Фәтҡуллин Хөсәйен Әһлиулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Фәтҡуллин Хөсәйен Әһлиулла улы
Заты ир-ат
Тыуған көнө 21 ноябрь 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (92 йәш)

Фәтҡуллин Хөсәйен Әһлиулла улы (21 ноябрь 1926 йыл) — совет дәүләт һәм профсоюз органдары эшмәкәре. 1963—1970 йылдарҙа хеҙмәтсәндәр депутаттарының Салауат ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе. Башҡортостанда спорт һәм физкультура-һауыҡтырыу эшен ойоштороусы. Педагогия фәндәре кандидаты. 1975 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостандың беренсе халыҡ-ара категориялы судьяһы (1965).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хөсәйен Әһлиулла улы Фәтҡуллин 1926 йылдың 21 ноябрендә Ҡаҙаҡ ССР-ының Ҡустанай ҡалаһында тыуған. Тамамланмаған юғары белемле — авиация институтының дүрт курсы[1]. 1961 йылда Свердловск ҡалаһындағы Юғары партия мәктәбен тамамлай.

1944-1949 йылдар — Николай Гастелло исемендәге Өфө спортклубы тренеры.

1950 йылдан — ВЛКСМ-дың Черниковка ҡала комитетының хәрби-физкультура бүлеге мөдире.

1951 йылдан — Черниковка ҡала спорткомитеты, Стәрлетамаҡ өлкә физкультура һәм спорт комитеты рәйесе.

1953 йылдан — БАССР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары.

1954-1957 йылдарҙа — БАССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Физкультура һәм спорт эштәре буйынса комитет рәйесе.

1956-1965 йылдарҙа — БАССР-ҙың Ауыр атлетика федерацияһы рәйесе.

1963-1970 йылдарҙа — Салауат ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе. Шул уҡ йылдарҙа ҡалалар араһында Бөтә союз спорт һәм һаулыҡ поход-конкурсы инициаторҙарының береһе[2].

1970 йылдарҙа, Профсоюздарҙың Башҡортостан өлкә советы секретары булараҡ, Фәтҡуллин автономиялы республикала физкультура һәм спортты дәүләт тарафынан планлаштырыу системаһын индереү менән шөғөлләнә. 1970 йылдың 27 декабрендә БАССР Юғары Советы сессияһы «1971-1975 йылдарға Башҡорт АССР-ы халыҡ хужалығы үҫешенең биш йыллыҡ дәүләт планы»н ҡабул итә, һәм был документта республикала физкультура һәм спортты артабан үҫтереү буйынса Х. Ә. Фәтҡуллиндың тәҡдимдәре раҫлана[3]

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Халыҡтар дуҫлығы ордены (ГДР, 1975 йыл),
  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]