Эстәлеккә күсергә

Рәхимов Камил Йософ улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Камил Рәхимов битенән йүнәлтелде)
Рәхимов Камил Йософ улы
Файл:RahimovKU.jpg
Төп мәғлүмәт
Тыуған

25 август 1900({{padleft:1900|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})

Тыуған урыны

Рәсәй империяһы, Севастополь ҡалаһы

Үлгән

25 февраль 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (77 йәш)

Үлгән урыны

Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы

Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

композитор

Хеҙмәттәшлек

Башҡорт драма театры

Наградалар

БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1966)

Рәхимов Камил Йософ улы (25 август 1900 йыл — 25 февраль 1978 йыл) — башҡорт композиторы. БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1969). 1943 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Камил Йософ улы Рәхимов 1900 йылдың 25 авгусында Рәсәй империяһының Севастополь ҡалаһында тыуа. Ун ике быуыны руханиәттә хеҙмәт иткән Рәхимовтар нәҫеленә ҡараған атаһы ҡаланың төп мәсетендә имам була. Камил бала сағында мандолинала уйнарға ярата.

1919—1921 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хәрби оркестр музыканты булып хеҙмәт итә. Ҡырым рабфагын тамамлағас, 1924 йылда Ленинградҡа М. И. Калинин исемендәге политехник институтҡа уҡырға китә. Институтты тамамламайынса Ленинград консерваторияһына инергә тырышып ҡарай. Консерваторияға имтиханды бирә алмай, 1927 йылда Ҡазан көнсығыш музыка техникумының оркестр факультетына инә, унан Өфө сәнғәт техникумына күсә.

1929 йылда Башҡортостан сәнғәт техникумының тынлы музыка ҡоралдары бүлексәһен валторна класы буйынса тамамлай.

Башҡортостан сәнғәт техникумын тамамлағас, 1929—1930 йылдарҙа Башҡорт академия театрының музыка бүлеге мөдире, 1930—1938 йылдарҙа Башрадиокомитеттың музыкаль мөхәррире булып эшләй.

1939—1943 йылдарҙа Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында өлкән кластарҙа математика уҡыта. Бер үк ваҡытта фольклор йыйыу эшмәкәрлеге алып бара, халыҡ риүәйәттәрен һәм йырҙарын яҙып ала.

Ҡайтанан квалификация үтеү сәбәбе ошо була: 1938 йылда илдә сәйәси репрессиялар бара. 1938 йылдың июлендә Камил Рәхимовтың атаһын ҡулға алалар һәм аталар. Шунда уҡ Камил Рәхимов та ҡулға алына. Оҙаҡ ваҡыт тәфтиш аҫтында тотола. Һуңынан, хөкөмгә һәм тәфтишкә тарттырылғаны бармы, тигән һорауға ул былай тип яҙа: «Өсәүҙең ҡарары буйынса мин 1938 йылда административ тәртиптә биш йылға Башҡортостандың Бөрйән районына һөргөнгә ебәрелдем, унан 1943 йылда Совет Армияһы сафына алындым».

1943—1945 йылдарҙа Өфө гарнизоны хәрби оркестрының музыканты булп хеҙмәт итә, 1945—1947 йылдарҙа Башҡортостан радиокомитетының музыкаль тапшырыуҙар мөхәррире булып эшләй.

1948—1953 йылдарҙа БАССР Министрҙар Советының Сәнғәт эштәре идаралығы эргәһендәге фольклор кабинетының ғилми хеҙмәткәре, БАССР Композиторҙар союзы секретары була. 1948—1949 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡортостан Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт ғилми-тикшеренеү институтының фольклор экспедицияларында ҡатнаша.

1978 йылдың 25 февралендә Өфөлә мәрхүм була.

Рахимов Камил Йософ улы — дөйөм белем биреү мәктәптәренең I—IV кластары (Өфө, 1951), I—VI кластары (Өфө, 1959), I—VIII кластары (Өфө, 1967) өсөн башҡорт телендәге музыка һәм йыр дәреслектәре авторы (Ғ. Сөләймәнов менән берлектә).

