Девятов Диләүер Хәсән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Девятов Диләүер Хәсән улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 10 июнь 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы
Вафат булған көнө 12 июнь 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (69 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Силәбе өлкәһе, Магнитогорск ҡалаһы
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы
Эш биреүсе Магнитогорск дәүләт техник университеты[d]
Уҡыу йорто Магнитогорск дәүләт техник университеты[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]


Девятов Диләүер Хәсән улы (татар. Диләвер Хәсән улы Девятов; 19442013) — совет һәм рәсәй ғалимы-металлургы, техник фәндәр докторы, профессор.

Ҡара металлургия технологияһы процестарын оптималләштереү һәм математик моделләштереү йүнәлешенә ҡараған белгестәрҙең береһе. 200-гә яҡын ғилми хеҙмәт авторы[1], шул иҫәптән туғыҙ монография яҙған, шулай уҡ байтаҡ уйлап сығарыуҙарҙың да авторы[2].

Биография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1944 йылдың 10 июнендә Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылында тыуған.

Урта мәктәпте алтын миҙал 1961 йылда Баймаҡ ҡалаһында тамамлай[3]. 1967 йылда отличие менән шулай уҡ Магнитогорск тау-металлургия институтын (МГМИ, хәҙер Магнитогорск дәүләт техник университеты) «металлургия производствоһын механизациялау һәм автоматлаштырыу» һөнәре буйынса белем алып сыға. Ошо уҡ юғары уҡыу йортонда кесе ғилми хеҙмәткәр вазифаһында эшләй, артабан өлкән уҡытыусы, институттың иҫәпләү техникаһы лабораторияһы етәксеһе (1973-1977 йылдарҙа) була. 1970 йылда «Оптимизация нагрева слитков в рекуперативных нагревательных колодцах» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1992 йылда Урал политехник институтында (хәҙерге Урал дәүләт техник университеты) «Оптимальное управление процессами тепловой обработки металла при наличии фазовых превращений» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Девятовҡа 1993 йылда профессор тигән ғилми исем бирелә. Уның ғалим булараҡ формалашыуында техник фәндәр докторҙары, профессорҙар Н. И. Иванов һәм В М. Рябков ҙур роль уйнай. Ул үҙебер бер нисә техник фәндәр кандидатын тәрбиәләп үҫтергән.

1984-1996 йылдарҙа Девятов Диләүер Хәсән улы иҫәпләү техникаһы һәм ғәмәли математика кафедраһының мөдире була булып килә. 1996 йылдан алып — гуманитар факультеттың деканы, 1999 йылдан алып электротехник комплекстар һәм АСУ факультетының деканы 2002 - 2007 йылдарҙа Магнитогорск дәүләт техник университетының автоматика һәм иҫәпләп сығарыусы техника факультеты деканы булып эшләй.

Ғилми-уҡытыу эшмәкәрлеген алып барыу менән бер рәттән йәмәғәт эштәре менән дә шөғөлләнә: 1990-1993 йылдарҙа Магнитогорск ҡала советы депутаты була. Уның етәкселеге аҫтында Магнитогорск мәғлүмәт селтәре булдырыу системаһы эшләнә; ул Геоинформацион технологиялар һәм ҡала системаһы үҙәген ойоштороусыларҙың береһе була.

Магнитогорскиҙа 2013 йылдың 12 июнендә вафат була[4][5].

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Девятов Д,Х. «Рәсәй Федерацияһының юғары профессиональ белем биреү почетлы хеҙмәткәре» (2005) һәм «Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре» (2012, Силәбе өлкәһе губернаторы Михаил Юревич уға награданы үҙе тапшыра[6]).
  • Ағза-корреспонденты А. М. Прохоров исемендәге Инженер фәндәре академияһының ағза-корреспонденты, Халыҡ-ара яңы асыштар һәм уйлап табыуҙар академияһының мөхбир ағзаһы, шулай уҡ АҠШ-тың Милли география йәмғиәте ағзаһы.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Татарский энциклопедический словарь» Казань, Институт Татарской энциклопедии Академии наук РТ, 1999.
  • «Татарская энциклопедия» Казань, Институт Татарской энциклопедии Академии наук РТ, 2002.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]