Бильярд

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бильярд
Рәсем
Commons-logo.svg Бильярд Викимилектә
Уйын өсөн бильярд шарҙары пул
Өҫтәл, кий һәм пул уйыны өсөн шарҙар
Урыҫ бильярды

Бильярд, һирәк биллиард[1] (франц. billard, франц. bille — шар йәки франц. billette, billart — таяҡ[2]) — төрлө ҡағиҙәһе булған бер нисә өҫтәл уйынының йыйылмаһы[3], ул махсус өҫтәлдә уйнала торған уйын.

Бөтә бильярд уйындары өсөн дә өҫтәл өҫтөнән шарҙы тәгәрләтеү хас. Шарға тиҙлек өҫтәү өсөн, уның үҙәгенә кий менән төртөп, өҫтәл буйлап ебәреп, йүнәлеш бирәләр.

Бильярд уйнау өсөн махсус йыһазландырылған бина — Бильярд бүлмәһе тип атала.

Бильярд уйындарының тыуған яғы булып Ҡытай йәки Һиндостан иҫәпләнә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бильярд уйынының барлыҡҡа килеү ваҡытын аныҡ ҡына билдәләү мөмкин түгел. Шуныһы ғына билдәле: был уйын, шахмат кеүек үк, бик боронғо, ә бильярдтың тыуған иле Азия һанала, берәүҙәрҙең раҫлауынса — Һиндостан, икенселәрҙең фекеренсә — Ҡытай. Европала хәҙерге бильярд уйындары барлыҡҡа килгәнгә ҡәҙәр үк, уның ҡайһы бер принциптарын башҡа уйындарҙа ла күрергә мөмкин була.

Бильярд өҫтәле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беренсе бильярд өҫтәле (һаҡланып ҡалған документтарға ярашлы)[4], 1469 йылда 1469 йылда Франция короле Людовик XI өсөн Анри де Винем тигән оҫта тарафынан эшләнгән. Ул өҫтәл хәҙерге заман бильярд өҫтәленә оҡшаған була: уның нигеҙе таштан, тирәсле, һәм ул буҫтау менән ҡапланған була. Шотландия королеваһы Мария Стюарттың үлем язаһы алдынан бильярд уйнауын һәм уның архиепископ Глазгонан үҙенең вафатынан һуң бильярд өҫтәленә тап килгән бина эҙләргә тигән үтенесен дәлилләүсе документаль раҫлауҙар бар[5]. Рәсәйгә бильярдты Петр I Голландиянан алып ҡайтҡан. Яңы уйын ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҙур популярлыҡ яулай. Петр I үлгәндән һуң, Юғары йәшерен совет тарафынан бильярд уйынына өйрәтеү буйынса Петр II, уның ейәне һәм вариҫтары фәндәре курсы индерелә. Екатерина II үҙенең 1770 йылдың 7 декабре указы менән трактирҙарҙа һәм уның янындағы ҡунаҡханаларҙа «килгәндәрҙең күңелен күтәреү өсөн, уларға бильярд рөхсәт итергә» бойора. XVIII быуат аҙағында һәм XIX быуат башында бильярд Рәсәйҙә һәм Европала дворяндар тәрбиәләү программаһының «мотлаҡ» өлөшө булып торған. Мәҫәлән, Пушкиндың Михайловскийҙа бильярд өҫтәле була. Шағир, дуҫтарының хәтирәләре буйынса, кий менән оҫта эш иткән. Ваҡыт үтеү менән, аристократтар ғына түгел, ә сауҙагәрҙәр һәм ябай халыҡ та бильярд уйнай башлай. XX быуат башында шар төртөү Рәсәй халҡының яратҡан күңел асыу сараһына әйләнә. Рәсәйҙә фабрикант һәм танылған бильярд уйнаусы А.Фрейберг 1850 йылда аспид яҫмалары (бильярд мөхитендә уларҙы «ардезия» тип йөрөтәләр) нигеҙендә бильярд өҫтәлдәре етештерә башлай, һәм XIX быуатта Рәсәйҙә «фрейбергов өҫтәле» тип аталған бильярд өҫтәле сығарыусы 5 фабрика барлыҡҡа килә.

Бильярд барлыҡҡа килгәндән алып, ҡыйбатлы ауыр һәм тәбиғи һәүерташтан эшләнғән яҫмаға уйындың сифатын юғалттырмаҫтай алмаш эҙләп ҡарайҙар.

Башта бильярд өҫтәленең өҫтөн граниттан йә мәрмәрҙән эшләмәксе булалар. Әммә бындай яҫмалар шарҙар бәрелешкәндә йә ватылғандар, йә сатнағандар.

Сталин заманында, СССР-ҙа бильярд бик популяр булғанда бильярд яҫмаларын сөгөндән һәм тимер-бетондан да эшләп маташалар. Уның етешһеҙ яҡтары шул ҡәҙәр күп була, шуға ла был варианттарҙан шунда уҡ баш тартырға тура килә.

Асфальт-ҡом яҫмаһын ҡулланыу иң яҡшы идея булып сыға. Был туралағы яҙыуҙарҙы әҙәбиәттә лә осратырға мөмкин[6] — «аспид таҡталарҙы асфальт-ҡом яҫмаларға алмаштырырға була, сөнки улар аспид таҡталарында булған бөтә сифаттарға эйә. Асфальт-ҡом яҫмалары ҡайһы бер яғы менән аспид таҡталарын хатта уҙып та китә. Улар аспид таҡталарға ҡарағанда еңелерәк, күпкә арзан, еңел эшкәртелә һәм ҡиммәтле импорт аспид таҡталарынан ҡулланмау мөмкинлеге бирәләр».

Әлеге ваҡытта бильярд өҫтәле плиталары өсөн түбәндәгесә материалдар кәрәк:[7]

  • Ардезия (натураль һәүерташ)
  • Синтегран (ҡыҫҡартылған: «синтетик гранит» — мәрмәр йә иһә гранит валсығы, синтетик материалдар-ҡатырыусылар менән беркетелгән)
  • МДФ ((Medium Density Fiberboards) — уртаса тығыҙлыҡтағы ағас-сүс яҫма)
  • ЛДСтП (ламинатланған ағас-юнысҡылы плита)
  • ДСтП (ағас-юнысҡы плита)

Технологиялар алға киткән булыуға ҡарамаҫтан, тәбиғи яҫмаларға алмаш табылмай, һәм юғары кимәлдәге ярыштар элекке кеүек, ардезия бильярд өҫтәлдәрендә генә үткәрелә.

Бильярд үҙ тарихын юғары ҡатлам кешеләре уйыны булараҡ башлай. Ул яйлап бик күптәрҙең яратҡан уйынына әйләнә, әммә төп ҡоролманың (бильярд өҫтәленең) үтә лә ҙур булыуыуы бильярдтың халыҡ яратҡан шөғөл булараҡ таралыш алыуына ҡамасаулай.

Бильярд фәндә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бильярд уйынының математик базисы тураһында беренселәрҙән булып Гаспар Густав Кориолис 1835 йылда үҙенең «Théorie mathématique du jeu de billard» (Башҡортсаға тәржемәһе: «Бильярд уйындары күренешенең математик теорияһы») тигән китабында һүҙ ҡуҙғата. Ул үҙенең эшендә ихтималлыҡ теорияһын, сиктәр теорияһын һәм дөйөм анализ элементтарын ҡуллана. Әммә замандаштарында: математиктарҙа ла бильярдсыларҙа ла (Леман фекеренсә) китап ҡыҙыҡһыныу уятмай[8].

Быуат ярым ваҡыт үткәс, математик бильярд үҙ теорияһын артабан үҫтерә, һәм бер нисә өҫтәмә теориялар тыуҙыра. «Бильярдтар теорияһы» бөгөн эргодик теорияның һәм динамик теория системаһының айырылғыһыҙ өлөшө, ул физикала мөһим ҡулланылыш таба. Математик Гальперин бильярд уйыны ярҙамында һанын билдәләү ысулын тапҡан. Урта белеме булған уҡыусыға Штейнгауз, Альхазен һәм Гарднер кеүек математиктарҙың тикшеренеү һөҙөмтәләре күпкә аңлайышлы.

Төп төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шарҙың ауырлығы, диаметры, өҫтәлдең ҙурлығы һәм селтәр ҡуйылған тишеге булыуы(булмауы) менән.

  • Карамболь (бильярд француз)
  • Урыҫ бильярды
    • Ирекле пирамида (Американка)
    • Ҡатнаш пирамида
    • Мәскәү (Сибирка, Москвичка)
    • Рус Партияһы (Оло һәм Кесе)
    • Фишка
    • Алагер
    • Шведка
    • Европа
    • Ярославль
    • Динамик пирамида (Невский)
    • Биш шарлы партия (Кайз, Кайс, Каролина)
  • Снукер (ингиз бильярды (исемдәше менән бутамаҫҡа)
  • Пул (америка бильярды)
  • Кайса (Кайза, Каролина, биш шарлы партия) (фин бильярды)

Кинематографта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Классик
  • Балтимор йәҙрәһе
  • Бер бильярд командаһы тарихы
  • Йылға боролошо (the Turn river)
  • Аҡса төҫө

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Биллиард // Ҙур совет энциклопедияһы : в 30 т. / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  2. Everton Clive The History of Snooker and Billiards — rev. ver. of The Story of Billiards and Snooker, 1979. — Haywards Heath, UK: Partridge Pr, 1986. — P. 8–11. — ISBN 1-8522-5013-5.
  3. Черных П. Я. Бильярд // Историко-этимологический словарь современного русского языка — Русский язык, 1994. — Т. 1. — Б. 89.
  4. Теория бильярдной игры. А. И. Леман Издательство: Айрис-Пресс:2001г
  5. От борта!. // The New Times, 19.10.2009
  6. Биллиардный спорт. Гофмейстер В. И.; ред. Калачев Г. А. — М.: ФиС, 1947.
  7. Бильярдный стол — история и современность
  8. А. И. Леман, Теория бильярдной игры, 1885.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]