Тимер мәктәбе (Бөрйән районы)
Уҡыу көйләүҙәре
Был мәҡәләне әлеге ваҡытта ҡатнашыусы Я. Миңлегөл мөхәррирләй. |
Тимер мәктәбе | |
Ҡыҫҡаса исеме |
Иҫке Монасип урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Тимер филиалы |
---|---|
Адресы |
Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Бөрйән районы, Тимер ауылы |
Тимер мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Тимер ауыл Советы биләмәһендәге уҡыу йорто.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1927 йылда башланғыс мәктәп булараҡ асыла. Нигеҙ һалыусыһы һәм беренсе уҡытыусыһы Л. Ғәлиев. 1935 йылда яңы типтағы мәктәп асыла. 1945/1946 йылдарҙа уҡытыу мәсет бинаһында алып барыла. 1984 йылда мәктәптең яңы бинаһы төҙөлә.
Статусы:
- 1947 йылдан — 7 йыллыҡ мәктәп
- 1954 йылдан — башланғыс мәктәп
- 1965 йылдан — һигеҙ йыллыҡ мәктәп
- 1984 йылдан — урта мәктәп
- 2011 йылдан — Иҫке Монасип урта мәктәбе филиалы
Тулыраҡ: Тимер мәктәбе тарихы
Етәкселәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәлиев Лотфулла Әбсәләм улы (1927—1930)[1]
- Солтанбаев Мирза Хәмзә улы (1931—1941)
- Ихсанова Орҡоя (1942—1943)
- Салауатова Хәсбиямал (1944—1945)[2]
- Йортбағышев Ҡорманғәле (1945—1946)[3]
- Миндеғолов Мәхмүт (1947—1950)
- Байназаров Ағзам (1951—1952)
- Мәхмүтов Тимерғәле (1953—1957)
- Ҡаһарманов Абдулхаҡ Абдрахман улы (1958—1961)
- Дәүләтбирҙин Сәлихйән Хафиз улы (1961—1963)
- Бикмөхәмәтов Шәһиғәли Зәйнәғәли улы (1963—1965) һәм (1972—1974)
- Ишкилдин Әхәт Ибраһим улы (1966—1969)[4]
- Йосопов Сәғит Алтынсура улы (1970—1972)[5]
- Баймырҙин Ривал Рәхмәт улы (1974—1976)
- Солтанов Альберт Әбүзәр улы (1976—2002)[6]
- Арыҫланғужина Рәйсә Кинйәғәле ҡыҙы (2002—2011)
- Баймырҙина Миңзәлә Шәһәрғәзе ҡыҙы (2011—2022)
- Мырҙағолова Раушания Ниязбай ҡыҙы
Уҡытыусылар исемлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исемлек
- Арыҫланғужин Рөстәм Азат улы Бөрйән районы Тимер ауылында 1972 йылдың 20 майында тыуған. 1979-1989 йылдарҙа Тимер мәктәбендә уҡый. 1989 йылдың 18 июнендә Белорет ДОСААФ-на уҡырға инә һәм бер йылдан В,С категорияларына водитель танытмаһы ала. 1990-1992 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. 1992-1994 йылдарҙа Кумертау педагогия училищеһында физкультура уҡытыусыһына,
- Арыҫланғужина Рәсимә Ҡадир ҡыҙы
- Арыҫланғужина Рәйсә Кинйәғәли ҡыҙы Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында 1959 йылда тыуған. Иҫке Собханғол урта мәктәбен тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика – математика факультетына уҡырға инә. 1981 йылда уны тамамлап Тимер ауылына математика уҡытыусыһы итеп эшкә йүнәлтелә. Күп йылдар мәктәп директорының уҡыу-уҡытыу бүлеге урынбаҫары, директор була. Уҡыусылар менән фольклор фестивалдәрендә, региональ һәм муниципаль кимәлдәге предмет олимпиадаларында ҡатнаша. Бөрйән районы Администрацияһы, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф Министрлығы Почет грамоталары менән бүләкләнә. 1998 йылда Башҡортостан республикаһының Мәғариф алдынғыһы исеменә лайыҡ була[7].
