Магнитогорск дәүләт техник университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Магнитогорск дәүләт техник университеты
Нигеҙләү датаһы 1931
Рәсем
Рәсми атамаһы Магнитогорский государственный технический университет имени Г. И. Носова[1]
Кем хөрмәтенә аталған Носов Григорий Иванович[2]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Магнитогорск
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][3]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Магнитогорск, Рәсәй
Алыштырған Магнитогорск дәүләт университеты[3]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Рәсми сайт magtu.ru
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Магнитогорского технического университета[d]
 Магнитогорск дәүләт техник университеты Викимилектә

Г. И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университеты (МДТУ)рус. Магнитогорский государственный технический университет (МГТУ) имени Г. И. Носова - юғары техник уҡыу йорто, Магнитогорск ҡалаһы. 2017 йылдың апрелендә төбәктең терәк университеты итеп танылған.

Университетта һәм уның филиалында яҡынса 15000 студент 753 юғары белем биреү программаһы буйынса һәм 20 урта һөнәри белем белгеслегенә уҡый, шул иҫәптән: 51 уҡыу-уҡытыу йүнәлешендә бакалавриат буйынса 423 белем биреү программаһы, 8 һөнәр буйынса 107 белем биреү программаһы, 34 уҡыу-уҡытыу йүнәлеше буйынса 138 магистратура белем биреү программаһы, 15 өлкәлә аспиранттар уҡытыу өсөн 85 уҡытыу программаһы эшләп килә. 11 фәнни белгеслек буйынса 6 докторлыҡ диссертацияһы советы бар, 106 фән докторы һәм 502 кандидат эшләй[4]

Етәкселеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Президенты — Валерий Михайлович Колокольцев

Ректоры — Михаил Витальевич Чукин

Институттар һәм факультеттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2017-2018 йылдарҙың университеттың структураһына 9 институт һәм 2 факультет инә :

  • Энергетика һәм автоматлаштырылған системалар институты
  • Мәғдәнселек һәм транспорт институты
  • Металлургия, машина эшләү һәм материал эшкәртеү институты
  • Иҡтисад һәм идара итеү институты
  • Төҙөлөш, архитектура һәм сәнғәт институты
  • Дистанцион уҡыу институты
  • Даими һөнәри белем һәм кадрҙар инженерингыһы институты МДТУ «ГОРИЗОНТ»
  • Физик тәрбиә һәм спорт оҫталығы факультеты Балалар һәм өлкәндәр өсөн өҫтәмә белем факультеты

2015 йылда университет структураһына 9 институт, 4 факультет, 74 кафедра һәм 1 филиал инә.

  • Энергетика һәм автоматлаштырылған системалар институты
  • Мәғдәнселек һәм транспорт институты
  • Металлургия, машина эшләү һәм материал эшкәртеү институты
  • Иҡтисад һәм идара итеү институты
  • Төҙөлөш, архитектура һәм сәнғәт институты
  • Педагогика, психология һәм социаль хеҙмәттәр институты
  • Тарих, филология һәм сит телдәр институты
  • Ситтән тороп уҡыу институты
  • МДТУ «ГОРИЗОНТ» өҫтәмә һөнәри белем һәм кадрҙар инженерингыһы институты
  • Стандартлаштырыу, химия һәм биотехнология факультеты
  • Физик тәрбиә һәм спорт оҫталығы факультеты
  • Физика-математика факультеты
  • Балалар һәм өлкәндәр өсөн өҫтәмә белем биреү факультеты (http://www.magtu.ru/sveden/struct.html)

Үҙгәртеп ҡороу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2014 йылда, Магнитогорскиҙың ике оло университетын берләштерелә - Магнитогорск Дәүләт техник университеты һәм Г.И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт университеты бер белем биреү ойошмаһына әүерелә һәм Г.И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университеты (МДТУ) тип аталып йөрөтөлә башлай.

Юғары уҡыу йортон сит илдәр менән тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында Германияға, Ирландияға, Италияға, Испанияға,Һиндостанға, Польшаға, Португалияға, Швейцарияға,Бөйөк Британияға, Ҡытайға, Сингапурға, Вьетнамға, АҠШ-ҡа, Көньяҡ Африка Республикаһына, Финляндияға ебәреп профессорҙар-уҡытыусылар составының һәм хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү курстары ойошторола. Университет ғалимдары сит ил юғары уҡыу йорттары аспиранттарының металлургия һәм тау белгеслектәре буйынса фәнни етәкселәре булып тора, халыҡ-ара конференцияларының ойоштороу комитеттары составына инәләр. МДТУ ғалимдарының фәнни тикшеренеүҙәре һәм перспективалы ғилми эшләнмәләре Һөҙөмтәләре АҠШ, Япония, Бөйөк Британия, Германия,Корея Республикаһы, Польша, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә халыҡ-ара фәнни-техник конференцияларҙа тәҡдим ителгән [5].

Башҡа бүлексәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

МДТУ-ның матбуғат органы - «Денница» газетаһы ( 1956 йылдан сығарыла, 1990 йылға тиклем - «За кадры»).

Башҡортостан Республикаһының Белорет ҡалаһында филиалы эшләп килә [6]. Шулай уҡ докторантура, күп йүнәлешле лицей, күп йүнәлешле колледжы бар.

Университет уҡытыусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Моисеева Светлана Алексеевна (19.12.1968) — фольклорсы, филология фәндәре кандидаты (2006), Г. И. Носов исемендәге Магнитогорск техник университетының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Екатеринбургтағы Рәсәйҙең беренсе Президенты Б. Н. Ельцин исемендәге Урал федераль университетының фольклор һәм боронғо әҙәбиәт кафедраһында ғилми эштәр менән шөғөлләнә. Фәнни тикшеренеүҙәре Башҡортостан һәм Көньяҡ Урал урыҫ тау сәнәғәте ауылдарының календарь-йола, туй фольклорына арналған. 40-ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы. 2012 йылдан башлап «Г. И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университеты» юғары белем биреү учреждениеһының Тарихи антропология һәм филология ғилми-тикшеренеү институтының халыҡ мәҙәниәте лабораторияһында өлкән ғилми хеҙмәткәр.[7].

Белоретттағы филиалы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1957 йылдың 24 июнендә Башҡорт АССР-ының Белорет ҡалаһында Магнитогорск тау-металлургия институтының (МГМ) киске бүлеге асыла.

Уҡыу йортон асыу ҡаланың төп сәнәғәт предприятиелары һәм, беренсе сиратта, Белорет металлургия комбинаты өсөн инженерҙар әҙерләү буйынса ҙур әһәмиәткә эйә була. 1957 йылда беренсе курсҡа 122 кеше ҡабул ителә.

Был йылдар эсендә уҡыу йорто киске факультеттан Магнитогорск дәүләт техник университеты филиалы дәрәжәһенә тиклем үҫә.

Хәҙерге ваҡытта студенттар контингенты 700 кеше, шул иҫәптән көндөҙгө уҡыу формаһы буйынса - 300 кеше, ситтән тороп уҡыу формаһы буйынса 400 кеше тәшкил итә.

Профессор-уҡытыусылар составына 60 кеше инә, уларҙың 60%-ы - фән кандидаттары һәм докторҙары дәрәжәһендәге ғалимдар. Уҡытыуға, штат уҡытыусыларынан тыш, Белорет металлургия комбинатының һәм баш университеттың әйҙәүсе белгестәре йәлеп ителә [8].

Билдәле тамамлаусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостандан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]