«Ҡыҙыл таң» колхозы (Бөрйән районы)
«Ҡыҙыл таң» колхозы | |
Тип |
колхоз |
---|---|
Нигеҙләнгән йыл | |
Ябылған йыл | |
Элекке исеме |
«Маяҡтүбә» умартасылыҡ промартелы, Карл Маркс исемендәге колхоз |
Урынлашыуы | |
Тармаҡ |
Малсылыҡ, баҫыусылыҡ |
Продукция |
ит, һөт, иген |
Наградарары |
РСФСР Министрҙар Советының, һәм ВСЦПС-тың күсмә Ҡыҙыл Байрағы |
«Ҡыҙыл таң» колхозы — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районындағы ауыл хужалығы ойошмаһы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1929 йылда «Маяҡтүбә» умартасылыҡ промартелы булдырыла, ул 1930 йылдарҙа Карл Маркс исемендәге колхоз итеп үҙгәртелә. Колхоз составына Аралбай (бригадир — Вәлиев), Яңы Монасип (бригадир — Н. М. Йәғәфәров), Иҫке Монасип (бригадир — Г. Буранов) ауылдары инә.
1937 йылда Афзал Таһиров исемендәге (Тимер ауылы; һуңыраҡ «Ҡыҙыл таң» колхозы итеп үҙгәртелә) һәм «Партизан» (Нәби ауылы; «Ағиҙел» колхозынан айырылыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә), 1940-сы йылдарҙа «Маяҡ» (Аралбай һәм Яңы Монасип ауылдары) колхоздары ойошторола.
1950-се йылдарҙа колхозға ауыл хужалығы техникаһы, 1953 йылда ГАЗ-51 автомобиле бүленә; ваҡ колхоздарҙы эрерәктәренә берләштереү юлы менән хужалыҡтарҙы эреләтеү башлана. 1961 йылда колхоз «Урал» колхозы, 1963 йылдың майында — «Маяҡ», 1963 йылдың декабрендә — «Ҡыҙыл таң» тип үҙгәртелә. Колхоз идараһы Яңы Монасип ауылында урынлаша.
1963—1965 йылдарҙа уның составына Байғаҙы, Яңы Собханғол, Иҫке Мөсәт ауылдарын үҙ эсенә алған «Яңы юл» колхозы инә.
XX быуаттың 70 —80-се йылдарҙа «Ҡыҙыл таң» колхозы малсылыҡта һәм баҫыусылыҡта юғары күрһәткестәргә өлгәшә.
1989 йылда Тимер бригадаһы айырылып сыға һәм «Маяҡ» колхозы тип йөрөтөлә башлай.
«Ҡыҙыл таң» колхозы 1999 йылда ауыл хужалығы производствоһы кооперативы, 2003 йылда «Таң» АХК-һы итеп үҙгәртелә. 2000 йылда эшмәкәрлеген туҡтата.
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 10-сы биш йыллыҡтың йомғаҡтары буйынса колхоз Бөтә Рәсәй социалистик ярышында еңеүсе тип танылды һәм РСФСР Министрҙар Советының, һәм ВСЦПС-тың күсмә Ҡыҙыл Байрағына лайыҡ була.
Рәйестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Г. Буранов
- Н. К. Өмөтҡолов
- З. Юлдашев
- Р. И. Баймырҙин
- Ә. С. Сәғитов
- Ә. Ш. Итҡарина
- Я. Көмөшбаев
- З. Бикмөхәмәтов
- С. Хәйбуллин
- Н. М. Йәғәфәров
- З. Мөфтәхетдинов
- И. З. Баязитов
- Ә. Уразаев
- Р. Ю. Баймырҙин
- Ә. Х. Һатыбалов
- Й. Шәрәфетдинов
- Ғ. З. Сәфәрғәлин
- Ә. Х. Буранов
- Р. С. Яхин
- Ә. Ә. Муллағолов
- Р. Ш. Динисламов
- Т. С. Яхин
- Й. С. Теләүбаев
Беренсе тракторсылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе шоферҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иҫке Монасип мәктәбе ихатаһында «Ҡыҙыл таң» колхозында эшләгән водителдәргә һәйкәл урынлаштырылған[1].
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кызыл тан // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 317. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башҡортостан гәзите. 13 ноябрь 2020, Мәктәп ихатаһында — «тимер ат» Мәктәп ихатаһында — «тимер ат»