империализмға ҡаршы һул ҡарашҡа эйә була. Доминикан Республикаһы һәм Колумбияла уң хөкүмәттәргә ҡаршы фетнәлә ҡатнашҡандан һуң ул президень Фульхенсио Батистаның хәрби хунтаһын бәреп төшөрөргә тырыша, әммә 1953 йылда Монкада хәрби ҡалаһына уңышһыҙ һөжүм итә. Йыл үткәс, иреккә сыҡҡандан һуң, Мексикаға юллана, унда Эрнесто Че Гевара һәм ҡустыһы Рауль менән берлектә революцион 26 июль хәрәкәте ойоштора. Кубаға ҡайтҡасн Батиста режимына ҡаршы Сьерра-Маэстраның яр буйына төшөп, тауҙарға күсенгән партизан һуғышы ойоштора. Батистаның хәл-торошо насарланған һайын Кастро яйлап куба революцияһы юлбашсыһы абруйын яулай. 1959 йылда ул Батистаны урынынан бәреп төшөрә һәм власҡа революционерҙар килә.

АҠШ хакимиәтен Кастроның СССР менән дуҫтарса мөнәсәбәте һағайта, уға бер нисә уңышһыҙ һөжүм яһай һәм Кубаға ҡаршы иҡтисади эмбарго иғлан итә. Ҡаршы тороуҙың иң сикке нөктәһе булып ЦРУ-ның 1961 йыл>да ойошторған уңышһыҙ хәрби операцияһы тора. Был хәүефкә ҡаршы торорға тырышып, Кастро СССР менән хәрби һәм иҡтисади союзға инә, СССР-ға Кубала ядро ракеталарын урынлаштырыға рөхсәт итә. Был 1962 йылда Кариб көрсөгөн тыуҙыра.

1961 йылда Кастро Куба революцияһының социалистик характерын иғлан итә. Куба Көнбайыш ярымшарҙа компартия етәкселегендәге беренсе бер партиялы дәүләт була. Марксистик-ленинсы үҫеш моделе ҡабкл ителә, социалистик реформалар үткәрелә, иҡтисад үҙәкләштерелгән күҙәтеү аҫтына ҡуйыла, мәғарифты һәм һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса саралар ҡабул ителә, шул уҡ ваҡытта киң мәғлүмәт саралары дәүләт контроленә алына һәм икенсе төрлө фекер йөрөтөүтыйыла. Донъя капитализмын ҡолатырына ышанып, Кастро Чили, Никарагуа һәм Гренадала сит ил революцион ойошмалары хуплай, Эфиопия-Сомали һәм Анголалағы граждандар һуғышына һул союздаштарға ярҙамға куба ғәскәрҙәрен ебәрә. Был саралар, Ҡушылмау хәрәкәте эшмәкәрлеге менән бергә үҫешкән илдәр араһында Кубаның абруйын арттыра. СЭВ-тың һәм СССР-ҙың тарҡалыуынан һуң Куба иҡтисадында етди көрсөк кисерә һәм «махсус осор» индерелә. Һөҙөмтәлә иҡтисадҡа баҙар механизмдары индереү сикләнә, ә халыҡ-ара аренала Латин Америкаһының һул лидерҙары, мәҫәлән, Уго Чавес менән ныҡлы бәйләнештәр булдырыла. Куба Венесуэла менән бер рәттән, АЛБА ойоштороусы-ил була.

2006 йылдың 31 июлендә Кастро сәләмәтлек торошо буйынса үҙенең барлыҡ мөһим вазифаларын ҡустыһы Раулгә тапшыра. 2008 йылдың 24 февралендә барлыҡ дәүләт вазифаларынан китә, ә 2011 йылдың 19 апрелендә партия һәм үҙгәртеп башлығы вазифаһын да ҡалдыра.

Кастро бәхәсле фигура булып тора. Уның яҡлылар, уның социалистик, антимпериалистик, гуманистик сәйәсәтен, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға бирелгәнлеген һәм Кубаның АҠШ йоғонтоһонан бойондороҡһоҙ булыуын юғары баһалай. Шул уҡ ваҡытта тәнҡитселәр уны диктатор тип баһалай һәм уның режимын кеше хоҡуҡтарын боҙа, ул идара иткән осорҙа илдән миллиондан ашыу кеше ситкә китә, ил фәҡирлеккә төшә, тип ҡарай. Ғәмәлдәре һәм хеҙмәттәре менән ул донъя буйынса төрлө ойошмаларға һәм сәйәсмәндәргә һиҙелерлек йоғонто яһай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Фидель Кастро Размышления команданте — М.: «Альпина Нон-фикшн», 2009. — Б. 248. — ISBN 978-5-91671-025-0.
  • Бородаев В. А., Леонов Н. С. Фидель Кастро. Политическая биография. — М.: ООО «Рекламно-компьютерное агентство газеты „Труд“», 1999. — 448 с ISBN 5-93334-001-4
  • Бэлфор С. Фидель Кастро — Ростов н/Д: Феникс, 1997—320 стр. ISBN 5-85880-600-7
  • Гавриков Ю. П. Фидель Кастро. Неистовый команданте Острова свободы — М.: Вече, 2006—368 стр. ISBN 5-9533-1145-1
  • Кастро Ф. Фидель Кастро. Моя жизнь. Биография на два голоса = Biografía a dos voces / Ф. Кастро, И. Рамоне; [пер. с исп. Т. В. Родименко, И. П. Луна Артеага] — М.: РИПОЛ классик, 2009. — 784 б. — 3000 экз. — ISBN 978-5-386-01068-3.
  • Макарычев М. А. Фидель Кастро. — М.: Молодая гвардия, 2008. — (Жизнь замечательных людей. Биография продолжается).
  • Кастро Ф. Агрессивные Штаты Америки — М.: Экспо: Алгоритм, 2010. — 432 с
  • Гранатова А. А. «Плутоний для Фиделя. Турецкий гром — карибское эхо», (сер. «Политические расследования»), М, «Алгоритм», 2013, 400с.
  • Макарычев М. А. Фидель Кастро. — М.: Молодая гвардия, 2017. — (Жизнь замечательных людей).
  • под ред. Р.Ф. Иванова Революция на Кубе // Всемирная история / Академия наук СССР — подписное. — М: Мысль, 1979. — Т. 12. — Б. 479—486. — 672 б. — 104 000 экз.
  • Брилев С. Фидель. Футбол. Фолькленды. — АСТ, 2017.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]