- Баймырҙин Ривал Рәхмәт улы
- Баймырҙин Ирәмән Ирғәле улы 1953 йылда Тимер ауылында тыуған. Тыуған мәктәбен тамамлағас, БДУ-ның география факультетын тамамлай. Уҡыуҙан һуң ул тыуған ауылында уҡытыусы булып эш башлай. Ағиҙел мәктәбендә 1983-1988 йылдарҙа директор урынбаҫары, ә 1988-2002 йылдарҙа мәктәп директоры вазифаһын башҡара. 2002 йылдан район мәғариф бүлеге етәксеһе урынбаҫары булып эшләй. Район Администрацияһы почет грамоталары менән бүләкләнә. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы исеменә лайыҡ була[8].
- Алтынбаева Айгөл Сабирйән ҡыҙы
- Алтынбаева Гөлиә Ғәзиз ҡыҙы
- Баймырҙин Дамир Ирғәле улы
- Баймырҙина Дилә Ниязбай ҡыҙы
- Баймырҙина Фәниә Мофаззал ҡыҙы 1948 йылда Иҫке Собханғол ауылында тыуған. Ул урта мәктәпте 1967 йылда тамамлай. 1967-1968 йылдарҙа Яңы Мөсәт ауылында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгәндән һуң, Тимер ауылына эшкә ебәрелә. 1970-1974 йылдарҙа Тимер һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә математика уҡытыусыһы, 1974-1979 йылдарҙа уҡытыу-тәрбиә эштәре урынбаҫары вазифаһын башҡара. Ошо йылдарҙа ситтән тороп Бөрө педагогия институтының математика-физика факультетына уҡырға инә. Фәниә Баймырҙина 1988 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы ауыл китапханаһында өлкән китапханасы булып эшләй. Мәғариф системаһында эшләгән йылдарында РОНО тарафынан бер нисә тапҡыр Почет грамоталары менән бүләкләнә.
- Байсурина Гөлшат Ғариф ҡыҙы 1949 йылдың 11 июнендә Хәйбулла районы Ишмөхәмәт ауылында тыуған. Уның атаһы Бөйөк Ватан һуғышынан ҡаты яралана, яу яраларынан һауыға алмайынса 1949 йылда донъя ҡуя. Гөлшат Әхмәтғәриф ҡыҙы Вәлит һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, 1964 йылда Сибай педагогия училещеһына уҡырға инә. Йүнәлтмә буйынса Бөрйән районына эшкә ебәрелә. Хеҙмәт юлын 1968 йылда Тимер һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай. 1980 йылға тиклем уҡытыусы була. 1980 йылда Тимер ауылында балалар баҡсаһы асыуҙы ойоштороп, уның мөдире итеп тәғәйенләнә. Маҡтау грамоталары алып, «Хеҙмәт ветераны» исеменә лайыҡ булып, хаҡлы ялға сыға. 2001-се йылдан ауылыбыҙҙың ағинәйҙәр ҡоро ағзаһы.
- Баймырҙина Клара Ғәлимырҙа ҡыҙы
- Баймырҙина Зөлфиә Факил ҡыҙы Иҫке Монасип ауылы ҡыҙы. Белорет педагогия училищеһын тамамлағас, 1980 йылда Тимер һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә эшкә килә. Тик бер йыл эшләгәндән һуң һөнәре буйынса Иҫке Монасип мәктәбенә эшкә тәғәйенләнә. 1992 йылда кире Тимер урта мәктәбенә технологиянан һәм Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихы фәндәренән уҡытыусы булып эшкә урынлаша. Уҡыусыһы Шәрипова Гөлнур менән Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихынан региональ этапта уңышлы сығыш яһап, Почет грамотаһына лайыҡ булалар. Мәктәп, РОНО, профсоюз ойошмаһы тарафынан бирелгән Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә.
- Баймырҙина Минзәлә Шәһәрғәзе ҡыҙы 1962 йылда Тимер ауылында тыуған. Тимер һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Белорет педагогия училищеһында башланғыс кластар бүләгәндә белем ала. 1981 йылда Тимер мәктәбенә эшкә йүнәлтелә. 1995 йылда тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары итеп һайлана. 2003 йылда уҡыу-уҡытыу эше буйынса директор урынбаҫары, ә 2010 йылда Тимер муниципаль урта дөйөм белем биреү мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнә. 2011 йылдан Тимер филиалының етәксеһе. 2014 йылда «Башҡортостан республикаһының мәғариф алдынғыһы» билдәһе, «Хеҙмәт ветераны» исеме менән баһалана [9].
- Бикмөхәмәтов Шәһиғәли Зәйнәғәли улы
- Бикмөхәмәтов Фәнил Дәүләтғәле улы
- Бикмөхәмәтова Миңзиә Ханнан ҡыҙы 1977 йылдың 15 февралендә Баймаҡ районы Йомаш ауылында тыуған. 1983 йылда Йомаш урта мәктәбенең беренсе класына бара. 1993-1997 йылдарҙа Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә. 1999-2004 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтынында белем ала. Хеҙмәт юлын 1999 йылда Тимер муниципаль урта дөйөм белем биреү мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай.“Балаларға тәрбиә һәм белем биреүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн” 2017 йылда район мәғариф бүлегенән маҡтау ҡағыҙы бирелә.
- Бикмөхәмәтова Гөлгөнә Шаһиғәле ҡыҙы
- Бикмөхәмәтова Рәшиҙә Садиҡ ҡыҙы
- Ғөбәйҙуллин Тимерйән Мулләхмәт улы 1946 йылдың 2 ғинуарында Әбйәлил районы Тәпән ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, педучилищеға уҡырға инә. Һөнәре буйынса уҡып бөткәс, Ҡыҙыл Армия сафына алына. 1968 йылда тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта, Хәлил урта мәктәбенә физкультура, хәүефһеҙ тормош нигеҙҙәре, хәрби-патриотик тәрбиә буйынса эш алып бара. 1970 йылда Бөрйән районы Тимер ауылына күсеп килә һәм Тимер һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә музыка һәм физкультура уҡытыусыһы булып эш башлай. Тимерйән Мулләхмәт улы ауыл мәктәбендә хәүефһеҙ тормош нигеҙҙәре, хәрби-патриотик тәрбиә буйынса күп кенә эштәр башҡара. Хаҡлы ялға сыҡҡансы мәктәптә эшләй. Намыҫлы хеҙмәте өсөн район хакимиәте һәм мәғарифе исеменән бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә.
- Ғөбәйҙуллин Даян Тимерйән улы
- Йосопов Сәғит Алтынсура улы[10]
- Солтанова Зөһрә Зәки ҡыҙы
- Солтанов Альберт Әбүзәр улы 1950 йылдың 1 апрелендә Бишбүләк районы Аҙнай ауылында тыуған.1968 йылда Дим урта мәктәбен тамамлай.1968 йылдың ноябренән 1971 йылдың ғинуарына тиклем Ҡытай сигендә пограничник булып хеҙмәт итә.1970 йылда “СССР – ҙың хәрби көстәре алдынғыһы” значогы менән бүләкләнә. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, 1971 йылдың февраленән 1971 йылдың сентябренә тиклем Өфө моторҙар эшләү заводында фрезерлаусы булып эшләй. 1971 йылдың сентябренән 1976 йылдың июленә тиклем Стәрлетамаҡ педагогия институтында белем ала.Уҡыуҙы тамамлағас,1976 йылда йүнәлтмә буйынса Тимер 8 йыллыҡ мәктәбенә директор итеп ебәрелә. “1979 йылдағы социалистик хеҙмәт еңеүсеһе” значогы менән бүләкләнә. 1984 йылда мәғариф бүлеге һәм район комитеты профсоюзы Маҡтау грамотаһы менән бүләкләй. 1984 йылда Рәсәй Федерацияһы мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы, 1999 йылда “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” значогы менән бүләкләнә. 2002 йылдан “Мәғариф ветераны”. Башҡортостан Республикаһының Ҡоролтай председателе Рәхмәт хаты тапшырҙы[11].
