Эстәлеккә күсергә

Шәғәле Шаҡман бей

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Шәғәле Шаҡман бейтамъян ҡәбиләһе башлығы, башҡорттарҙың Нуғай Урҙаһына ҡаршы көрәшен ойоштороусыларҙың береһе.

Шәжәрәләргә һәм башҡа тарихи сығанаҡтарға бәйле Аҙнай бей, Бикбау бей, Иҫке бей, Ҡарағужаҡ бей Мөшәүәли‎ менән берлектә көньяҡ-көнсығыш башҡорттарының Мәскәү дәүләтенә үҙ ирке менән инеүе буйынса һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша. Килешеү төҙөгәндән һуң Рәсәй подданныйлығын раҫлаусы жалованная грамота йәғни ярлыҡ ала. Шәғәле Шаҡманға Иван Грозный тарафынан тархан (кенәз) титулы бирелә[1].

Белорет районы Ҡаһарман ауылында Шәғәли Шаҡман ҡәбере

Шәғәле Шаҡмандың ете улы булғанлығы шәжәрәләр, тарихи документтар буйынса билдәле: Сыуаҡай, Бураш, Буралы, Йәтсә, Сырымбәт, Аллаяр һәм Килдеяр. Был уландарынан таралған нәҫел-нәсәбе бөгөн Көйөргәҙе районының Йомағужа, Илкәнәй, Бәләкәй Муса, Мәмбәтҡол, Түкән, Свобода, Яңы Муса ауылдарында; Мәләүез районының Моҡас, Ҡотош, Түләк, Иҫке Муса, Яҡтыкүл, Смаҡ, Яңауыл, Тамъян, Ташлыкүл, Ҡаран ауылдарында йәшәй.

Шаҡман — боронғо төрки телдәрҙә (Соҡман, Суҡман формаһында) батырҙарға бирелгән ҡушамат, титул. Мәхмүт Ҡашғариҙың (?—?) һүҙлегендә соҡман һүҙе батырҙарға, бәһлеүәндәргә бирелгән ҡушамат тигән аңлатма күрһәтелгән. Шулай уҡ Соҡман/Суҡман формаһы айырым исем булараҡ төркмән шәжәрәләрендә теркәлгән[2].

  1. [1]
  2. Кусимова Т. X., Бикколова С. Ә. Башҡорт исемдәре. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 2005. — С. 117, 217-218. — 224 с.