Таулы Алтай дәүләт университеты
Таулы Алтай дәүләт университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1993 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Таулы Алтай |
Уҡыусылар һаны | 4000 |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][1] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Таулы Алтай, Рәсәй |
Диапазон IPv4 | 85.143.26.0/24[2] |
Рәсми сайт | gasu.ru |
Таулы Алтай дәүләт университеты — Горно-Алтайск ҡалаһындағы (Алтай Республикаһы) классик юғары уҡыу йорто.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таулы Алтай педагогия институты СССР Минстрҙар Советы Ҡарары менән 1949 йылда ойошторолған, уҡыу срогы 2 йыл булған.
1949 йылдың 18 июлендә башҡарма комитет ултырышында Таулы Алтай хеҙмәтсәндәр депутаттары өлкә Советы Баҡарма комитетының ултырышында уҡытыусылар институтын ойоштороу тураһында мәсьәлә тикшерелә.
1953 йылдың ғинуарынан уҡытыусылар институтын педагогия институты итеп үҙгәртеп ҡороу эштәре башлана. 1953 йылдың 29 ғинуарында Таулы Алтай автономиялы өлкәһе хеҙмәтсәндәр депутаттары Советының Башҡарма комитеты 1953 йылдың 1 сентябренән уҡытыусылар институтын педагогия институты итеп үҙгәртеп ҡороу хаҡында ҡарар ҡабул итә.[3] Педагогия институтының беренсе курсына 160 кеше, шул иҫәптән 70 алтай милләтле уҡыусы ҡабул ителә.
1993 йылда Таулы Алтай педагогия институты һәм Таулы Алтай ойошторолған ауыл хужалығы техникумы базаһында Таулы Алтай дәүләт университеты ойошторола[4].
2014 йылдың 1 июленән Ғилми совет ҡарары менән ауыл хужалығы колледжы аграр колледж итеп үҙгәртелә.
Структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Институттары, факультеттары һәм колледжы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Физика-математика һәм инженер-технология институты
- Иҡтисад-юридик факультет
- Тәбиғәт-география факультеты
- Алтаистика һәм төрки телдәре факультеты
- Психология-педагогика факультеты
- Тарих-филология факультеты
- Аграр колледж
Уҡытыусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрлө ваҡытта юғары уҡыу йортонда уҡыттылар һәм уҡыталар:
- Воневодин Анатолий Фёдорович— математик, профессор, физика-математика фәндәре докторы
- Дмитриев Алексей Николаевич — геолог, профессор, геология-минералогия фәндәре докторы
- Лебедев Юрий Альфредович — техник фәндәре кандидаты, «СИЛЭН» инженер үҙәге директоры, 1990 йылдан РСФСР халыҡ депутаты
- Мери Арнольд Константинович — Советтар Союзы Геройы
- Монахов Валентин Николаевич— математик, Рәсәй Фәндәр Академияһы академигы
- Остапенко Владимир Викторович — математик, профессор, физика-математика фәндәре докторы
- Хорошевский Виктор Гаврилович — математик, Рәсәй Фәндәр Академияһының ағза-корреспонденты
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Белоусова Н. В., 60 лет Горно-Алтайскому государственному учительскому институту, Календарь юбилейных и памятных дат, стр. 46 — 47
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сайт университета 2020 йыл 24 ноябрь архивланған.
- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=85.143.26.0%20-%2085.143.26.255&type=inetnum
- ↑ Приказ от 23.05.1953 № 21
- ↑
- Постановление Совета Министров — Правительства России от 20.07.1993 № 689
- Приказ Государственного комитета Российской Федерации по высшему образованию от 01.11.1993 № 312