Шаһманов Тәлғәт Ғиндулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Тәлғәт Шаһманов
Эшмәкәрлек төрө:

журналистика

Тыуған көнө:

6 май 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (58 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ының Мәләүез районы Оло Моҡас ауылы

Гражданлығы:

СССРРәсәй флагы

Награда һәм премиялары:

Тәлғәт Ғиндулла улы Шаһманов (6 май 1959) — башҡорт журналисы. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы (2006). Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2007).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәлғәт Ғиндулла улы Шаһманов 1959 йылдың 6 майында Башҡорт АССР-ы Мәләүез районы Оло Моҡас ауылында тыуған.

1982 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағас, Мәләүез районы мәктәптәрендә уҡыта. 1987 йылдан алып «Совет Башҡортостаны» гәзите хәбәрсеһе. 1990 йылдан — Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Милли мәктәптәр ғилми-тикшеренеү институтының Башҡортостан филиалы хеҙмәткәре. 1993 йылдан — мәктәпкәсә йәштәге балалар журналы «Аҡбуҙат» хеҙмәткәре. 1994 йылдан Күмертау ҡала мәғариф бүлеге методисы. 1995 йылдан 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатында эшләй (1998 йылға тиклем директор урынбаҫары). 2001 йылдан «Ҡыҙыл таң» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе. 2002 йылдан «Көйөргәҙе» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары. 2005 йылдан «Юшатыр» гәзите директоры-баш мөхәррире урынбаҫары, 2008 йылдың мартынан — бүлек мөдире, апрелдән — яуаплы сәркәтибе[1].

Матбуғат биттәрендә башҡорт халҡының тарихы, этнографияһы, фольклоры һәм башҡорт теле мәсьәләләре буйынса мәҡәләләр, очерктар менән сығыш яһай. «Шағәле Шаҡман нәҫеле» (2007) китабында Шағәле Шаҡман бей, уның нәҫеле хаҡында ентекле бәйән итә. Башҡортостан мәҙәниәте буйынса Башҡортостан Республикаһының урыҫ һәм татар телле мәктәптәрҙең 5-6-сы кластары өсөн дәреслектәр авторҙашы.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Өфөлә ойошторолған «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәгенең сәркәтибе вазифаһын башҡара.
  • 1995—1998 йылдарҙа Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе.
  • I һәм III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы.
  • 2017 йылдан Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы.

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Шағәле Шаҡман нәҫеле. — Өфө: Китап, 2007. — бит.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]