Эстәлеккә күсергә

Таһирова Әнисә Абдулла ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әнисә Таһирова
Таһирова Әнисә Абдулла ҡыҙы
Тыуған көнө:

15 декабрь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Ишембай районы Маҡар ауылы.

Вафат булған көнө:

18 июнь 2024({{padleft:2024|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (82 йәш)

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

Шағир, тәржемәсе

Премиялары:

Зәйнәб Биишева исемендәге премия (2011)

Наградалары:

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992).

Таһирова Әнисә Абдулла ҡыҙы (15 декабрь 1941 йыл18 июнь 2024 йыл) — башҡорт шағиры, тәржемәсе, 1973 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992), Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2011).

Әнисә Абдулла ҡыҙы Таһирова 1941 йылдың 15 декабрендә Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Маҡар ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, комсомол путевкаһы менән төҙөлөштә эшләй, һуңынан башланғыс синыфтарҙа балалар уҡыта. 1961—1966 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетында уҡый. Юғары белем алғас, ике йыл Күмертау районы (хәҙерге Көйөргәҙе районы) Ермолаевка урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.

1968 йылдан журналистикаға күсә. Күп йылдар «Башҡортостан ҡыҙы» журналында эшләй. Мәскәү ҡалаһында юғары курстарҙа уҡый. Аҙаҡтан Башҡортостан телерадиокомпанияһында әҙәби хеҙмәткәр вазифаһын башҡара. Әнисә Таһирова тиҫтәләгән сонет һәм элегиялар авторы.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижады тураһында Башҡорт юлдаш телевидениеһы каналында тапшырыу әҙерләгәне, уның тураһындағы мәҡәләһе һәм иҫтәлектәре, шулай уҡ әҙипкә арналған шиғырҙары һәм сонеттары өсөн Әнисә Таһирова 2011 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге премияға лайыҡ булды.

2015 йылдың ноябрендә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған «Башҡортостандың иң яҡшы китапханаһы-2015» һәм «Башҡортостандың иң яҡшы башҡорт китабы-2015» республика конкурстарына йомғаҡ яһалды. «Йылдың иң яҡшы башҡорт китабы» конкурсының «шиғриәт» номинацияһында шағирә һәм тәржемәсе Әнисә Таһирова еңеүсе тип табылды[1].

  • Ҡоралай: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1971. — 62 бит.
  • Аҡсарлағым минең: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1974. — 79 бит.
  • Барһын һиңә яҡты уйҙарым: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1979. — 62 бит.
  • Мөғжизәгә килә ышанғым: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1983. — 96 бит.
  • Косуля: Стихи. — М.: Современник, 1985. — с. (рус.)
  • Яҙҙар бүләк итәм: Шиғырҙар, сонеттар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1986. — 96 бит.
  • Әсә һуҡмағы: Сонеттар, поэмалар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 112 бит.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992)
  • Зәйнәб Биишева исемендәге премия (2011)
  • Тыныслыҡ фондының почётлы миҙалы
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 с. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)