Ғәйфуллин Вәҡиф Шәһиморат улы
Ғәйфуллин Вәҡиф Шәһиморат улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 21 сентябрь 1938 (86 йәш) |
Тыуған урыны |
Наурыҙ, Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Уҡыу йорто | Көньяҡ Урал дәүләт университеты |
Ғайфуллин Вакиф Шаһморат улы (рус. Гайфуллин Вакиф Шагмуратович) (21 сентябрь 1938 йыл ) — СССР-ҙың партия һәм хужалыҡ эшмәкәре, Учалы ҡалаһы һәм Учалы районының башлығы, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советында республика ҡала һәм райондарының социаль һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләре комиссияһы ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғайфуллин Вакиф Шаһморат улы 1938 йылдың 21 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Учалы районы Наурыҙ ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт, юғары белемле — 1964 йылда Силәбе пилитехник университетын тамамлаған. [1]
Хеҙмәт юлын 1958 йылда, электромонтерҙар булып техник училищены тамамлағас башлай. Артабан колхозда электромеханик булып һәм мәктәптә уҡытыусы булып эшләй.
1961 —1966 йылдарҙа «Байрамғол» совхозының энергетигы, 1966—1967 йылдарҙа Учалы районы Наурыҙ мәктәбендә уҡытыу буйынса директор урынбаҫары һәм «Байрамғол» совхозының баш энергетигы.
1977—1988 йылдарҙа совхоз паркомы секретары, «Башкирия» колхозы рәйесе. 1988 йылда КПСС-тың Учалы ҡала комитетына икенсе, артабан беренсе секретарь итеп һайлана. 1991 йылдан Учалы ит комбинатында баш инженер булып эшләй. 1993 йылдан капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы һәм Учалы ҡалаһы һәм Учалы районының башлығы.[2]
Учалы районы 263-сө Байрамғол һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советында республика ҡала һәм райондарының социаль һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләре комиссияһы ағзаһы.
Өйләнгән, ғаиләһендә ҡыҙ үҫтергәндәр.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Почёт Билдәһе» ордены һәм миҙалдар.
Ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104