- Һатыбалов Маргиз Мансур улы
- Һатыбалова Ғәмилә Мирзәхмәт ҡыҙы
- Әхмәтшина Нурия Хәйбулла ҡыҙы Әхмәтшина (Көмөшбаева) Нурия Хәйбулла ҡыҙы 1947 йылдың 20 ғинуарында Яңы Монасип ауылында тыуған. 1954 йылда ошо ауылдың башланғыс класын тамамлап, 1965 йылда Байназар урта мәктәбендә уҡый. Хеҙмәт юлын Ҡотан мәктәбендә башланғыс класс уҡытыусыһы булып башлай. 1969 йылда Белорет педучилещеһен тамамлап, диплом алғас, 5 йыл Нәби һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә - 3 йыл өлкән кластарҙа, 2 йылын башланғыс кластарҙа белем бирә. 1973 йылда Тимер ауылына күскәс, Тимер урта мәктәбенең башланғыс класс уҡытыусыһы итеп тәғәйенләнә. ВЛКСМ, РОНО, профсоюз ойошмаһы Почет грамоталары, «Халыҡ педагогикаһы» буйынса район –ара үткәрелгән конкурста 2-се дәрәжә Диплом менән бүләкләнә.
- Уразаева Рәмзиә Ғилмитдин ҡыҙы 1949 йылдың 16 авгусында Бөрйән районы Исламбай ауылында тыуған. 1967 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбен, Башҡорт дәүләт университетында математика бүлеген тамамлай. 1972 йылда Аҫҡар урта мәктәбенә эш башлай. Тимер ауылы егете Уразаев Әсғәт Әнүәр улы менән 1974 йылда тормош юлын бәйләй һәм Тимер һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә математика, физика уҡытыусыһы итеп күсерелә. 1975 - 1989 йылдарҙа Байназар урта мәктәбендә уҡыусыларға математика фәненән белем бирә. 1989 йылдан 2007 йылға тиклем Тимер урта мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Рәмзиә Ғилмитдин ҡыҙы район мәғариф бүлегенең почет грамоталарына, 2003 йылда «Башкортостан республикаһының мәғариф алдынғыһы», 2005 йылда «Рәсәй Федерацияһы мәғарифенең Почетлы эшсеһе» билдәһенә лайыҡ була.
- Ғөбәйҙуллина Гөлсирә Ҡәнзәфәр ҡыҙы 1948 йылдың 24 декаберендә донъяға килгән. Хәйбулла районының Вәлит ауылында тыуа. 1956 йылда уҡырға бара. 1964-се йылда Сибай педагогия училищеһын тамамлай. Тимер ауылына йүнәлтмә буйынса эшкә килә. 1969-сы йылда башланғыс кластарҙы уҡыта. Күп йылдар Пионерҙар ойошмаһын етәкләй, Дружина Советы етәксеһе лә була. Гөлсирә Ҡәнзәфәр ҡыҙының намыҫлы хеҙмәте бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Почет грамоталары менән баһаланған.
- Ҡолдобаев Айҙар Рәхимйән улы
- Ҡолдобаева Шәүрә Рәғип ҡыҙы
- Ҡолдобаева Айһылыу Зәйнулла ҡыҙы 1958 йылдың 3 мартында Хәйбулла районы Вәлит ауылында донъяға килә. 1964 йылда уҡырға бара. Вәлит ауылының һигеҙ йыллыҡ мәктәбен 1973 йылда тамамлап, Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә. 1977 йылда Ейәнсура районына эшкә ебәрелә. Иҫәнғол пионерҙар йортонда 1977-1979 йылдарҙа методист булып эшләй. 1982 йылда Тимер ауылы егете Ҡолдобаев Рәжәп Сәләхетдин улына кейәүгә сыға һәм 1989 йылдан балалар баҡсаһында, ә 2000 йылдан Тимер урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Маҡтау грамоталары алып, «Хеҙмәт ветераны» исеменә лайыҡ була.
- Дәүләтҡужина Рузилә Таһир ҡыҙы
- Ҡолдобаева Дилә Әхтәр ҡыҙы
- Мырҙағолова Раушания Ниязбай ҡыҙы
- Тимерова Фирүзә Фирҡәт ҡыҙы Тимер ауылында тыуған. 1976 йылдан 1985 йылға тиклем Тимер мәктәбендә белем ала. Сибай педагогия училищеһының хеҙмәт бүлеген 1989 йылда тамамлап, Бөрйән районы Исламбай ауылына эшкә йүнәлтелә. 1991 йылдан Тимер мәктәбендә, 2000—2003 йылдарҙа Тимер балалар баҡсаһында хеҙмәт юлын дауам итә. 2003 йылдан башланғыс кластар уҡытыусыһы. 1991 йылда тыуған ауылына ҡайтып, Тимер урта мәктәбендә башланғыс кластарҙы уҡыта. 1999—2004 йылдарҙа Старлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башланғыс кластар бүлегенә ситтән тороп уҡый. Уңыштары: «Балаларға тәрбиә һәм белем биреүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн» район мәғариф бүлегенән маҡтау ҡағыҙы, 2017 йылда «Уҡытыусы йылы — 2017» район конкурсы Маҡтау ҡағыҙы.
- Язағолова Миңлегөл Таһир ҡыҙы
- Яманғолов Мансур
- Яманғолова Ниса Вара ҡыҙы
- Хәлитова Сәмәрә Әхәт ҡыҙы
- Хәлитова Йомабикә Сәғәҙәт ҡыҙы
- Вәлиева (Сафина) Рәйсә Әхмәт ҡыҙы
- Маликов Рәил Фәруҡ улы
- Ҡотлобаев Йәмил Ишбулды улы
Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аҡбутина Земфира Хәкимйән ҡыҙы (18 март 1966 йыл) — уҡытыусы, журналист, шағир. Рәсәй Федерацияһының (2011) һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар (2011) союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы (2015). Рәсәй Федерацияһының «Иң яҡшы уҡытыусыһы» конкурсы еңеүсеһе (2007).
- Аллабирҙин Мортаза Ғәлләм улы (23 февраль 1924 йыл — 18 сентябрь 2005 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[12][13].
- Раян Алтыншин (27.02.1976), йырсы, Нефтекама дәүләт филармонияһының артист-вокалсыһы, «Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021).
- Баймырҙин Ғәлимырҙа Әҙелмырҙа улы (1897 йыл — 1969 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, III дәрәжә Дан, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры[14]
- Бикмөхәмәтов Шәһиғәли Зәйнәғәли улы —(3 сентябрь 1939 йыл — 24 декабрь 2015 йыл) — Башҡорт ССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1991 йыл).
- Ғөбәйҙуллин Данис Тимерйән улы (1 декабрь 1981 йыл — 6 декабрь 2015 йыл) — ике тапҡыр «Ҡаһарманлыҡ» ордены кавалеры
- Дәүләтбирҙина Тәнзилә Сәлих ҡыҙы (3.08.1964), шағир, драматург һәм журналист. 1992 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар һәм 2000 йылдан Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1997) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014).
- Ҡолдобаев Рәхимйән Лоҡман улы (7 декабрь 1931 йыл — 31 март 1994 йыл) — «Ауыл хужалығының атҡаҙанған механизаторы»[15]
- Мырҙағолов Байғужа Ғәббәс улы (1 август 1924 йыл — 15 октябрь 1998 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
- Уразаева Фирҙәүес Әсҡәт ҡыҙы (25 август 1975 йыл) — табиб, медицина фәндәре кандидаты
- Газин Шаһи Шәһәрғәзе улы 1953 йылда Тимер ауылында тыуған. 1968 йылда Тимер һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Байназар урта мәктәбендә уҡый. «Ҡыҙыл таң» колхозында эш башлай. 1988 йылдан башлап Күмертау ҡалаһында участка инспекторы булып эшләп милиция капитаны дәрәжәһенә етә. Ситтән тороп, Өфө милиция мәктәбен тамамлай. Милиция отличнигы, 2-се класлы специалист, СССР эске эштәр министерствоһының 1,2,3 дәрәжәле миҙалдары, район эске эштәр бүлегенең миҙалы, участка инспекторы знагы менән бүләкләнә.
- Ҡолдәүләтова Алһыу Рәхимйән ҡыҙы
- Латыпов Сөләймән Йәнғәле улы
- Мырҙағолов Сәлимйән Байғужа улы 1955 йылдың 29 июнендә Тимер ауылында тыуған. Тимер мәктәбен тамамлағас, Байназар мәктәбендә урта белем ала. Баймаҡ юл төҙөлөшө идаралығында ябай эшсенән генераль директор вазифаһына күтәрелә. «Башҡортостандың атҡаҙанған юл төҙөүсеһе» исеменә лайыҡ була. Әлеге көндә, хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, Яр Саллы ҡалаһында хеҙмәт юлын дауам итә[16].
Тимер мәктәбен тамамлаған һәм башҡа мәктәптәрҙә уҡытҡан уҡытыусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мөхәмәтов Әбделвәхит Ғибат улы (ҡара: Ғәлиәкбәр мәктәбе уҡытыусылары)
- Аллабирҙин Дамир Зиннәт улы
- Атйетәрова (Мөхәмәтова) Гөлдәр Ғибат ҡыҙы
- Аҙнабаева (Иҫәнғазина) Ғәзимә Уразбай ҡыҙы 1963 йылда Тимер ауылында тыуған. 1980 йылда урта мәктәпте тамамлағас Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. Уҡыу йортонан һуң, йүнәлтмә менән Көйөргәҙе районы Абдул ауылына эшкә ебәрелә. 15 йыл директор урынбаҫары вазифаһын башҡара. Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә. Ғәзимә Уразбай ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусыһы һәм республика күләмендә уҙғарылған профессиональ конкурстар еңеүсеһе[17].
- Әхмәтшин Илгиз Рәис улы (11 ғинуар 1972, Тимер ауылы) — 1995 йылда Күмертау педагогия училищеһын, 2013 йылда БДУ-ны тамамлай. 1995 йылдан 2002 йылға тиклем Нәби мәктәбендә уҡыта. 2002 йылда Балалар спорт мәктәбендә тренер-уҡытыусы, 2009 йылда — директор. Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре (2012), Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы (2013) исемдәренә лайыҡ була[18]
- Мөхәмәтова Гөлфиә Зиннәт ҡыҙы (ҡара: Мораҙым мәктәбе)
- Газина Айгөл Солтан ҡыҙы
- Аллабирҙин Фирғәт Азамат улы (ҡара: Иҫке Собханғол мәктәбе)
- Рәхмәтуллина Миңзәлә Таһир ҡыҙы (ҡара: Иҫке Собханғол мәктәбе)
- Яубаҫаров Хәлит Хәкимйән улы (ҡара: Иҫке Собханғол мәктәбе)
Мәктәп тураһында матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Таң гәзите. 18 март 2023 йыл.Ҡошсоҡтарын йыйҙы Тимер мәктәбе
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Галиев Лотфулла Абсалямович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 173. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- ↑ Салаватова Хасбиямал Сабитовна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 457. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- ↑ Юртбагишев Курмангали Ишкуватович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 583. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- ↑ Ишкильдин Ахат Ибрагимоович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 243. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- ↑ Юсупов Сагит Алтынсурович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 584. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- ↑ Султанов Альберт Абузаровичович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 500. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- ↑ Арслангужина Райса Киньягалеевна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 63. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- ↑ Баймурзин Ираман Иргалиеевич // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 85. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- ↑ Баймурзина Минзаля Шагаргазиевна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 85. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- ↑ Юсупов Сагит Алтынсурович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 584. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- ↑ Солтанов Альбет Абузарович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 500. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- ↑ https://pomni.is74.ru/person/57945/Аллабердин+Муртаза+Галлямович 2022 йыл 29 сентябрь архивланған.
- ↑ https://pamyat-naroda.su/awards/anniversaries/1510393851(недоступная ссылка)
- ↑ https://veteran1945.jimdofree.com/вернулись/баймурзин-галимурза-адилмурзович/ 2022 йыл 25 июнь архивланған.
- ↑ https://ru.wikisource.org/wiki/Указ_Президиума_ВС_Башкирской_АССР_от_22.09.1981_N_6-2/349
- ↑ Мурзагулов Салимьян Байгужович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 361. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- ↑ Азнабаева Газима Уразбаевна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 47. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- ↑ Ахметшин Ильгиз Раисович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 76. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тимировская основная школа // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 509. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.