Щелкачёв Владимир Николаевич
Владимир Николаевич Щелкачёв | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Вафат булыу көнө: | |
Вафат булған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Ғилми өлкәһе: |
математика |
Ғилми дәрәжәһе: |
техник фәндәр докторы |
Ғилми исеме: |
профессор |
Уҡыу йорто: | |
Награда һәм премиялары |
![]() | |
---|---|
![]() |
Владимир Щелкачёв |
Щелкачёв Владимир Николаевич (21 ноябрь 1907 йыл, Владикавказ, Терек өлкәһе, Рәсәй Империяһы — 13 апрель 2005 йыл, Мәскәү, Рәсәй) — СССР һәм Рәсәйҙең инженер‑механигы, математик. Техник фәндәр докторы (1941), профессор (1941). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1968), РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1995), Башҡортостандың (1997) һәм Татарстандың (1997) атҡаҙанған нефтсеһе, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1996). Сталин премияһы лауреаты (1950). Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948, 1957, 1980), 4‑се дәрәжәлә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (1997) ордендары менән бүләкләнгән.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Щелкачёв Владимир Николаевич 1907 йылдың 21 ноябрендә Рәсәй Империяһының Владикавказ ҡалаһында тыуа.
1922—1928 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетында уҡып сыға. 1930 йылға тиклем Мәскәүҙә Дәүләт нефть тикшереүҙәр институтында ғилми хеҙмәткәр, Халыҡ хужалыҡ институтының энергетик факультетында һәм Киске эшсән машина төҙөү институтының теоретик механика кафедраһында ассистент булып эшләй.
1930 йылда дини ойошма эше буйынса ҡулға алына. Суд ҡарары — концлагерҙә 3 йыл Алматыла һөргөнгә алмаштырыла. 1994 йылда реабилитациялана.
1931—1932 йылдарҙа Алматыла Иҫәп-иҡтисад техникумында математика уҡытыусыһы булып эшләй. 1932—1933 — Ҡаҙаҡ педагогия институтында юғары математика кафедраһының доценты. 1934—1939 йылдарҙа Грозный нефть институтында теоретик механика кафедраһының доценты һәм мөдире була. Киләһе ике йыл Владимир Николаевич Днепропетровск дәүләт университетының теоретик механика кафедраһының доценты вазифаһын биләй.
1941 йылда кире Грозный нефть институтына эшләргә ҡайта. 1944—1946 — Мәскәүҙә Наркомнефть нефть сығарыуының интексификацияһы буйынса махсус төркөмдөң хеҙмәткәре. 1992 йылға тиклем И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтында теоретик механика кафедраһының профессоры һәм мөдире булып эшләй.
1941 йылда техник фәндәр докторы исемен яҡлай. 1942 йылда профессор дәрәжәһенә лайыҡ була.
1971—1974 йылдарҙа ваҡытлыса нефть сыҡҡан урындарҙы эшкәртеү кафедраһының мөдире була. 1969 йылдан алып 1991 йылға тиклем Румынияла, Венгрияла, ГДР-ҙа, Ҡытайҙа һәм Сирияла нефть сыҡҡан урындарҙы эшкәртеү, ер аҫтында гидродинамика, юғары мәктәптә педагогика мәсьәләләре буйынса лекция циклдарын уҡый. Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһының ағзаһы.
Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүгә, ер аҫты гидродинамикаһын һәм ғәмәли математика мәсьәләләрен өйрәнеүгә арналған. Туймазы нефть ятҡылығын продуктив ҡатламдарға һыу ебәреп үҙләштереү проектын төҙөүселәр араһында була.
Щелкачёв 350 тирәһе ғилми эштәр авторы була. Щелкачёв етәкселегендә техник фәндәренең 42 кандидат һәм 19 докторҙар әҙерләнә.
2005 йылдың 13 апрелендә Мәскәүҙә вафат була.
Наградалары һәм исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1-се дәрәжә Сталин премияһы (1950)
- Ленин ордены (1971)
- өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1948, 1957, 1980)
- 4‑се дәрәжәлә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены[1] (1997)
- РСФСР атҡаҙанған фән һәм техника хеҙмәткәре
- РСФСР газ һәм нефть сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре
- РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1995)
- Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе (1997)
- Татарстандың атҡаҙанған нефтсеһе (1997)
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1996)
Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Разработка нефтеводоносных пластов при упругом режиме. Мәскәү, 1959
- Анализ современного состояния нефтедобычи и разработки нефтяных месторождений США. Мәскәү, 1961
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- К. С. Баймөхәмәтов Щелкачёв Владимир Николаевич // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Владимир Николаевич Щелкачёв
- Щелкачёв Владимир Николаевич
- 21 ноябрҙә тыуғандар
- 1907 йылда тыуғандар
- 13 апрелдә вафат булғандар
- 2005 йылда вафат булғандар
- Техник фәндәр докторҙары
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Сталин премияһы лауреаттары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәрҙәре
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Владикавказда тыуғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар
- XX быуат педагогтары
- СССР уҡытыусылары
- Рәсәй уҡытыусылары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәрҙәре
- Башҡортостандың атҡаҙанған нефтселәре
- РСФСР‑ҙың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре
- Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы академигы
- Алфавит буйынса педагогтар
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәрҙәре