Кеннеди Джон Фицджералд
Фицджералд Джон Кеннеди (ингл. John Fitzgerald Kennedy, шулай уҡ JFK (Джей-Эф-Кейеп) булараҡ билдәле; 29 май 1917, Бруклайн — 22 ноябрь 1963, Даллас)[31] — Американың сәйәси, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, АҠШ-тың 35-се президенты(1961—1963). Ирланд сығышлы бай ғаиләлә тыуа.
Икенсе бөтә донъя һуғышы ветераны Кеннеди Соломон утрауҙарында ойошторолған кампанияны PT-109 торпеда катеры командиры сифатында үтә[32]. Хәрби хәрәкәттәр ваҡытында күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн бик күп наградаларға лайыҡ була.
Һуғыш тамамланғандан һуң уҡ сәйәси карьераһын үҫтереү буйынса эш башлай, 1947 йылда Массачусетс штатынан АҠШ-тың Вәкилдәр палатаһына һайлана, унда 1953 йылға тиклем эшләй. 1953 йылдан 1960 йылға тиклем Массачусетс штатынан сенатор вазифаһын биләй. 1960 йылда сираттағы президент һайлауҙарында 43 йәшлек демократ Кеннеди, республиканлы Ричард Никсонды әллә ни ҙур булмаған айырма менән еңеп, АҠШ-тың католик динен тотҡан берҙән-бер президенты һәм XX быуатта тыуған беренсе президенты була.
Кеннедиҙың өс йыл тип әйтерлек президент булып эшләгән дәүере Берлин көрсөгө, Кариб көрсөгө, Сусҡалар ҡултығындағы операция, СССР һәм АҠШ араһында барған һәм «Аполлон» космос программаһына килтергән космик ярыштар, шулай уҡ раса дискриминацияһын бөтөрөү буйынса етди аҙымдар менән билдәләнелә.
АҠШ-та бик күп объекттар, урамдар, мәктәптәр һәм башҡалар (мәҫәлән, Нью-Йорктағы Халыҡ-ара аэропорт) Кеннеди исеме менән бәйле. Ил граждандарының күпселегенең фекеренсә, тарихҡа Кеннеди Американың ун бөйөк президенты иҫәбенә инә.
Хәҙерге ижтимағи аңда Кеннеди йышыраҡ бөтә донъяны тетрәндергән үлтерелеүе менән иҫкә алына, ошо көнгә тиклем был хәлде булдырмау юлдарын күрһәткән күп һанлы гипотезалар барлыҡҡа килә.
1963 йылдың 22 ноябрендә, һайлау алды сәйәхәте мәлендә Даллас ҡалаһының (Техас штаты) үҙәк урамдарының береһе буйлап асыҡ лимузинда барған Джон Ф. Кеннеди 12:30 сәғәттә снайпер винтовкаһынан атылған пулянан үлемесле яралана. Президент кисекмәҫтән «Паркленд[en]» госпиталенә алып барыла, уны ҡотҡарырға тырышыу уңышһыҙ тамамлана, һәм Кеннеди урындағы ваҡыт менән 13:00 сәғәттә вафат була. Конгресс махсус рәүештә ойошторған Уоррен комиссияһы Кеннедиҙы яңғыҙ атыусы Ли Харви Освальдтың үлтереүен раҫлай.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әсәһе яғынан ҡартатаһы — Джон Фрэнсис Фицджеральд[en] (1863—1950), үткер телле сәйәсмән, өс тапҡыр Бостон ҡалаһы мэры була[32]. Бостон колледжын тамамлай, 1894 йылда АҠШ Конгресына һайлана. 1906—1914 йылдарҙа Бостон мэры вазифаһын биләй, срогы тамамланыу менән был вазифанан китә. Ғүмеренең аҙағына тиклем Массачусетс ҡаланың иң билдәле сәйәси эшмәкәрҙәренең береһе була, ейәне Джондың президент буласағын күҙаллай. Өс туған һеңлеһе Мэри Джозефин Хэннонға өйләнә, никахтан алты бала тыуа.
Атаһы яғынан олатаһы — Патрик Джозеф Кеннеди (1858—1929), эшҡыуар һәм сәйәсмән, Массачусетс штатынан АҠШ-тың Вәкилдәр палатаһына һайлана[32]. Ғаиләлә аҡса етешмәү сәбәпле, ун дүрт йәшендә мәктәптә уҡыуын ҡалдыра һәм эшләй башлай. Бер аҙ аҡса туплап алғас, әллә ни ҙур булмаған бар һәм ҡабымлыҡтар селтәрен аса, алкоголь һәм күмер компанияларына нигеҙ һала. Бар хужаһы Мэри Хикиҙың ҡыҙына өйләнә, никахта дүрт бала тыуа.
Ата-әсәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әсәһе — Роза Элизабет Фицджеральд (1890—1995), филантроп, Кеннеди кланы матриархы. Католик мәктәбендә һәм Манхэттенвилль[en] колледжында уҡый.
Атаһы — Джозеф Патрик Кеннеди (1888—1969), финансист, бизнесмен[33] һәм сәйәсмән, Кеннеди кланы патриархы, Бөйөк Британияла АҠШ илсеһе. Бостон ҡалаһының латин мәктәбендә белем ала, Гарвард университетын тамамлай[32]. Бик йәшләй Columbia Trust банкы идараһы президенты була, уның капиталын ике тапҡырға арттыра.
1906 йылда Джозеф менән Роза таныша, әммә ҡыҙ, атаһының ниәтенә ярашлы, икенсе кешегә кейәүгә сығырға тейеш була, әммә ул ҡыҙға бөтөнләй оҡшамай[32]. 1914 йылдың октябрендә Джозеф һәм Роза өйләнешә һәм даими йәшәү өсөн Бруклайн ҡалаһын һайлай, бер йылдан һуң уларҙың беренсе улы Джозеф Патрик Кеннеди-кесе тыуа.
Джондың атаһы, банк эше башҡа эштәрҙән өҫтөн, тип иҫәпләй. Аҙаҡ ул үҙенең мемуарҙарында шулай тип яҙа: «банкир өсөн бөтә юлдар ҙа асыҡ, сөнки ул эшҡыуарлыҡ үҫешендә мөһим роль уйнай»[32]. Джозеф үҙе йәшәгән ҡалала эре фигура булыуҙы планлаштырмай, юғарыраҡ кимәлгә — банк өлкәһендә Бостон һәм Нью-Йорктың банк даирәһенә инергә теләй. Уның ниәтен Беренсе донъя һуғышы селпәрәмә килтерә, ул банктан эштән китә һәм ҡорос иретеү һәм караптар төҙөү менән шөғөлләнгән Bethlehem Steel, тип Куинси компанияларына урынлаша, шулай итеп фронтҡа ебәрелеүҙән ҡотолоп ҡала. Коллегаларҙың береһе аҙаҡ уға түбәндәге характерстиканы бирә:
1920-се йылдар уртаһында Кеннеди Bramin брокер фирмаһы ағзаһы булып китә, йәғни үҙ быуыны йәштәре араһында иң уңышлы инвесторҙар иҫәбенә инә[32].
Джозефтың карьера баҫҡыстары буйлап ныҡышмалы рәүештә күтәрелеүе тыныс ғаилә тормошонда йәшәргә теләгән Розаның унан ситләшеүенә килтерә[32]. 1930 йылдар башына ул туғыҙ бала әсәһе була. Өлкән ҡыҙҙары Розмариҙың аҡыл йәһәтенән тиҫтерҙәренән ҡалышыуы тураһындағы хәбәр Розаны ҡайғыға һала. Ғаилә проблемаларынан бер аҙ ял итеү маҡсатында Роза Штаттар һәм Европа буйлап бик күп сәйәхәт итә. Джозеф ҡатынына йыш ҡына хыянат итә, атап әйткәндә, тауышһыҙ кино йондоҙо, өс тапҡыр «Оскар» премияһы номинанты Глория Свенсон менән, хатта уның ҡатнашлығында төшөрөлгән фильмдарға үҙ аҡсаһын һала.
