Эстәлеккә күсергә

Белебеевские известия (гәзит)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Бәләбәй хәбәрҙәре битенән йүнәлтелде)
«Белебеевские известия»
Тип

Бәләбәй районының ижтимағи-сәйәси баҫмаһы

Форматы

4А3

Штат хәбәрселәре

Коллектив

Веб-сайты

http://www.belizv.ru

Белебеевские известия — Бәләбәй районы һәм Бәләбәй ҡалаһының берләштерелгән ижтимағи-сәйәси гәзите. Татар телендә «Бәләбәй хәбәрләре», 2001 йылдан башҡорт телендә «Бәләбәй хәбәрҙәре» ҡушымтаһы сыға[1].

1917 йылдан алып Бәләбәйҙә «Известия Белебеевского Совета рабочих, солдатских и крестьянских депутатов» гәзите булараҡ сыға башлай, 1918 йылдың майынан — «Известия Белебеевского уездного исполкома Совета рабочих и крестьянских депутатов» гәзите аҫтында сыға[2].

1919 йылдан Бәләбәйҙә «Голос бедноты» һәм «Ярлы тавышы» исемле урыҫ һәм татар телендә гәзит булып нәшер ителә башлай[2]. Мөхәррире — Бәләбәй Шура кантон комитетының мосолман эштәре буйынса комиссары Г. К Ҡасимов. Баҫма тулыһынса большевиктар партияһын яҡлаусы, советтар хакимиәтен урынлаштырыуҙа ярҙам итеүсе орган була[3].

1924 йылдың 7 апрелендә РКП(б) Бәләбәй кантоны комитеты «Бәләбәй хәбәрләре» гәзитен сығара башлай. Ике телдә «Сталинсы» гәзите лә сыға. Шул уҡ йылдарҙа йөкмәткеһе менән наҙанлыҡты бөтөрөүгә, дингә ҡаршы йүнәлдерелгән «Уҡыуға — яҙыуға» тип аталған гәзит ғәрәп һәм латин графикаһында нәшер ителә. Бәләбәй МТС-ының З. С. Сафин мөхәррирлегендә үҙ аллы «Ударчы» гәзите лә сыға.

1945 йылда 900 дана «Урожай өчен» гәзите сыға башлай, уның мөхәррире Н. С. Сәфиуллин була.

1951 йылдың 1 майынан «Вперед» гәзитенең дубляжы булып «Алга» гәзите сығарыла.

1962 йылда райондарҙы эреләткән осорҙа яҡынәтирәләге алты район халҡы өсөн КПСС Өлкә комитеты органы кимәлендәге «Җиңү байрагы» («Знамя победы») гәзите нәшер ителә.

1965—1988 йылдарҙа «Җиңү байрагы» Бәләбәй районы гәзите булараҡ һаҡлана.

1989 йылда район гәзиттәре берләшеп, русса, татарса, сыуашса дубляж булып сыға.

1991 йылдан «Малалла» («Алга») сыуаш телендәге район гәзите нигеҙендә «Урал сасси» республика гәзите нәшер ителә.

1991 йылдан «Бәләбәй хәбәрләре» («Белебеевские известия») исеме менән сыға. Баш мөхәррир — Иванова Любовь Михайловна.

2002 йылдан башҡортса «Бәләбәй хәбәрҙәре» ҡушымтаһы сыға башлай.

  • «Белебеевские известия» гәзите 2016 йылда Башҡортостанда Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы яҡтыртыу буйынса иң яҡшы киң мәғлүмәт сараларының береһе тип танылды[4].
  • 2015 йылғы һайлауҙы иң яҡшы яҡтыртыу буйынса Бөтөн Рәсәй конкурсы еңеүсеһе[5].
  • 2009 йыл — Башҡортостан Республикаһының «Иң яҡшы муниципаль ойошма» конкурсында 1-се урын.
  • 2007 йыл — «Матбуғаттың алтын фонды» («Золотой фонд прессы») тамғаһына эйә.
  • 2007 йыл — Бөтә Рәсәй «Иң яҡшы муниципаль ойошма» конкурсы еңеүсеһе.
  • 2007 йылдан Бәләбәй ҡалаһының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында район гәзите тарихын яҡтыртыусы «Бәләбәй матбуғаты» күргәҙмәһе эшләй.