Эстәлеккә күсергә

Хөсәйенова Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хөсәйенова Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Башҡорт АССР-ы
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 29 июль 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (54 йәш)
Тыуған урыны Усман, Төрөмбәт ауыл Советы (Ауырғазы районы), Ауырғазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы
Эш урыны Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре докторы[d]

Хөсәйенова Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы (29 июль 1970 йыл) — филология фәндәре докторы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, башҡорт филологияһы факультеты деканы

Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенова (Солтаҡаева) Башҡорт АССР-ы Ауырғазы районының Уҫман ауылында тыуған. Тыу­ған ауылындағы башланғыс, Төрөмбәт урта мәктәбендә уҡый.

1992 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлеген алтын миҙалға тамамлай.

Ул хеҙмәт юлын Ауырғазы районы Үтәймулла урта мәктәбендә башлай. Аспирантураға уҡырға ингәс, СДПИ-ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһына саҡырыла. Кафедра мөдире, декан урынбаҫары вазифаларын башҡара.

Бөгөн Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенова М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты доценты, деканы.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы 1-се курста уҡыған саҡта уҡ филология фәндәре кандидаты, доцент Ҡаһарманов Ғәлиән Ғәйнетдин улы етәкселегендә «Тел тарихы» тү­ңәрәгендә шөғөлләнә. Диплом эшенең темаһы: «Башҡорт әҙәбиәте терминологияһының структур-семантик төркөмләнеше». 2016 йылда был тема буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Профессор Ишбирҙин Эрнст Фәйзрахман улы етәкселегендә Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты янындағы аспирантурала уҡый. Эҙләнеү өсөн «Башҡорт микротопонимияһы: структураһы, семантикаһы, этимологияһы» темаһы билдәләнелә.

Ләйлә Миҙ­хәт ҡыҙы Хөсәйенова — 300-ҙән ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәт, шул иҫәптән 4 монография, ике һүҙлек, тиҫтәләгән уҡыу һәм уҡытыу-методик ҡулланмаһы авторы.

Рәсәй төбәктәре һәм сит ил юғары уҡыу йорттары менән әүҙем хеҙ­мәт­тәшлек итә: Таулы Алтай, Яҡутстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә студенттарына лекциялар уҡый, коллегалары менән йыш аралаша.

Ләйлә Миҙ­хәт ҡыҙы 2020 йылда «Башҡорт яҙмаһының тарихы һәм хәҙерге башҡорт әҙәби теленең орфография нормаларының барлыҡҡа килеүе» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[1][2].

  • Башҡорт микротопонимияһы: структураһы, семантикаһы, этимологияһы[3]
  • Башҡорт диалектологияһы[4]
  • Филология фәндәре кандидаты (2016)
  • Филология фәндәре докторы (2020)