Өлкән Кеннеди карьераһының иң юғары баҫҡысында Рим Папаһы Пие XII һәм гәзит магнаты У. Р. Херст менән дуҫ була, АҠШ президенты Франклин Рузвельттың шәхси кәңәшсеһе булып та таныла[34]. Джозеф, өлкән улы кесе Джо уның тормош юлын ҡабатлар, тип уйлай, ә Джонға бер ниндәй өмөт тә бағламай.
Тарихсы, оҙаҡ йылдар Колумбия университеты профессоры вазифаһында эшләгән Алан Бринкли[en] түбәндәгене билдәләй: «Кенниди кланы вәкилдәре киң билдәле сәйәси фигураларға әйләнгәнгәндән бик күп алда уҡ улар Американың киң билдәле ирланд ғаиләһе була»[32].
Тыуыуы һәм тәүге йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Джон Фицджеральд Кеннеди Джозеф һәм Розаның ғаиләһендә 1917 йылдың 29 майында сәғәт төнгө 3-тә Бруклайн ҡалаһының Билс-стрит урамында икенсе бала булып донъяға килә[34]. Малайҙы Иоанн Богослов (ингл. John the Apostle) һәм Розаның атаһы хөрмәтенә Джон Фрэнсис Фицджеральд тип атайҙар. Америкала күптән килгән ғәҙәт буйынса яҡындары уны Джек тип йөрөтә.
Джон тыуғандан һуң ғаилә Абботсфорд- роудтағы ғәйәт ҙур йортҡа күсенә[35]. Шунда ул «Декстер[en]» мәктәбенә уҡырға бара, был мәктәптә ул һәм уның өлкән ағаһы Джозеф ҡына католик була. Бала сағында Джон бик сибек бала булып үҫә: һыу сәсәге һәм скарлатина менән сирләй[32]. Кеннеди өсөн бала сағындағы иң сағыу хәтирә — 1922 йылда губернатор һайлауҙарына үҙ кандидатураһын ҡуйған олатаһы Джон менән һайлау округтары буйлап йөрөүе.
Америка үҙәгендә уңышлы эшләгән иҡтисадсы булып танылған һәм 2 миллион доллар капиталға эйә булған Джозеф Кеннеди 1927 йылда ғаиләһен биржа сауҙаһы ҡалаһы булараҡ дан ҡаҙанған Нью-Йоркҡа (дөрөҫөрәге, уның Ривердейл мини-районына), ә аҙаҡ — Бронксвилгә күсерә[35]. Джозеф Кеннедиҙың Массачусетста мөлкәте — ҙур булмаған Хаяннис-Порт ҡасабаһында нәҫелдән нәҫелгә күсеп килгән имениеһы ҡала. Джон шунда Ривердейл-Кантри[en] мәктәбенә йөрөй[32].
Урта белем
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1930 йылдың көҙөндә 13 йәшлек Джон Кентербери[en] католиктар мәктәбенә күсерелә, мәктәп йорттарынан алыҫ Коннектикут[32] штатының Нью-Милфорд[en] ҡалаһында урынлаша. Унда ул сирләй һәм туғандарын бик һағына, мәктәптәге тәртиптән зарланып хаттар яҙа: «тотҡан дине өсөн ҡырын ҡарайҙар, тик Йель университеты футболсылары Гарвард университеты, йәки ҡораллы Көстәр командаларына ҡаршы ҡаршы уйнаған саҡта ғына территориянан ситкә сығырға рөхсәт итәләр». Джон йыл буйы тип әйтерлек дауаханала була, ә һуңғы айҙарҙа йортта уҡыу ҡулланыла. Ауырыуына ҡарамаҫтан, мәктәптә спорт менән әүҙем шөғөлләнә, бейсбол, баскетбол һәм еңел атлетика менән мауыға[35].
Кеннеди туғыҙынсы класта уҡыуын «Чоут Розмари Холл[en]» шәхси мәктәп-интернатында дауам итә. Өлкән ағаһы Джозеф та, ә унан алда сәйәси эштәр буйынса коллегалары буласаҡ Эдлай Стивенсон II һәм Честер Боулс[32][35] та ошо мәктәп-интернатта уҡыған була. "Чоут"та уҡығанында ла Джон әллә ни юғары баһалар алмай. Тарихсы Алан Бринкли әйтеүенсә, «эштәре лә унан-бынан ғына башҡарылған була, шуға ла мәктәптә илтифатһыҙ һәм диҡҡәтһеҙ уҡыусы тип таныла». Кеннеди "Чоут"ты йыш ҡына төрмә менән сағыштыра, өҫтәүенә сәләмәтлеге лә яҡшырмай, оҙаҡ ҡына ваҡытын Майо клиникаһында үткәрергә тура килә.
Күңеле менән боласы булған Кеннеди «Макеров клубы» тигән ойошмаға ағза булып инә, был ойошма ағзалары уҡытыусыларға һәм мәктәп етәкселегенә ҡағылышлы насар йырҙар башҡара[32]. Тәртибе насар булыуға ҡарамаҫтан, уны мәктәптән ҡыумайҙар һәм ул был уҡыу йортон тамамлап, ҡулына аттестат ала.
Юғары белеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урта белемгә эйә булғандан һуң Кеннеди артабан белем алыу хаҡында уйлана башлай[32]. 1935 йылда Гарвард университетына уҡырға инә, ләкин август аҙағында документтарын ала һәм Лондон иҡтисад һәм сәйәсәт фәндәре мәктәбенә, шәхсән күренекле иҡтисадсы, профессор Гарольд Ласкиға юллана, аҙаҡ профессор Кеннедиҙы маҡтап иҫкә ала[35]. АНглияның баш ҡалаһында Джон тағы ла сирләй, был юлы ул һары ауырыуына тарый, тыуған иленә ҡайтып, Принстон университетына уҡырға инә. Иң яҡын дуҫы Лем Биллингс[en] да шунда уҡыған була.
Кеннеди өсөн Принстон «бәләкәй генә провинциаль университет ҡалаһы»[32] була. Беренсе семестрҙы ла тамамламаҫтан сирләп Бостон хәстәханаларының береһенә эләгә. Бер нисә аҙна үткәс кенә Джон анализдар тапшыра. Ахыр сиктә егеткә « лейкемия» диагнозы ҡуйыла. Кеннеди быға ышанмай — тиҙҙән табиптар үҙҙәренең хаталаныуын таный.
Уҡыу йылы аҙағын Джон Палм-Бич курортында, Аризона һәм Лос-Анджелес[32] ранчоларында үткәрә. 1936 йылдың авгусында уны ҡабат Гарвард университетына ҡабул итәләр.
Тышҡы медиафайлдар |
---|
Джон "Чоут"тағығаһәм Пристонға ҡарағанда Гарвардта яҡшыраҡ уҡый, күп уҡый, спорт занятиеларын ҡалдырмай[32]. 1937 йылда йәйге каникулдарында Лем Биллингс менән бергә Европа илдәре буйлап ҙур сәйәхәт ҡыла, был сәйәхәттең бағыусыһы — уның атаһы. Атаһы Джонды буласаҡ Папа рим кардиналы Пачелли һәм бер нисә ҙур донъя кимәлендәге фигураларменән таныштыра. Егеткә бигерәк тә тоталитар режимлы Италия менән Германия оҡшай.
Круизда алған тетрәндергес тәьҫораттары уны тарих һәм политологияға яҡынайта[32]. Хәҙер инде ул уҡыу алдынғыһы булыуҙан тыш студенттар йәмғиәтендә уңышҡа өлгәшергә теләй: хатта Гарвардтың социаль клдубтарының береһенә эләгеүҙе үҙенең төп маҡсаты итеп ҡуя. Тиҙҙән ул Hasty Pudding[en] клубына ағза булып инә, университеттың The Harvard Crimson[en] гәзитендә мәҡәләләре баҫыла башлай. Әммә Джон Spee[en] клубы ағзаһы булыуы менән күберәк ғорурлана һәм уҡыуҙан буш ваҡытын ошо клубтың штаб-фатирында үткәрә.
