Эстәлеккә күсергә

Дударева Зәйтүнә Мөхтәр ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дударева Зәйтүнә Мөхтәр ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 24 октябрь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (70 йәш)
Тыуған урыны Октябрьский, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим, университет уҡытыусыһы
Эш урыны Өфө дәүләт авиация техник университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә филология фәндәре докторы[d]

Дударева Зәйтүнә Мөхтәр ҡыҙы (24 октябрь 1954 йыл) — ғалим-тел белгесе, юғары мәктәп эшмәкәре. 1999—2006 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты һәм Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы проректоры. Филология фәндәре докторы (2006). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005).

Зәйтүнә Мөхтәр ҡыҙы Дударева (ҡыҙ фамилияһы Тимербулатова) 1954 йылдың 24 октябрендә Башҡорт АССР-ының Октябрьский ҡалаһында тыуған. З. М. Тимербулатовтың һеңлеһе[1]. Бала саҡта журналист булырға хыяллана, «Стерлитамакский рабочий» гәзите эргәһендә ойошторолған «Юнкор» исемле йәш корреспонденттар түңәрәгендә шөғөлләнә, гәзиттәргә ҡыҫҡа мәҡәләләр яҙа. Йәйге каникулдарҙы ағаһы менән ауылда үткәрәләр, атаһы балаларын ауыр эштән ҡурҡмаҫҡа, ҡасмаҫҡа өйрәтә. Зәйтүнәгә хатта комбайнсы ярҙамсыһы булып йөрөргә тура килә. Эшкә һәләтлелек һәм түҙемлек сифаттары уға университетта уҡыған саҡта төҙөлөш отряды комиссары булғанда ла һәм артабан тормошта ла ярҙам итә[2].

1977 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Ошо уҡ йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында эшләй башлай. Башта урыҫ теле кафедраһында — ассистент, артабан — өлкән уҡытыусы, доцент. 1999 йылдан алып — ситтән тороп уҡыу һәм иҡтисади мәсьәләләре буйынса, 2006 йылдан ситтән тороп уҡыу һәм социаль мәсьәләләр буйынса проректор вазифаһын биләй. 2006 йылдың декабренән Өфө дәүләт авиация техник университетының Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы филиалында эшләй: башта — директор урынбаҫары, ә 2010 йылдан башлап гуманитар һәм социаль иҡтисади фәндәр кафедраһы мөдире[1]. Аспирантурала Мәскәү дәүләт педагогия университетында уҡый, докторлыҡ диссертацияһын Екатеринбургта яҡлай[2].

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғалим булараҡ Дударева З. М. оҙайлы йылдар дауамында фәнни тикшеренеүҙәрен башҡорт теле һәм урыҫ теле материалында когнитив лингвистика проблемаларына арнай, башҡорт һәм урыҫ телдәренең ваҡыт мәғәнәһе лексикаһын өйрәнә. Бындай сағыштырыу эше бик мауыҡтырғыс, сөнки ваҡыт төшөнсәһе халыҡтың менталитетын һәм философияһын сағылдыра[2].

70-тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[1].

Төп ғилми хеҙмәте:

Контрастивное исследование концептуальной сферы «Время» в русской и башкирской языковых картинах мира. Екатеринбург; Стерлитамак, 2004.