Эстәлеккә күсергә

Пищаев Павел Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пищаев Павел Михайлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 24 октябрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны Ергән
Вафат булған көнө 21 сентябрь 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Салауат, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Уҡыу йорто Ишембай нефть колледжы

Пищаев Павел Михайлович (24 октябрь 1925 йыл — 21 сентябрь 2004 йыл) — Салауат нефть химияһы комбинатының көкөрт кислотаһы һәм катализаторҙар заводы директоры, Салауат ҡалаһының почетлы гражданы.

Павел Михайлович Пищаев 1925 йылдың 24 октябрендә Башҡорт АССР-ының Мәләүез районы Ергән ҡасабаһында тыуған.

Һуғыш ваҡытында ғаиләһе Мурманск ҡалаһына, аҙаҡ Ишембайға күсә. Павел Михайлович Ишембай ҡалаһындағы нефть техникумын тамамлағас машиналар эшләү заводында эшләй башлай, снарядтар яһай.

1952 йылда И. М. Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университетын нефть һәм газ эшкәртеү һөнәре буйынса тамамлай. Институтты тамамлағандан һуң Салауат ҡалаһына эшкә йүнәлтмә ала. Салауат ҡалаһында 18-се комбинатта монтаж бүлеге инженеры булып эшләй башлай. 1953 йылдан Павел Михайлович — техник бүлектең өлкән инженеры.

1953-1956 йылдарҙа төҙөлөп ятҡан Ишембай нефть эшкәртеү заводының баш инженеры вазифаһын башҡара.

1956 йылда Павел Михайлович — Ишембай нефть эшкәртеү заводының производство-техник бүлеге начальнигы.

1957 −1959 йылдарҙа 18-се комбинаттың баш диспетчеры булып эшләй. 1959 йылдан — нефть эшкәртеү заводының тауар-сеймал цехы начальнигы, һуңынан — МЭК цехы начальнигы, 1964 йылдың октябренән — төҙөлөш комбинаты дирекцияһының баш инженер урынбаҫары.

1965 йылда Урта-Волга буйы иҡтисади районы халыҡ хужалығы Советы бойороғо менән Павел Михайлович Салауат нефть химияһы комбинатының көкөрт кислотаһы һәм катализаторҙар заводы директоры итеп тәғәйенләнә.

Артабан П. М. Пищаев комбинаттың перспективалы планлаштырыу идаралығы бүлеге начальнигы, производство-диспетчер бүлеге начальнигы урынбаҫары, тәбиғәтте һаҡлау буйынса комбинаттың баш инженеры урынбаҫары, ә һуңынан яңынан производство-диспетчер бүлеге начальнигы урынбаҫары булып эшләй.

1997 йылдан — «Нефтепереработчик» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры.

П. М. Пищаев ҡатнашлығында заводта дитолилметан, метилэтилкетон, диэтиленгликоль, көкөрт етештереү буйынса ҡоролмалар эшләй башлай.

Төп эшенән тыш, Павел Михайлович марксизм-ленинизм университетында лекциялар уҡый, йәмәғәт эштәре менән шөғөлләнә. Уның, ағайы — йырсы Геннадий Михайловичтыҡы кеүек, тауышы матур була, дуҫтары араһында опера йырсыһы кеүек йырлай.

2004 йылда Салауат ҡалаһында вафат була, урындағы зыяратта ерләнгән[1].

Атаһы — Михаил Степанович Пищаев. Әсәһе — Пищаева (Макарова) Клавдия Петровна.

Ағайы — атаҡлы тенор Пищаев Геннадий Михайлович.

Павел Михайловичтың тәүге никахынан булған ике ҡыҙы Евгения һәм Тамара.

Павел Михайлович һәм Людмила Серафимовна ул үҫтергәндәр, Дмитрий.

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • П. М. Пищаев намыҫлы хеҙмәте өсөн Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә
  • «СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы» билдәһе менән бүләкләнә,
  • «Берекмәнең атҡаҙанған хеҙмәт ветераны» һәм «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы».
  • 1998 йылда П. М. Пищаевҡа «Салауат ҡалаһының почетлы гражданины» исеме бирелә.
  • Потеряхин В. А., Фахреев Н. К., Зыкина Р. Ф. Комбинат. — Автор, 1998. — 206 с. — ISBN 5-93102-001-2.
  • Пучкин А. В. Гореть твоей звезде всегда// газета Выбор (когда?).
  • Газета Выбор № 158—159 от 23.10.2015г. Статья Р. Зыкиной «В гармонии с собой и окружающим миром».
  • Газпром нефтехим Салават. Энциклопедия. изд. Башкирская энциклопедия. Уфа. 2013. с. 288.