Эстәлеккә күсергә

Дәүләтбирҙин Сәлихйән Хафиз улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәлихйән Хафиз улы
Дәүләтбирҙин
Тыуған көнө

26 ғинуар 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы, Бөрйән районы, Байназар ауылы

Вафат булған көнө

16 сентябрь 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (90 йәш)

Вафат булған урыны

Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

Педагог

Наградалары һәм премиялары
2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» «Японияны еңгән өсөн» миҙалы

Викидәреслектә

Дәүләтбирҙин Сәлихйән Хафиз улы (26 ғинуар 1927 йыл16 сентябрь 2017 йыл) — педагог, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1969—1987 йылдарҙа Бөрйән районы Иҫке Монасип урта мәктәбенең тарих уҡытыусыһы, директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1982). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1945).

Сәлихйән Хафиз улы Дәүләтбирҙин 1927 йылдың 26 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Байназар ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы үлгәс, ун өс көнлөк кенә сабыйҙы әсә үҙ ауылына — Тимергә алып ҡайта. 1933—1937 йылдарҙа малай Тимер башланғыс мәктәбендә уҡый, 1937—1940 йылдарҙа Байназар тулы булмаған урта мәктәбендә белем ала.

1940 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбенә уҡырға ингән үҫмер 1942 йылдың башында һуғыш ауырлыҡтары арҡаһында белем алыуҙы ҡалдырып торорға мәжбүр була. Зирәк үҫмерҙе 1942 йылдың мартында Аралбай башланғыс мәктәбенә уҡытыусы итеп алалар. Шул уҡ йылдың сентябрендә Байназар тулы булмаған урта мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы итеп күсерелә.

1944 йылдың ноябрендә йәш егет армия сафына саҡырыла. 1945 йылдың 8 авгусынан 2 сентябренә тиклем 1-се Байҡал аръяғы фронтында самурайҙар менән һуғышта ҡатнаша. Японияға ҡаршы һуғыш хәрәкәттәрендәге ҡыйыулығы өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены[1], «Батырлыҡ өсөн»[2], «Германияны еңгән өсөн», «Японияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә. 1950 йылдың ғинуарына тиклем орудие командиры булып хеҙмәт итә.

Тыуған яғына ҡайтҡас, С. Х. Дәүләтбирҙин 1950 йылдың ғинуарынан ноябренә тиклем Байназар ете йыллыҡ мәктәбендә уҡыта. 1950 йыл аҙағынан 1953 йылдың ноябренә ҡәҙәр ул ВЛКСМ-дын Бөрйән райкомы сәркәтибе була, 1953—1954 йылдарҙа КПСС-тың район комитеты инструкторы, 1954—1955 йылдарҙа Байназар балалар йорто директоры булып эшләй. Балалар йорто ябылғас, һәләтле йәш ойоштороусыны Бөрйән район Советы башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә.

1957 йылдың авгусында Сәлихйән Хафиз улы үҙ теләге менән мәғариф системаһына күсә, Килдеғол башланғыс мәктәбенә директор һәм уҡытыусы итеп ебәрелә.

1961 йылдың июлендә Тимер башланғыс мәктәбенә директор һәм уҡытыусы итеп күсерелә. Өс йыл эшләгәс, Белорет районының Бөрйән төбәге буйынса халыҡ мәғарифы бүлеге инспекторы итеп саҡырыла. 1965 йылдан 1969 йылға тиклем Сәлихйән Хафиз улы Бөрйән районында инспектор була. 1969 йылдың мартында уны Иҫке Монасип һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә (1973 йылдан урта мәктәп) директор итеп ҡуялар. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә мәктәп бинаһына төкәтмә төҙөлә. Интернат асыла, уҡытыусылар фатир менән тәьмин ителә.

Районда беренселәрҙән булып, мәктәп кабинет системаһына күсә, бында ауыл хужалығы техникаһын өйрәнеү ойошторола. Укыусылар мәктәпте тамамлағанда аттестат менән бергә ауыл механизаторы танытмаһы ла алып сыға.

С. Дәүләтбирҙин үҙенең дә дәрестәрен юғары кимәлдә алып бара. Ситтән тороп, тәүҙә Темәс педучилищеһын, аҙаҡ Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай.

1982 йылда уға «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеме бирелә. Мәғариф ветераны миҙал һәм Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән.

1987 йылда хаҡлы ялға сыға. Артабан йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша: район ветерандар советы президиумы ағзаһы, ауыл Советының ветерандар советы рәйесе була. 2017 йылдың 16 сентябрендә вафат була.

  • К. Я. Яйыҡбаев. Мәғрифәтсе мөғәллимдар, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре.