Едрёнкин Михаил Акимович
Едрёнкин Михаил Акимович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 21 ноябрь 1923 |
Тыуған урыны | Өфө, Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 31 октябрь 1970 (46 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Едрёнкин Михаил Акимович (21 ноябрь 1923 йыл — 31 октябрь 1970 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, штурмлау инженер-сапер батальоны саперы, рядовой. 1948 йылдан КПСС ағзаһы. Дан орденының тулы һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Михаил Акимович Едрёнкин 1923 йылдың 21 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны Новоалександровка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Урыҫ. 1948 йылдан КПСС ағзаһы. Белеме тамамланмаған урта.
1942 йылдан алып Ҡыҙыл Армияла. [Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 1942 йылдың мартынан.
Старшина Едрёнкин 1947 йылда демобилизациялана. Бохарала (УзССР), һуңынан Өфөлә йәшәй. «Востокнефтепроводстрой» тресының Бохара —Урал газ торбалары төҙөлөшөндә балта оҫтаһы булып эшләй
1970 йылдың 31 октябрендә вафат була.[1].
Батырлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]35-се штурмлау инженер-сапер батальоны саперы (7-се штурмлау инженер.-саперҙар бригадаһы, 13-сө армия, 1 Украина фронты) рядовой Едрёнкин 1944 йылдың майында төркөм менән дошман тылында Гута—Пеняцк—Майҙан юлына миналар һала (Львов өлкәһе Золочев ҡалаһынан 17 км төньяҡтараҡ, Украина). Минала 2 автомобиль һәм арба шартлай. 1944 йылдың 15 июнендә 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.
Едрёнкин 1944 йылдың 16 июлендә яугирҙәр менән Козатин тораҡ пункты районында (Волынск өлкәһе Горохов ҡалаһынан көньяҡ-көнбайыштараҡ, Украина) дошмандың ут нөктәләренә разведка яһай, 100-ҙән ашыу минаны зарарһыҙландыра (шул иҫәптән 19 мина -«сюрприздарҙы»). 1944 йылдың 7 авгусында 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.
Цюхен тораҡ пункты районында Одра йылғаһын аша кискәндә (Хобень ҡалаһынан 3 км төньяҡ-көнсығыштараҡ, Польша) 1945 йылдың 29 ғинуарында отделениеның командир урынбаҫары кесе сержант Едрёнкин 8 рейс яһай һәм 100 -ҙән ашыу һалдат һәм офицерҙы йылға аша сығара. 1945 йылдың 10 апрелендә 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дан ордены (барлыҡ өс дәрәжәһе)
- ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Едрёнкин Михаил Акимович . «Герои страны» сайты.}
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Едрёнкин Михаил Акимович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 17 ноябрь 2022)
- http://encyclopedia.mil.ru/encyclopedia/gentlemens/hero.htm?id=11464616@morfHeroes
- http://xn--p1acf.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/prosmotr/2-statya/9447-edrjonkin-mikhail-akimovich(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лобода В. Ф. Солдатская слава. М., 1963. Кн. 1.
- Ерошин А. Е. Не ради славы. М., 1969.
- Славные сыны Башкирии. Уфа, 1985. Кн. 5.
- Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 2. В-Ж. 2006. −624 с. ISBN 5-88185-062-9.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.
- 21 ноябрҙә тыуғандар
- 1923 йылда тыуғандар
- Өфөлә тыуғандар
- 31 октябрҙә вафат булғандар
- 1970 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- III дәрәжә Дан ордены кавалерҙары
- Дан орденының тулы кавалерҙары
- Дан ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Дан орденының тулы кавалерҙары (Башҡортостан)
- Бөйөк Ватан һуғышы сапёрҙары