Һаҡмар (йыр)
Һаҡмар | |
Сәнғәт формаһы | Йыр |
---|---|
Жанр | халыҡ йыры |
Әҫәрҙең теле | башҡортса |
«Һаҡмар» — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һаҡмар
Һаҡмар ҙа буйы ҡара урман,
Сит-ситтәре ҡуйы талдарҙан, Һаҡмар һыуы,
Буйлап йөрөнөм Һаҡмарҙың буйҙарын,
Йырлап та үттем халыҡ уйҙарын.
Боролоп аҡҡан беҙҙең Һаҡмар
Ташып ята беҙҙең ярҙарҙан, Һаҡмар һыуы,
Үҫәлер талдар Һаҡмарҙың буйында,
Йөҙәм дә йөҙәм Һаҡмар һыуында.
«Һаҡмар» йырын 1928 йылда татар композиторв М.Ә. Мозафаров Ырымбур ҡалаһында яҙып ала. Йәнә 1940 йылдарҙа уны А. А. Эйхенвальд теркәй. Был яҙма Мәскәүҙә М.И.Глинка исемендәге Дәүләт үҙәк музейының мәҙәниәт музейында һаҡлана. 1995 йылда «Песни моего народа» йыйынтығында баҫылып сыға.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был лирик‑эпик йырҙа тыуған яҡтың гүзәллеге, Һаҡмар буйҙарының матурлығы данлана. Көйө мажор пентатоникаға нигеҙләнгән, диапазоны киң (терцдецима). Ижекте һуҙып, биҙәкләп, бөгөллө итеп йырлау уға хислелек өҫтәй. Көйҙөң тулҡын һымаҡ һалмаҡ хәрәкәте йылға ағымын хәтерләтә.
Башҡарыусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡарыусылары — Б. Н. Вәлиева, Ф. Ә. Килдейәрова, Ә.С.Шайморатова бар. А. С. Ключарёв, Г.Г.Лобачёв, Р. Ә. Мортазин — тауыш һәм фортепиано өсөн, В. Л. Мортазин, И.И.Хисаметдинов тауыш һәм орган өсөн эшкәрткән.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һаҡмар (йыр) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- (йыр)| Флүрә Килдейәрова башҡарыуында «Һаҡмар» йыры
- «Һаҡмар» йырының тексы(недоступная ссылка)