Дудорин Юрий Дмитриевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дудорин Юрий Дмитриевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 21 сентябрь 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 6 февраль 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (64 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө спортсы

Дудорин Юрий Дмитриевич (21 сентябрь 1932 йыл6 февраль 1997 йыл) — СССР мотоуҙышсыһы һәм тренеры. Мотоспорт буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1968). 1958—1973 йылдарҙа мотоспорт буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дудорин Юрий 1932 йылдың 21 сентябрендә Өфөлә тыуған. Уның атаһы Дмитрий Дудорин, фронтта һәләк була.

Мәктәптең 7 синыфын тамамлай. Өфөнөң «Башавтомотоклуб» спорт клубында шөғөлләнә, тренеры С.Г. Устьянцев. Армия хеҙмәтендә булып 1954 йылда Мәскәү янында СССР Ҡораллы Көстәренең беренселегендә спорт мастеры нормативын үтәй. Мотоциклда уҙышының үҙенсәлеге булып ҙур тиҙлек менән йөрөү түгел, ә һәр ваҡытта тиҙлектең ҙур запасын ҡалдырыу була.

Алты тапҡыр донъя чемпионы Ғабдрахман Ҡадировтың баш тренеры була

1997 йылдың 6 февралендә вафат була. Өфө көньяҡ зыяратында ерләнгән

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

СССР (1962-65, 1967) һәм РСФСР (1962 — 66) чемпионы

СССР чемпионаттарының көмөш (1966, 1970) призёры

Ипподром мотоуҙышы буйынса СССР чемпионатының бронза призёры (1968, 1971) һәм РСФСР (1970) ;

СССР чемпионаттарының (1960, 1962, 1965) һәм РСФСР (2 тапҡыр, 1962; 1966, 1967, 1970) көмөш призёры

Боҙҙа мотоуҙыш буйынса Европа чемпионатының бронза призёры (1964), СССР (1962, 1964) һәм РСФСР (1965, 1971);

Мотокросс буйынса РСФСР (1958) чемпионы

Эндуро буйынса (күп көнлөк ярыш) донъя команда чемпионаттары еңеүсеһе (1958, 1959)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Буханов М. С. Виртуоз кросса //Звезды спидвея. Уфа, 1966.

Ерошин А. Е. «Черная стрела» //Крутые виражи. Уфа, 1965.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]