Одра
Одра | |
---|---|
чеш. Odra, пол. Odra, нем. Oder | |
Киниц янында | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 903 км |
Бассейн | 125 000 км² |
Һыу сығымы | 480 м³/с |
Һыу ағымы | |
Инеше | Чехия |
· Бейеклеге | 634 м |
· Координаталар | 49°36′48″ с. ш. 17°31′15″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Балтик диңгеҙе |
· Бейеклеге | 0 м |
· Координаталар | 53°36′06″ с. ш. 14°35′23″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Илдәр | ![]() ![]() ![]() |
Одра Викимилектә |
О́дра, О́дер (чех һәм пол. Odra, нем. Oder, сил. Uodra) — Үҙәк Европалағы йылға. Чехия, Польша һәм Германия территориялары буйлап аға.
География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Оҙонлоғо — 903 км, бассейн майҙаны — яҡынса 125 мең км². Тамағы янында уртаса һыу сығымы 480 м³/с тәшкил итә[1]. Оҙонлоғо буйынса Польшаның икенсе йылғаһы.
Чехияла, Көнсығыш Судеттарҙа башлана. Артабан Польша территорияһы буйлап аға. Ҡушылдығы Ныса-Лужица ҡойғандан алып ҙур арауыҡта Польша менән Германия араһында дәүләт сик үтә[1]. Одраның тамағында Балтик диңгеҙенең лагуналы Шецин ҡултығы урынлашҡан.
Төп ҡушылдыҡтары: Ныса-Лужицка, Варта, Ина, Бубр, Быстшица.
Бәләкәй суднолар ҡушылдығы Опава ҡойған урындан түбәнерәк, ә эре суднолар — Кендзежин-Козле ҡалаһынан түбәнерәк йөрөй ала[1].
Одер буйындағы ҡалалар: Одерҙағы Франкфурт, Айзенхюттенштадт, Костшин-над-Одрой, Острава, Богумин, Рациборш, Ополе, Бржег, Вроцлав, Глогов, Шведт, Гартц, Щецин.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Одер // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Kubicki W., Waszczuk Е., Odrapolska rzeka, Warsz., 1968
![]() |
Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |