Вәлиев Зәки Шәмсетдин улы
Вәлиев Зәки Шәмсетдин улы | |
Тыуған урыны | |
---|---|
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
механизатор |
Наградалары һәм премиялары |
РСФСР ауыл хужалығы министрлығы һәм РСФСР ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре профсоюз комитетының Почетлы Дипломы (1985), БАССР Министрҙар Советының «Автомобилдәрҙә ауыл хужалығы уңышы продукттарын ташыу отличнигы» Почетлы исеме (1979), «Ун беренсе биш йыллыҡ ударнигы», ауыл хужалығы Министрлығы һәм профсоюз өлкә комитетының Почет Грамотаһы (1985) |
Вәлиев Зәки Шәмсетдин улы (21 сентябрь 1951 йыл) — партия һәм хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының автомобилдәрҙә ауыл хужалығы уңышы продукттарын ташыу отличнигы (1979), Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең Бөтә Союз социалистик ярыш еңеүсеһе (1985 йыл), «Ун беренсе биш йыллыҡ ударнигы», Республика социалистик ярыш еңеүсеһе (1985) .
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вәлиев Зәки Шәмсетдин улы 1951 йылдың 21 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, «Ҡыҙыл Байраҡ» ордены кавалеры Шәмсетдин менән Фәтиха Көнәфиндарҙың туғыҙ балалы ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә.
Атаһы Көнәфин Шәмсетдин ауылда тәүге механизаторҙарҙың береһе була. Колхоздарҙа трактор-машиналарҙың тәүләп күренә башлаған осоро, техникаға атланыу — бөтә малайҙарҙың хыялы. «Миңә лә шул ваҡытта техника ене ҡағылды», — тип хәтерләй Зәки Вәлиев үҙе. Һуғыш михнәттәренән һәм яраларынан һаулығын юғалтҡан атаһы малайҙарын бәләкәй саҡтан уҡ ағас һәм тимер эштәре оҫталығына өйрәтә.
Зәки Вәлиев, тыуған ауылында Иҫке Монасип мәктәбендә һигеҙ класты тамамлағандан һуң, Таштимер һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Училищены тамамлауға, военкомат Белорет ҡалаһына ДОСААФ мәктәбенә уҡырға ебәрә. Уҡып бөткәс, колхозда «Беларусь» тракторында эшләй. Ул ваҡыттарҙа колхозда йылы гараж юҡ. Ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа иртә таңдан тороп ут яғып, моторҙы йылытып ҡабыҙып алыуы үҙе ҙур михнәт була. Зәки оло механизаторҙарҙан ҡалышмай эшләй. Армияға алынғансы, колхозда бер аҙ шофер булып эшләп өлгөрә.
1970—1972 йылдарҙа Совет Армияһында транспорт ротаһында алдынғы водитель була. Хеҙмәтенең һуңғы ярты йылында уларҙың ротаһы Ҡырғыҙстан һәм Ҡаҙағстандың сиҙәм ерҙәрендә уңыш йыйыу эшендә ҡатнаша. Егәрле, тырыш башҡорт егете Ҡаҙаҡ ССР-ы Хөкүмәтенең Маҡтау грамотаһына лайыҡ була.
Армия хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, колхозда шофер эшен дауам итә. Киске мәктәптә тулы урта белем ала. Эшенә яуаплы ҡараған, техниканы яратҡан егет үҙенә беркетелгән техниканы таҙа, төҙөк тота, һөҙөмтәлә техника билдәләнгән срогынан тыш ремонтһыҙ хеҙмәт итә. Ауыл хужалығы техникаһының бөтә яҡлы белгесе булараҡ, бер нисә йыл колхозда механик вазифаһын башҡара. Егәрле егет ауылда ҙур абруй ҡаҙана. Уның тырыш хеҙмәте колхоз идараһының, район, республика, Рәсәй кимәлендә күп һанлы Маҡтау грамоталары менән баһалана.
Зәки Вәлиев әүҙем йәмәғәтсе лә ул. Оҙаҡ йылдар колхоздың профсоюз комитеты рәйесе вазифаһын башҡара. Ауыл Советының бер нисә саҡырылыш һәм район Советы депутаты итеп һайлана. 2009 йылдан хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, бөгөн дә ауылдың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй. Ауылдың ветерандар советы рәйесе булараҡ, ауылдың проблемаларын хәл итеүҙә үҙенең ҙур өлөшөн индерә. Ағиҙел йылғаһы аша ауылды оло донъя менән бәйләүсе күпер төҙөтөү, йылғаның ярын нығытыу һәм башҡа хәстәрҙәр менән төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итеп тора.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡатыны Вәлиева Гөлсирә ауылдың алдынғы һауынсыһы булып эшләй. Биш ҡыҙ балаға ғүмер бүләк итеп, матур тәрбиә бирәләр һәм белем алырға ярҙам итәләр. Гөлсирә һәм Зәки Вәлиевтарҙың ғаиләһе быйыл алтын туйын билдәләй (Башҡортостан гәзите 17 ноябрь 2011 йыл[1]).
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «БАССР-ҙың автомобилдәрҙә ауыл хужалығы уңышы продукттарын ташыу отличнигы» Почетлы исеме (1979),
- Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең Бөтә Союз социалистик ярыш еңеүсеһе (1985 йыл) (БАССР ауыл хужалығы министрлығының 1985 йылдың 12 мартындағы 3-21 номерлы Ҡарары),
- «Ун беренсе биш йыллыҡ ударнигы» тамғаһы (БАССР ауыл хужалығы министрлығы һәм профсоюз өлкә комитетының 1982 йылдың 20 ноябрендәге Ҡарары),
- Ауыл хужалығы Министрлығы һәм профсоюз өлкә комитетының Почет Грамотаһы (Өфө, февраль 1985 йыл).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бөрйән районы «[[Таң (гәзит)|Таң» гәзитендә «Хеҙмәт даны онотолмаһын» исемле мәҡәлә (01.11. 2011 й. № 128)
- Бөрйән районы «[[Таң (гәзит)|Таң» гәзитендә «Хеҙмәте баһалы уның» исемле мәҡәлә (30.09. 2016 й. № 79)