Ҡасҡынбаева Гәүһәр Абдраҙаҡ ҡыҙы
Ҡасҡынбаева Гәүһәр Абдраҙаҡ ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР РСФСР Башҡорт АССР-ы Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 29 май 1960 |
Тыуған урыны | Яңы Мөсәт, Иҫке Собханғол ауыл советы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 2 август 2006 (46 йәш) |
Һөнәр төрө | мәктәп уҡытыусыһы, университет уҡытыусыһы |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы |
Уҡыу йорто |
Яңы Мөсәт мәктәбе Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ҡасҡынбаева Гәүһәр Абдраҙаҡ ҡыҙы (29 май 1960 йыл — 2 август 2006 йыл) — педагог, филология фәндәре кандидаты, доцент, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гәүһәр Абдразаҡ ҡыҙы Ҡасҡынбаева (Рысаева) Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Яңы Мөсәт ауылында тыуған.
Тыуған ауылында 8 йыллыҡ мәктәпте, 1977 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбен тамамлағас, Гәүһәр Абдразаҡ ҡыҙы 1977—1982 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетында уҡый.
Институтта уҡыуын тамамлағас, Бөрйән районы Байғаҙы ауылы мәктәбендә директор урынбаҫары булып эш башлай. 1983 йылда Рысаев Наилгә тормошҡа сыға һәм Стәрлебаш районы Буҙат ауылында 12 йыл рус теле һәм әҙәбиәтен уҡыта.
1994 йылда ғаиләһе Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсеп килә һәм ул 31-се мәктәптә, 1995—2002 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия колледжында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. 1996 йылда Башҡортостан Республикаһы урта махсус уҡыу йорттары уҡытыусылары араһында уҙғарылған «Йыл уҡытыусыһы» конкурсы еңеүсеһе була, ә 2002 йылда «Белгеслек буйынса иң яҡшы уҡыу-методик комплекс» төбәк конкурсында 1-се урында яулай.
Гәүһәр Абдразаҡ ҡыҙы Ҡасҡынбаева Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында тәүҙә аспирант, аҙаҡ уҡытыусы була.
2006 йылдың 2 авгусында фажиғәле рәүештә вафат була.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары (2005).
2004 йылда Бөрйән район хакимиәте ҡарары менән Яңы Мөсәт мәктәбендә «Уҡыуҙа уңыштарға өлгәшкән уҡыусылар» өсөн йыл һайын тапшырыла торған премия булдырыла[1].
Ғилми эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гәүһәр Абдразаҡ ҡыҙының фәнни тикшеренеүҙәре башҡорт теле синтаксисы, өҫтәлмә ҡоролмаларының функциональ һәм семантик үҙенсәлектәренә, һөйләмдә уларҙы бәйләү юлдарына һәм сараларына арналған. 40-тан ашыу фәнни хеҙмәте бар. Филология фәндәре докторы, профессор Тикеев Данис Солтан улы етәкселегендә «Хәҙерге башҡорт әҙәби телендә өҫтәлмә берәмектәр» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Филология фәндәре кандидаты (2003)
- Доцент
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы
- Рәсәй Федерацияһы мәғариф алдынғыһы
- РФ профессиональ белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре (2002)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Каскинбаева Гаухар Абдразаковна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 266. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Визитка школы
- ↑ [https://search.rsl.ru/ru/record/01002428984 Рысаева, Гаухар Абдразаковна. Вставочные единицы в современном башкирском литературном языке: Монография