Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы
Уҡыу көйләүҙәре
(БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы битенән йүнәлтелде)
Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы | |
Нигеҙләү датаһы | 1940 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Стерлитамакский учительский институт, Стерлитамакский педагогический институт, Стерлитамакская педагогическая академия һәм Стерлитамакский филиал Башкирского государственного университета |
Кем хөрмәтенә аталған | Биишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙы |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Стәрлетамаҡ |
Рәсми сайт | sspa.edu.ru |
Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы — 2012 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһын үҙгәртеп ҡороу юлы менән ойошторолған юғары уҡыу йорто.
Тарихи белешмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- РСФСР Халыҡ Комиссарҙары советы (СНК) 1940 йылдың 22 июнендәге 463-сө ҡарары менән 1940 йылдың 1 сентябренән 17 яңы уҡытыусылыҡ институты асырға хәл итә. Был институттарҙың 15-е элекке педагогия училищелары базаһында асыла. Был педагогия училищелары исемлегенә Стәрлетамаҡ башҡорт педагогия училищеһы ла инә. Башҡорт АССР-ының Халыҡ Комиссарҙары советы 1940 йылдың 6 июлендәге 717-се ҡарар менән Стәрлетамаҡ башҡорт педагогия училищеһын ике йыллыҡ Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институты тип үҙәгәртеү тураһында ҡарар сығара. Уның ике бүлеге була: физика-математика һәм филология. Думаев Сәләх Ғизетдин улы институттың беренсе директоры итеп тәғәйенләнә, ул был вазифала, фронтта булғанын, яраланып, госпиталдә дауаланып ятҡан ваҡыттарын да индереп, теүәл 9 йыл эшләй.
- 1954 йылда СССР Министрҙар Советының 1954 йылдың 18 июлендәге 6579-Р бойороғо һәм РСФСР Министрҙар Советының 1954 йылдың 26 июлендәге 954-се ҡарары нигеҙендә педагогия институты ойошторола.
- 2004 йылда академия статусы бирелә.[1]
- Рәсәй Федерацияһы мәғариф һәм фән министрлығының 2012 йыл 2 февралендә сыҡҡан 95-се приказына ярашлы, Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы бюджеттағы федераль дәүләт белем биреү учреждениеһы Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы сифатында БДУ-ның структур подразделениеһына әйләнә.[2]
Ректорҙары[3] һәм директорҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1954 йылдан — Кинйәбулатов Хәйретдин Бәҙретдин улы
- 1956 йылдан — Әлибаев Сәғит Рәхмәт улы
- 1959 йылдан — Солтанғужин Тәүфиҡ Ғизелхаҡ улы
- 1963 йылдан — Насиров Иншар Ислам улы
- 1976 йылдан — Әлмөхәмәтов Рәшит Вәлиәхмәт улы
- 1989 йылдан — Хәмиҙуллин Марс Ғилметдин улы
- 2006 йылдан — Баймырҙин Хәмит Хәйервара улы[1]
- 2011 йылдың 1 февраленән ректор вазифаһын башҡарыусы — Ҡыҙырғолов Илгиз Раян улы
- 2011 йылдың майынан — филиал директоры Әбдрәшитов Йәғәфәр Мөхәррәм улы
- 2015 йылдың 17 мартынан Филиал директоры — Ковальский Алексей Алексеевич
Структураһы (институттары һәм факультеттары)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт филологияһы факультеты
- Филология факультеты
- рус теле кафедраһы (мөдире И. А. Сыров)
- лингвистика һәм журналистика кафедраһы (мөдире Л. Г. Инчина)
- герман телдәре кафедраһы (мөдире Г. Р. Булгакова)
- татар һәм сыуаш филологияһы кафедраһы (мөдире И. С. Мансуров)
- рус әҙәбиәте кафедраһы (мөдире И. Е. Карпухин)
- әҙәбиәт ғилеме һәм әҙәбиәт уҡытыу методикаһы кафедраһы (мөдире Л. В. Басманова)
- Тарих факультеты
- дөйөм тарих кафедраһы (мөдире С. В. Сиротин)
- Ватан тарихы һәм тарих уҡытыу методикаһы кафедраһы (мөдире Д. П. Самородов)
- Педагогика һәм психология институты
- Математика һәм тәбиғәт фәндәре институты
- Иҡтисад һәм идара итеү факультеты
- Технология һәм эшҡыуарлыҡ факультеты
- Технология кафедраһы
- Дөйөм техник дисциплиналар һәм мәғлүмәт технологиялары кафедраһы
Һөнәрҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Технология һәм эшҡыуарлыҡ
- Ҡулланма математика һәм информатика
- Мәғлүмәт системаларын математик тәьмин итеү һәм идара итеү
- Математика һәм Информатика
- Биология
- Мәктәпкәсә педагогика һәм психология
- Педагогика һәм психология
- Рус теле һәм әҙәбиәте (специалитет)
- Журналистика (специалитет)
- Сит тел (специалитет)
- Рус теле һәм әҙәбиәте Туған (татар, сыуаш) теле һәм әҙәбиәте өҫтәмә специальносы менән (специалитет)
- Филология белеме (бакалавриат)
- Информатика
- Тарих
- Культурология
- Ойоштороу менеджменты
- Персоналға идара итеү
Башҡорт филологияһы факультеты уҡытыусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йосопов Харрас Ғәлиәкбәр улы
- Бикҡужина Тутыя Әғзәм ҡыҙы
- Ғафаров Булат Баҡый улы
- Ҡасҡынбаева Гәүһәр Абдраҙаҡ ҡыҙы
- Тикеев Данис Солтан улы
- Ҡаһарманов Ғәлиән Ғәйнетдин улы
- Йосопов Харрас Ғәлиәкбәр улы
- Ишбаев Кәрим Ғайса улы
- Галин Салауат Әхмәҙиә улы
- Ишбирҙин Эрнст Фәйзрахман улы
- Вәлитов Ишбулды Ғиниәт улы
- Хөсәйенова Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы
- Абдуллина Гөлфирә Риф ҡыҙы
- Вәлиева Гөлназ Даурат ҡыҙы
- Ҡаһарманов Ғәлиән Ғәйнетдин улы
- Сәмиғуллина Лидия Лотфрахман ҡыҙы — филология фәндәре кандидаты, доцент
Тамамлаусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Карпухин Иван Егорович (5.02.1936) — шағир, яҙыусы
- Таһирова Әнисә Абдулла ҡыҙы — башҡорт шағирәһе.
- Танһыҡҡужина Тамара Михайловна — Рәсәй шашкасыһы.
- Тимербулатов Зөфәр Мөхтәр улы —журналист, дәүләт эшмәкәре.
- Макурин Алексей Васильевич —спортсы. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1994).
- Ғәниева Тамара — Башҡортостандың халыҡ шағиры
- Күсмәева Мәрйәм Тимерхан ҡыҙы — шағир
- Хисаметдинова Рәмзилә Миндеғәли ҡыҙы - шағир
- Шаһманов Тәлғәт Ғиндулла улы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ История СГПА им.(недоступная ссылка)
- ↑ Текст приказа на сайте Министерства образования РФ(недоступная ссылка) // МОН РФ. 9 февраля 2012 год
- ↑ Гибадуллина Л. Г. Стерлитамакская государственная педагогическая академия: исторический очерк. Уфа, 2005.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 29 сентябрь 2023)