Икенсе донъя һуғышының башланыуы тураһында Кеннеди Антибак урортында ял иткәндә ишетә[32]. Гарвардҡа ҡайтҡас та уҡыу йортон тамамлағандағы ғилми эшен яҙа, «Мюнхендың халыҡты тынысландырыу сәйәсәте» тип аталған был эште яҙыуҙа уға атаһының ярҙамсылары, стенографистары һәм машинисткалары ингән тотош бер команда ярҙам итә. «Насар яҙылған, әммә ҡатмарлы проблемаға намыҫлы, ҡыҙыҡлы һәм аҡыллы анализ яһалған» — Кеннедиҙың ғилми етәкселәре шундай һығымта яһай. Уртаҡул диплом эше булыуына ҡарамаҫтан, ул The New York Times гәзите журналисы Артура Крока[en] ярҙамында «Ни өсөн Англия йоҡлап ҡалған» исеме аҫтында айырым китап итеп сығарыла.
Йәш Кеннедиҙың аналитик әҫәре киң ижтимағи резонанс тыуҙыра, Алан Бринкли фекеренсә, сәбәбе — «демократик дәүләттәрҙең тоталитар режимдарға ҡаршы торорға әҙер булыуы мәсьәләһе менән ул дәүер сәйәси аналитиктарының бөтөнләй ҡыҙыҡһынмауы»[32]. Джон тәүге тапҡыр түбәндәге тезисты телгә ала, һәм был тезис аҙаҡ уның сәйәси доктринаһының төп пункттарының береһенә әйләнә: «Көсәйә барған коммунистик донъя менән оҙайлы, көсөргәнешле көрәштең бөтә ауырлыҡтарын еңеп сығыу өсөн демократия көслө һәм һуғышырға һәләтле булырға тейеш».
Китап АҠШ-та, Англияла нәшер ителә, дөйөм тиражы 80 мең данаға етә, автор гонорары 40 мең доллар тәшкил итә[36].
Икенсе донъя һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гарвард университетын тамамлағандан һуң фән бакалавры Кеннеди артабан нимә менән шөғөлләнәсәге тураһында уйлана[32]. Хоҡуҡ фәнен өйрәнергә теләп, 1941 йылда Йель университетына документтарын тапшыра, хатта нисә ай Стэнфорд университетында уҡып ала, ләкин тиҙҙән Америка рәсми рәүештә Икенсе бөтә донъя һуғышына инә. Джон ауырыуы сәбәпле уны армияға алмаясаҡтары тураһында белә. Сөнки бынан бер йыл элек, Перл-Харборҙағы ваҡиғаларға тиклем, ул медицина комиссияһын үтеп ҡарай, ләкин арҡаһындағы йәрәхәте арҡаһында, хәрби хеҙмәткә яраҡлы түгел, тип таныла[37]. Атаһы һәм уның таныштары (атап әйткәндә, адмирал Керк Алан) ярҙамында октябрҙә Кеннеди Вашингтон ҡалаһына хәрби-диңгеҙ разведкаһы идаралығына ебәрелә.
Кеннеди штаб өсөн сводкалар әҙерләй һәм был эште бик ялҡытҡыс тип иҫәпләй[32]. Ул үҙен ысын хәрби хәрәкәттәрҙә һынап ҡарарға теләй, тип иҫәпләй тарихсы Алан Бринкли:
Разведка идаралығында бер аҙ хеҙмәт иткәндән һуң Джон Көньяҡ Каролина штатының Чарлстон ҡалаһына верфенә күсерелә[32]. 1942 йылдың июлендә тиҙләтелгән программа буйынса Хәрби-диңгеҙ флоты офицерҙарын әҙерләүсе мәктәп (Чикаго, Иллинойс штаты) составына индерелә. Портсмутта (Род-Айленд штаты) тиҙйөрөшлө торпедо катерына идара итеү нескәлектәренә өйрәнә һәм 1943 йылдың яҙында PT-109 катеры командаһын ҡабул итеп ала[37]. Быға тиклем Кеннеди, командир булырға хыялланып, атаһына һәм Массачусетстан сенатор Деэвид И. Уолшҡа ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән була. Джонды тиҙ арала Тымыҡ океанға күсерәләр, унда АҠШ менән Япония араһында барған һуғыштың иң ҡыҙған мәле була.
2 августа Кеннеди, ун алты катерҙан торған төркөм составында япон караптарына һөжүм итергә, тигән задание ала[32]. Төнгө рейд ваҡытында ҡараңғынан аңғармаҫтан килеп сыҡҡан дошман эсминецы PT-109-ға таран менән килеп бәрелә һәм катерҙы икегә яра. Палалубаға осоп барып төшкәндә Джондың арҡаһы ныҡ зыян күрә. Ун өс моряктың икеһе шунда уҡ һәләк була, Кеннедиҙың ваҡытында һәм теүәл команда биреүе арҡаһында башҡалар һәләкәттән ҡотолоп ҡала. Биш сәғәт дауамында катер командаһы яҡындағы ярға ағым ыңғайына йөҙөп бара, өҫтәүенә Кеннеди бер яралы морякты үҙе менән бергә ҡушылып йөҙҙөрә.
Науро утрауына барып йығылғас, Кеннеди кокос ҡабығы эсенә катер командаһы булған утрау координаттары күрһәтелгән яҙыу һалып ебәрә[32][37]. Бер аҙнанан һуң Кеннеди командаһын Америкаға Нью-Джорджия утрауҙарында урынлашҡан Яңы Зеландия патруленең торпеда катеры алып ҡайта.
Артабанғы көндәрҙә Америка матбуғаты Кеннеди һәм уның командаһының батырлығы тураһында һоҡланып яҙа, уларҙа Джонды «Кеннеди улы» тип йыш ҡына телгә алалар[32]. Хәрби хәрәкәттәр ваҡытында күрһәткән батырлығы өсөн Джон бик күп орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә, улар араһында «Ҡыҙыл йөрәк» ордены һәм Хәрби-диңгеҙ флоты һәм диңгеҙ пехота корпусы миҙалы бар[37]. Адмирал Уильям Хэлси шәхсән үҙе Кеннедиҙы хөрмәтләү тураһындағы приказға ҡул ҡуя: «уның батырлығы, сыҙамлылығы һәм лидер сифаттары Ҡушма Штаттарҙың диңгеҙ хеҙмәтенең юғары традицияларына ярашлы, бер нисә кеше ғүмерен ҡотҡарырға булышлыҡ итә», тип яҙыла унда.
PT-109 менән булған ваҡиғаларҙан һуң ун көн үткәс, Кеннеди ҡабат фронттан китә[32]. 1943 йылдың декабрендә ул, тапма биҙгәген эәктерә, өҫтәүенә арҡаһының йәрәхәте лә үҙен һиҙҙерә, шуға күрә сәләмәтлегенең насарайыуы сәпле, Джон өйгә ҡайтырға ҡарар итә[37]. Яңы 1944 йылда Сан-францискоғакилә һәм Майо клиникаһына уны дауаларға һалалар. 1945 йылдың март айында, һуғыш тамамланыуға бер нисә ай ҡалғас, уны рәсми рәүештә запасҡа сығаралар.
-
Лейтенант Джон Ф. Кеннеди в парадном облачении, 1942 год
-
Кеннеди на борту PT-109, 1943 год
-
Команда PT-109 в полном составе, Кеннеди справа
-
Кокосовая скорлупа, на которой Кеннеди выцарапал спасительное послание в августе 1943 года
Сәйәси карьераһының башы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Джон Ф. Кеннеди о личности Адольфа Гитлера
Можно легко понять, как всего через несколько лет, преодолев окружающую его сейчас ненависть, Гитлер превратится в одну из самых значительных личностей в истории. Лелея безгранично честолюбивые замыслы, которые он хотел реализовать для своей страны, он представлял угрозу для человечества. Но тайна, окутывающая его жизнь и смерть, надолго переживёт его. Что-то было в нём такое, о чём складывают легенды.
