Бикҡужина Тутыя Әғзәм ҡыҙы
Перейти к навигации
Перейти к поиску
Был мәҡәләлә мәғлүмәт сығанаҡтарына һылтанмалар юҡ. Күрһәтелгән мәғлүмәтте тикшереп ҡарау мөмкинлеге булырға тейеш, юғиһә уның шикле мәғлүмәт сәбәбе менән юйылыуы мөмкин.
Һеҙ был мәҡәләне мөхәррирләп мәртәбәле сығанаҡтарға һылтанмалар ҡуя алаһығыҙ. |
Тутыя Әғзәм ҡыҙы Бикҡужина | |
Эшмәкәрлек төрө: | |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: |
Әбет ауыл, Мәләүез районы, БАССР |
Гражданлығы: | |
Вафат булған көнө: |
3 сентябрь 2008 (81 йәш) |
Бикҡужина Тутыя Әғзәм ҡыҙы (1 октябрь 1926 йыл — 3 сентябрь 2008 йыл) — ғалим-педагог. 1965—2000 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1972), доцент. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1986).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Тутыя Әғзәм ҡыҙы Бикҡужина 1926 йылда Мәләүез районы Әбет ауылында тыуа.
- 1943 йылда хеҙмәт юлын Мәләүез районының Түбәнге Таш ауылы мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай.
- 1949 йылда Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтын тамамлай.
- Ғафури районында уҡытыусы булып эшләй.
- 1958 йылда ситтән тороп К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай.
- Күмертау ҡалаһының Маяҡ ҡасабаһындағы 1-се һанлы интернат-мәктәбендә эшләй.
- 1965 йылдан алып ғүмеренең аҙағынаса Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетында уҡыта.
Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1972 йылда башҡорт телен уҡытыу методикаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Методиканың ошо өлкәһе буйынса 70-тән ашыу уҡытыу-методик ҡулланма, программа, фәнни мәҡәлә авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1986).
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- #педагогикхеҙмәтветерандары. Тутыя Әғзәм ҡыҙы Бикҡужина (Тикшерелеү көнө: 27 сентябрь 2021)