Эстәлеккә күсергә

Ноғоманова Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Флүрә Ноғоманова битенән йүнәлтелде)
Ноғоманова Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 18 февраль 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[1]
Тыуған урыны Күлләр ауылы, Ефремкин ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы), Ҡырмыҫҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 18 февраль 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[2] (85 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй[2]
Һөнәр төрө йырсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы
Уҡыу йорто Ҡазан дәүләт консерваторияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡортостандың халыҡ артисы

Ноғоманова Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы (18 февраль 1936 йыл18 февраль 2021 йыл) — йырсы (меццо-сопрано), юғары мәктәп уҡытыусыһы. БССР-ҙың халыҡ (1991), БАССР-ҙың атҡаҙанған (1980) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1976).

Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы Ноғоманова 1936 йылдың 18 февралендә БАССР-ҙың Ҡырмыҫҡалы районы Күлләр ауылында тыуған. Райондың төпкөл ауылында көн күргән Ноғомановтар ғаиләһе йыр-моңға маһир ғаилә була. Күмәк балалы ғаиләлә «Тәфтиләү», «Ҡаһым түрә», «Еҙ бүртә», «Һаҡмар», «Ғилмияза» йырҙарын тыңлап-ишетеп үҫә Флүрә. Һуғыштан һуңғы осорға тура килгән йәш үҫмер бала Флүрә лә йырларға ярата. Бейеүгә лә ул оҫта була, Стәрлетамаҡтағы мәҙәни-мәғрифәт училищеһы сәхнәһендә һабаҡташы Фәнзил Сөләймәнов менән «Дуҫлыҡ» бейеүен башҡара, хатта Фәйзи Ғәсҡәров уны ныҡышмал рәүештә ансамбленә саҡыра. Әммә йырға һөйөү өҫтөнлөк ала[3].

Флүрә Ноғоманова Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Ғүмер буйы оло ихтирам менән ифрат талапсан уҡытыусыһы Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазинаны иҫкә ала, балаларҙа тәбиғәттән бирелгән тауышты, моңдо боҙмайынса тышҡа сығарыу өсөн уның намыҫлы һәм фиҙакәр хеҙмәтен оло баһалай. Үҙе лә уҡытыусыһынан үрнәк алып, йәш йырсыларҙы әҙерләгәндә ошо алымдарҙан тайпылмаҫҡа тырыша, уҡыусыларын үҙ балалары һымаҡ яҡын күреп, һәр ваҡыт ярҙам ҡулын һуҙа[3].

Артабан Ҡазан консерваторияһында белем ала (1967 йылда тамамлай; Н. Н. Лучинина класы), 1972 йылға тиклем һәм 1983—2011 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында уҡыта, 1972—1983 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы.

Киң диапазонлы көслө тауышҡа эйә, башҡарыу манераһы хис-тойғоло булыуы менән айырылып тора.

Марта («Фауст», Ш.Гуно), Ана («Биржан һәм Сара», М. Т.Түлебаев), Лаура («Иоланта»), Полина («Пики дамаһы»; икеһе лә — П. И. Чайковский) һәм башҡалар.

Милли спектаклдәрҙә үҙенсәлекле, төрлө характерлы образдар ижад итә: Гөлмәриә («Ағиҙел тулҡындары»; дебют, тәүге башҡарыусы, 1972), Яланбикә («Дауыл»), Шәмсиә («Ҡоҙаса», З.Ғ.Исмәғилев), Ҡуйһылыу, Ҡарасәс («Урал илселәре»), Көнбикә («Салауат Юлаев»). Концерт репертуарында башҡ. халыҡ йырҙары («Ағын һыу», «Ашҡаҙар», «Ғайса ахун», «Ғилмияза», «Ильяс», «Хисам», «Элмәлек»), башҡорт композиторҙары әҫәрҙәре. СССР-ҙың халыҡ артисы Т. А. Милашкина менән сығыш яһай. Ленинградта БАССР мәҙәниәте көндәрендә ҡатнаша (1969). СССР буйлап гастролдәрҙә була.

Уның уҡыусылары араһында билдәле йырсылар — Башҡортостандың халыҡ артисы — Ф.Ә. Килдейәрова, Й. Ә. Әбделмәнов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Р. Р. Әминева, Л. Ғ. Әхмәтйәнова һәм башҡалар.

Флүрә Ноғоманова үҙенең тыуған көнөндә — 2021 йылдың 18 февралендә Өфөлә вафат булды[4].