Запасҡа сығарылып бер нисә ай үткәс, Кеннеди журналистика эше менән шөғөлләнә башлай — У. Р. Херстың Hearst Corporation медиаконгломераты өсөн Сан-Францискола Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының төҙөлөүен яҡтырта[32]. Ундағы вағиларҙы яҡтыртҡанда ул журналист сифатында Совет делегацияһының йәш етәксеһе — АҠШ-та Совет илсеһе вазифаһын башҡарған киләсәктә СССР-ҙың эре сәйәси эшмәкәре булып таныласаҡ Громыконан интервью ала. Артабан сираттағы Европа турына сығып китә, сәйәхәттә йөрөгәнендә һуңғы осорҙағы төп сәйәси ваҡиғалар һәм шул замандың шәхестәре тураһында бик күп уйлана.
1944 йылдың авгусында өлкән ағаһы Джозеф һәләк була, хәҙер инде ғаиләнең бөтә өмөтө Джонға йөкмәтелә[32]. Европа сәйәхәтенән ҡайтҡандан һуң атаһы, Джондың сәйәси ҡараштарына бик ышанып етмәһә лә, уны сәйәсәт менән шөғөлләнергә өгөтләй башлай. Ул мәлгә Джон журналистика менән шөғөлләнмәйәсәген теүәл аңлаған була. Өлкән Кеннеди улының буласаҡ сәйәси карьераһына нигеҙ һалырға ярҙам итә — ул АҠШ-тың Вәкилдәр палатаһында Массачусетстан конгрессмен Джеймс Майкл Кёрли менән бәйләнешкә инә, уның ҡайһы бер проблемаларын хәл итергә ярҙам итәсәгенә алмашҡа Палатағы урынын бушатырға тәҡдим итә. Шулай итеп Джон Ф. Кеннеди АҠШ-тың Вәкилдәр палатаһы составына инә һәм сәйәси карьераһын башлай.
1947—1953 йылдарҙа Кеннеди демократтар партияһынан конгрессмен булараҡ АҠШ конгресында Бостон округы исемненән ҡатнаша. Конгрессмен Кеннеди Вәкилдәр палатаһының Мәғариф һәм хеҙмәт мөнәсәбәттәре мәсьәләләре буйынса комитеты ағзаһы булып тора[38].
1953 йылда Кеннеди, аяуһыҙ көрәштә сенатор Генри Лоджды еңеп, сенатор урынын ала. Сенатор Кеннеди хеҙмәт һәм йәмәғәт именлеге комитеты ағзаһы була[39]. Сенаттың ҡораллы көстәрҙә шпиотаж темаһына асыҡ тыңлауҙар барышындағы закон боҙоуҙарға юл ҡуйғаны өсөн сенатор Джозеф Маккартиға шелтә булдереү тураһындағы тауыш биреүҙә ҡатнашмаҫҡа ҡарар итеүе буласаҡ президенттың был осорҙа иң ҡаршылыҡлы ҡарары була. Тикшеренеүселәр Кеннедиҙың был аҙымының сәбәбен төрлөсә аңлата (атап әйткәндә, хәстәханала ятыуы һәм консерватив ҡарашлы һайлаусыларының ышанысын ҡаҡшатырға теләмәүе)[40], әммә был тәңгәлдә Кеннеди үҙенең 1960 йылда әйтелгән фекере лә билдәле:
Я никогда не называл себя совершенным. Я выполнил обычную для политика норму ошибок. Случай с Джо Маккарти? Я оказался в проигрышной ситуации. Мой брат работал на Джо. Я был против этого, я не хотел, чтобы он работал на Джо, но он хотел. И как, чёрт побери, я мог встать и осудить Джо Маккарти, когда мой собственный брат работал на него? Таким образом, это был не столько вопрос политического долга, сколько личная проблема.
Оригинал текст (инг.)– I never said I was perfect. I've made the usual quota of mistakes. The Joe McCarthy thing? I was caught in a bad situation. My brother was working for Joe. I was against it, I didn't want him to work for Joe, but he wanted to. And how the hell could I get up there and denounce Joe McCarthy when my own brother was working for him? So it wasn't so much a thing of political liability as it was a personal problem
— [41]
1960 йылдың һайлау алды кампанияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Демократик партиянан президентлыҡҡа кандидат 43 йәшлек Джон Ф. Кеннеди 1960 йылдағы һайлауҙа еңә. Һайлау алды кампанияһы барышында Кеннеди «Яңы үр» (Рузвельттың "Яңы курсы"на оҡшаш) концепцияһын тәҡдим итә, артабан тап ошо концепцияның байтаҡ өлөшө президентлыҡ программаһына инеп китә[42]. 1960 йылдың 2 ғинуарында Кеннеди рәсми рәүештә президентлыҡҡа үҙ кандидатураһын күрһәтә. Демократик праймеризда уға ҡаршы Миннесотанан сенатор Хьюберт Хамфри, Миссуриҙан сенатор Стюарт Саймингтон, Техастан сенат күпселеге лидеры Линдон Джонсон һәм Эдлай Стивенсон сыға. Лос-Анджелеста конвентты (съезды) асыу мәленә (11-15 июль) Кеннеди үҙенә еңеүҙе тәьмин итә, һәм тауыш биреүҙең беренсе турында Кеннедиҙың кандидатураһы раҫлана. Ике аҙна үткәс, республикансылар партияһы үҙенең кандидаты итеп вице-президент Ричард Никсонды һайлай. АҠШ тарихында беренсе тапҡыр үткәрелгән тәүге теледебатта Кеннеди менән Ричард Никсон осраша. Һайлау кампанияһы барышында Кеннеди алға, яңы ун йыллыҡҡа табан барырға, яңы үрҙәр яуларға, тигән маҡсаттар ҡуя. Матбуғат сараларында хәбәр ителеүенсә, Кеннедиға еңеүҙе уның партияһының сәйәси платформаһы ла, Кеннедиҙең вәғәҙәләре лә әллә ни ҙур роль уйнамай, ә Кеннедиҙың үҙен телевизор экранында тотошо, ябай, аңлайышлы итеп аңлата белеүе уны президент итеп һайлауҙы тәьмин итә.
Кеннеди — ил тарихында беренсе президент-католик.
Аҡш президенты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Джон Кеннеди 1960 йылдың 8 ноябрендә президент итеп һайлана.
1961 йылдың 20 ғинуарында Джон Кеннеди ант ҡабул итә һәм, шулай итеп, АҠШ-тың 35-се президенты була. Кеннеди үҙенең инаугурация телмәрен халыҡҡа мөрәжәғәт менән тамамлай: «Илдең һеҙгә нимә бирәсәге тураһында түгел, ә һеҙ илгә нимә бирә алыуығыҙ тураһында уйлағыҙ». Яңы президент менән хөкүмәткә АҠШ-тың финанс-монополик даирәләрендә бәйләнештәргә эйә булған, йәки сәйәси өлкәлә уңышға өлгәшкән бөтөнләй яңы кешеләр килә.
Кеннеди хакимиәтенә түбәндәгеләр инә: вице-президент Линдон Джонсон, дәүләт секретары Д. Раск (сәйәси фәндәр өлкәһендәге белгес, Пентагонда, дәүләт департаментында хеҙмәт итә, 1952 йылдан "Рокфеллер Фонды"н етәкләй), оборона министры Р. Макнамара (профессиональ эшҡыуар, Форд концерны президенты), финанс министры Д. Диллон (Эйзенхауэр хакимиәтенең хеҙмәт итә)[43], юстиция министры Роберт Кеннеди (Кеннедиҙың ҡустыһы, һайлау кампанияһына етәкселек итә)[44].
Юғары дәүләт вазифаләрына Кеннеди тәғәйенләгән тәүге 200 кешенең яртыһы тип әйтерлек дәүләт аппаратынан сыҡҡан, 18 проценты — университеттар профессорҙары, 6 проценты — эшҡыуарҙар. Был унан алда президент булған Эйзенхауэр хакимиәтенән бөтөнләй айырыла, унда дәүләт вазифаларын биләгәндәрҙең 6 проценты ғына универстеттар профессорҙары, 42 проценты эшҡыуарҙар була[45].
Аҡ йортта даими рәүештә күренекле музыканттарҙың камера оркестры сығыштары ойошторола[46].
Президент Кеннеди дәүләттән килгән хеҙмәт хаҡын тулыһынса хәйриә ихтыяждарына тапшыра.
