3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты
Нигеҙләнгән

1959

Директор

Боҫҡанов Фәһим Фәрғәт улы

Тип

дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы

Адрес

Рәсәй Рәсәй,Башҡортостан Башҡортостан, Күмертау ҡ.

3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты (3-сө БРГИ) — Башҡортостандың Күмертау ҡалаһындағы гуманитар йүнәлештәге интернатлы уҡыу йорто.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гимназия республиканың элекке интернатлы уҡыу йорттарының береһе. Ул 2-се интернат-мәктәп була. Ул 1959 йылда асыла. 1962 йылда уҡыу йорто Ер шары тирәләй беренсе осоусы-йыһангиҙәр Ю. А. Гагарин исемен ала. 1993 йылдың 22 июлендә Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы коллегияһы ҡарары менән Күмертау ҡалаһы 2-се интернат-мәктәп, эксперимент рәүешендә интернат-мәктәп-гимназия тип үҙгәртеп ҡорола. 1996 йылда Күмертау ҡалаһы 2-се интернат-мәктәп-гимназия 3-сө Республика Башҡорт интернат-гимназияһына әүерелә. Уҡыу йортонда Башҡортостан Республикаһы һәм Ырымбур өлкәһе төбәктәре балалары белем алырға тейеш була.

1997 йылдың 23 мартында мәктәп-интернат-гимназия башҡорт телендә белем биреүсе уҡыу йорто булараҡ хоҡуҡи лицензия ала. 2005 йылда статусын нығытып, хәҙерге көнгәсә Башҡорт республика гимназия-интернаты булараҡ йөрөй.

2006—2007 йылдарҙа ул төҙөкләндерелә, ашхана һәм спорт залы төкәтмәләре эшләнә.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]