Эстәлеккә күсергә

Коршунова Зоя Павловна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Коршунова Зоя Павловна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 24 октябрь 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны Яковлевское[d], Гаврилов-Ямский район[d], Иванов сәнәғәт өлкәһе[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 12 июль 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (85 йәш)
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө агроном, овощевод
Уҡыу йорто Ростов-Ярославский сельскохозяйственный техникум[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы XXIV съезд КПСС[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы ВДНХ-ның алтын миҙалы

Коршунова Зоя Павловна (24 октябрь 1932 йыл — 12 июль 2018 йыл) — СССР-ҙың йәшелсә үҫтереү алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973).

Зоя Павловна Коршунова 1932 йылдың 24 октябрендә Иваново Сәнәғәт өлкәһенең Гаврилов-Ям районы Яковлевское ауылында тыуа. 1953 йылда Ростов-Ярославль ауыл хужалығы техникумын «агроном» һөнәре буйынса тамамлай[1].

Башҡортостанға ебәрелә һәм ғүмер буйы Цюрупа исемендәге совхозда эшләй. Картуф орлоғо белгесе була, һуңынан кәбеҫтә, һуған, ҡыяр, помидор, ташҡабаҡ, редис үҫтерә. Утыҙ йыл тиерлек бригада етәкләй. Уның етәкселеге аҫтында йәшелсә үҫтереүселәр рекордлы һөҙөмтәгә өлгәшә: бер гектарҙан 300 центнер картуф, 800 центнерҙан ашыу йәшелсә-емеш йыйып ала[1].

Башҡорт АССР-ы Юғары Советының 7-се, 10-сы һәм 11-се саҡырылыш депутаты, КПСС-тың 24-се съезы делегаты була. 1973 йылда уға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә, Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы менән бүләкләнә[1].

Ғаиләһе: ҡыҙы һәм улы, дүрт ейәне бар[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостандың Өфө районының почётлы гражданы, Герой йәшәгән Булгаков ауылының бер урамы уның исемен йөрөтә[2].

1966 йылда Зоя Павловна уңыштары өсөн беренсе Ленин ордены менән бүләкләнә[2].

Миҙалдары: «Фиҙакәр хеҙмәт өсөн» (1970), «Хеҙмәт батырлығы өсөн» (1971), «Хеҙмәт ветераны» (1987), ВДНХ-ның алтын миҙалы (1972, 1975, 1981).[2]

«БАССР-ҙың атҡаҙанған агрономы»[2]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Копылова И. Ярославна в дальнем краю // Газета «Северный край». — 18 января 2006.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Копылова И. Ярославна в дальнем краю // Газета «Северный край». — 18 января 2006.
  • Иванов В. Здравствуй, поле //Высокое звание: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1977;
  • Коршунова З. П. //Герои труда. Уфа, 2011.