Эске сәйәсәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә донъя банкы мәғлүмәттәре буйынса, АҠШ-тың Тулайым Эске Продукты (ВВП) 1960—1964 йылдарҙа 543 млрд.-тан 685 млрд долларға тиклем артҡан, уртаса йыллыҡ үҫеш 6 процент, тәшкил иткән, уртаса йыллыҡ инфляция 1 % булған[47].
Кеннедиҙың президентлыҡ осороноң башланыуы иҡтисадта циклик үҫеш фазаһыына тап килә. Әммә 1962 йылдың яҙында иҡтисади хәл һиҙелерлек рәүештә ҡатмарлаша: үҫеш темпы түбәнәйә, эшһеҙлек кимәле кәмей башлаған булһа, 5,5 % билдәһендә туҡтап ҡала, яңы капитал һалыуҙар күләме лә кәмей. Өҫтәүенә май айында биржала акция курсы түбән төшә — 1929 йылдан алып иң киҫкен мәл. Иҡтисади көрсөктө туҡтатыу яңы хакимиәттең тәү сираттағы бурыстарының береһенә әйләнә, ләкин Кеннеди, 1962 йылда ҡоросҡа хаҡты кәметергә тырышып, эшлекле даирәләрҙең ышанысын юғалта. Президент хакимиәте ҡорос ҡойоусы компаниялар менән конфронтацияға инә. Ә улар асыҡтан-асыҡ ҡоросҡа хаҡты күтәрә башлай. Тик бөтә баҫым яһау алымдарын ҡулланып ҡына Аҡ йорт хаҡтарҙың үҫеүен туҡтатыуға өлгәшә, әммә монополиялар менән мөнәсәбәттәр ҡатмарлаша.
Кеннеди яҡындағы маҡсатты тормошҡа ашыра, әммә сәнәғәтселәрҙең көслө ярҙамынан мәхрүм ҡала. Мәҫәлән, 1963 йылдың ғинуарында Кеннеди корпорацияларҙың табышынан һалымды кәметеү (52 проценттан 47 процентҡа тиклем) һәм граждандарҙың килем һалымы ставкаһын кәметеү программаһын Конгресҡа йүнәлтә. Аҡса туплауҙы юлға өсөн һалымдарҙы түбәнәйтеү тураһындағы законды Конгрес аша үткәрергә теләүе лә барып сыҡмай, сөнки консерватив оппозиция быға ҡаршы төшә. Шул уҡ ваҡытта Кеннеди социаль ихтыяжға дәүләттең сығымдарын кәметергә һәм федераль бюджетты көрсөктән сығарырға вәғәҙә итә.
Айырым уңыштары булыуға ҡарамаҫтан, ҡануниәт йәһәтенән, дөйөм алғанда, Кеннедиҙың президентлыҡ осорон уңышлы тип атап булмай. Ул мәғарифты һәм оло йәштәгеләргә медицина ярҙамы күрһәтеүҙе үҫтереүгә яңы ассигнованиелар алыуға өлгәшмәй, ә минималь эш хаҡы бик аҙға ғына күтәрелә.
1964 йылда мохтаждарға аҙыҡ-түлек ярҙамы программаһы эшләй башлай, 367 мең кеше дәүләттән аҙыҡ түлек талондарын ала[48]
Кеннеди, Авраам Линкольн моделен алып, ҡара тәнлеләрҙең хоҡуҡтарын тигеҙләү өсөн сығыш яһай, Мартин Лютер Кингты хупалай һәм 1963 йылда Вашингтон ҡалаһында уның менән осраша. Президент Кеннеди 1963 йылдың 19 июнендә бөтә йәмәғәт урындарында ла ҡара тәнлеләр хоҡуҡтарын ҡыҫырыҡлауҙы тыйған граждандар хоҡуҡтары тураһындағы законды Конгресҡа йүнәлтә[49].
Президент Кеннеди күрһәтмәһе буйынса АҠШ-тың милли сәнғәт фонды (ингл. National Endowment for the Arts) булдырыла[46]
Тышҡы сәйәсәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кеннеди АҠШ менән СССР араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу өсөн сығыш яһай, әммә ул идара иткән йылдарҙа тышҡы сәйәси көсөргәнештар ҙә байтаҡ була: Сусҡалар ҡултығындағы уңышһыҙ операция, Берлин көрсөгө, Кариб көрсөгө. 1961 йылдың 4 июнендә Вена ҡалаһының Шенбрунн һарайында Кеннедиҙың Совет иле етәксеһе Хрущев менән берҙән-бер осрашыуы була.
Кеннеди президент булғанда АҠШ-тың Көньяҡ Вьетнамдағы граждандар һуғышына ҡыҫылыуы көсәйә; 1961 йылда ул Көньяҡ Вьетнамға АҠШ ҡораллы көстәренең тәүге регуляр подразделениеларын ебәрә (быға тиклем унда хәрби кәңәшселәр генә хеҙмәт иткән). 1963 йылдың аҙағына АҠШ Вьетнамдағы һуғышҡа 3 миллиард доллар аҡса тотона[50], АҠШ-тың 16-сы мең һалдаты һәм офицеры Көньяҡ Вьетнамда һуғыша[51]. Шул уҡ ваҡытта Кеннеди Вьетнамдағы һуғышҡа артыҡ күп ҡыҫылыуға ҡаршы сығыш яһай һәм һуғыш хәрәкәттәре унан алда булған президент ваҡытында киң ҡолас ала, тип аңлата. Вьетнамдағы экологик һуғышты рөхсәт итә, һөҙөмтәлә был төбәк экологик һәләкәт кисерә.
1961 йылдың мартында үҫеүсе илдәргә наҙанлыҡты бөтөрөү, иң ябай хеҙмәт күнекмәләренә өйрәтеү һәм белем биреү маҡсатында Тыныслыҡ корпусы исеме аҫтындағы ойошма барлыҡҡа килә[52].
1961 йылдың 13 мартында Кеннеди Латин Америкаһы илдәренең иҡтисади һәм сәйәси үҫешенә булышлыҡ итәсәк «Прогресс хаҡына союз» программаһын иғлан итә. Алдағы 10 йыл эсендә был программаны финанслауға 20 миллиард доллар аҡса бүленергә тейеш була. Был сумма АҠШ-тың Латин Америкаһына илдәренә 1945 йылдан 1960 йылға тиклем күрһәткән ярҙамынан ун тапҡырға тиклем артығыраҡ була[53].
Кеннеди 1961 йылда үҫеүсе илдәрҙең иҡтисади һәм сәйәси мәсьәләләрен хәл итеү маҡсаты менән «АҠШ-тың халыҡ-ара үҫеш буйынса агентствоһын» булдыра[54].
1961 йылда президент Кеннеди күрһәтмәһе буйынса "Ҡорал етештереүҙе һәм ҡоралһыҙланыуҙы контролдә тотоусы агентлыҡ булдырыла (ингл. Disarmament and control Agency Arms).
Кеннеди космосты үҙләштереү өсөн бик күп эш башҡара, уның тәҡдименән «Аполлон» программаһы булдырыла («Беҙ айға осоуҙы һайлайбыҙ»)[52]. КПСС Үҙәк Комитетының Беренсе секретары Хрущевҡа айға[55] осоуға әҙерлекте берләштерергә тәҡдим итә[56].
1963 йылдың 5 авгусында СССР, АҠШ һәм Бөйөк Британия вәкилдәре Мәскәүҙә ядро ҡоралын өс өлкәлә — һауала, ерҙә һәм һыу аҫтында һынауҙарҙы тыйыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуя. 17 октябрҙә СССР һәм АҠШ вәкилдәре БМО Генераль Ассамблеяһының бортында ядро ҡоралы булған объектты орбита сығарыуҙы тыйыу тураһындағы бер тауыштан ҡабул ителгән ҡарары өсөн тауыш бирә[52].
1963 йылдың октябрендә президент Кеннеди Советтар Союзына 250 миллион долларлыҡ суммаға иген һатыуҙы хуплай.
1963 йылдағы тағы бер ҡаҙанышы: СССР менән АҠШ «Европала хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса дөйөм Европа кәңәшмәһенә» әҙерләнә башлай.
