Эстәлеккә күсергә

Коростелин Сергей Илларионович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Коростелин Сергей Илларионович

Коростелин Сергей Илларионович (21 сентябрь 1906 йыл − ?) — комсомол органдары эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, капитан. 1937 йылдың октябренән 1938 йылдың ғинуарына тиклем ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары. II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.

Сергей Илларионович Коростелин 1906 йылдың 21 сентябрендә Тамбов губернаһы Лебедянь өйәҙе[1] Васильевка ауылында тыуған.

Милләте урыҫ. Башланғыс белемле.

1929 йылда Коммунистар партияһы сафына инә. Әүҙем, ныҡыш егет комсомол эшенең төрлө этаптарын үтә. 1926—1928 йылдарҙа егерме йәшлек Сергей Коростелин Йәш пионерҙар бюроһы рәйесе булып эшләй, һуңынан ВЛКСМ-дың Лебедянск район комитетының секретары итеп һайлана. 1932—1935 йылдарҙа — Мәскәү аппарат заводының ВКП(б) ячейкаһы секретары, артабан Дәүләкән МТС-ы политбүлек начальнигының партия-мәҙәни эше буйынса урынбаҫары вазифаһын биләй.

1935 йылдан ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының политик уҡыу секторы, эшсе йәштәр бүлеге мөдире, 1937 йылдың октябренән 1938 йылдың ғинуарына тиклем — беренсе секретары[2].

1938 йылдың 11 июлендә нахаҡ ошаҡ буйынса ҡулға алына. Ҡулға алынған ваҡытта Өфө моторҙар эшләү заводында партком секретары була[3]. Коростелин Сергей Илларионович 58-10, 58-11 статьялары буйынса ғәйепләнә һәм 10 йылға иректән мәхрүм ителә.

1939 йылдың 22 сентябрендә реабилитациялана[3].

Музейный комплекс «Дорога памяти» сайты мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Сергей Коростелин 1942 йылдың 25 апрелендә Өфө ҡалаһының Жданов район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Ленинград, Карел һәм Балтик буйы фронтарында һуғыша, башта өлкән лейтенант, артабан капитан була. Ҡаһарманлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, «Хәрби хеҙмәттәре өсөн», «Совет Заполярьеһын обороналаған өсөн» һәм «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә[4].

Һуңғы миҙал менән бүләкләнеү фактына таянып, яугирҙың һуғыш аҙағынаса тиклем барып етеүен һәм Еңеү көнөн тере килеш ҡаршылауын фаразларға була.

Сергей Коростелиндың артабанғы яҙмышы тураһында башҡа мәғлүмәт юҡ.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
  • «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
  • «Совет Заполярьеһын обороналаған өсөн» миҙалы
  1. [Хәҙер Рәсәй Федерацияһының Липецк өлкәһенең Лебедянь районы]
  2. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Башкирский комсомол: энциклопедия — Коростелин Сергей Илларионович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 сентябрь 2021)
  3. 3,0 3,1 [1]
  4. Музейный комплекс «Дорога памяти» 2020. ВСЕ УЧАСТНИКИ ВОВ. Коростелин Сергей Илларионович 2021 йыл 20 сентябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 сентябрь 2021)