Башҡорт маршы (1949), Концерт вальстары (1950, 1956, 1961), Ике башҡорт бейеүе (1969); тауыш һәм симфоник оркестр өсөн — Өс башҡорт оҙон көйө (халыҡ һүҙҙәре, 1947—1951); Башҡорт АССР-ының 10 йыллығына марш (1929), Поход маршы (1958); Башҡорт халыҡ көйҙәре темаларына фантазия (1935), Лирик йыр (1945), Ҡыҙҙар бейеүе (1950);

Башҡортостандың Халыҡ бейеүҙәре ансамбле постановкалары өсөн музыка (Т. Кәримов менән берлектә, 1952, 1954, 1955);

Гөлғәйшә йыры (халыҡ һүҙҙәре, 1929), Колхозсылар маршы (С. Ҡудаш һүҙҙәре, 1933), Йәйге иртә (М. Сөндөклө һүҙҙәре, 1946), Һине һағынам (Ә. Ғафури һүҙҙәре, 1950), Хат көткәндә (М. Марат һүҙҙәре, 1958), Халҡыма дан (Я. Ҡолмой һүҙҙәре, 1960), Шишмә буйына киләм (Я. Ҡолмой һүҙҙәре, 1961), Тыуған илем (Я. Ҡолмой һүҙҙәре, 1968), Совет космонавына дан (А. Игебаев һүҙҙәре, 1961), Башҡортостан (З. Ҡолбәков һүҙҙәре, 1964), Герой дуҫтарыма (З. Ҡолбәков һүҙҙәре, 1971), Киң ҡырҙарҙа (З. Ҡолбәков һүҙҙәре, 1971); хорҙар, шул иҫәптән Осоусылар маршы (Ҡ. Даян һүҙҙәре, 1947). Мөғлифә (Ә. Ғафури һүҙҙәре, 1950), Гөлшат йыры (М. Кәрим һүҙҙәре, 1951), Бригадир йыры (Ә. Ихсан һүҙҙәре, 1951), Дим буйында (М. Сөндөклө һүҙҙәре, 1952), Йәштәр маршы (Ҡ. Даян һүҙҙәре, 1957), Туғанлыҡ маршы (М. Марат һүҙҙәре, 1957), Дуҫлыҡ тураһында кантата (М. Сөндөклө һүҙҙәре, 1957), Коммунистик бригадалар йыры (М. Марат һүҙҙәре, 1959), Һаумы, йәшлек (Я. Ҡолмой һүҙҙәре, 1959), Йәш төҙөүселәр йыры (А. Игебаев һүҙҙәре, 1961), Урал уттарына дан (М. Ғәли һүҙҙәре, 1970);

Концерт вальсы (1958); балалар өсөн йырҙар, шул иҫәптән Ленин юлы (халыҡ һүҙҙәре, 1960), Октябряттар бейеүе (М. Садиҡова һүҙҙәре, 1960), Пионерҙарҙың ҡотлау йыры (М. Садиҡова һүҙҙәре, 1960), Көҙ (Ҡ. Даян һүҙҙәре, 1961), Ҡуянҡай (Ҡ. Даян һүҙҙәре, 1961), Йәш туристар йыры (Ғ. Байбурин һүҙҙәре, 1965), Сәғәт (М. Йәлил һүҙҙәре, 1966);

«Башҡорт туйы» (1929), Д. Юлтыйҙың «Ҡарағол» (1930) спектаклдәренә музыка; Радиопостановкаларға музыка;

Йөҙҙәрсә башҡорт һәм татар йырын эшкәрткән.

Бүләктәре, исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1969)

1994 йылда Өфөнөң Киров урамындағы 13-сө йорт стеанаһына башҡорт һәм рус телдәрендә: «Был йортта 1960—1978 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Камил Йософ улы Рәхимов йәшәне һәм эшләне. 1900—1978» тип яҙылған иҫтәлекле таҡтаташ эленә.

Камил Рәхимовтың Өфөләге мосолман зыяратындағы ҡәбере 1990 йылда тарихи ҡомартҡылар иҫәбенә индерелә.

  • Зинатшина Н. «Камиль Рахимов: Буклет», Уфа, 1977.
  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 109-110 с. ISBN 5-295-02294-3.

Композитор Рахимов К. Ю. Кирова улица, 13.

«Ватандаш», 2022, 7 октября. Основоположник башкирской школы музыкальной фольклористики

http://ufa-gid.com/encyclopedia/rahimov_k.html

http://old.bashvest.ru/showinf.php?id=1000839 2014 йыл 29 март архивланған.

http://www.ural.ru/spec/ency/encyclopaedia-16-1688.html 2014 йыл 29 март архивланған.

http://www.vatandash.ru/index.php?article=1245 2016 йыл 4 март архивланған.

http://www.biografija.ru/biography/rakhimov-kamil-jusufovich.htm