Кеннедиҙың 1963 йылдың 10 июнендә Америка университетындағы телмәре сәйәси васыятнамәһе булып тора, унда ул «СССР һәм беҙҙең арала үҙ-ара аңлашыуҙы үҫтереү» юлы менән «Тыныслыҡты хәҙерге ваҡытҡа ғына түгел, ә ғүмерлеккә тәьмин итергә кәрәк» тигән саҡырыу менән мөрәжәғәт итә[57][58].
Һәләк булыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Джон Кеннеди 1963 йылдың 22 ноябрендә беренсе яртылар тирәһендә Даллас ҡалаһында (Техас штаты) үлтерелә; президент кортежы ҡала урамдары буйлап барған саҡта атыу тауышы яңғырай. Снайпер винтовкаһының беренсе пуляһы президенттың елкәһенә эләгә һәм тамағынан сыға, икенсеһе башына тейә һәм арт яҡтан баш һөйәген емерә, шулай уҡ мейеһе йәрәхәтләнә. Президент Кеннеди операция өҫтәленә ятҡырыла, ярты сәғәттән һуң уның һәләк булыуы раҫлана. Уға ни бары 47 йәш була. Бынан тыш, президент менән бергә шул машинала Техас штатының губернаторы Конналли ҙа яралана, урамдағы осраҡлы бер кеше лә еңелсә яра ала.
Снайпер Ли Харви Освальд мәктәп дәреслектәре ҡабул ителә торған тәҙрә яңағынан ата, Кеннедиға атырҙан ике ай элек уның ДХК (КГБ) хеҙмәткәре менән һөйләшеүе[59] билдәле, был хеҙмәткәр ҙә, президентты үлтереүҙә ғәйепләнеп, ҡулға алына, ике көн үткәс, уны Даллас ҡалаһы гражданы Джек-Руби полиция участкаһында атып үлтерә, аҙаҡ уныһы ла төрмөлә үлә.
«Уоррен Комиссияһының» Кеннедиҙы үлтереүсәбәптәрен тикшереү тураһындағы рәсми доклады 1964 йылда баҫылып сыға; был докладҡа ярашлы президентты Освальд үлтерә, ул бинаның өҫкө ҡатындағы китап һаҡлағыс бүлмәһенән ата. Докладҡа ярашлы президентты үлтереү маҡсатында ниндәйҙер йәшерен заговорҙың булыуы асыҡланмай.
Кеннеди үлтереү буйынса рәсми мәғлүмәттәр бер-береһенә ҡапма-ҡаршы килә һәм уларҙа «аҡ таптар» бик күп[60]. Был эш буйынса конспирологик версиялар (заговор версиялары) айырыуса күп: Освальдтың машинаға атыуы һәм уның берҙән-бер генә атыусы булыуы шик аҫтына ҡуйыла. Сәйәсәт һәм эшҡыуарлыҡтың төрлө кимәлдәге эре фигуралары президенттың үлтерелеүе менән бәйле булыу ихтималлығы фаразлана, аңлы рәүештә шаһиттарҙы юҡ итеү һәм башҡалар(ҡарағыҙ: Норман Льюистың «Сицилия белгесе» романы[61]). Оливер Стоундың «Джон Ф. Кеннеди. Даллас ҡалаһындағы атыу» фильмында ла ошо фараз яңғырай. Шул иҫәптән Джон Кеннеди тураһындағы фильмдарҙа ла ошо фекер яңғырай: «PT 109» (1963) — Кеннедиҙың икенсе бөтә донъя һуғышында ҡатнашыуы тураһында; «Кеннеди» сериалы һәм «Кеннеди кланы» (Kennedy, 1983 йыл һәм Kennedys The, 2011); «Джон Ф. Кеннеди: Сая йәшлеге» (F. K. J.: Youth Reckless, 1993).
1992 йылда АҠШ президенты Джордж Буш — өлкәне указы менән Кеннедиҙың үлтерелеүе тураһындағы мәғлүмәттәр тупланған бөтә документтарға 25 йыллыҡ серлелек срогы ҡуйыла[62] .
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ағаһы, ҡустылары һәм һеңлеләре
- Джозеф Патрик Кеннеди-кесе (1915—1944),
- Розмари Кеннеди (1918—2005),
- Кэтлин Эгнес Кеннеди (1920—1948),
- Юнис Мэри Кеннеди (1921—2009). Ире — Сарджент Роберт Шрайвер (1915—2011). Уларҙың ҡыҙы, Мария Шрайвер (1955), Арнольда Шварценеггерҙың ҡатыны була,
- Патриция Кеннеди (1924—2006). Америка актёром Питер Лоуфордта (1923—1984) кейәүҙә була,
- Роберт Фрэнсис Кеннеди (1925—1968) — 1961—1964 йылдарҙа АҠШ-тың генераль прокуроры, 1965—1968 йылдарҙа Нью-Йорк штатынан АҠШ сенаторы. 1968 йылда АҠШ президенты посына һайланыуға үҙ кандидатураһын ҡуя, ләкин шул йылдың июнендә әлтерелә.
- Джин Энн Кеннеди Смит (1928—2020),
- Эдвард Мур Кеннеди (1932—2009) — 1962—2009 йылдарҙа Массачусетс штатынан АҠШ сенаторы. 1980 йылда АҠШ президенты посына һайланыуға үҙ кандидатураһын ҡуя, ләкин праймеризда шул мәлдәге президент Джимми Картер тауыштар һаны буйынса уны үтеп китә.
Кеннеди 1953 йылда Жаклин Ли Бувьеға өйләнә, был никахтан дүрт бала тыуа, икеһе тыуғандан һуң бик аҙ ваҡыт үткәс тә үлә; ҡыҙы Кэролайн һәм улы Джон иҫән ҡала. Джон 1999 йылда авиакатастрофала һәләк була.
- Арабелла (тыуа һәм үлә — 1956),
- Кэролайн Кеннеди (тыу. 1957),
- Кесе Джон Фицджеральд Кеннеди (1960—1999). 1999 йылдың июлендә самолеты һәләкәткә тарый.
- Патрик тыуа һәм үлә — 1963).
Джон Кеннеди һәләк булғандан һуң Жаклин Аристотель Онассисҡа (1975 йылда үлгән) кейәүгә сыға. 1994 йылда вафат була.
2002 йылдың ноябрь айында медицина серҙәрен һаҡлау срогы үткәс, медицина һуң отчеттар киң йәмәғәтселеккә еткерелә. Кеннедиҙың физик ауырыуҙары элек фаразлағанға ҡарағанда етдиерәк булып сыға. Күп тапҡырҙар дауаланыуға ҡарамаҫтан, бала саҡта уҡ зыян күргән умыртҡа һөйәгенең ауыртыуы уны бер туҡтауһыҙ борсоған, өҫтәүенә етди ашҡаҙан-эсәк сирҙәренән һәм Аддисон ауырыуынан яфаланған. Пресс-конференциялар алдынан һау-сәләмәт күренһен өсөн даими рәүештә Кеннедиға новокаин инъекциялары эшләнгән.
2017 йылға АҠШ-тың иң бай президенты[63].
Китаптар авторы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Profiles in courage (Батырлыҡ профилдәре). — NY-Evanston: Harper & Raw, 1957. Китапта Кеннеди сәйәсәттә ҡаһарманлыҡ өлгөһө тип иҫәпләгән кешеләрҙең ҡыҫҡаса биографиялары бирелгән. Был китабы өсөн Кеннеди 1957 йылда биографияһы һәм автобиографияһы өсөн Пулитцер премияһына[64] — журналистика өлкәһендәге иң юғары премияға лайыҡ була. 1964 йылда китап ҡайтанан нәшер ителә. 1961 йылда был китап СССР-ҙа «Ҡаһарманлыҡ тураһында» тигән исем аҫтында бик бәләкәй генә тираж менән, «Махсус исемлек буйынса ғына таратырға» тигән гриф аҫтында нәшер ителә, һатыуға сығарылмай.
