Эстәлеккә күсергә

Сабитов Рәшит Мәхмүт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рәшит Сабитов битенән йүнәлтелде)
Рәшит Сабит
Сабитов Рәшит Мәхмүт улы
Тыуған көнө:

27 март 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Ғафури районы Яңғыҙҡайын ауылы

Вафат булған көнө:

26 февраль 2023({{padleft:2023|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (85 йәш)

Эшмәкәрлеге:

Журналист, шағир

Наградалары:

СССР‑ҙың матбуғат отличнигы (1987)

Сабитов Рәшит Мәхмүт улы (әҙәби псевдонимы Рәшит Сабит; 27 март 1937 йыл26 февраль 2023 йыл) — журналист, шағир. 1968 йылдан «Кызыл таң» гәзитенең, 1975 йылдан — «Пионер» журналының әҙәби хеҙмәткәре, 1979—1988 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәте мөхәррире, 1993—1997 йылдарҙа «Заман—Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары. 1984 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1984). СССР‑ҙың матбуғат отличнигы (1987).

Рәшит Мәхмүт улы Сабитов 1937 йылдың 27 мартында Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Яңғыҙҡайын ауылында тыуған.

Үҙ ауылында мәктәптә уҡығанда уҡ стена гәзите мөхәррире була: шиғырҙар яҙыу менән бергә, бик оҫта итеп һүрәт тә төшөрә. Бик матур килеп сыға гәзиттәре. Шул уҡ вакытта Рәшит район гәзитенә лә шиғырҙарын, мәктәп тормошонан хәбәрҙәрен ебәреп тора. Бара-тора «Пионер» (хәҙерге «Аманат») журналына ла яҙыштыра. Ул саҡтағы мөхәррире Шәриф Бикҡолдан: «Яҙышып тор, бәйләнеште өҙмә», — тигән эстәлекле хаттар алыу уны ҡанатландыра.

Ауылында мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы ауыл хужалығын механизациялау училищеһендә уҡып, «киң профилле тракторист-машинист» һөнәре ала, хеҙмәт эшмәкәрлеген Яңғыҙҡайын МТС-нда башлай.

Ҡара диңгеҙ флотында өс йыл хәрби бурысын үтәгәндән һуң, Урта Азия тарафтарына юллана. Унда Бохара ҡалаһы янында нефть эҙләү экспедицияһы идаралығында быраулаусы ярҙамсыһы булып хеҙмәт сынығыуы ала. Аҙаҡ кире Башҡортостанға ҡайта.

1967 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай һәм Ҡырмыҫҡалы районы Һәүәләй урта мәктәбендә татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлай. Әммә уны ижад тарта. 1968 йылдан Өфөгә «Ҡыҙыл таң» гәзитенә эшкә килә. Артабанғы тормошо матбуғат баҫмалары менән бәйле.

1975 йылдан «Пионер» журналына әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. 1979—1988 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәте мөхәрирре, 1993—1997 йылдарҙа «Заман-Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәрирре урынбаҫары.

«Йәшлегем йөҙө» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1980 йылда баҫылып сыға. Артабан бер-бер артлы 1981 йылда «Ыласындар бейек оса», 1985 йылда «Ҡыйғаҡ‑ҡыйғаҡ ҡаҙ ҡысҡыра», 1988 йылда «Һүнгән йондоҙ яҡтыһы» хикәйәләр һәм повестар йыйынтыҡтары донъя күрә. Балалар өсөн яҙылған «Һаумы, мәктәп!» (1983), «Мин нефтсе булам — Я буду нефтяником» (1987) китаптары ла бар. Уның шиғырҙарына композиторҙар Нариман Сабитов, Данил Хәсәншин, Хөсәйен Әхмәтов һәм башҡалар йырҙар яҙған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • СССР-ҙың матбуғат алдынғыһы (1987);