Әрмәнстан бойондороҡһоҙлоғо көнө

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әрмәнстан бойондороҡһоҙлоғо көнө
Нигеҙләү датаһы 1991
Рәсем
Дәүләт  Әрмәнстан
Йылдың көнө 21 сентябрь
 Әрмәнстан бойондороҡһоҙлоғо көнө Викимилектә

Әрмәнстан бойондороҡһоҙлоғо көнө (әрм. Հայաստանի Անկախության օրը) — йыл һайын 21 сентябрҙә билдәләнгән Әрмәнстандың төп дәүләт байрамы.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1990 йылдың 23 авгусында Әрмән ССР-ының Юғары Советы Әрмәнстандың бойондороҡһоҙлоғо тураһында декларация ҡабул итә, уға ярашлы Әрмән ССР-ы бөтөрөлә һәм Әрмәнстан Республикаһы ойошторола[1]. 1991 йылдың 21 сентябрендә референдумда халыҡтың күпселек өлөшө Әрмәнстандың СССР составынан сығыу өсөн тауыш биргән (СССР-ҙы һаҡлап ҡалыу тураһында Бөтә Союз референдумында бер кемдә ҡатнашмаған), 1991 йылдың ноябрендә Левон Тер-Петросян Әрмәнстандың тәүге президенты итеп һайлана. 1991 йылдың 21 декабрендә Әрмәнстан Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенә ингән, ә СССР тарҡалғандан һуң 26 декабрҙә формаль рәүештә үҙенең бойондороҡһоҙлоғон иғлан иткән[2][3].

Бынан алда 1918 йылдың 28 майында Беренсе Әрмәнстан Республикаһының бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителгән[4].

Байрам программаһының төп ваҡиғалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бойондороҡһоҙлоҡ көнөнә биҙәлештәр
  • Әрмәнстан президенты дәүләт бүләктәрен тапшыра һәм хәрби хәрәкәт ветерандарын һәм почётлы граждандарҙы данлай
  • Әрмәнстан мәктәптәрендә асыҡ дәрестәр һәм синыф сәғәттәре
  • Әрмәнстан тарихына арналған байрам программалары
  • Әрмәнстан Ҡораллы көстәренең парады
  • Ереван майҙандарында концерттар

Хәрби парад[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2016 йылғы хәрби парадтан күренеш

1992, 1996, 1999, 2006, 2011 һәм 2016 йылдарҙа Еревандың Республика майҙанында хәрби парадтар уҙғарылған[5]. Парад командующийы (генерал-полковник йәки генерал-лейтенант менән бергә Ҡораллы көстәрҙең Генераль штабы начальнигы) ғәскәрҙәрҙең парадға әҙерлеге тураһында Вазген Саркисян исемендәге хәрби институт комендатының докладын тыңлар өсөн Республика майҙанына килгәс байрамдар башлана. Сәғәт 10:00 Президент һәм Премьер-министр майҙанға килә, парад командующийы Әрмәнстан Оборона министрын сәләмләр өсөн теҙелергә бойора һәм автомашинала майҙан уртаһына үтеп Оборона министрлығына парадҡа әҙерлек тураһында хәбәр итә. Оборона министрлығы автомашинала майҙан буйлап йөрөп хәрбиҙәрҙе Әрмәнстандың бойондороҡһоҙлоҡ көнө менән ҡотлап сыға. Тикшереүҙе тамамлағандан һуң министр Президентҡа ғәскәрҙәрҙең әҙерлеге тураһында доклад яһай.

Президент тәбрикләү телмәре менән сығыш яһай һәм хәрбиҙәр өс ҡат «Ура» тип ҡысҡырғандан һуң, Әрмәнстан Ҡораллы көстәре Генераль штабының оркестры башҡарыуында Әрмәнстан гимны яңғыратыла. Артабан парад башлана: хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн үҙәк трибуна янындағы постҡа Әрмәнстан Оборона министрлығы Почётлы караул батальоны һалдаттары йүнәлә. Тәүгеләрҙән булып ритм урынлаштырыусы Монте Мелконян исемендәге хәрби училищеһы барабансылары үтә, артабан байраҡ тотоуслар һәм һалдаттар үтәләр.

1996[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1996 йылда Әрмәнстан бойондороҡһоҙлоғоноң биш йыллығына арналған парад булған[6].

1999[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1999 йылда парад менән генерал-майор Манвел Секторович Григорян командалыҡ иткән, ә оборона министры Вагаршак Варназович Арутюнян булған.