- Ҡаһарманлыҡ профилдәре = in Profiles courage. — Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр, 2013. — С. 298 — ISBN 978-5-7133-1432-3
Why slept England — NY, 1961. Кеннедиҙың диплом эше баҫмаһы. Immigrants of A nation — NY-Evanston: Harper & Raw, 1964. John F. Kennedy words of America the in the beautiful — 1964.
«АҠШ-тың 35-се президентының шәхси көндәлектәре» — Джон Кеннеди үҙенең тәрән мәғәнәле һүҙҙәрен һәм фекерҙәрен яҙып барған көндәлектәре ул һәләк булғандан һуң баҫылып сыға.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кеннедиҙың портреты 1964 йылда сығарылған 50 центлы тәңкәлә төшөрөлгән.
- 1963 йылда Нью-Йорктағы халыҡ-ара Айдлуайд аэропорты Джон Кеннеди исемендәге Халыҡ-ара аэропорт тип атала башлай. Өҫтәүенә аэропорт коды JFK хәрефтәренә алмаштырылв (John Fitzgerald Kennedy инициалдары буйынса).
- 1966 йылда Гарвард дәүләт идараһы институтына, Гарвард университетының факультетына Кеннеди исеме бирелә.
- Авианосец USS John F. Kennedy (CV-67) исемен йөрөтә.
- NASA-ның Канаверал морононда урынлашҡан космос үҙәге уның исемен йөрөтә.
- Тымыҡ океандағы утрау һәм Төньяҡ Америкалағы тау Кеннеди исемен йөрөтә.
-
почта маркаһы һүрәте, мәңгелек ут менән
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һуғыш хәрәкәттәре ваҡытында ала
- Тыныс ваҡытта ала
- Пулитцеровская премия за биографию или автобиографию (1957)
- Орден «За заслуги перед Итальянской Республикой»[65]
- Орден Звезды Италии[66]
- Президентская медаль Свободы
Кеннеди мәҙәниәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В мультсериале Clone High в качестве персонажа присутствует клон Кеннеди.
- В апреле 2011 года состоялась премьера мини-сериала «Клан Кеннеди», описывающий жизнь семейства Кеннеди.
- В ноябре 2011 года в мировую печать вышел роман Стивена Кинга «11/22/63» в которой был задействован Джон Кеннеди
- Роман американской писательницы Элизабет Гейдж «Ящик Пандоры» повествует об истории молодого политика, его жизни, любви и смерти. В сюжете явственно показана параллель с Джоном Кеннеди.
- Во втором сезоне американского сериала «Smash» (в русском переводе «Жизнь как шоу») ставится мюзикл про отношения Джона Кеннеди и Мэрилин Монро.
- Джон Кеннеди упоминается в фильме «Назад в будущее», когда Марти Макфлай, попав в прошлое, спрашивает адрес Дока у своих предков, на что его дедушка отвечает «это в квартале от Мэйпл Стрит», на что Марти с удивлением говорит «это же аллея Джона Кеннеди».
- В компьютерной игре Call of Duty: Black Ops, Джон Кеннеди, как президент США, является одним из основных персонажей игры.
- О жизни и смерти Джона Кеннеди снято много документальных фильмов, как в США, так и в России[67]
- Молодой Джон Кеннеди появляется в сериале «Вне времени» во 2 сезоне в 21 серии.
Джон Кеннеди Афоризмдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әгәр ирекле йәмғиәт ярлыларға ярҙам итә алмай икән, ул бер ҡасан да аҙ һанлы байҙарҙы ҡотҡара алмаясаҡ[68].
См. шулай уҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Deutsche Nationalbibliothek Record #118561383 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 https://millercenter.org/president/kennedy
- ↑ 3,0 3,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ John F. Kennedy // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ 5,0 5,1 Кеннеди Джон Фицджералд // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ https://www.jfklibrary.org/learn/about-jfk/life-of-john-f-kennedy/fast-facts-john-f-kennedy#B
- ↑ https://www.jfklibrary.org/learn/about-jfk/life-of-john-f-kennedy
- ↑ 8,00 8,01 8,02 8,03 8,04 8,05 8,06 8,07 8,08 8,09 8,10 Notable Names Database (ингл.) — 2002.
- ↑ https://www.jfklibrary.org/learn/about-jfk/life-of-john-f-kennedy/fast-facts-john-f-kennedy#A
- ↑ 10,0 10,1 Woolley J. T., Peters G. D. The American Presidency Project — 1999.
- ↑ https://ancexplorer.army.mil/publicwmv/index.html#/arlington-national/
- ↑ 12,00 12,01 12,02 12,03 12,04 12,05 12,06 12,07 12,08 12,09 12,10 12,11 12,12 12,13 Kindred Britain
- ↑ https://www.jfklibrary.org/learn/about-jfk/life-of-jacqueline-b-kennedy/fast-facts-jacqueline-kennedy/wedding-details
- ↑ Даллек Р. (unspecified title) — Penguin Books, 2003.
- ↑ 15,0 15,1 15,2 Lundy D. R. John FitzGerald Kennedy // The Peerage (ингл.)
- ↑ Union List of Artist Names (ингл.) — 2019.
- ↑ John F. Kennedy
- ↑ 18,00 18,01 18,02 18,03 18,04 18,05 18,06 18,07 18,08 18,09 18,10 18,11 Biographical Directory of the United States Congress (ингл.) — GPO, 1903.
- ↑ WorldCat (билдәһеҙ) — 1971.
- ↑ 20,0 20,1 20,2 Kennedy, John F. (John Fitzgerald), 1917-1963 // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ 21,0 21,1 https://www.life.com/history/jfk-covers-life/
- ↑ John F. Kennedy: World War II Naval Hero to President — Служба национальных парков США.
- ↑ Cohen S. G., Cohen S. G. Asthma among the famous. Supplement. John F. Kennedy (1912-1963), 35th President of the United States (ингл.) // Allergy and Asthma Proceedings — Providence: OceanSide, 1998. — Vol. 19, Iss. 6. — P. 388—390. — ISSN 1088-5412; 1539-6304 — PMID:9876780
- ↑ https://millercenter.org/president/kennedy/life-before-the-presidency
- ↑ https://news.nd.edu/news/notre-dame-commencement-speakers/
- ↑ https://www.jfklibrary.org/archives/other-resources/john-f-kennedy-speeches/south-bend-in-19500129
- ↑ 27,0 27,1 27,2 27,3 JFK Service Transcript — Naval History & Heritage Command, 2014.
- ↑ https://www.musik-sammler.de/artist/107100/ (нем.) — 2005.
- ↑ https://www.whitehouse.gov/about-the-white-house/presidents/
- ↑ https://library.si.edu/art-and-artist-files
- ↑ Биография Джона Кеннеди . РИА Новости (22 ноябрь 2013).
- ↑ 32,00 32,01 32,02 32,03 32,04 32,05 32,06 32,07 32,08 32,09 32,10 32,11 32,12 32,13 32,14 32,15 32,16 32,17 32,18 32,19 32,20 32,21 32,22 32,23 32,24 32,25 32,26 32,27 32,28 32,29 32,30 Алан Бринкли. Глава 1. Ирландский принц // Джон Фицджеральд Кеннеди. — М.: Иностранка, Азбука-Аттикус, 2013. — 352 с.
- ↑ Joseph Kennedy | Biography, Facts, & Family | Britannica
- ↑ 34,0 34,1 Дмитрий Петров. Часть I. Бостон. Глава первая. Клан // Джон Кеннеди. Рыжий принц Америки. — М.: АСТ, 2013. — 576 с.
- ↑ 35,0 35,1 35,2 35,3 35,4 Дмитрий Петров. Часть I. Бостон. Глава вторая. План // Джон Кеннеди. Рыжий принц Америки. — М.: АСТ, 2013. — 576 с.
- ↑ Громыко, 1985
- ↑ 37,0 37,1 37,2 37,3 37,4 Дмитрий Петров. Часть I. Бостон. Глава пятая. Герой // Джон Кеннеди. Рыжий принц Америки. — М.: АСТ, 2013. — 576 с.
