Емченко Владимир Степанович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Емченко Владимир Степанович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 21 сентябрь 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (85 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Алтай крайы
Һөнәр төрө инженер-металлург
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Магнитогорск дәүләт техник университеты

Емченко Владимир Степанович (21 сентябрь 1935 йыл — 8 август 2017 йыл) — совет һәм Рәсәй партия һәм хужалыҡ эшмәкәре, инженер-металлург. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Владимир Степанович Емченко 1935 йылдың 21 сентябрендә Алтай крайы Ключевский районы Ульяновка ауылында тыуған.

1973 йылда Магнитогорск тау-металлургия институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1951 йылда һатыусы булып башлай.

1953 йылдан Магнитогорск металлургия комбинатында ОТК контролеры булып эшләй.

1955-1958 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

1958 йылдан 1977 йылға тиклем Магнитогорск металлургия комбинатының ВЛКСМ комитеты секретары урынбаҫары, секретары булып эшләй, артабан ВЛКСМ ҡала комитетының икенсе секретары итеп һайлана. Комбинатта мастер, смена башлығы, «Стан-250» башлығы була.

1978-1983 йылдарҙа — Белорет металлургия комбинатында прокат цехы начальнигы, комбинаттың баш инженеры вазифаһын биләй[1]

Магнитогорск дәүләт техник университетының Белорет филиалында уҡыта.

«150»-се автоматлаштырылған прокат станы төҙөүгә һәм үҙләштереүгә ҙур өлөш индерә. Уйлап табыуҙарға 12 авторлыҡ таныҡлығы бар. 12 баҫма хеҙмәт авторы.

Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана [2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985).
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
  • «Белорет ҡалаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» күкрәк билдәһе [3].

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 87.
  2. Емченко Владимир Степанович
  3. Емченко Владимир Степанович

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 87.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]