2006[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2006 йылда Әрмәнстан бойондороҡһоҙлоғоноң ун биш йыллығына арналған парад булған: һалдаттарҙы президент Серж Азатович Сагрсян һәм оборона министры Микаел Арутюнович Арутюнян тәбрикләгән[7][8].

2011[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2011 йылда Әрмәнстан бойондороҡһоҙлоғоноң егерме йыллығына арналған парад булған[9][10][11]. Парадҡа оборона министры Сейран Мушегович Оганян һәм Генераль штаб начальнигы Юрий Григорьевич Хачатуров килгән[11]. Парадта тәүге тапҡыр Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәренең 102-се хәрби базаһының хәрби хеҙмәткәрҙәре ҡатнашҡан[11]; уларҙан тыш парадта Таулы-Карабах Республикаһы Ҡораллы көстәренең ветерандары, хәрби полиция менән тынысландырыусы бригада хеҙмәткәрҙәре, Милли хәүефһеҙлек хеҙмәтенең алдынғы частары ҡатнашҡан[11].

2016[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2016 йылда Әрмәнстан бойондороҡһоҙлоғоноң егерме биш йыллығына арналған ҙур парад булған[12][13]. Парад менән 4-се армия корпусы командующийы генерал-майор Андраник Магарян командалыҡ иткән. Парадта 350 мең ҡатнашҡан: бында АҠШ, Германия, Италия, Польша һәм Греция хәрбиҙәренең халыҡ-ара тынысландырыусы бригадаһы ҡатнашҡан[14].

Сит ил хәрби хеҙмәткәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Парадта Рәсәйҙең хәрби хеҙмәткәрҙәре
Йыл Контингент Ил
2011
2016
102-се Рәсәй хәрби базаһы Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
2016 Халыҡ-ара тынысландырыусы бригада Польша Польша
Америка Ҡушма Штаттары АҠШ
Германия Германия
Италия Италия
Греция Греция

Диаспора[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бойондороҡһоҙлоҡ көнө Рәсәйҙә, Ливанда һәм АҠШ-та әрмән диаспораһы вәкилдәре тарафынан киң билдәләнә. АҠШ-та йәштәрҙең ойошмалары мәҙәни программалар һәм осрашыуҙар уҙғара[15].

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 21 сентября - День независимости Армении. Prazdnik.by. Дата обращения: 30 август 2017. Архивировано 29 сентябрь 2011 года. 2017 йыл 12 сентябрь архивланған.
  2. День независимости Армении. Calend.ru. Дата обращения: 30 август 2017.
  3. День независимости Армении. M.ru.armeniasputnik.am. Дата обращения: 30 август 2017.
  4. Armenia: A Historical Atlas, by Robert H. Hewsen and Christoper C. Salvatico, 2001
  5. ПЛОДЫ НЕЗАВИСИМОСТИ НА ПЛОЩАДИ РЕСПУБЛИКИ. Aravot-ru.am.
  6. pandukht Военный парад 1996 года в Ереване. Pandukht.livejournal.com (22 сентябрь 2011). Дата обращения: 11 ноябрь 2017.
  7. Media, Noev Kovcheg 15 лет Независимости Армении. Noev-kovcheg.ru. Дата обращения: 4 декабрь 2018.
  8. Armenia Marks Independence Day With Military Parade, Human Rights Armenia. 11 сентябрь 2017 тикшерелгән. 2019 йыл 26 март архивланған.
  9. Armenia Parades Military Might On Independence Day. Azatutyun.am. Дата обращения: 14 июнь 2017.
  10. Президент Серж Саргсян присутствовал на военном параде Вооруженных сил РА, посвященном 20-ой годовщине Независимости Республики Армения. President.am. Дата обращения: 1 апрель 2019.
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 Army Displays Military Might on Independence Day (билдәһеҙ). Asbarez.com. Дата обращения: 14 июнь 2017.
  12. Military Parade Highlights Independence Day Celebrations in Armenia (билдәһеҙ). Asbarez.com. Дата обращения: 29 апрель 2017.
  13. LIVE: Parade dedicated to 25th anniversary of Armenia’s Independence kicks off in Yerevan  (инг.), armenpress.am. 29 апрель 2017 тикшерелгән.
  14. Armenia Showcases New Missiles in Independence Day Parade | Armenian News By MassisPost (en-US), Armenian News By MassisPost (21 сентябрь 2016). 29 апрель 2017 тикшерелгән.
  15. Republic of Armenia’s 24th Independence Day Celebration in Las Vegas - Armenian National Committee of America. Anca.org (29 сентябрь 2015). Дата обращения: 4 декабрь 2018.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]