Килдейәрова Флүрә Әхмәтша ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Флүрә Килдейәрова битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Флүрә Килдейәрова
Тыуған ваҡыты:

15 ғинуар 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (67 йәш)

Тыуған урыны:

БАССР, Учалы районы, Илсеғол ауылы[1]

Һөнәре:

йырсы, педагог

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Театр:

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры

Рольдәре:

Әминә, Һары сәс

Спектаклдәре:

«Салауат Юлаев», «Урал илселәре» һәм башҡа опералар

Наградалары:
Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы

Килдейәрова Флүрә Әхмәтша ҡыҙы (15 ғинуар 1952 йыл) — башҡорт опера йырсыһы (сопрано), педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1985).

Тормошо һәм сәхнә эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Флүрә Әхмәтша ҡыҙы Килдейәрова 1952 йылдың 15 ғинуарында Башҡорт АССР-ы[1] Учалы районының Илсеғол ауылында тыуып үҫкән. 1981 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын[2] тамамлаған.

1981—89 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы була, 1989 йылдан — Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә. — Көйҙәрҙе мин тиҙ отоп ала торғайным, — тип хәтергә ала йырсы. — Радионан тыңлап отоп, хатта Салауат арияһын йырлап йөрөй торғайным. Миңә элек-электән етди музыка оҡшаны, классик ариялар, романстар тыңларға ярата инем. Шуға күрә һөнәр һайлар ваҡыт еткәс, һис икеләнмәй, йырсы булам, тинем. Сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә алманылар, хор дирижерлығы бүлегенә уҡырға индем. Имтиханда «Таштуғай» менән «Былбылым»ды йырланым.

Флүрә Әхмәтша ҡыҙының репертуарында рус, сит ил, башҡорт һәм татар композиторҙарының вокаль әҫәрҙәре, башҡорт халыҡ йырҙары. Килдейәрованың йырсы булараҡ оҫталыҡ кимәле башҡорт халыҡ йырҙарының классик өлгөһө булған оҙон көйҙө башҡарыуында күренә. Ул Башҡортостаныбыҙҙың ғорурлығы булып тора. — Халыҡ йырҙарын башҡарып, мин бөтә Еропаны — Германия, Бельгия, Голландия, Венгрия, Румыния, Польша, Италия, Франция — буйлап йөрөп сыҡтым, — тип һөйләй Флүрә Килдейәрова. Фольклор программаһы менән Ҡытайҙа, Төркиәлә, Копенгагенда сығыш яһай. Германияла Дрезденда, Лейпцигта, Һаллела була. 2006 йылда Флүрә Килдейәрова үҙ тормошо һәм ижады хаҡында «Урал ынйыһы» китабын сығара.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]