- ↑ Громыко, 1985, с. 20
- ↑ Громыко, 1985, с. 27
- ↑ Robert Dallek, 2004
- ↑ Robert Dallek, 2004, p. 191
- ↑ Громыко, 1985, с. 107
- ↑ Яковлев, 1971, с. 154
- ↑ Яковлев, 1971, с. 156
- ↑ Яковлев, 1971, с. 155
- ↑ 46,0 46,1 Росс А. Дальше — шум. Слушая XX век. — М. : Астрель, 2012. — С. 380. — ISBN 978-5-271-38532-2.
- ↑ Всемирный банк
- ↑ Кассирова Е. П. США: кризис социальной политики. — М. : Мысль, 1978. — С. 65, 198, 208.
- ↑ Чернявский, 2014, с. 480
- ↑ Яковлев, 1971, с. 191
- ↑ Громыко, 1985, с. 234
- ↑ 52,0 52,1 52,2 Яковлев, 1971
- ↑ Яковлев, 1971, с. 194
- ↑ Яковлев, 1971, с. 195
- ↑ 20 января 1961 года в своей инаугурационной речи президент США Джон Ф. Кеннеди послал Советскому Союзу сигнал: «Будем вместе исследовать звёзды…». За этой короткой строчкой стоял документ, в котором говорилось: «В качестве первого шага США и СССР могли бы выбрать высадку с научными целями небольшой группы (около трёх человек) на Луну, а затем возвратить их на Землю…»… 20 сентября 1963 года, выступая на Генеральной Ассамблее ООН, Кеннеди, вновь обратившись к идее совместной американо-советской экспедиции на Луну, сказал: «Почему первый полёт человека на Луну должен быть делом межгосударственной конкуренции? Зачем нужно Соединённым Штатам и Советскому Союзу, готовя такие экспедиции, дублировать исследования, конструкторские усилия и расходы? Уверен, нам следует изучить, не могут ли учёные и астронавты наших двух стран — а по сути, всего мира — работать вместе в покорении космоса, послав однажды на Луну в этом десятилетии не представителей какого-то одного государства, но представителей всех наших стран». Архивированная копия . Дата обращения: 7 ғинуар 2011. Архивировано 6 май 2011 года. 2011 йыл 6 май архивланған.
- ↑ Академики Сергей Королёв и Мстислав Келдыш убеждали Никиту Сергеевича принять предложение США, но Хрущёв сказал: «Нет. Луну американцам не отдавать!»
- ↑ Вилли Брандт Воспоминания. — М.: Новости, 1991. — С. 74.
- ↑ Яковлев, 1971, с. 221
- ↑ США рассекретили доклад ЦРУ о контактах убийцы Кеннеди с «агентом КГБ», РБК. 31 октябрь 2017 тикшерелгән.
- ↑ Съёмка момента гибели Кеннеди
- ↑ Норман Льюис. Сицилийский специалист // Цель - президент. — М.: Политиздат, 1990. — 543 с. — ISBN 5-250-01190-X.
- ↑ Трамп заявил о готовности рассекретить документы об убийстве Кеннеди. 31 октябрь 2017 тикшерелгән.
- ↑ The Net Worth of the U.S. Presidents: From Washington to Obama — Douglas A. McIntyre, Michael B. Sauter, and Ashley C. Allen — Business — The Atlantic
- ↑ Биография Джона Кеннеди (рус.), РИА Новости (20 ғинуар 2016). 6 апрель 2018 тикшерелгән.
- ↑ Grande Ufficiale Ordine al Merito della Repubblica Italiana Sen. John F. Kennedy. (итал.)
- ↑ Grande Ufficiale dell’Ordine della Stella della solidarieta italiana Sen. John F. Kennedy. (итал.)
- ↑ Джон Кеннеди: жизнь и смерть великого президента
- ↑ Речь при вступлении в должность президента 20 января 1961 года
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Джеймс Дуглас. Зачем убили Джона Кеннеди: Правда, которую важно знать = JFK and the Unspeakable: Why He Died and Why It Matters. — М.: Альпина Паблишер, 2019. — 978 с. — ISBN 978-5-9614-2089-0.
- Robert Dallek[en]. An Unfinished Life. John F. Kennedy 1917-1963. — New York: Back Bay Book/Little, Brown and Company, 2004. — 838 p. — ISBN 978-0-316-90792-7.
- Arthur M. Schlesinger Jr. A Thousand Days: John F. Kennedy in the White House. — Boston: Houghton Mifflin, 2002. — ISBN 978-0-618-21927-8.
- Алан Бринкли. Джон Фицджеральд Кеннеди. — М.: Иностранка, Азбука-Аттикус, 2013. — 352 с.
- Дмитрий Петров. Джон Кеннеди. Рыжий принц Америки. — М.: АСТ, 2013. — 576 с.
- Громыко А., Кокошин А. Братья Кеннеди. — М.: Мысль, 1985. — 479 с.
- Чернявский Г. И., Дубова Л. Л. Клан Кеннеди. — М.: Молодая гвардия, 2014. — 713 с. — ISBN 5-235-03646-8.
- Яковлев Н. Н. Преступившие грань. — М.: Международные отношения, 1971. — 352 с.
Документаль фильмдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Убийство Кеннеди. 13 версия» (двухсерийный документальный телефильм Александра Иванкина, Россия, 2003).
- «Джон Кеннеди: В машине-мишени» («JFK:Inside The Target Car», документальный телефильм, США, 2008).
- «Убийство Кеннеди. Новый след» (документальный телефильм Олега Солдатенкова, Россия, 2013).
- «День, когда убили Кеннеди» (документальный телефильм, Россия, 2013).
- «Джон Ф. Кеннеди. Пропавшая пуля[en]» (документальный телефильм, США, 2013).
- «Джон Кеннеди: пороховой дым».
- «Кеннеди. Запись с борта номер один».
- «Захват Освальда».
- «Джон Кеннеди. Убийство в прямом эфире» (документальный телефильм Ирины Кротик-Короткевич, Россия, 2009).
- «Джон Кеннеди: Семь дней, определивших президента » («JFK: Seven Days That Made a President»).
- «Джек и Джеки. Проклятье Кеннеди».
- «Убить Кеннеди» (режиссёр Кирилл Клеймёнов).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кеннеди, Джон Фицджеральд Викиөҙөмтәлә | |
Кеннеди, Джон Фицджеральд Викикитапханала | |
Кеннеди Джон Фицджералд Викимилектә | |
Кеннеди Джон Фицджералд Викияңылыҡтарҙа |
- Политическая справка МИД СССР на кандидата в президенты США Дж. Ф. Кеннеди (август 1960 года).
- Перестать убивать Кеннеди на новостном портале Lenta.ru
- Телмәрҙәре һәм сығыштары;
- Я — берлинец (Ich bin ein Berliner) 1963
- Инаугурационная речь 1960
- Речь в Американском Университете 1963
- Обращение к прессе от 27.04.1961 (выдержка) 1961
Алдан килеүсе: Дуайт Эйзенхауэр |
Президент США 1961–1963 |
Һуңынан килеүсе: Линдон Джонсон |
Алдан килеүсе: Эдлай Стивенсон |
Кандидат в президенты США от Демократической партии 1960 (выиграл) |
Һуңынан килеүсе: Линдон Джонсон |
Ҡалып:Кабинет Джона Кеннеди Ҡалып:Человек года (по версии журнала Тайм) 1951—1975 Ҡалып:Убийство Кеннеди Ҡалып:Места упокоения первых лиц США
- Страницы, размер изображений на которых содержит лишний px
- 29 майҙа тыуғандар
- 1917 йылда тыуғандар
- 22 ноябрҙә вафат булғандар
- 1963 йылда вафат булғандар
- Лондон иҡтисад мәктәбен тамамлаусылар
- Американың ҡурғауылын Иҫтәлек миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Икенсе донъя һуғышында Еңеү миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Италия Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены Бөйөк офицерҙары
- Президент Азатлыҡ миҙалы менән наградланыусылар
- Википедия:Мәҡәләлә Викикитапханаға һылтанмаһы булған мәҡәләләр
- АҠШ президенттары
- Почта маркаларында шәхестәр
- Икенсе донъя һуғышында ҡатнашыусылар
- Гарвард университетын тамамлаусылар
- АҠШ Демократик партияһы ағзалары
- Алфавит буйынса шәхестәр